БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.84K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Ялға ҡайтҡан СВО офицеры һөйгән ҡыҙы менән ғаилә ҡорған

Межгорьенан Владимир һәм Владислава Филатовтар бер-береһен бала саҡтан белә. Улар бер мәктәптә белем ала һәм бер урамда йәшәй. Мәктәпте тамамлағандан һуң йәштәр төрлө ҡалаларға уҡырға юллана: Владислава Силәбе педагогия университетына инә, ә Владимир хәрби олатаһының эҙҙәренән барырға, Санкт-Петербургтағы Михайлов академияһында белем алырға ҡарар итә.

Бер нисә йылдан һуң улар тыуған яғында осраша һәм мәңге бергә булырға ҡарар итә.

Владимир бер йылдан ашыу Донбасста хеҙмәт итә, «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы», «II дәрәжә Батырлыҡ өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Оҙаҡламай яугир йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ.
5👍1
Ҡайғылы хәбәр алдыҡ

Бөгөн билдәле шағирә, бик күп матур йырҙар авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнисә Таһирова вафат булған.

Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
😢6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районы Хәсән ауылында мәсет асылды

Яҡташлыҡ көсө. Мәләүез районы Хәсән ауылында мәсет асылды. Ҡорбан Ғәйетендә иман йортонда тәүге аҙан яңғыраны, намаҙ, вәғәз уҡылды. Төҙөлөштә ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. «Әсә йөрәге» тип исемләнгән мәсеттә БЮТ ижади төркөмө лә булды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров һәм Александр Куренков республика янғын һүндереүселәренә яңы техника тапшырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков республика янғын һүндереүселәренә яңы техника тапшырҙы. Тантаналы шарттарҙа ҡотҡарыусыларға 36 берәмек техника бүләк ителде.Бынан тыш видеобәйләнеш аша Красноусол ҡасабаһында янғын-ҡотҡарыу депоһы асылды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров урман янғындарында ғәйеплеләрҙе ҡәтғи яуаплылыҡҡа тарттырға ҡушты

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл бер кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмәлә һыу объекттарындағы хәл, Өфөнөң 450 йыллығына арналған саралар планы ла ҡаралды. Тулыраҡ киләһе яҙмала
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
1 июлдән Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар үҙгәреүе көтөлә

1 июлдән Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар үҙгәреүе көтөлә. Һүҙ йылытыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, һыу тәьминәте, һыу ағыҙыу, шулай уҡ электр энергияһы тураһында бара. Һуңғы тапҡыр тарифтар 2022 йылда күтәрелгәйне. Шул уҡ ваҡытта айырым категория граждандарға коммуналь түләүҙәргә льготалар ҡарала. Уларға кемдәр иҫәп тота ала һәм нисек яҡшы ташлама алыу мөмкинлегенә эйә булырға? Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Федоровка районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды

Федоровка районы Яңы Яуыш ауылында Ҡорбан ғәйете көнөндә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм еңеү яулап ҡайтҡан яҡташтар иҫтәлегенә мемориаль комплекс асылды. Яңы һәйкәл «Атайсал» проекты һәм ауылдаштар көсө менән төҙөлгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍3
Башҡортостан яугирҙәре СВО биләмәһендә үҙ көсө менән мәсет төҙөгән

Донецк Халыҡ Республикаһында Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәре төҙөгән яңы мәсет асылды. Мәсет Донецк Халыҡ Республикаһының азат ителгән ауылдарының береһендә урынлашҡан.

Яҡташтарыбыҙ мосолмандарҙың иман йортона армия йондоҙҙары хөрмәтенә «Йондоҙ-рахман» исемен биргән. Мәсет хәрбиҙәр үҙҙәре йыйған аҡсаға һалынған. Төҙөлөш эштәре хеҙмәттән буш ваҡытта алып барылған.

Мәсет асылған көндә яугирҙәр намаҙ уҡыған һәм байрамса төшкө аш ойошторған. Бында тәүгеләрҙән булып заданиенан ҡайтҡан «юлаевсылар», Ростов өлкәһе мосолмандарының Диниә назараты вәкилдәре һәм Донецк Халыҡ Республикаһының муниципаль берәмеге етәкселәре килгән.
👍5👏1🙏1
Башҡортостанда сүп-сар майҙансыҡтарында видеокамералар ҡуйыла

Республика Хөкүмәтендә үткән ултырышта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү мәсьәләһе ҡаралды. Сүп-сар һауыттарына ҡый үләндәре йәки малсылыҡ ҡалдыҡтарын ташлаған кешеләрҙе видеокамера төшөрөп ала һәм яуапҡа тарттырасаҡ. Бының өсөн айырым майҙансыҡтар бар. 58 район һәм ҡалала ҡый үләндәрен ташлау өсөн 567 урын, шулай уҡ малсылыҡ ҡалдыҡтары өсөн 800-ҙән ашыу мал зыяраты булдырылған.
Рәсәйҙә балаларға энергетиктар һатырға ярамай

Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа закон проектын ҡабул итте. Уға ярашлы, бәлиғ булмағандарға алкоголһеҙ тонусты күтәргән эсемлектәр, шул иҫәптән энергетиктар, һатыу тыйыла. Магазинда сауҙа хеҙмәткәрҙәре паспорт һорарға хоҡуҡлы була. Энергетиктар һаулыҡ өсөн етди зыян килтерә. Бындай эсемлектәр юғары ҡан баҫымы, шәрәк диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙере сәбәпсе булыуы ихтимал, ти табиптар. Закон 1 сентябрҙән көсөнә инергә тейеш.
👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Президиум ултырышында 4 тиҫтәгә яҡын закон проекты тикшерелде

Етемдәргә социаль ярҙам саралары, йылға порты объекттарын хосусилаштырыу үҙенсәлектәре, һунарға рөхсәт алыу өсөн электрон йәрәбә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Президиум ултырышында ошо һәм башҡа закон проекттары ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала һабантуй байрамдары дауам итә

Уҙған ял көндәрендә генә халыҡ байрамы тиҫтәнән ашыу төбәктә билдәләнде. Ауыл хужалығы алдынғыларын тәбрикләү менән бергә, төрлө күңел асыу саралары, конкурстар ойошторолдо.
👍1
Башҡортостанда бензин тағы ҡиммәтләнде

“Башнефть” компанияһы яғыулыҡҡа хаҡ арттырған. Бензин һәм дизель был юлы 40 тингә ҡиммәтләнде. Мәҫәлән, бөгөн 95-се марка бензин литры 54 һум 80 тингә һатыла. Шул уҡ ваҡытта 100-се марка бензин 20 тингә арзанайған. Быға тиклем 29 майҙа, 4 һәм 11 июндә яғыулыҡҡа хаҡ 20 тингә күтәрелгәйне.
👍1🤬1
Башҡортостандан көрәшсе Артур Зөлҡәрнәев үҙенсәлекле рекорд ҡуйҙы

Пермь крайында Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында яҡташыбыҙ бер минут эсендә дәғүәселәрен 25 тапҡыр бөгөлөп ташлаған. Бындай күрһәткес Рәсәй рекордтары китабына индерелде. Милли көрәш буйынса ярышта беҙҙең республика вәкилдәре Артур Зөлҡәрнәев, Юнир Закиров һәм Айгиз Зәйнетдинов үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә еңеү яуланы.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров медицина ҡорамалдарының яңы производствоһын асыуҙа ҡатнашты

Производство ҡеүәттәрен арттырыуға 600 миллион һумлыҡ инвестиция. Өфөлә медицина йүнәлешендәге мебель һәм ҡорамалдар етештергән предприятие яңы производство-склад комплексын сафҡа индерҙе. Объектты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Шулай уҡ төбәк етәксеһе баш ҡала биләмәһендә тормошҡа ашырылған тағы ла бер инвестиция проекты менән танышты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы 15 йыллығын билдәләй

Ойошма ағзаларын юбилей менән Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров йәмәғәт эшмәкәрҙәренә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп дәүләт наградаларын тапшырҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров быйылғы уҡыу йылында олимпиадаларҙа еңеү яулаған уҡыусылар менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров быйылғы уҡыу йылында Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеү яулаған уҡыусылар менән осрашты. Сара Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең халыҡ-ара студент кампусында үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт бал ҡорттары яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж

Бөгөн республика умартасылары менән бергә, лабораторияларҙа ла әүҙем эш алып барыла. Сит ил бал ҡорттарын индермәүгә бәйле, ҡануниәттә махсус саралар ҙа ҡаралған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта Комаров урамындағы юл файҙаланыуға ваҡытынан алда тапшырылған

Стәрлетамаҡта «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса төҙөкләндерелгән Комаров урамындағы юл файҙаланыуға ваҡытынан алда тапшырылған. Эш ҡуйылған пландан бер айға иртәрәк тамамланған. Йәмғеһе быйыл ҡаланың төрлө өлөшөндә 8 саҡрымға яҡын арауыҡ ремонтлана. Ә республикала 1000 саҡрым юлдарҙы тәртипкә килтереү ҡаралған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Төркмән мәктәбенә - 100 йыл

Бер быуатлыҡ белем усағына был көндә элекке уҡыусылары, балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлап, хаҡлы ялға сыҡҡан ветеран уҡытыусылар йыйылды.
👍1