This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Красный пролетарий» предприятиеһының эшмәкәрлеге менән танышты
Завод нефть эшкәртеү ҡорамалдары һәм сәнәғәттең башҡа тармаҡтары өсөн дә агрегаттар етештерә. Төбәк башлығы предприятиеның етештереү майҙансыҡтарын ҡараны һәм үҫеш мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Былтыр заводта яңы йүнәлеш үҙләштергәндәр. Импортты алмаштырыу маҡсатында сит ил двигателдәрен ремонтлау, дизель-генераторҙар йыйыу яйға һалынған. Республика башлығы предприятиеның үҫеш темпын ыңғай баһаланы.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районы халҡы ауыл буйлап йөрөгән ҡабандарға зарлана
Сергеевка ауылында ҡырағай хайуандарҙың күренеүе ғәҙәти күренеш. Сөнки уларҙы үҙ участкаһында бер ғаилә үрсетә. Тик ҡабандар аҙбарға күнекмәгән, улар йыш ҡына башҡаларҙың баҡсаһына үтеп инә. Ҡырағай хайуандар урындағы халыҡты инде ун йыллап ошолай ҡурҡыуҙа тота.

❤2😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Торатау» конгресс холында баш ҡала башҡорттары ҡоролтайы үтте
Өфө башҡорттары ҡоролтайы ултырышында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Ойошма телде, йолаларҙы, миили ҡиммәттәрҙе һаҡлау, популярлаштырыу буйынса әүҙем эш алып бара. Киләсәктә эшмәкәрлекте тағы ла киңәйтеү, ойошма эшенә күберәк милләттәштәребеҙҙе йәлеп итеү бурысы тора. Ултырышта шулай уҡ быйыл ноябрҙә Өфөлә уҙасаҡ 6-сы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
11-се класс уҡыусылары математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы
Яҙҙың һуңғы көнөндә республика мәктәптәрендә 11-се класс уҡыусылары икенсе мотлаҡ предмет - математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы. Рус теленән айырмалы рәүештә, бында төп йәки профилле кимәлде һайлау мөмкинлеге бар. Беренсеһе - аттестат алыу өсөн, икенсеһе - юғары уҡыу йортона ингәндә математика кәрәк булһа.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Йәш техниктар һәм уйлап табыусылар» Бөтә Рәсәй конференцияһының төбәк этабы үтте
«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған сара быйыл 11-се тапҡыр үткәрелә һәм уны уҙғарыу урыны итеп Вуз-ара кампус майҙансығы һайланған. Иң яҡшы фәнни-техник идеяларҙы тәҡдим иткән уҡыусылар көҙгә Мәскәүҙә эштәрен яҡлаясаҡ.

Ҡорбан байрамында Өфөнөң 23 мәсетендә байрам намаҙҙары уҡыла
“Карауан” сауҙа комплексы һәм Төньяҡ автовокзал биләмәһендә ҡорбан салыу өсөн майҙансыҡтар асыла. Байрам ойошторолған урындарҙа ветеринария хеҙмәттәре эшләй, уларҙың төп бурысы – ниндәйҙер сир билдәләре булған ҡорбан малдарын майҙансыҡҡа килтереүгә юл ҡуймау, тип белдерәләр баш ҡала хакимиәтенән. Ҡорбан байрамы быйыл 16 июндә билдәләнә.

Өфөләге урам билдәле ғалим Альберт Ғәлиев исемен йөрөтә
Ҡала советы депутаттары ошондай тәҡдимде хупланы. Киров районындағы яңы урамға совет һәм рәсәй физигы Альберт Ғәлиевтың исемен биреү башланғысы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сыҡты. Яңы урам Софья Перовская һәм Зәйнәб Биишева урамдары араһында урынлашҡан. Альберт Ғәлиев Өфөлә тыуған. Ул 200-ҙән ашыу фәнни эш авторы. Ғалим плазма һәм йыһан физикаһын өйрәнә.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Шишмә районында ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән семинар-кәңәшмә үткәрҙе
Биләмәләрҙе социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән зональ семинар-кәңәшмә үткәрҙе.
Осрашыуға 13 муниципалитет вәкилдәре саҡырылды. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында 2023 йылғы зона кәңәшмәләре йомғаҡтары буйынса йөкләмәләрҙе тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.

Шишмә районындағы «Патриот» паркында Геройҙар уҙышының яңы миҙгеле старт алды
Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы тәбрикләне. «Геройҙар уҙышы» проекты республикала ике йыл элек тормошҡа ашырыла башлай. «Патриот» паркындағы трасса хәҙер күптәрҙең яратҡан урынына әүерелгән. Бындағы ярыштарҙа 1 мең 700 тирәһе кеше ҡатнашҡан.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы тәбрикләне. «Геройҙар уҙышы» проекты республикала ике йыл элек тормошҡа ашырыла башлай. «Патриот» паркындағы трасса хәҙер күптәрҙең яратҡан урынына әүерелгән. Бындағы ярыштарҙа 1 мең 700 тирәһе кеше ҡатнашҡан.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балалар лагерҙарында тәүге смена эш башланы
Бөгөндән Илеш районында «Орленок» лагеры ла балаларҙы ҡабул итте. Тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан заманса комплекста йәйге каникулда 300-ҙән ашыу бала ял итер тип көтөлә . Уларҙы күңелле уйындар, бассейн , яңы дуҫтар һәм сәләмәт туҡланыу көтә.
Бөгөндән Илеш районында «Орленок» лагеры ла балаларҙы ҡабул итте. Тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан заманса комплекста йәйге каникулда 300-ҙән ашыу бала ял итер тип көтөлә . Уларҙы күңелле уйындар, бассейн , яңы дуҫтар һәм сәләмәт туҡланыу көтә.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Арт.Ҡоролтай. Балалар форумы менән «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсына йомғаҡ яһалды
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Арт.Ҡоролтай. Балалар форумы менән «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсына йомғаҡ яһалды. Һәләтле малай-ҡыҙҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡлы проекттарҙа һынап ҡараны, уйындарҙа ҡатнашты.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Арт.Ҡоролтай. Балалар форумы менән «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсына йомғаҡ яһалды. Һәләтле малай-ҡыҙҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡлы проекттарҙа һынап ҡараны, уйындарҙа ҡатнашты.
❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә тәүге тапҡыр VK Fest үтте
«Ватан» этнопаркындағы сәхнәлә Рәсәйҙең билдәле артистары, ижади коллективтар сығыш яһаны. Концертҡа тамаша ҡылыуҙан тыш, һәр кем майҙанда ойошторолған мәҙәни-спорт сараларында ҡатнашты, күңел асты. Фестивалдән киләһе яҙма.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында Рәсәйҙә ғаилә йылы сиктәрендә иң шәп ғаиләләр ярышы ойошторолдо
Миниципаль конкурста 7 пар эшһөйәрлектә, бала тәрбиләүҙә, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәүҙә һынау тотто. Был турала киләһе яҙмала.

❤5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә алимент буйынса бурыслылар реестры булдырыла
Тәүмаҡсат - алимент буйынса бурыслыларҙы эшкә урынлаштырып, балаларға аҡса ҡайтарыу. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән хеҙмәттәшлек буйынса килешеүҙе уңышлы тормошҡа ашыра. Йыл башынан ғына 120 кеше иҫәпкә ҡуйылып, уларҙың дүрттән бер өлөшө хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән, йә эшһеҙлек буйынса пособие ала башлаған. Айырым категория бурыслыларҙы эскелектән дауалау кеүек саралар ҙа күрелә. Киләһе йыл Рәсәйҙә алимент түләүҙәре буйынса бурыстары булған граждандарҙың исемлеге төҙөлөп, асыҡ реестр булдырыу ҡаралған. Был турала Башҡортостандың баш суд приставы Илнур Мәхмүтов менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әңгәмәләште.

👍3❤1
😍СВО-ла ҡатнашыусы яугир кәләшен һәм сабыйын бала табыу йортонан ҡаршы алған
Мәсетле районынан «Волк» позывнойлы һалдат ҡатынын һәм сабыйын бала табыу йортонан ҡаршы алыу өсөн отпускыға ҡайтҡан.
Ата-әсә яңы тыуған ҡыҙына Амалия тип исем биргән. Ул 26 майҙа донъяға килгән. Әсә һәм бәпес үҙен яҡшы тоя.
Яугирҙы һәм уның ғаиләһен ихлас ҡотлайбыҙ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!

❤8👍4
Рөстәм Нәбиев ғаиләһе менән Андрей Малаховтың телешоуында ҡатнашҡан
Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев ғаиләһе менәнАндрей Малаховтың «Рәсәй-1» каналында барған телешоуында ҡатнашҡан.
«Ғаиләбеҙ менән Андрей Малахов тапшырыуында төштөк. Мин ата-әсәйем хаҡында йырлап ишеттерҙем, һуңынан София менән икебеҙҙең йырҙы башҡарҙыҡ. Бөтәһе лә иланы», - тип яҙа блогер социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Шоу бер нисә аҙнанан эфирға сыға. Нәбиев көнөн хәбәр итер.

👍8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан АСИ версияһы буйынса тормош сифаты рейтингында топ-20 исемлегендә
Тормош сифатын артабан яҡшыртырға. Башҡортостан башлығы бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республиканың АСИ версияһы буйынса тормош сифаты рейтингында топ-20 исемлегенә инеүенә аңлатма бирҙе.

❤2😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте
Урындағы депуттар һәм ауыл биләмәләре етәкселәре уҙған биш йыл һөҙөмтәләрен барлап киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Шишмә районы башҡорттары тәҡдиме буйынса ирҙәр ҡорон һайлау, башҡорт йәштәре советын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде
Урындағы депуттар һәм ауыл биләмәләре етәкселәре уҙған биш йыл һөҙөмтәләрен барлап киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Шишмә районы башҡорттары тәҡдиме буйынса ирҙәр ҡорон һайлау, башҡорт йәштәре советын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһынан эшҡыуар Социаль контракт ярҙамында үҙ эшен асыҡан
Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам күптәргә үҙ эшен асырға ярҙам итә. Программа Баймаҡ ҡалаһы һәм районында ла уңышлы эшләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤2👏2