БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.84K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һыу баҫыуҙан зыян күргән Баймаҡ һәм Йылайыр райондарына ярҙам күрһәтеләсәк

Ә башҡаланың Театр урамы Өфө арбатына әйләнә. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгенәдә уҙған Хөкүмәт кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Кәңшәмлә шулай уҡ юлдарҙы ремонтлау, берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре тураһында һүҙ барҙы. Аҙнаның төп темалары тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта илдә тәүге модулле дауахана барлыҡҡа киләсәк

Быға тиклем Башҡортостанда тиҙ ҡоролмалы биналарҙы тик фельдшер-акушер пункттары, китапхана һәм башҡа социаль объекттар урынлаштырыу өсөн төҙөйҙәр ине. Районда медицина учреждениеларына ҡытлыҡ мәсьәләһен властар тиҙ ҡоролмалы биналар менән хәл итә.
Урамдарға яҡтылыҡ, керәҙле элемтәне яҡшыртыу, зәңгәр яғыулыҡ үткәреү, дарыухана һәм фаптар төҙөү. Ишмөхәмәт, Йылайыр һәм Татлыбай ауылдарында йәшәүселәр көнүҙәк мәсьәләләрҙе барлай. Республика башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ахзат Бадранов ойоштороған осрашыу тәү сиратта хәл ителергә тейеш проблемаларҙы асыҡланы. Шуларҙың береһе Урғаҙа ауылында дауахана булмауы.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
10 июлдән Оборона министрлығы менән контракт төҙөүсе граждандарға түләүҙәр артты

Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса, 10 июлдән Оборона министрлығы менән контракт төҙөүсе граждандарға түләүҙәр артты. Бығаса бер тапҡыр бирелә торған сумма күләме 205 мең һум тәшкил итһә, хәҙер ул республика бюджеты иҫәбенә 505 мең һумға тиклем күтәрелде. Шулай итеп контракт төҙөүселәр Оборона министрлығы һәм республика муниципалитеттары түләгән аҡса менән бергә бөтәһе миллион һум аласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте республика халҡы ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БСТ каналы Донбасты тергеҙеүҙә ҡатнашҡан замандаштарыбыҙ менән таныштыра

Республиканың төп телеканалы Донбасты тергеҙеүҙә ҡатнашҡан замандаштарыбыҙ тураһында һөйләй. Бөгөнгө геройыбыҙ Күгәрсен районынан Азамат Иҙрисов. Башҡортостан Хөкүмәтенең иҡтисади үҫеш департаменты бүлеге мөдире Луганск халыҡ республикаһындаһы эшсе төркөм ағзаһы булараҡ ҡатнаша. Донбасҡа ул 2022 йылдан оҙайлы командировкаларға йыш сыға. Ике йыл ярым эсендә төбәктә тиҫтәләрсә социаль объекттар, юлдар төҙөкләндерелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районы Ҡолҡан ауылында илебеҙҙе фашизмдан азат итеүсе һалдаттарға арналған обелиск асылды

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары халыҡ хәтерендә. Ғафури районы Ҡолҡан ауылында илебеҙҙе фашизмдан азат итеүсе һалдаттарға арналған обелиск асылды. Уны төҙөү «Табын» социаль, мәҙәни, иҡтисади үҫеш фонды ярҙамы менән «Батырҙарыбыҙҙың исемдәрен хәтерләйбеҙ» проекты сиктәрендә Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырылған.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Архангел районында йәшәүсе Янышывтар ғаиләһе «Ата-әсәлек ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнде

15 бала тәрбиәләүсе ғаиләгә награданы республика етәксеһе Радий Хәбиров Бөрөлә үткән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамында тапшырғайны. Янышевтар малай-ҡыҙҙарын үҙебеҙҙеке, йәки сит балалар тип бүлмәй. Барыһында бер тигеҙ күреп ғүмер итә.
🔥2
Бөгөн Башҡортостан Милли музейында “Донбасс” тигән фотокүргәҙмә асыла. Экспозицияға хәрби хәбәрсе Владимир Аносовтың фоторәсемдәре ҡуйыла. Фотографиялар алғы һыҙыҡта, шулай уҡ Мариупол, Донецк, Луганск һәм башҡа ҡалаларҙа төшөрөлгән.
👍1
Төлкө һәм бүреләр өсөн - премия. Републикала ошо кейектәрҙе аулаған һунарсыларға дәртләндереү сараһы булдырырға ниәтләйҙәр. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ошондай тәҡдим менән сығыш яһаған. Бындай башланғыс ҡырағай хайуандар араһында ҡотороу осраҡтарын кәметеү маҡсатында булдырылған. Тотолған бер төлкө өсөн – 1, бүрегә – 10 мең һум түләргә тәҡдим ителә.
👍4
Хөкүмәт кәңәшмәһендә яңғыраған иң мөһим фекерҙәр

Ғаилә көнө алдынан Владимир Путин Башҡортостандан Фәтҡуллиндар һәм Ғәйнетдиновтар менән осрашты. Ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 5 миллион һум аҡса еңеп сыҡҡан.

Бөрөлә Мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы үткәрелгән сараларҙа 10 меңдән ашыу ғаилә ҡатнашҡан.

Радий Хәбиров Йылайыр районындағы Ҡана йылғаһы быуаһын тәртипкә килтерергә ҡушты. Республика Башлығы социаль селтәрҙәрҙәге бәхәсле яҙмаларға иғтибар бирҙе, район башлығы Борис Мелкоедов проблема хаҡында хәбәрҙар булыуын белдерҙе.

Башҡортостандағы күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге ҡунаҡтар һаны буйынса рекорд ҡуйған — 8 көндә уны 6649 кеше ҡараған.

2024 йылда 216 саҡрым оҙонлоҡтағы 75 проблемалы юл участкаһын һәм 5 күперҙе ремонтлаясаҡтар. 48 юл участкаһын һәм дөйөм 325 метр оҙонлоҡтағы күперҙәр 2025 - 2026 йылдарҙа файҙаланыуға тапшырыла.

Башҡортостан Башлығы Учалылағы һыу тәьминәте мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.

Был аҙнала «Сәләмәтлек поезы» Кушнаренко, Саҡмағош, Борай, Мәләүез, Балаҡатай, Бәләбәй һәм Баймаҡ райондарына бара. Апрелдән «мобиль табиптар» 181 тораҡ пунктта булды һәм 102 683 тикшереү үткәрҙе.

Өфөлә йәш IT-белгестәр өсөн һанлы креатив киңлек булдырылды.

2025 йылға Өфөнөң Театраль урамы йәйәүлеләр урамына әйләндереләсәк.

Августа Башҡортостан делегацияһы Үзбәкстанға эшлекле сәфәр менән барасаҡ, унда алдан төҙөлгән килешеүҙәр буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтереү аҙымдары ҡараласаҡ.

Радий Хәбиров Баймаҡ районында ташҡын арҡаһында емерелгән юлдарҙы һәм күперҙәрҙе йүнәтергә ҡушты.

«Иннопром-2024» форумында Башҡортостан 17,8 миллиард һумға 9 инвестиция килешеүе төҙөгән.

Башҡортостанда һыуһаҡлағыстарҙа транзит һыу үткәреүе бара – хәл контролдә тотола.

Башҡортостанда 15504 уҡыусы БДИ тапшырған. Иң популяр фән — математика. Бөтә фәндәр буйынса ла уртаса балдарҙың кимәле күтәрелгән. 155 уҡыусы 100 балға тапшырған — был һан ике тапҡырға артҡан.

Киләһе аҙнала Башҡортостан аграрийҙары тәүге уңышты ура башлай. Ямғырҙарға бәйле иген, май һәм техник культураларҙан яҡшы уңыш көтөлә.

Башҡортостан Рәсәйҙә экспорт буйынса милли проектты тормошҡа ашырыу рейтингында икенсе урынға күтәрелгән.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ауыл хужалығы үҫешенә ҙур иғтибар бүлә

Ауыл хужалығы республика иҡтисадында төп роль уйнай, эш урындары булдырыуға һәм иҡтисади хәүефһеҙлеккә тос өшөш индерә. Фермерҙарға төрлө ярҙам саралары, гранттар, субсидиялар һәм льготалар бирелә. Төбәк көнәркәшлекте һәм етештереүсәнлекте арттырыу өсөн агросәнәғәт комплексын яңыртыуға ҙур көс һала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика етәкселеге ауылдарҙы йәнләндереү, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу һәм мәҙәни традицияларҙы һаҡлау маҡсатында ауыл хужалығы производствоһын һәм фермерлыҡты үҫтереү мөһимлеген яҡшы аңлай.

Яңы предприятиеларҙы үҫтереү һөҙөмтәһендә ауыл ерендә яңы эш урындары барлыҡҡа ҡилә, эш хаҡы арттырыла.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районындағы «Шишмә» баҡса ширҡәтендә балалар майҙансығы барлыҡҡа килде

Ул быйыл яҙ алынған грант аҡсаһына ҡуйыла. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, «Смарт-баҡсасы» форумында республиканың коммерцияға ҡарамаған иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәтенә 500 мең һумлыҡ 10 сертификат тапшырылды.
👍1
Өфөлә телевизиор кинескоптарынан төҙөлгән өй бар. Нижегородка биҫтәһендә йәшәгән Наталья һәм Салауат Ғилмановтар һәр ваҡыт түңәрәк йорт тураһында хыялланған. Улар ярым түңәрәк веранда эшләгән. Бының өсөн 40-ҡа яҡын иҫке телевизор кинескобы ҡулланылған. Ихатаның кәртәһе өсөн быяла шешәләр файҙаланылған. Үҙенсәлекле ғаилә Андрей Малаховтың “Рәсәйҙең иң ғәжәйеп йорттары” программаһында ҡатнашҡан.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика юлдарында хәүефһеҙлекте арттырыу буйынса өҫтәмә саралар күрергә ҡушты

Башҡортостан башлығы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе. Унда төбәктәге юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәптәре ҡаралды, шулай уҡ аварияларҙы кәметеү буйынса саралар тикшерелде. Үткән йыл менән сағыштырғанда ҡайһы бер осраҡта ыңғай динамика бар.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «Мототехника» операцияһы бара

Йыл башынан алып республикала мотоцикл водителдәре, скутерҙар һәм мопедтар ҡатнашлығында 80-гә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Аварияларҙа 5 кешенең ғүмере өҙөлгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Архангел ауылы ирекмәндәре 150-се маскировка селтәрен үрҙе

Архангел районы үҙәгендә йәшәүселәр яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәрен 2022 йылдың декабренән алып үрә. Тәүҙә ҡул аҫтындағы материалдарҙан эшләйҙәр. Урындағы хакимиәт ярҙамында ирекмәндәр хәрәкәте «Маскировка оҫтаханаһы» тип үҙгәртелә һәм даими рәүештә гуманитар йөк туплауҙа ҡатнаша башлай. Оҫталар төрлө үреү нескәлектәренә өйрәнгән. Ирекмәндәр араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың әсәләре лә бар.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта гәүһәр һәм алтын туйҙарын билдәләүсе парҙар ҡотлауҙар ҡабул итте

Баймаҡ ҡалаһында гәүһәр һәм алтын туйҙарын билдәләүсе оҙайлы йылдар бергә йәшәгән парҙар ҡотлауҙар ҡабул итте. Был хаҡта киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйылғы йыл республикабыҙҙа Радий Хәбировтың башланғысы менән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан ителде

Студиябыҙ ҡунағы — «Әсә йөрәге» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлшат Ибраһимова Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың был өлкәгә ҙур иғтибар бүлеүе хаҡында һөйләне.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йәмәғәт башланғыстарына республика Башлығы гранты бирелә

Студиябыҙ ҡунағы – Башҡортостан Башлығы гранттары фонды етәксеһе Әлиә Әбдрәхимова халыҡ башланғыстары һәм файҙалы проекттар хаҡында һөйләй.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ер-мөлкәт мәсьәләләре буйынса Волга буйы федераль округы конференцияһында сығыш яһаны

Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында Ер-мөлкәт мәсьәләләренә һәм дәүләт кадастрын баһалауҙың 25 йыллығына арналған Волга буйы федераль округы конференцияһы үтте. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Волга буйы федераль округының конференцияһын тап Өфөлә уҙғарыу осраҡлы түгел. Республика буйынса берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында 4 миллион ярым капиталь төҙөлөш объекты һәм ер участкаһы тураһында мәғлүмәт бар. Был объекттар буйынса мәғлүмәттәрҙең тулылығы һәм аныҡлығы 100 процентҡа етә. Юғары күрһәткес - Росреестрҙың башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары менән килешеп эш итеү һөҙөмтәһе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәттәренең сифаты һәм һөҙөмтәлелеге теге йәки был төбәктең хәлен билдәләй.
1👍1