БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.86K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районынан эшҡыуарҙар ғаиләһе импортты алмаштыра

Санкциялар индерелеү менән, йорт хайуандары өсөн аҙыҡ баҙарында ла продукциялар исемлеге кәмей. Пивцовтар ғаиләһе бесәй һәм эттәр өсөн тәбиғи аҙыҡ әҙерләп һата. Етештереүҙә тик урындағы сеймал ҡына файҙаланыла, эшкәртеү барышында хайуандар аҙағында файҙалы элементтар һаҡланыла. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районының малсылыҡ тармағы эшсәндәре һөнәри оҫталыҡта көс һынашты

Ғиззәт Ямантаевтың крәҫтиән-фермер хужалығы йәйләүендә төбәк хужалыҡтарының һыйырҙы машина менән һауыу һәм яһалма ҡасырыу операторҙары араһында ярыш үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Ултырыш алдынан Башҡортостан Башлығы юбилейға сығарыласаҡ сувенир өлгөләре мәнән танышты. Радий Хәбиров әйберҙәр сифаты һәм биҙәлештәрен юғары баһаланы. Кәңәшмәлә төп иғтибар байрамды үткәреүгә бәйле сараларға йүнәлтелде. 30 августа Инорс биҫтәһендә Ишеү слаломы комплексы файҙаланыуға тапшырыла, Ағиҙел йылғаһы буйында Башҡортостан һәм Абхазия дуҫлығына арналған коллонада асыла. “Ватан” этнопаркында “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана. Төп саралар 31 августҡа тәғәйенләнгән. Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалына. Бында махсус хәрби операция ветерандарын хөрмәтләү сараһы ойошторола. Октябрь районында Көрәш һарайы асыла, “Өфө-Арена” янында “Ваҡыт йылғаһы” тигән театрлаштырылған тамаша күрһәтелә. Байрам көндәрендә баш ҡаланың бөтә майҙандары һәм парктарында халыҡ өсөн мәҙәни, спорт-күңел асыу саралары үткәрелә.
Республика Хөкүмәтендә һыу инеү миҙгеленә бәйле хәл ҡаралды. Вице-премьер Ирек Сәғитов Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе. Йәй башланғандан алып 50 кеше һыу ҡорбаны булған, улар араһында 6 бала. Бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе һыу инергә рөхсәт ителмәгән урындарҙа теркәлгән, балалар ҡарауһыҙ ҡалдырылған булған. Әле республикала 170 рәсми пляж бар. Исемлек менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында танышырға мөмкин.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
1 сентябрҙән Башҡортостандың ике мәктәбендә «Курчатов кластары» асыла

Был «Курчатов институты» милли тикшеренеү үҙәге менән берлектәге проект, уны тормошҡа ашырыу тураһында Радий Хәбиров фәнни-тикшеренеү үҙәге президенты Михаил Ковальчук менән осрашыу ваҡытында һөйләшеп килеште.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Нуғай юл үткәргесендә өлөшләтә транспорт хәрәкәте сикләнә

Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, аҙна дауамында объектта ремонт эштәре алып барыласаҡ. 14-нә тиклем бордюр ташын алмаштырыу өсөн ике яҡҡа ла берешәр һыҙат буйынса хәрәкәт ябыла. 15 июлдән 17-һенә тиклем юл үткәргескә яҡынлашыу урындарында яңы асфальт-бетон япма һалыу өсөн дүрт һыҙаттың икәүһе буйынса хәрәкәт туҡтатыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһында Урал аръяғы хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашыусыларының һәм ветерандарының етенсе слеты үтте

Рухи яҡтан көслө булғандар хаҡында. Баймаҡ ҡалаһында Урал аръяғы хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашыусыларының һәм ветерандарының етенсе слеты үтте. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районының Салауат ауылына 350 йыл

Салауат республикаға билдәле шәхестәр биргән, тәүге хоспис асылған данлыҡлы ауыл. Ерле халыҡ тарихи датаны ла арҙаҡлы яҡташтарын йыйып, абруйлы ҡунаҡтар саҡырып, оло ҡор менән билдәләне. Байрам алдынан Салауатта социаль объекттар төҙөкләндерелде, йорт-ҡуралар тәртипкә килтерелде, шәжәрәләр барланды. Ауыл йыйыны иҫтәлекле осрашыуҙарға ла, йыр-моңға ла, милли уйындарға ла бай булды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика рәссамдарына дәүләт наградаларын тапшырҙы

Ижадсыларға Һынлы сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы тигән маҡтаулы исем бирелде. Рәссамдар төбәк етәксеһен махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бағышланған илһөйәрлек күргәҙмәһе менән таныштырҙы һәм төбәк етәксеһенең паториотик йүнәлештәге эшен юғары баһаланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Ҙур Арыҫланғол ауылында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән

Урындағы хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итеүенсә, ҡойма ямғыр һәм көслө ел ваҡытында 20-гә яҡын ағас ҡолаған, ауыл эсендәге бәләкәй күпер, ауыл клубы ҡыйығы емерелгән, электр һәм бәйләнеш селтәре өҙөлгән. Бәхеткә күрә, халыҡ һәм шәхси йорттар зыян күрмәгән.
Бөрйән районында ла көслө ямғырҙан һуң Һөйәнәк йылғаһы ташҡан, Байғаҙы ауылында күпер ағып киткән. Яңы Усманда юлдар һәм ике ихата алды һыу аҫтында ҡалған. Синоптиктар алдағы көндәрҙә лә Башҡортостандың күпселек төбәктәрендә оҙайлы, көньяҡта һәм көнсығышта иһә көслө ямғырҙар көтөлә тип иҫкәртә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында «Баҫыу көнө» төбәк-семинар кәңәшмәһе үтте

Бындай сара республиканың биш климатик зонаһында урып-йыйыу кампанияһы башланыр алдынан ойошторола. Шарандағы семинарҙа биопрепараттар һәм ашламалар ҡулланып ауыл хужалығы культураларын үҫтереү технологиялары тикшерелә. Тәжрибәләр күрһәтеү урындағы фермер базаһында ойоштролдо. Республика аграрийҙары, район ауыл хужалығы идаралыҡтары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашлығындағы уҙған сара хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Туған тел» ҡушымтаһында башҡорт телен өйрәнеү мөмкинлеге асылды

Башҡорт телен хәҙер «Туған тел» ҡушымтаһы менән тиҙ һәм еңел генә өйрәнергә мөмкин. Уның өсөн көнөнә ни бары биш минут ваҡыт бүлеү етә. «Ҡушымтала бөгөн башҡорт теле буйынса 20 дәрес бар. Милли кейемдәге геройҙар башҡорт теленә интерактив форматта өйрәтә. Дәрестәрҙе Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләй. Бер үк ваҡытта «Туған тел» ҡушымтаһы хакерҙар һөжүменә лә дусар булды. Әле бының буйынса техник саралар күрелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Зәйнулла Ихсанов иҫтәлегенә «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо

Өфөлә күренекле ғалим, медицина фәндәре докторы Зәйнулла Ихсанов иҫтәлегенә «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында үткән сарала ғалимдың яҡындары, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре йыйылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан халҡы һуңғы тәүлектә мутлашыусыларға 6 миллион һум аҡса күсергән

Был башлыса закон боҙоусыларҙың яңынан-яңы мутлашыу схемаларын уйлап табыуға бәйле. Һанлы мөмкинлектәр үҫеү менән кибермутлашыусылар һаны ла арта. Уларҙан халыҡты һәм инвесторҙарҙы яҡлау - төп бурыстарҙың береһе, тине Башҡортостан башлығы. Радий Хәбиров бөгөн Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктан һуң бер төркөм яугирҙар йәнә үҙ подразделениеһы урынлашҡан ергә юлланды

Ялдан һуң йәнә яуға. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпусктан һуң бер төркөм яугирҙар йәнә үҙ подразделениеһы урынлашҡан ергә юлланды. Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ ике аҙнаны туғандары, яҡындары менән мөмкин тиклем файҙалы һәм һөҙөмтәле үткәрергә тырышҡан. «Старый» ҡушаматлы яугир мәҫәлән мунса төҙөп өлгөргән.
«Акбар» ҡушаматлы артиллерист ике аҙнаны ысын мәғәнәһендә ялға бағышлаған. Йәш яугир һөйгән ҡыҙы менән диңеҙгә ял итергә барып та өлгөргән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БСТ телеканалы «Юлдаш» радиоһы менән берлектә яугирҙарға аҡса йыйыу тураһында иғлан итә

Башҡортостан юлдаш телеканалы «Юлдаш» радиоһы менән берлектә махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам итеү өсөн аҡса йыйыу тураһында иғлан итә. Маҡсат - автомобиль өсөн дрондар баҫтырыу системаһын һатып алыу. Уны «Башҡортостан» полкы хәрбиҙәренә тапшырырға ниәтләйҙәр. Алығы һыҙыҡта репортаждар төшөргән ваҡытта журналист Гүзәл Хәмитова радиоэлектрон көрәш системаһының әһәмиәтен яҡшы аңлай. Бындай РЭБ һалдаттар ғүмерен ҡотҡара һәм дошман дрондарына ҡаршы тора. Шуға ла ярҙам итеү идеяһы барлыҡҡа килә. Аҡсаны 5469 0600 2035 7783 Гүзәл Сулпан ҡыҙы Х карта номеры буйынса күсерергә мөмкин. Киләһе сәфәрендә журналист аппаратураны яугирҙарға тапшырырға ниәтләй.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районындағы йәйге лагерҙа балалар агросменаһы эшләй

Һөнәри йүнәлешле ял. Стәрлетамаҡ районындағы йәйге лагерҙа балалар агросменаһы эшләй. Өс аҙна дауамында уҡыусылар ауыл хужалығы менән яҡындан таныша. Үҫеп килгән йәш быуын экскурсия менән эшкәртеү предприятиеларына бара, фермерҙар менән аралаша, емеш-еләк питомниктарына йөрөй. Былар барыһы ла, киләсәктә тармаҡҡа яңы йәш кадрҙарҙы йәлеп итергә ярҙам итәсәк.