БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.83K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй төбәктәрендә һәм Башҡортостанда йәшәүсе Игебаевтар нәҫеле шәжәрә байрамына йыйылды

Ырыу һәм ҡан-ҡәрҙәштәреңдең тарихын белеү-мәртәбә. Рәсәй төбәктәрендә һәм Башҡортостанда йәшәүсе Игебаевтар нәҫеленең 400-ҙән ашыу вәкиле Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан Йәнтеш ауылына шәжәрә байрамына йыйылды. Игебаевтар нәҫеленең быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихи үткәне тураһында киләһе яҙмала.
3
Өфөлә үҙенсәлекле телефон ҡумтаһы барлыҡҡа килде. Арт-объектта элекке заманда йәшәгән төрлө билдәле кешеләр тауышын ишетергә була. Мәҫәлән, Иосиф Бродский, Владимир Высоцкий, Белла Әхмәҙуллинаға шылтыратып аҡыллы фекерҙәрен тыңларға мөмкин. Телефон ҡумтаһы Гоголь урамында Башҡорт дәүләт филармонияһы янында яҙыусы Сергей Довлатов ихатаһында урынлашҡан.
2
Баймаҡ яугиры һеңлеһенә сюрприз яһаған

Баймаҡ ҡалаһынан махсус операцияла ҡатнашыусы егет 9-сы класты тамамлаусы һеңлеһенең сығарылыш кисәһенә ҡайтып еткән. Ҡайтыу менән тантаналы сара барған Халыҡ ижады үҙәгенә юлланған.
 
Афарин, егет! Ил һағында торған яугирға ла, 9-сы класты тамамлаусы ҡыҙға ла, яҡындарына ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан делегацияһы Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре 11-се форумындағы эшен тамамланы

Башҡортостан делегацияһы Витебскиҙа ойошторолған Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре 11-се форумындағы эшен тамамланы. Күләмле сара башҡорт-белорус бәйләнештәрен нығытыу мөмкинлеген киңәйткән, яҡтар ауыл хужалығы, машиналар төҙөлөшө, туризм өлкәләрендә берҙәм эш алып барыу тураһында килешкән. Атап әйткәндә, Брест өлкәһе менән хеҙмәттәшлек тураһында документҡа ҡул ҡуйылған.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров күҙ табибы Гүзәл Исмәғилеваға Лука Крымский миҙалын тапшырҙы

20 йылдан ашыу табип антына тоғро. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 8-се клиник дауаханаһы күҙ табибы Гүзәл Исмәғилеваға Лука Крымский миҙалын тапшырҙы. Табип махсус хәрби операция биләмәһенә командировка менән барып, яугирҙарға медицина ярҙамы күрһәтә.
2
Башҡортостанда бөгөн алкоголь һатыу сикләнә. Йәштәр көнөндә “ҡоро закон” ғәмәлдә була. Ҡануниәткә ярашлы айырым даталарҙа республика биләмәһендә хәмер һатыу тыйыла. Бындай исемлектә Йәштәр көнө лә күрһәтелгән. Закон 2022 йылда көсөнә инде. Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы, Йәштәр көнө йыл һайын июндең аҙаҡҡы шәмбеһе үткәрелә. Быйыл ул 29 июнгә тура килә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлек ваҡыты» вакансиялар йәрминкәһе асылды

Проектта йөҙәрләгән ойошма 9 меңдән ашыу вакансия тәҡдим итте. Төҙөүселәр, ИТ технологиялар, медицина, транспорт, нефть сәнәғәте, туризм, дөйөм туҡланыу һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса эш эҙләүселәр һәм предприятие етәкселәре осрашып аралашты. Вакансиялар йәрминкәһендә студенттар, мөмкинлектәре сикләнгән һәм өлкән йәштәге граждандар ҡатнашты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан журналистары Евразия фән-белем биреү үҙәгенең кампусы эшмәкәрлеге менән танышты

Башҡортостан журналистары Евразия фән-белем биреү үҙәгенең халыҡ-ара студенттар кампусы эшмәкәрлеге менән танышты. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Өфө фән һәм технологиялар, Өфө дәүләт нефть техник, Башҡорт дәүләт медицина университеты лабораторияларында, иннвовация, коворкинг, стартап үҙәктәрендә заманса технологияларҙы ҡараны, ғалимдар, студенттар менән аралашты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә халыҡ рәссамы Вәсил Ханнанов иҫтәлегенә фестиваль уҙҙы

Беренсе тапҡыр ойошторолған «Беҙ бергә» тип исемләнгән сара инклюзив балаларҙы сәнғәткә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Фестиваль ҡунаҡтары Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Вәсил Ханнановтың улы Тамерлан Ханнановтың шәхси күргәҙмәһе менән дә таныша алды.
3
Рәсәйҙә мутлашыу осраҡтарын иҫкәртеүгә бәйле закон көсөнә инә.

1 июлдән банктар бөтә аҡса күсереүҙәрҙе тикшерергә тейеш. Клиент ризалағына ҡарамай мутлашыуға шик тыуған ваҡытта, финанс операция 2 көнгә туҡтатыла. Ҡара исемлеккә индерелгән аферистҡа аҡса күсерелгән осраҡта, банк 30 көн дауамында сумманы ҡайтарырға тейеш була.
👍4
Стәрлетамаҡта Даян Мурзинға бюст ҡуйылды.

Уны асыу тантанаһы Г. К. Жуков исемендәге скверҙа үтте.  
1
Шүлгәнташ мәмерйәһенә индермәйҙәр.

Мәмерйәгә ингән урынды һыу баҫҡан. Әле унда экскурсиялар ойошторолмай.

Кисә республикала ҡойма ямғырҙар яуып үтте.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районында көслө ямғырҙан һуң йылғалар ташҡан

— Хәҙер Рәүәт йылғаһы күперен йыуып алып китә. Ул емерелеп төшөп бара. Инйәр ауылы янында. Белорет — Өфө юлы, — ти видео авторы.

Мәғлүм булыуынса, Инйәр ауылында бер нисә ихатаны һыу баҫҡан.

— Һауа шарттары яҡшырғансы Өфө-Инйәр-Белорет юлы буйлап алыҫ сәфәргә сыҡмаҫҡа кәңәш ителә, — тип кәңәш иттеләр республиканың Юл хужалығы идаралығында.
😢2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 9-11 класс уҡыусылары өсөн сығарылыш кисәләре уҙҙы

Дөйөм республика буйынса быйыл 15 мең малай-ҡыҙ 11 синыфты тамамланы. Төбәк мәктәптәрендә белем алыу өсөн шарттар булдырыу, уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн дәртләндереү саралары ойоштороу яҡшы һөҙөмтә биргән. Берҙәм дәүләт имтихан күрһәткестәре буйынса 147 эш 100 балға тапшырылған. Был һандар уҙған йылғы һөҙөмтәләр менән сағыштырғанда, ике тапҡырға юғары. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Луганск өлкәһенән Башҡортостанға йәнә бер төркөм балалар ял итергә килде

Иң мөһиме - балаларҙың хәүефһеҙлеге. Йәйге каникулда йыш ҡына уҡыусыларҙы автобустарҙа һауыҡтырыу учреждениеларына, йә мәҙәни сараларға йөрөтәләр. Йәш пассажирҙарҙы ташыу буйынса талаптар ҡаты, улар менән тағы ла бер тапҡыр юл инспекторҙары таныштырҙы. Өфө тимер юл вокзалынан ғына бөгөн өс автобус Мәләүез районындағы лагерға юлланды. Уларға Донбастан килгән 150-гә яҡын бала ултырҙы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланың Киров районында «Өфө ҡәлғәһе» ғаилә фестивале үтте

Сара Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына һәм Ғаилә йылына бағышланды. Ҡунаҡтарға бай программа әҙерләнгән: спорт ярыштары, күңел асыу майҙансыҡтары эшләне, ҡул эштәре күргәҙмәһе һәм йәрминкә ойошторолдо.
4👍2👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт драма театры репертуары «Заятүләк менән Һыуһылыу» әҫәре менән тулыланды

Театр сәхнәһендә йәнә башҡорт эпик ҡомартҡыһы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры репертуары «Заятүләк менән Һыуһылыу» әҫәре менән тулыланды. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштергән тамаша сағыу образдар, костюмдар төрлөлөгө менән халыҡ һөйөүен яуланы. Ул 104-се ижад миҙгеленең һуңғы премьераһы.
2
Өфөләге боронғо имән йыл ағасы исеменә дәғүә итә.

Илдә 1 майҙан конкурс башланды. Унда 74 ағас тәҡдим ителгән. Улар араһында Петр Бөйөк имәне, Лев Толстой каштаны, Петр Паллас платаны күрһәтелгән. “Рәсәй йыл ағасы” конкурсында Өфөнән 234 йыллыҡ имән дә ҡатнаша. Ул 16-сы гимназия янында үҫә. 2017 йылда мәктәп уҡыусы ағастар йәшен тикшереүҙе ойоштора һәм ҡалалағы иң боронғо имәнде асыҡлай. Тауыш биреү 1 авгусҡа тиклем конкурс сайтында бара.
👍2
9-11 августа "Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале ойошторола.

Мәртәбәле сара Баймаҡ районында уҙғарыла. Уның барышында фәнни-ғәмәли конференция үткәрелә.
👍1