Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе, Өфөнөң почетлы гражданы Нәзифә Ҡадирова
«Яңылыҡтар» сығарылышында Өфөнөң 450 йыллығына баш ҡаланың почетлы граждандары тураһында видеояҙмалар циклын дауам итәбеҙ. Сираттағы геройыбыҙ - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадирова. Көслө, моңло тауышҡа эйә эстрада йондоҙо менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.

❤3🤣1
Башҡортостанда хужаһыҙ эттәр тураһында законға төҙәтмәләр индерелеүе ихтимал
Радий Хәбиров парламент спикеры Константин Толкачевҡа ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушты. Берәҙәк эттәрҙең бәләкәй балаларға ташланыу осраҡтары бар. - Мәсьәләне төплө өйрәнергә, экологик ойошмалар, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм хакимиәт етәкселәре менән кәңәшләшергә кәрәк, - тине Радий Хәбиров.

👍2
29 июндә Баймаҡ районының Граф күле буйында “Урман һабантуйы” уҙа
Ярышта ҡатнашыу өсөн йәш сикләнмәй, ғаризалар 25 июнгә тиклем ҡабул ителә. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн айырым уйын-конкурстар ойошторола. Сараға билдәле йырсылар саҡырылған. Һабантуйҙа төп иғтибар ағас һәм ағас эшенә йүнәлтелә. Оҫталыҡты арттырыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторолған сара Башҡортостан Башлығы Грантына эйә булды.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Башҡортостан башлығына һайлауҙа кандидат булараҡ ҡатнашыу өсөн ғариза тапшырҙы
Республиканың үҙәк һайлау комиссияһы уға теркәү тураһында документ бирҙе. Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителде. Төбәк башлығын һайлау өс көн - 6 сентәбрҙән алып 8 сентябргә тиклем үтә. Радий Хәбиров артабан ҡатмарлы һайлау алды эше тороуын билдәләне.

👍2🤣2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Яңылыҡтар» хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды
БСТ каналынан бер юлы ике коллегабыҙ Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Өфөнөң Совет майҙанында уҙғарылған тантаналы сарала «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең баш белгесе Гөлдәриә Йосопова менән махсус хәбәрсе Рәмзиә Кәримованың утыҙ йылдан ашыу телевидениеға тоғро хеҙмәте юғары награда менән билдәләнде.

👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда рәсми пляждарҙы арттырыу ҡарала
Һыуҙа хәүефһеҙлек мәсьәләһе Республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә тикшерелде. Төбәк башлығы Радий Хәбиров кәм тигәндә 200 пляж ойоштороу бурысын ҡуйғайны. Әле муниципалитеттарҙа һыу инеү өсөн 148 йыһазландырылған урын асылған.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Яңылыҡтар» хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды
БСТ каналынан бер юлы ике коллегабыҙ Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Өфөнөң Совет майҙанында уҙғарылған тантанала «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең баш белгесе Гөлдәриә Йосопова менән махсус хәбәрсе Рәмзиә Кәримованың утыҙ йылдан ашыу телевидениеға тоғро хеҙмәте юғары награда менән билдәләнде. Рәсәй көнө алдынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикаға фиҙаҡәрлек күрһәткән биш тиҫтәгә яҡын замандашыбыҙҙы тәбрикләне. Дәүләт наградаларын алыусылар менән БЮТ ижади төркөмө лә әңгәмәләште.

Башҡортостанда Матбуғатҡа яҙылыусы көнө үтте
Байрам уңайынан баш ҡаланың Матбуғат йорто алдындағы майҙанда Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалынды, Журналистар союзына яңы ағзалар ҡабул ителде. Бынан тыш, ойошма иғлан иткән «Һаумы, яугир!» патриотик хаттар видеоконкурсы еңеүселәре билдәләнде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында йәшәүсе эшҡыуар өлкән быуын вәкилдәре өсөн сәйәхәт ойошторған
Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам аша туризмды үҫтереү. Хәйбулла районында йәшәүсе эшҡыуар өлкән быуын вәкилдәре өсөн Һаҡмар йылғаһы буйлап байдаркаларҙа сәйәхәт ойошторған. Сәйәхәтселәрҙең йәйге ял тәьҫораттары хаҡында киләһе яҙмала.
Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам аша туризмды үҫтереү. Хәйбулла районында йәшәүсе эшҡыуар өлкән быуын вәкилдәре өсөн Һаҡмар йылғаһы буйлап байдаркаларҙа сәйәхәт ойошторған. Сәйәхәтселәрҙең йәйге ял тәьҫораттары хаҡында киләһе яҙмала.
👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Ҡорбан байрамына әҙерлек бара
Изге байрам - Ҡорбан ғәйете яҡынлаша. 16 июндә үтәсәк ҙур дини сараға төбәктә әҙерлек күптән башланған. Һарыҡ аҫраусылар Ҡорбан байрам осоронда малға ихтыяж бер нисә тапҡыр арта тип билдәләй. Шишмә районы эшҡыуары Таһир Шаянов йылдағыса йөҙләп һарыҡты ҡорбан итеп салыуға әҙерләгән.

❤2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй, баш ҡала көндәренә һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына арналған байрам саралары үтте
Өфөлә Рәсәй, баш ҡала көндәренә һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына арналған байрам саралары «Дуҫлыҡ Монументы»нда башланды. Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация һәйкәлгә сәскә һалды.
Рәсәй көнө илдә иң йәш һәм шуға ҡарамаҫтан, илһөйәрлекте сағылдырған төп байрам. Уның тарихы Советтар союзы тарҡалғандан һуң,1990 йылда Дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул итеүгә бәйле. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй көнө халыҡ араһында айырыуса киң билдәләнә.

❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөнөң Йылы күл тирәһендәге биләмәне төҙөкләндереү эш барышы менән танышты
Өфөнөң Инорс биҫтәһендә Йылы күл тирәһендәге биләмәне төҙөкләндереү тамамлана. Эш барышы менән Радий Хәбиров танышты. Яр буйы зонаһын реконструкциялау концепцияһына «Йылы яр» исеме бирелгән. Ул урындағы халыҡтың фекерен иҫәпкә алып әҙерләгән. Төп бурыс - йәмәғәт киңлектәренең берҙәм системаһын булдырыу һәм Йылы күл янында тәбиғи рекреацион биләмәнең ҡеүәтен асыу.

👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Дуҫлыҡ монументы» эргәһендә Радий Хәбиров 50 йыл элек һалынған ваҡыт капсулаһын асты
Өфөлә «Дуҫлыҡ монументы» эргәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 50 йыл элек һалынған ваҡыт капсулаһын асты. Рәсәй көнөндә үткән тарихи сарала ярты быуат элек хатты һалыусы комсомол ағзалары ҡатнашты. Бөгөн хаҡлы ялдағы элекке уҡыу алдынғылары 50 йыл элек Өфөнөң 400 йыллығына бағышланған байрамды иҫкә алды.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанға алынған зубрҙар тағы ла берәүгә артҡан
Яңыраҡ «Мораҙым» тарлауығында уның быҙауы тыуған. Мөһабәт хайуандар былтырҙан Күгәрсен районы урмандарында йәшәй. Уларҙың тәүге партияһы майҙа, ә икенсеһе декабрҙә килтерелгәйне. Зубрҙар беҙҙең республикала үрсетеләсәк. Был көслө йәнлектәр Башҡортостанда тиҫтәләрсә мең йыл элек йәшәгән булған. Тыуған ерҙәренә ҡайтҡан хәйуандар хаҡында киләһе яҙмала.

❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған бер көнлөк экскурсиялар ойошторола башланы
«Яҡын Өфө» проекты сиктәрендә ҡаланың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт, билдәле шәхестәр менән аралашыу, сара аҙағында сәй эсеү ҡаралған. Өфөгә бағышланған байрамда һәр кеше ҡатнаша ала - балалар, студенттар, өлкән йәштәге граждандар өсөн иҫтәлекле программа ойошторола.

❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезына әҙерлек дауам итә
Республикала ноябрҙә үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезына әҙерлек дауам итә. Ҡариҙел районында ойошторолған ултырышта съезда ҡатнашыу өсөн делегаттар теркәлде, Башҡортостан башлығын һайлау кампанияһында әҙерлек һорауҙары һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

Өфөлә балалар араһында «Байыҡ» телеконкурсының гала-концерты үтә
13 июндә Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 3-15 йәшкә тиклемге башҡорт бейеүен башҡарыусылар араһында «Байыҡ» республика телевизион конкурсының гала-концерты була (6 ). Республикабыҙҙың баш ҡалаһына йөҙгә яҡын ҡатнашыусы, ҡунаҡтар һәм тамашасылар йыйыла. «Байыҡ»та Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 500 бала ҡатнаша.
Байрамдың махсус ҡунаҡтары: Zainetdin, «Бишбармаҡ» оркестры, «Хазина» этно-төркөмө, Заһир Иҫәнсурин, Илдар Абдуллин, «Тамыр» балалар йыр студияһы һәм «Guzal dance» бейеү студияһы.

Радий Хәбиров һәм Анатолий Сердюков хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ултырыш уҙғарҙы
Радий Хәбиров Ростехтың авиация комплексы индустриаль директоры Анатолий Сердюков менән республика һәм дәүләт корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы уҙғарҙы.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә уҙған сарала Ростех структураһына ингән республика предприятиеларының тотороҡло үҫешен тәьмин итеү юлдары барланды. Профессиональ кадрҙар, юғары квалификациялы һөнәр оҫталары әҙерләү мәсьәләләре өйрәнелде.

Радий Хәбиров төбәктең социаль өлкә белгестәренә дәүләт наградалары тапшырҙы
Оло һәм һиҙгер йөрәклеләргә рәхмәт билдәһе. Һөнәри байрам уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең социаль өлкә белгестәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Шулай уҡ Колонна залында һөнәри оҫталыҡ һәм социаль ролик конкурстарында еңеүселәр тәбрикләнде.
Оло һәм һиҙгер йөрәклеләргә рәхмәт билдәһе. Һөнәри байрам уңайынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төбәктең социаль өлкә белгестәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Шулай уҡ Колонна залында һөнәри оҫталыҡ һәм социаль ролик конкурстарында еңеүселәр тәбрикләнде.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика юлдарында легаль булмаған бал ҡорто пакеттарын индереүҙе асыҡлау буйынса рейд үтә
Республика юлдарында дәүләт автоинспекцияһы һәм Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте идаралығы менән бергә иҫкәртеү рейдтары үткәрә. Маҡсат - Башҡортостанға легаль булмаған бал ҡорто пакеттарын индереүҙе асыҡлау.

👍2❤1