БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.89K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарын ҡотланылар

Бөгөн Рәсәйҙә сик буйы ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Йәшел фуражкалылар байрамы илдең бөтә төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла үтте. Өфө пограничниктары Еңеү паркында йыйылып, йола буйынса бер-береһен байрам менән ҡотланы, ветерандарға хөрмәт күрһәтте һәм һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БДМУ клиникаһында операция үткәргән пациенттарҙы реабилитациялауҙа виртуаль күҙлектәр йәлеп ителә

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында операция үткәргән пациенттарҙы реабилитациялауҙа виртуаль күҙлектәр йәлеп ителә. Белгестәр фекеренсә, виртуаль күҙлектәр пациенттарға ыңғай хис-тойғолар туплап тиҙерәк һауығырға булышлыҡ итәсәк. Әмәлиәттән һуң борсолоу, депрессия хәлендә булған пациенттарҙы тынысландырыу ысулы тиҙҙән киң ҡулланылыр тип күҙаллана.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районы Жуков күлендә ҡотҡарыусылар 4-се разрядлы водолаз таныҡлығын алыуға һынау тотто

Ҡотҡарыусылар һөнәри белемен камиллаштыра. Өфө районы Жуков күлендә бөгөн улар 4-се разрядлы водолаз таныҡлығын алыуға һынау тотто. Бының өсөн белгестәр өс аҙналыҡ уҡыу үтте.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Һаумы, һаумы, әкиәт!» дүртенсе төбәк-ара конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған ижади бәйгелә республика халыҡтарының туған телдәрендә әкиәт һөйләүселәр ҡатнашҡайны. Конкурсҡа балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары һәм ғаилә фольклор коллективтарынан барлығы 500-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән.
3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланың Нуғай ауылында Рус мәҙәниәте үҙәге асылды

Музейҙағы экспонаттар араһында бер быуатлыҡ экспонаттар ҙа бар. Тарихи майҙанды ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре дәүләт ярҙамында булдырған. Бынан тыш, клубтың техник тәьминәтте байытылған, яңы костюмдар һатып алынған.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
1 июнь Өфөлә - «Мин башҡортса һөйләшәм» фестивале!

Ситтә ҡалмағыҙ, милләттәштәр!
👍31
Электр самокатты йөрөтөү ҡағиҙәһен боҙоусыларға штраф ҡарала

Дәүләт Думаһының Ҡала төҙөлөшө һәм закондар сығарыу комитеты ошо турала ҡанун проектын хуплаған. Уны башҡа депутаттарға ла ҡабул итергә тәҡдим яһаған. Самокатты иҫерек килеш йөрөткәндәргә 20 меңдән 30 мең һумға тиклем түләргә тура килә. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырғандарға 4 меңдән 5 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡарала.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Гидравлика» агрегат предприятеһы заводына 85 йыл

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң «Гидравлика» агрегат предприятеһын заводҡа нигеҙ һалыныуға 85 йыл тулыу менән ҡотланы. Социаль селтәрҙә төбәк башлығы әлеге ваҡытта «Технодинамика» «Ростех» дәүләт корпорацияһы холдингына ингән предприятиены республиканың сәнәғәт флагманы тип атаған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Локодзюдо» халыҡ-ара балалар лигаһының дүртенсе этабы тамамланды

СССР-ҙың спорт мастеры Фәрит Дәүләтшин иҫтәлегенә арналған ярыштарҙа 13 йәшкә тиклемге дзюдосылар ҡатнаша. Йыл һайын үткәрелгән турнирҙа рекорд ҡуйылды. Был юлы -1000-дән ашыу спортсы үҙ көсөн һынаны.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктә Рәсәй оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған өсөн түләүҙәр ике тапҡырға арттырылды

Радий Хәбиров май башында Башҡортостандан 2024 йылдың 1 майынан 31 авгусына тиклем килешеү төҙөгәндәргә 205 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ә 195 мең һумды контрактсы оборона министрлығынан аласаҡ. Өҫтәүенә, республика ҡала һәм район хакимиәттәренең күбеһе үҙ түләүҙәрен дә индерҙе. Дөйөм алғанда бер тапҡыр түләнгән аҡса күләме уртаса 500-600 мең һум килеп сыға.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы районы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһенә ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша

Бөтәһе лә еңеү өсөн! Туймазы районы «Еңеү ептәрен үрәбеҙ» ирекмәндәр клубы махсус хәрби операция биләмәһенә ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр эшләй башлаған ойошма алғы һыҙыҡҡа 1500-ҙән ашыу окоп шәме, 120 нашлемник, 85 маскировка селтәре һәм 25 костюм оҙатҡан. Ирекмәндәр әйтеүенсә, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, кәрәк әйберҙәрҙе үҙҙәре менән алып китә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районындағы предприятие Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып йүгереү тренажерын етештереүгә тотондо

Спорт инвентары уңышлы һынау үткән. Шунлыҡтан Ватан ҡорамалына заказдар ҙа бер-нисә йыл алдан ҡабул ителә башлаған. Фитнес-клубтарҙы төрлө ҡорамалдар менән йыһазландыра алған Сермән ауылындағы завод тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.
🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң почетлы гражданы Рәшит Баҙыҡов 92 йәшендә лә ул егеттәрсә йүгереп йөрөй

Яңылыҡтарҙы Өфө ҡалаһының 450 йыллығына баш ҡаланың почетлы граждандары тураһында видеояҙмалар циклы дауам итә.
Ҡатмарлы, яман сирҙән меңәрләгән ҡотҡарылған ғүмерҙәр өсөн, гүйә уның үҙенең ғүмере лә оҙоная ғына. 92 йәшендә лә ул егеттәрсә ныҡ баҫып, йүгереп йөрөй. Совет һәм Рәсәй табип-хирург-онкологы, медицина фәндәре докторы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған табибы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфөнөң почетлы гражданы Рәшит Баҙыҡов тураһында сюжет.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙә Өфөләге 1991 йылда техноген фажиғәгә юл ҡуймаусы геройҙарға дәүләт наградалары тапшырылды

Мәскәүҙә 32 йыл элек Өфө нефть эшкәртеү заводында ғәҙәттән тыш хәлде иҫкәртеүселәргә республиканың юғары наградалары тапшырылды. Улар 1991 йылда Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡыйшая башлаған 150 метр бейеклектәге сәнәғәт торбаһын шартлатып дөрөҫ йүнәлештә ауҙара. Шул рәүешле улар техноген фажиғәгә һәм сәнәғәт предприятиеһы юҡҡа сығыуына юл ҡуймай. Был ваҡиға хатта Гиннес рекордтар китабына индерелә. Бөгөн ҡотҡарыусылар эше уҡытыу методикаһында ла ҡулланыла.
🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районы Красноусол ауылында уҡытыусыға һәйкәл асылды

Педагогтарҙың фиҙаҡәр хеҙмәтен данлаған баҡыр һәйкәлде асыу тантанаһына урындағы халыҡ, уҡытыусылар, депутаттар , йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды. Сарала тиҫтә йылдар мәктәптәрҙә эшләгән, мәғариф системаһында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән тәжрибәле белгестәр тәбрикләнде.
🔥1
Балалар һәм инвалидтарҙы йәмәғәт транспортынан төшөрөп ҡалдырған өсөн штраф була

Дәүләт Думаһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәреш индерҙе. Бәлиғ булмағандар һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр юл хаҡын түләй алмаған осраҡта, автобустан төшөргән өсөн водителгә – 5 мең, транспорт компанияһы хужаһына 30 мең һумғаса штраф һалына. Закон 1 сентябрҙән көсөнә инә.
🥰1
Өфөлә велосипедсылар байрамында урамдар ябыла

"1 000 велосипедсы көнө" 2 июндә була. Ошоға бәйле Зәки Вәлиди, СССРҙың 50 йыллығы, Цюрупа урамдарының, Октябрь проспектының бер өлөшөндә машина йөрөшө туҡтатыла. Халыҡҡа иғтибарлы булырға кәңәш ителә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса федераль совет ултырышында ҡатнашты

Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса федераль совет ултырышында ҡатнашты. Кәңәшмәне Владимир Путин үткәрҙе. Төп тема - 2030 йылға һәм 2036 йылға тиклем илде үҫтереүҙең милли маҡсаттары тураһындағы указ положениеларын тормошҡа ашырыу. Был эштә төбәк һәм муниципаль командаларҙың тырышлығы ҙур роль уйнай, тип билдәләне дәүләт башлығы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығын һайлау 8 сентябрҙә үтә

Башҡортостан башлығын һайлау быйыл көҙ, 8 сентябрҙә үтә. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ошо туралағы закон проектын ҡабул итте. Ҡануни документ матбуғат баҫмаларында донъя күреү менән Республика башлығын һайлау буйынса кампания рәсми рәүештә башлана. Парламент ултырышында шулай уҡ ер мөнәсәбәттәрен көйләү, дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәр, административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса закон проекттары ҡаралды. Дәүләт Думаһына ҡануни башланғыстар ҡабул ителде.
👌1
Төклө аяғың менән, бәпес!

Хеҙмәттәшебеҙ, алып барыусы Шәүрә Абдуллина икенсегә әсәй булды.

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Бәпескә һәм уның яҡындарына сәләмәтлек, бәхетле, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
👍72