БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.84K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә дүртенсе тапҡыр «Медиайыйын» үтте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров журналистарҙы Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлап, дәүләт наградалары тапшырҙы. Төбәк етәксеһе республика ваҡиғалары үҙәгендә ҡайнап йәшәгән, шулай уҡ алғы һыҙыҡтағы яңылыҡтарҙы яҡтыртҡан һөнәрмәндәргә оло рәхмәтен еткерҙе.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ай аҙағына тиклем Өфөләге Шаҡша күперендә автомобиль хәрәкәтен ике тапҡыр ваҡытлыса сикләү ҡаралған

Ҡоролманың уң яғында эш тамамланыуға бәйле транспорт хәрәкәте өсөн билдәләнгән участка йүнәлеше үҙгәртелә. Күперҙең икенсе өлөшөндә тимер-бетон ҡоролмалар металл конструкцияға яңыртыла башлай.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Хәүефһеҙлек өсөн бергәләп» форумы үтте

Йыл башынан республика йылға-күлдәрендә 38 кеше һыу ҡорбаны булған, уларҙың 3-һе балалар. Был турала бөгөн Өфөлә үткән «Хәүефһеҙлек өсөн бергәләп» форумы барышында әйтелде. Һуңғы көндәрҙә күҙәтелгән эҫе һауа торошо Башҡортостан халҡы менән бергә, тәбиғәт кейектәрен дә ныҡлыҡҡа һынай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте

Өфөлә меңгә яҡын кеше өмәгә сыҡты. Ирекмәндәр араһында студенттар, дәүләт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар бар ине. Өмәселәр «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексы янында Ағиҙел ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты. Бер нисә сәғәттә ирекмәндәр меңдән ашыу тоҡ ҡый ҡалдыҡтарын йыйып өлгөрҙө. Экологик сара «Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһы буйынса ойошторолдо. Ул йыл һайын үтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә тәрбиәгә бала алған ғаиләләрҙең форумы үтте

Был сара етенсе тапҡыр ойошторола һәм фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булып тора. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, йыл һайын меңләгән бала ғаиләгә урынлаштырыла. Был осраҡта ата-әсәләргә лә, балаларға педагогик, психологик, юридик ярҙам талап ителә. Балаларға яңы шарттарға яраҡлашыу талап ителһә, өлкәндәрҙе документтар менән бәйле һорауҙар борсой. Форум бар проблемаларҙы уртаға һалып тикшерергә булышлыҡ итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика клиник психиатрия дауаханаһында яугирҙар һәм уларҙың яҡындары реабилитация үтә

Республика клиник психиатрия дауаханаһында махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың яҡындары реабилитация үтә. Йыл башынан алып табиптарҙан комплекслы ярҙам 191 хәрби һәм уларҙың 78 ғаилә ағзалары алған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Бәләбәй районына эш сәфәре барышында һабантуйҙа ҡатнашты

Байрам сараһы ҡаланың «Йырлаусы шишмәләр» паркында үтте. Төбәк етәксеһе муниципалитеттың үҫеш темптары юғары булыуын билдәләп, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Биләмәлә урындағы предприятие-ойошмалар көсө менән тирмәләр ҡоролғайны, милли ихаталар менән һәр кем таныша алды.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө юридик институтында һөнәри әҙерлек факультетының 100 йыллыҡ юбилейы билдәләнде

Рәсәй эске эштәр министырлығының Өфө юридик институтында һөнәри әҙерлек факультетының 100 йыллыҡ юбилейы билдәләнде. Тантанала буласаҡ хоҡуҡ һаҡсылары, курсанттар, полиция хеҙмәткәрҙәре, ветерандар ҡатнашты. Байрамда студенттар тантаналы рәүештә тыуған илгә һәм уның халҡына тоғро булырға, кеше хоҡуҡтарын яҡларға һәм конституцияны хөрмәт итергә вәғәҙәләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда бер юлы ике сығарылыш уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханын 200 балға тапшырҙы

Улар Бөрөлә йәшәй. Бынан тыш, ҡалала химия уҡытыусыһы имтиханды 100 балға яҙған 3 уҡыусы әҙерләгән. Людмила Егошина ярты быуатҡа яҡын педагог булып эшләй. Уҡыусыларҙың өсөһө лә бер класта уҡый.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Байыҡ-2024» балалар телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды

Республиканың төп сәхнәһендә еҙ үксәләр сыңланы. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ-2024» балалар телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды. Иң сағыу концерт номерҙарынан ҡоролған гала-концертта 500-ҙән ашыу йәш бейеүсе сығыш яһаны.
4👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!

Хоҙай һәр икебеҙгә һаулыҡ, бәрәкәтле тормош, ғаилә татыулығы, йорт-ил тыныслығы, бәхет, муллыҡ насип итһен! 

Байрам менән, дуҫтар!
👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бала саҡ хыялдары тормошҡа аша!💫

Сибай ҡалаһынан Арыҫлан Байрамғолов үҙенең бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған - ул атаһының юбилейына автомобиль бүләк иткән.
Афарин!
11
Хеҙмәттәшебеҙҙең изге ғәмәле ҡабул булһын

Махсус операцияла ҡатнашҡан хеҙмәттәшебеҙ, тележурналист Рафиҡ Әхмәтшин иптәштәре менән бергә ҡорбан салған.

- Белгән доғаларыбыҙҙы уҡып, яугирҙарыбыҙҙың иҫәнлеге-именлеген теләп, фәҡәт Аллаһы тәғәләнең ризалығы өсөн ҡорбан салдыҡ, - тип яҙа Рафиҡ Үзбәк улы.
👍5🙏4
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫерек килеш һыу инмәҫкә кәңәш итә

Фажиғәле осраҡтарҙың күбеһе хәмер ҡулланыу менән бәйле.
Башҡортостанда өс көндә 8 кеше батып үлгән. Фажиғәле осраҡтар Өфө, Нефтекама, Учалы ҡалаларында, Ауырғазы, Краснокама, Бөрө һәм Бүздәк райондарында булған. Ҡотҡарыусылар һыуға батып барған 6 кешегә ярҙам итеп өлгөргән.
👍2
Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһенән күңелһеҙ хәбәр

Хеҙмәттәшебеҙ, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова хәбәр итә:

– Ҡунаҡҡоловтарымдың иң өлкәне Фәиз ағай мәрхүм булып ҡалды. Оҙаҡ йылдар инвалид коляскаһында ултырһа ла тормошҡа, кешеләргә һөйөүен юғалтмаған, йыр-моңға ғашиҡ, сабыйҙарса эскерһеҙ, сабыр, ихлас күңелле кеше ине ул. Бөгөн ошо хәбәрҙе ишеткәс тә "Ярай әле өйҙәренә һыу, канализация, газ үткәреп өлгөрҙөк. Ғүмеренең һуңғы йылдарын булһа ла заманса шарттарҙа, уңайлыҡтар менән йәшәп өлгөрҙө" тип ҡыуандым. Йәнең йәннәттә булһын, Фәиз ағай. Тормош юлында һеҙҙе осратыуыма рәхмәтлемен! Һеҙҙең менән аралашыу миңә донъяға бөтөнләй икенсе күҙлектән бағырға, бөтә ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булырға, һәр бер көндөң ҡәҙерен белергә өйрәтте. Рафиҡ менән Рәфискә, Гөлфиәгә сабырлыҡ теләйем.
😢4🙏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Салауат йыйыны» байрамы үтте

Башҡортостан картаһында тағы ла бер яңы туристик маршрут барлыҡҡа килде. Радий Хәбиров республиканың төньяҡ-көнсығышында «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. Ул башҡорт халҡының милли геройы һәм шағир-импровизаторҙың тыуған төйәге Тәкәй ауылы урынында төҙөлгән. Салауат Юлаевтың бала сағы һәм йәшлеге үткән урындарҙа БЮТ ижади төркөмө лә булды.
👍32
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Барҙа йыйыны» 14-се Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы быйыл ғәйнә башҡорттары йәшәгән тарихи ерлектә уҙҙы

Федераль һабантуй илдең 50-нән ашыу субъектынан 70 меңләп кешене бер майҙанға йыйҙы. Сара милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла бай булды. Тирмәләрҙә быуаттар буйы ошо ерҙә йәшәгән ғәйнә башҡорттарның кейем өлгөләре, аш-һыуҙары, кәсептәре, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға мөмкин ине. Башҡортостан башҡорттарының милли-мәҙәни хазиналары менән ҡунаҡтарҙы Тәтеште һәм Дүртөйлө райондары таныштырҙы, ә Нефтекама филармонияһы артистары йырлы-моңло тамаша бүләк итте.
3