Балалар һәм инвалидтарҙы йәмәғәт транспортынан төшөрөп ҡалдырған өсөн штраф була
Дәүләт Думаһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәреш индерҙе. Бәлиғ булмағандар һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр юл хаҡын түләй алмаған осраҡта, автобустан төшөргән өсөн водителгә – 5 мең, транспорт компанияһы хужаһына 30 мең һумғаса штраф һалына. Закон 1 сентябрҙән көсөнә инә.

🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса федераль совет ултырышында ҡатнашты
Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса федераль совет ултырышында ҡатнашты. Кәңәшмәне Владимир Путин үткәрҙе. Төп тема - 2030 йылға һәм 2036 йылға тиклем илде үҫтереүҙең милли маҡсаттары тураһындағы указ положениеларын тормошҡа ашырыу. Был эштә төбәк һәм муниципаль командаларҙың тырышлығы ҙур роль уйнай, тип билдәләне дәүләт башлығы.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығын һайлау 8 сентябрҙә үтә
Башҡортостан башлығын һайлау быйыл көҙ, 8 сентябрҙә үтә. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ошо туралағы закон проектын ҡабул итте. Ҡануни документ матбуғат баҫмаларында донъя күреү менән Республика башлығын һайлау буйынса кампания рәсми рәүештә башлана. Парламент ултырышында шулай уҡ ер мөнәсәбәттәрен көйләү, дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәр, административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса закон проекттары ҡаралды. Дәүләт Думаһына ҡануни башланғыстар ҡабул ителде.

👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районында 20 ауылды хеҙмәтләндерәсәк яңы һыуүткәргес төҙөлә
20 ауылды хеҙмәтләндерәсәк яңы һыуүткәргес. Ауырғазы районында бер айҙан файҙаланыуға тапшырыласаҡ объект Ғафури районы ауылдарын да һыу менән тәьмин итәсәк. Шулай уҡ көнбайыш урау юлы ауыр тоннажлы автомобилдәр трафигын көйләп, Дәүләкәнгә тиҙерәк барыу етеү мөмкинлеген бирәсәк. Ғәмәлгә ашырылған мөһим проекттар хаҡында киләһе яҙмала.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Был беҙҙең ғаиләләгесә» Бөтә Рәсәй конкурсы ярымфиналын асыу тантанаһы үтте
Бәйгелә Волга буйы федераль округының ғаилә командалары сығыш яһай. Улар киләһе ике көндә Мәскәүҙә уҙасаҡ финалға путевка өсөн ярыша.
Бәйгелә Волга буйы федераль округының ғаилә командалары сығыш яһай. Улар киләһе ике көндә Мәскәүҙә уҙасаҡ финалға путевка өсөн ярыша.
👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар теплоходта сәйәхәт итте
Йолаға әйләнгән сара етеп килгән Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө һәм республикала иғлан ителгән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы сиктәрендә үтте. Малай-ҡыҙҙар өсөн ойошторолған сәфәрҙе БЮТ ижади төркөмө лә оҙатып барҙы.

👌2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡазан предприятиеларында эвакуация иғлан ителгән
Бөгөн иртән Татарстан ҡалаларына йәнә пилотһыҙ осҡос һөжүм иткән. Ҡазан һәм Түбәнге Кама аэропорттары ябылған.
Ҡазандың ҡайһы бер предприятиеларында эвакуация башланған, тип хәбәр итә «РИА-Яңылыҡтар».

🤔1
БСТ | Яңылыҡтар
Photo
Еңеү тылда сүкелә
Бөгөн "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугире Рафиҡ Әхмәтшин өсөн алынған дронды оҙаттыҡ. Квадрокоптер Башҡортостан Башлығының республика хәрбиҙәре менән бәйләнеш булдырыу буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдиновҡа тапшырылды. “Ҡошсоҡ” алыу өсөн аҡса йыйыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла оло рәхмәтемде белдерәм. “Юлдаш” радиоһы коллективына, етәкселәрем, һөнәрҙәштәрем, ауылдаштарым, яҡташтарым, класташтарым, курсташтарым, депутаттар, туғандарым һәм тыңлаусыларыбыҙға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Бер айҙан әҙерәк ваҡыт эсендә 250 мең һум аҡса йыйылды. Ҙур сумма күсергән Прокуратура ветерандары һәм пенсионерҙары йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһенә, уның Советы рәйесе Наилә Хөрмәт ҡыҙы Абдрахмановаға, хеҙмәт ветераны Рафиҡ Ғилмулла улы Саҙрыевҡа, отставкалағы подполковник, яҙыусы Мәхмүт Сәлимовҡа, танылған блогер Эльвина Сибәғәтова һәм уның ғаиләһенә, Рәшит Хөснулла улы Хәйруллинға, ауылдашым Рәзит Хәйрислам улы Шәйхиевҡа, Белорет районы Тирлән урмансылығы хеҙмәткәрҙәренә, Белореттан Резедә Сайдарова һәм Эльза Мөхәмәҙиеваға, Мәскәүҙән Гөлсинә Батыршинаға һәм унда йәшәгән милләттәштәребеҙгә ысын йөрәктән сыҡҡан рәхмәттәрем барып етһен.
”Ҡошсоҡтоң” яугирҙәребеҙгә файҙаһы тейһен, оҙаҡ осһон. Бөгөнгө осрашыуҙа Алик Финзир улы Камалетдинов: “Еңеү тылда сүкелә”, - тине. Беҙгә ышана алаһығыҙ, тылығыҙ ныҡ, яугирҙәр! Һеҙҙе Еңеү менән көтәбеҙ!

👍4❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хеҙмәттәшебеҙ Рафиҡ Әхмәтшиндан рәхмәт һүҙҙәре
Ул «Башҡортостан» полкына һатып алынған ҡиммәтле дрон өсөн рәхмәтен белдерә. Имен-һау йөрөп ҡайтырға яҙһын, Рафиҡ Үзбәк улы!

👍6❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районында граждандарҙы шәхси мәсьәләләр буйынса күсмә ҡабул итеү ойошторолдо
Стәрлетамаҡ районында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса граждандарҙы шәхси мәсьәләләр буйынса күсмә ҡабул итеү ойошторолдо.
Сара төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре, вәкилдәре ҡатнашлығында уҙҙы. Халыҡты ҡабул итеү барышында 80-гә яҡын кеше пенсия тәьминәте, төрлө социаль түләүҙәр, инвалидлыҡты рәсмиләштереү, маҡсатлы программалар буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, юл төҙөлөшө, таҙартыу ҡоролмалары, һыу тәьминәте мәсьәләләре, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф мәсьәләләренә ҡағылған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.

❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Эске эштәр министры Стәрлетамаҡтан Аслан Ҡәләмовты Почет грамотаһы менән бүләкләне
Рәсәй Эске эштәр министры Владимир Колокольцев Стәрлетамаҡтан Аслан Ҡәләмовты ведомствоның Почет грамотаһы менән бүләкләне. Үҫмергә ҡиммәтле бүләк тә тапшырылды. Илдең йәш геройҙарын бүләкләү тантанаһы онлайн-режимда үткән. Рәсәй Эске эштәр министрлығы етәксеһе балаларға рәхмәт әйтеп, уларҙың күрһәткән ҡыйыулығын юғары баһаланы.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алғы һыҙҙыҡтағыларға йәнә бер квадрокоптер
Бер ай элек «Юлдаш» радиоһының «Яңылыҡтар» бүлеге етәксеһе Зөһрә Арсаева «Журналист» ҡушаматлы яугирға дрон һатып алыу башланғысы менән сыҡҡайны. Идеяны коллектив дәррәү күтәреп ала. Радио тыңлаусылар, битараф булмаған кешеләр ярҙамында тиҙ арала тейешле сумма - 250 мең һум йыйылған.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Шихан» һыра заводында булды
«Шихан» һыра заводы республика фермерҙарынан арпа һатып ала башлаясаҡ. Был ауыл хужалығы предприятиеларына даими заказ алыу мөмкинлеге бирә. Радий Хәбиров бөгөн заводтың яңы милексеһе менән осрашып артабанғы хеҙмәттәшлек һәм үҫеш юлдарын билдәләне.

❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Красный пролетарий» предприятиеһының эшмәкәрлеге менән танышты
Завод нефть эшкәртеү ҡорамалдары һәм сәнәғәттең башҡа тармаҡтары өсөн дә агрегаттар етештерә. Төбәк башлығы предприятиеның етештереү майҙансыҡтарын ҡараны һәм үҫеш мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Былтыр заводта яңы йүнәлеш үҙләштергәндәр. Импортты алмаштырыу маҡсатында сит ил двигателдәрен ремонтлау, дизель-генераторҙар йыйыу яйға һалынған. Республика башлығы предприятиеның үҫеш темпын ыңғай баһаланы.

Өфө районы халҡы ауыл буйлап йөрөгән ҡабандарға зарлана
Сергеевка ауылында ҡырағай хайуандарҙың күренеүе ғәҙәти күренеш. Сөнки уларҙы үҙ участкаһында бер ғаилә үрсетә. Тик ҡабандар аҙбарға күнекмәгән, улар йыш ҡына башҡаларҙың баҡсаһына үтеп инә. Ҡырағай хайуандар урындағы халыҡты инде ун йыллап ошолай ҡурҡыуҙа тота.

❤2😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Торатау» конгресс холында баш ҡала башҡорттары ҡоролтайы үтте
Өфө башҡорттары ҡоролтайы ултырышында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Ойошма телде, йолаларҙы, миили ҡиммәттәрҙе һаҡлау, популярлаштырыу буйынса әүҙем эш алып бара. Киләсәктә эшмәкәрлекте тағы ла киңәйтеү, ойошма эшенә күберәк милләттәштәребеҙҙе йәлеп итеү бурысы тора. Ултырышта шулай уҡ быйыл ноябрҙә Өфөлә уҙасаҡ 6-сы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
11-се класс уҡыусылары математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы
Яҙҙың һуңғы көнөндә республика мәктәптәрендә 11-се класс уҡыусылары икенсе мотлаҡ предмет - математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы. Рус теленән айырмалы рәүештә, бында төп йәки профилле кимәлде һайлау мөмкинлеге бар. Беренсеһе - аттестат алыу өсөн, икенсеһе - юғары уҡыу йортона ингәндә математика кәрәк булһа.