Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡариҙел районының Абдулла ауылында бағыр үрсетелә
Был кәсеп менән Ғиндуллиндар ғаиләһе 2016 йылдан алып шөғөлләнә. Балыҡтарҙы һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн тау шишмәһе эргәһендә яһалма быуа быуылған. Дәүләт гранты ярҙамында фермер хужалығының матди-техник базаһы нығытылған. Төҙөкләнедереүҙән һуң бында туристар ҙа ял итә.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
20 июндә Рәсәй вуздарында ҡабул итеү кампанияһы старт алды
Абитуриенттар өсөн ҡыҙыу осорҙоң ҡасанға тиклем дауам итеүе, уҡырға инеү ысулдары, яңы йүнәлештәр, бюджет урындар иҫәбе менән Республика йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге етәксеһе урынбаҫары Гәүһәр Ғәлиева таныштырҙы. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әңгәмәһе.
Абитуриенттар өсөн ҡыҙыу осорҙоң ҡасанға тиклем дауам итеүе, уҡырға инеү ысулдары, яңы йүнәлештәр, бюджет урындар иҫәбе менән Республика йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге етәксеһе урынбаҫары Гәүһәр Ғәлиева таныштырҙы. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әңгәмәһе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Медицина һәм Профсоюз» һаулыҡ һаҡлау конкурсына йомғаҡ яһалды
Уға ярашлы аҡ халатлыларҙың эшмәкәрлеген яҡтыртыусы киң мәғлүмәт саралары белгестәре һәм коллективтар тәбрикләнде. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәте иң яҡшыһы тип табылды.

❤1👍1
«Рәшит Шәкүр халҡыбыҙға әхлаҡи йүнәлеш биреүсе ине»
Башҡортостан Башлығы ошо көндәрҙә донъя ҡуйған ғалим һәм яҙыусы Рәшит Шәкүр тураһында фекерен белдерҙе.
«Республика йәнә ауыр юғалтыу кисерҙе. Уҙған аҙнала халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллинаны һуңғы юлға оҙаттыҡ. Яҡты күңелле кеше һәм уҡытыусы.
Бөгөн республикабыҙҙың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр баҡыйлыҡҡа күсте. Ул матур тормош юлы үтте, абруйлы ғалим, шағир, публицист ине. Тыуған илен һәм халҡын сикһеҙ яратты. Барыбыҙ өсөн дә аҡыллы өлкән иптәш, әхлаҡи йүнәлеш булды. Яҡты хәтер. Бик йәл».

😢6👍1
Башҡортостанда был аҙнала алкоголь һатыу сикләнә
Йәштәр көнөндә “ҡоро закон” ғәмәлдә була. Ҡануниәткә ярашлы айырым даталарҙа республика биләмәһендә хәмер һатыу тыйыла. Бындай исемлектә Йәштәр көнө лә күрһәтелгән. Закон 2022 йылда көсөнә инде. Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы, Йәштәр көнө йыл һайын июндең аҙаҡҡы шәмбеһе үткәрелә. Быйыл ул 29 июнгә тура килә.

Радий Хәбиров Ҡырым һәм Дағстанда терактар сәбәпле ҡайғы уртаҡлашты. Бөгөн оператив кәңәшмә тынлыҡ минутынан башланды. Севастополгә ракета һөжүме булды, Махачкала һәм Дербентта террорсылар менән бәрелештә полиция хеҙмәткәрҙәренең ғүмере өҙөлдө. Башҡортостан Башлығы һәләк булғандарҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Ҡырым һәм Дағстанда терактар сәбәпле матәм көндәре иғлан ителде.
👍1
Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларында ете бала ғүмере өҙөлгән. Республика буйынса дәүләт автоинспекцияһынан белдереүҙәренсә, быйыл 6 айҙа бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 135 автомобиль аварияһы теркәлгән. Унда 143 бала йәрәхәтләнгән. Үҫмерҙәр үҙҙәре лә юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәпсеһе була. Бөгөнгә 16 йәшкәсә 800-гә яҡын водитель тотолған. Рулгә рөхсәтһеҙ ултырған балалар арҡаһында өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Бындай аварияларҙа өс үҫмер йәрәхәтләнгән. Әле республикала “Хәүефһеҙ йәй” тигән социаль кампания бара. Ул балалар араһында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатынан үткәрелә.
Әбйәлил районына дауыл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам күрһәтелә
Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә шул турала белдерҙе. Уҙған шәмбе көслө ел Йәнгел ауылы мәктәбе бинаһының ҡыйығын алып ташланы, шулай уҡ йорттар зыян күрҙе. Северный ауылында ете йорт өлөшләтә ҡыйыҡһыҙ ҡалды. Озерный ауылында ҡойма ямғыр сәбәпле ике шәхси йортто һәм 76 ихатаны һыу баҫты. Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов дауыл эҙемтәләрен бөтөрөүгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
Радий Хәбиров вице-премьер Алан Марзаевҡа мәсьәләне шәхси контролгә алырға һәм хәл итергә ҡушты.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн дә республикала урыны менән көслө ел сығыуы, ямғыр яуыуы көтөлә. Халыҡҡа уяу булырға кәңәш ителә.

Башҡортостан вәкилдәре БРИКС илдәре Спорт уйындарында 20 миҙал яуланы
Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Спорт министры Руслан Хәбибовҡа мөрәжәғәт итте. Республика Башлығы турнир еңеүселәре һәм призерҙары менән осрашыу ойошторорға ҡушты.
БРИКС илдәре Спорт уйындары Ҡазан ҡалаһында үтте. Унда Башҡортостан спортсылары 12 алтын, 7 көмөш һәм 1 бронза миҙал яуланы.

Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә дауыл эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөргә ҡушты
Ямғыр һәм дауыл эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөргә, юлдарҙа авариялар һанын кәметергә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яуаплы ведомстволарға дауылдан килгән зыянды бөтөрөү маҡсатын ҡуйҙы. Бынан тыш, төбәк юлдарында үлемесле авариялар мәсьәләһе иғтибарға алынды. Быйыл уҙған йыл менән сағыштырғанда, 42 кешегә күберәк үлем осрағы теркәлгән. Төбәк башлығы муниципалитет етәкселәренә махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан яугирҙарҙы йәмәғәт тормошона әүҙемерәк йәлеп итергә ҡушты.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Сибай - Аҡъяр» трассаһы тәртипкә килтерелә башланды
«Сибай - Аҡъяр» трассаһын төҙөкләндереүҙә тотҡарланған ваҡытты ҡыуып етеү өсөн юлсыларға ике йыл эшләргә тура киләсәк. Эш дөрөҫ ойошторолмаған һәм быны танырға кәрәк, тине Радий Хәбиров. Республика башлығы ремонт тамамланыу ваҡытын урындағы халыҡҡа хәбәр итергә ҡушты. Һәм эш барышына бәйле контролде көсәйтеүҙе талап итте. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, юл оҙон һәм ныҡ емерелгән, шуға ла уны этапҡа бүлеп тәртипкә килтереү күҙаллана. Беҙҙең ижади төркөм мәсьәләне асыҡлау өсөн Көньяҡ Урал райондарға юлланды.

Башҡортостан йәмәғәтселеге Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙе һуңғы юлға оҙатты
Башҡортостан йәмәғәтселеге Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле ғалим, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың журналистар һәм яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Закир улы Шәкүрҙе һуңғы юлға оҙатты. Ил ағаһына 87 йәш ине. Мәтам сараһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙҙы. Шәхес менән хушлашырға туғандары, яҡындары, ҡәләмдәштәре, Башҡортостан башлығы һәм башҡа дәүләт эшмәкәрҙәре килде. Сарала ил ағаһының исеме мәңгеләштерелеү, баҫылмаған әҫәрҙәрен нәшер итеү тураһында белдерелде.

💔2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында «Ер ҡото» фестивале үтте
«Ер ҡото» фестивале Ғафури районында. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған этномәҙәни, патриотик сара был юлы йәмле Еҙем буйында, данлыҡлы Уҡлыҡая янында урынлашҡан «Башҡортостан йөрәге» этнокомплексында үтте. Фестиваль эшлекле һөйләшеүҙәргә лә, милли-мәҙәни хазиналарыбыҙҙы, фольклорҙы һаҡлауға йүнәлтелгән сараларға ла бай булды.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында «Үҫәргән тәүарихы» байрамы үтте
Ейәнсура районы Байыш ауылында - «Үҫәргән тәүарихы». Байыш ауылында районда уҙғарылған бренд саралары конкурсы сиктәрендә, «Үҫәргән тәүарихы» байрамы үтте.

❤5👍3
Башҡортостанда халыҡтан миллиард һумдан ашыу аҡса урлаған ике кешегә хөкөм ҡарары сығарылды
Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы судында ултырыш үтте. Унда мутлашыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡаралды. 2015 йылда ике кеше “Инвестсоцвклад” тигән ҡулланыусылар кооперативы булдыра һәм халыҡтан аҡса йыя. Финанс пирамида булдырған мутлашыусылар 4 йыл дауамында 4 мең 300-ҙән ашыу кешенән алдаҡ юл менән 1,7 миллиард һум алған. Суд ҡарары буйынса енәйәтселәрҙең береһе 9 йыл да 10 ай, икенсеһе 4 йылға иркенән мәхрүм ителде.

Башҡортостанда махсус хәрби операция тураһында фильм төшөрөлә
Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһында махсус хәрби операция темаһына ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы өҫтөндә эш башланды. Әлегә фильмдың исеме — «Бетеү».
Режиссеры һәм идея авторы иһә тамашасыларға «Өс хат», «Кластан тыш дәрес» фильмдары, «Күршеләр» сериалы менән билдәле булған Руслан Юлтаев.
Киностудияның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, сюжет буйынса героиня берҙән-бер ейәнен махсус хәрби операцияға хеҙмәт итергә ебәрергә теләмәй. Уны туҡтатыу өсөн ул бетеүҙе алып ҡала. Үҙенең хатаһын аңлағас, бетеүҙе гуманитар ылау менән тапшырырға тырыша, әммә был еңелдән булмай.
Ижади команданың бер өлөшө локациялар эҙләргә юлланған. Фильм күркәм тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ишембай районында һәм унда йәшәгән халыҡтың өйҙәрендә төшөрөлә.

Эстонияла милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың хәтерен хөрмәтләп һаҡлайҙар
7 - 9 июндә Эстонияла Иҫке Таллин ҡалаһы көндәре үткән. Ошонда тыуып үҫкән башҡорт егете, табип Илнур Хәйруллин эстон телендә сара ҡунаҡтарына Салауат Юлаев хаҡында һөйләгән.
Фотоһүрәттә - Илнур Длинный Герман башняһы янында, Салауат Юлаев Рогервикҡа зинданға ябылыр алдынан тап ошонда 30 метр тәрәнлектә тотҡонлоҡта була. Был хаҡта мәғлүмәттәр Виктор Сидоровтың китаптарында бар.
Илнур Хәйруллиндың сығышы киләһе видеояҙмала: https://vk.com/video-19539250_456239993

👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ҡазанда үткән БРИКС уйындарында еңеү яулаған Башҡортостан вәкилдәре ҡотланы
Спортсыларыбыҙ 12 алтын, 7 көмөш һәм 1 бронза миҙал яуланы. Төбәк башлығы социаль селтәрҙә яҡташтарыбыҙҙың Рәсәй йыйылмаһының наградалар тупланмаһына ҙур өлөш индереүен билдәләне. Республика илдең иң ҙур спорт үҙәге булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы. БРИКС илдәре уйындарында 90 илдән 4 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Рәсәй йыйылма командаһы составына 18 Башҡортостан спортсыһы инде. Улар бокс, бадминтон, көрәш, спорт көрәше, билбау көрәше, фехтование, каратэ, байдарка һәм каноэла ишеү кеүек спорт төрҙәрендә сығыш яһай.

Башҡортостан Парламенты яҙғы сессияны йомғаҡланы
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың каникул алдынан һуңғы 12-се ултырышы үтте. Депутаттар бөтәһе 5 тиҫтәнән ашыу закон проектын ҡараны, Республикала ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһының үтәлеше тикшерелде. Пленар ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

❤1