БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ағас һындар эшләү буйынса конкурс башланды

Республика район-ҡалаларынан ете оҫта үҙ композициялары өҫтөндә эшләй. Тематикаһы баш ҡаланың 450 йыллығына арнала. Эш өсөн материал итеп Өфөлә санитар өмәләрҙә бысылған тирәктәр файҙаланыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһының 5‐се мәктәбендә мәктәп лагеры эшләй башланы

Йәйге каникулды - файҙа менән. Баймаҡ ҡалаһының 5‐се мәктәбендә балаларҙың 21 көнлөк мәктәп яны лагеры эшләй. Экологтар көнөнә арналған сараны БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт ҡыҙы Зарина Исламова донъя чемпионаты финалында!

Сибайҙан Зарина Исламова Грецияла үткән тай боксы буйынса донъя чемпионатында ҡатнаша. Кисә ҡыҙ муай-тай дисциплинаһында өс алышта ышаныслы еңеү яулап, ярыштың финалына сыҡҡан.

Афарин, еңеүҙәр көтәбеҙ!
👍72
Һөйөнсө!

Элекке хеҙмәттәшебеҙ, блогер Наил Юлгилдин һәм уның кәләше, «Сәләм» тапшырыуы хеҙмәткәре Айзилә икенсегә атай-әсәй булған.

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Сабыйға һәм уның яҡындарына именлек, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ!
7👍1
Иглин районындағы юл фажиғәһендә күп балалы атай һәләк булған

Кисә М-5 «Урал» автомобиль юлының 1524-се саҡрымында «Киа К5» рулендәге водитель FAW йөк машинаһы менән бәрелешкән. Төрлө йәрәхәттәр алған еңел автомобиль водителе ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән.

Водитель Салауат районының Яхъя ауылынан булған. Ҡатыны менән өс бала тәрбиәләгәндәр. Изге күңелле, яҡшы ғаилә башлығы ине, тиҙәр уның хаҡында.

Социаль селтәрҙәге фотоларынан күренеүенсә, яҡташыбыҙ хоккей менән мауыҡҡан, «Салауат Юлаев» хоккей клубы өсөн янып-көйгән, шулай уҡ бокс менән шөғөлләнгән.
😢3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан менән «Таврос» компанияһы араһында инвестиция килешеүе төҙөлдө

Шишмә районында - «Агроауыл» туристик кластеры, ә Өфөлә агросәнәғәт паркы төҙөләсәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән «Таврос» компаниялар төркөмөнөң директорҙар советы ағзаһы Рөстәм Мирғәлимов Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйҙы.
1😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә театралдар аллеяһына нигеҙ һалынды

Экоакция Рәсәйҙең бәләкәй ҡала театрҙары фестивалендә Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында үтте. Илдең төрлө төбәктәренән килгән 16 ижади коллектив бында сараның символы булған миләш ултыртты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция климаты торошоноң милли рейтингында Башҡортостан өсөнсө урын алды

Стратегик инициативалар агентлығының эшҡыуарҙарҙан һорау алыу һөҙөмтәләре Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иғлан ителде. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан үҙенең күрһәткестәрен бер баҫҡысҡа яҡшыртып, Мәскәү һәм Төмән өлкәләре менән бүлешеп, өсөнсө урынға сыҡты. Рейтингтың тәүге ике баҫҡысын Мәскәү менән Татарстан биләй. Рәсәй субъекттарының инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы 2014 йылдан Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса төҙөлә. Рейтинг төбәктәрҙең бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса эшен баһалай.
👍21🤔1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
8 июнь- социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

Һөнәри байрам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, 2000 йылдан билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөнөң «Башҡортостан» концерт залында тантаналы ултырыш үтте. Сарала эш йомғаҡтары, киләсәккә бурыстар билдәләнде, хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ҡала көнө алдынан «Үҙәк» аллеяны төҙөкләндереү тамамлана

Туҡталҡа урынына заманса йәмәғәт киңлеге. Өфөлә Ҡала көнө алдынан «Үҙәк» аллеяны төҙөкләндереү тамамлана. Цюрупа һәм Революция урамдары киҫелешендә барлыҡҡа килгән урын - ысын тәбиғәт утрауын хәтерләтәсәк.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика мәктәп уҡыусылары өсөн «Асыштар юлы буйлап» фәнни-популяр туристик маршрут ойошторолған

«Эколог» экология-биология үҙәгенең мәғариф проекты «Беренселәр хәрәкәте»нең грант конкурсында еңеү яулағайны. Балалар өсөн ойошторолған сәйәхәттәр тураһында киләһе яҙма.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың йөҙ мәғариф учреждениеһы «Һомай» платформаһында эшләүсе «Әминә» колонкаһын алды

«Әминә» әлифбаға өйрәтә. Республиканың йөҙ мәғариф учреждениеһы «Һомай» платформаһында эшләүсе «Әминә» колонкаһын алды. Аҡыллы гаджет башланғыс синыфтар һәм балалар баҡсаларына Башҡортостан башлығы гранты буйынса бушлай таратыла. Ләкин әле улар ҡулланыусылар булараҡ түгел, ә эксперттар, һынау үткәреүселәр сифатында һайлап алына. Сөнки күптән түгел генә барлыҡҡа килгән «Һомай» интернет киңлектәрен әле саҡ гиҙә генә башланы. Һәм мәғлүмәт даръяһында ышаныслы йөҙөү өсөн ярҙамсылар кәрәк.
5
428-се мотоуҡсылар полкы егеттәренең бәләкәй баҡсаһында ҡыяр сәскә атҡан.
Ҡурсалап үҫтергән ризыҡтарығыҙҙы именлектә һәм һаулыҡта татырға яҙһын

Беҙ бергә 💪
🔥5
Башҡортостан халҡы бер тәүлектә 18 миллион һумға алданған

Эске эштәр министрлығынан ошо турала хәбәр итәләр. Йәнәһе лә етәксе ҡушыуы буйынса шылтыратып, алдау осраҡтары бар. Шулай уҡ телефон номерын ҡулланыу ваҡытын оҙайтыу һылтауы менән шылтыраталар, ышанысҡа ингәндән һуң алдап аҡса алыу ысулдарын ҡулланалар. Бер тәүлектә 33 кешенең алданыуы буйынса ғариза ҡабул ителгән.
1
Минималь хеҙмәт хаҡы арттырыла

Минималь хеҙмәт хаҡы медиан эш хаҡы, йәғни илдә күпселек алған уртаса түләүҙәргә бәйле була. Был турала Ил президенты белдерҙе. Владимир Путин әйтеүенсә киләһе йылда МРОТ медиан хеҙмәт хаҡының 48 процентына тиңләшә, 22 мең һумға еткерелә. Киләсәктә түләү арта бара, 2030 йылға минималь хеҙмәт хаҡының кәмендә 35 мең һумға етеүе көтөлә. Башҡортостанда әле минималь хеҙмәт хаҡы, Урал коэффициентын иҫәпкә алып 22 мең 128 һумға тиң.
1🥱1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда дауыл ике машинаны емергән

Республикабыҙҙа һәм күрше Силәбе өлкәһендәге тәбиғәт ғәрәсәте төшөрөлгән видеояҙмалар интернетҡа таралды.

Көслө дауыл һөҙөмтәһендә Әбйәлил районында һигеҙ тимер-бетон бағана, юл билдәләре ҡолаған, заправка зыян күргән һәм ике машина емерелгән. Силәбе өлкәһендәге Субутулак ауылында йорт ҡыйыҡтары осҡан. Бәхеткә күрә, кешеләр зыян күрмәгән.
👍1😱1😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сираттағы төркөм мобилизацияланғандар ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Уларҙы оҙатырға яҡындары, власть вәкилдәре һәм хәрбиҙәр йыйылды. Яугирҙарҙы Өфө-Арена боҙ һарайы алдынан тантаналы шарттарҙа оҙаттылар. Яҡташтарыбыҙҙы хеҙмәт иткән урындарына тиклем илтеү өсөн уңайлы автобустар бүленгән.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкы яугирҙары Республика Хәрби дан музейына үҙ ҡулдары менән яһаған ҡурай тапшырҙы

Еңеү көйө. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары Республика Хәрби дан музейына үҙ ҡулдары менән яһаған ҡурай тапшырҙы. Был милли музыка ҡоралы ҡурай үләненән түгел, ә юҡҡа сығарылған НАТО бронетехникаһының һыуытыу системаһы торбаһынан эшләнгән. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы Кәлтә ауылында дөйөм практика табибының яңы офисы асылды

Республиканың тағы ла 13 ауылы халҡы заманса һәм уңайлыҡтары булған бинала сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ. Иглин районы Кәлтә ауылында дөйөм практика табибының яңы офисы асылды. Был мөмкинлек «Cәләмәтлек» милли проектының беренсел медицина звеноһын модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу ярҙамында булдырылды. Быға тиклем ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләгән, әммә ул 1978 йылда төҙөлгән иҫке бинала урынлашҡан булған. Яңы шарттарҙа күрһәтелгән сифатлы беренсел медицина ярҙамы хаҡында киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә иң көслө финанс грамотаға эйә ғаилә билдәләнә

Бөтә Рәсәй ғаилә фестиваленең төбәк этабында тиҫтәнән ашыу команда сығыш яһай, һәр ҡайһыһында кәмендә ике кеше. Һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса һәм инвестициялар буйынса һорауҙарға яуап биреүҙән тыш, улар төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә, уйындарҙа ҡатнаша.
1