БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.89K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөлә һыу инеү миҙгеленә әҙерлек башланды

Быйыл йәй республика баш ҡалаһында 10 рәсми пляж асыла. Уларҙың һәр береһендә ҡотҡарыусылар дежур итәсәк. Ҡомлоҡтар, һыу инеү урындарында санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Өфөлә һыу инеү миҙгеле 1 июндән башлана.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа Куйбышев тимер юлы көнө үтте

Сара сиктәрендә Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет күсмә ултырыш уҙғарҙы. Унда магистраль етәкселәре, республика хөкүмәте вәкилдәре, депутаттар һәм пассажир ташыусы компаниялар ҡатнашты.
Парламентарийҙар тәү сиратта Өфө тимер юл вокзалы, «Ҡарлуғас» электропоезы үҙенсәлектәре менән танышты. Һуңынан, Өфө-Шаҡша-Өфө маршруты буйынса йөрөүсе электричкала күсмә ултырыш үтте.
👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында «Ҡар һыуына барыу» байрамы ойошторолдо

Боронғо йола Ирәндек тауы итәгенән ағып сыҡҡан «Хәнифә» ҡоҙоғо буйында күрһәтелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары мини-лапта буйынса Рәсәй чемпиондары

Башҡортостан ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары Волга буйында үткән мини-лапта буйынса Рәсәй чемпионатынан еңеү менән ҡайтты. Әлеге осорҙа ҡатын-ҡыҙҙар командаһында быуындар алмашына. Командала Рәсәй чемпионатында еңеү яулаған ҡыҙҙарҙан тыш, яңылары бар. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың уңыштары тураһында киләһе яҙмала.
👍41
Халыҡ-ара ғаилә көнө менән!

Фотоһүрәттәрҙә — «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең башҡорт редакцияһы.😍
👍42
Ришат Хәмиҙуллин - махсус операция геройы

Ришат Хәмиҙуллин националистарҙың пилотһыҙ осҡосон күреп ҡалған һәм был хаҡта отрядҡа хәбәр иткән. Отряд берәгәйле эш итеү һөҙөмтәһендә уны ҡолатып төшөргән.

Дрондағы мәғлүмәттәр дошман позицияларын разведкалауға бик мөһим икәнлеген аңлаған Ришат ут аҫтында пилотһыҙ осҡосҡа таюан шыуышҡан. Аппаратты табып, ундағы яҙҙырыу ҡоролмаһын алған һәм позицияға әйләнеп ҡайтҡан.

🔥 Алынған мәғлүмәттәр артиллеристарға дөрөҫ һөжүм әҙерләргә мөмкинлек биргән.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында булды

2030 йылға Башҡортостан һауа ҡапҡаһы аша 7 миллионға тиклем кеше үткәреү бурысы тора. «Өфө» аэропорты илдең ун эре авиапредприятиеһы иҫәбенә инә. Ул Волга буйы федераль округында һауа транспорты менән пассажирҙар ташыуҙың яҡынса 25 процентын тәшкил итә. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында булды, унда предприятие эшмәкәрлеге һәм уның стратегик үҫеше менән танышты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров фехтование үҙәге төҙөлөшө барышы менән танышты

Быйыл көҙ Өфөлә Рәмил Әйүпов исемендәге фехтование үҙәге төҙөлөшөн тамамлау бурысы ҡуйылған. Объектта эш 60 процентҡа теүәлләнгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк етәксеһе спорт комплексы төҙөлөшө буйынса ҡарарҙы 2021 йылдың авгусында Токиолағы 32-cе йәйге олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары - рапирасылар Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыуҙан һуң ҡабул иткәйне. Бер йылдан күләмле проект тормошҡа ашырыла башлай. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш барышын шәхси күҙәтеүҙә тота. Был турала киләһе яҙмала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан делегацияһының Ҡытайҙа рәсми эш сәфәре башланды

Өфө менән Ҡытайҙың Шэньян араһында тура авиабәйләнеш асылыуы ихтимал. Һауа юлы бизнес-берләшмә өсөн логистиканы еңеләйтергә һәм туризм үҫешенә этәргес бирергә тейеш.
Яҡтар араһындағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың Ляонин провинцияһы губернаторы Ли Лэчэн менән осрашыуында тикшерелде. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бөгөн республика делегацияһының Ҡытайҙа рәсми эш сәфәре башланды. Уның составына агросәнәғәт комплексы, нефть химияһы, аҙыҡ-түлек, металлургия, машиналар эшләү, медицина һәм башҡа тармаҡтарҙың 40-тан ашыу предприятиеһы ингән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле халыҡ-ара конкурсында иң яҡшыһы тип танылды

Өфөнөң Совет майҙанындағы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу һәм төҙөкләндереү объекттарының иң яҡшы проекты» тип танылды. Был халыҡ-ара конкурс, проектлаусыларҙың Милли берекмәһе тарафынан ойошторола. Быйыл унда донъяның төрлө дәүләттәренән мең ярымдан ашыу проект тәҡдим ителгән. Ҡытай, Сербия, Италия һәм башҡа илдәр ҡатнашҡан. Республиканың милли геройы һәйкәле-мемориаль комплексы проекты ҡатмарлы һәм уникаль. Награда Башҡортостанда архитектура мәктәбенең юғары кимәлен иҫбатлай.
👏2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Телеүҙәктә Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса комитетының ултырышы үтте

Бөгөн Башҡортостан телерадиокомпанияһында Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитетының күсмә ултырышы үтте. Был формат башҡарылған эштәр һәм проблемалар менән урында танышыу маҡсатында индерелгән.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда егерме өс меңдән ашыу шәфҡәт туташы һөнәри байрамын билдәләне

Иглиндә һөнәри байрамға арналған байрам саралары район мәҙәниәт йортонда үтте. Был хаҡта киләһе яҙмала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районында шағир Рәшит Назаровҡа бюст асылды

Быйыл күренекле шәхестең тыуыуына 80 йыл тула. Өршәк буйҙары менән илһамланып ижад итеүсе шағирҙың бюсы уның исемен йөрөткән гимназия биләмәһенә ҡуйылды.
4👍1
Өфөләге Миңлеғәли Шайморатов һәйкәле премияға лайыҡ булды

Был турала Радий Хәбиров хәбәр итте. - Генерал Шайморатовҡа һәйкәл Милли проектлаусылар берлеге конкурсында иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Ул "Төҙөкләндереләсәк объекттар һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары" номинацияһында беренсе дәрәжәләге диплом менән бүләкләнде. Конкурста беҙҙең илдән һәм 11 дәүләттән 1 мең 412 проект ҡатнашты, - тип яҙа Радий Хәбиров.
👍3
Эске эштәр министрлығы мутлашыусылар тураһында иҫкәртә

Мәскәүҙә бер пенсионер 29 миллион һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. 75 йәшлек иргә шылтыратыусы үҙен нотариус итеп танытҡан. Ҡулында пенсионерҙан ышаныс ҡағыҙы булыуы, был документтың дәүләт хеҙмәттәренә тапшырыласағы тураһында хәбәр иткән. Ир кеше бер кемгә лә ышаныс ҡағыҙы бирмәүе тураһында белдергән. Ялған нотариус мәсьәләне хәл итеү өсөн ул әйткән номерға шылтыратырға кәңәш биргән. Ир үҙе шылтыратып ялған тәртип һаҡсылары менән әңгәмәләшкән. Уны йыйған аҡсаһын һаҡлап ҡалыу өсөн тиҙ арала йәнәһе хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндергәндәр. Алданған пенсионер 29 миллион һумдан ашыу аҡсаһын мутлашыусыларға күсергән, тип хәбәр итәләр Эске эштәр министрлығынан.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Инвестиция сәғәтендә иҡтисадтың төрлө тармаҡтарынан 10-дан ашыу проект хупланды

Яңы автозаправка станциялары булдырыу, ит продукцияһы етештереүҙе модернизациялау, туризм өлкәһендә проектты тормошҡа ашырыу. Республика йортонда үткән инвестиция сәғәтендә иҡтисадтың төрлө тармаҡтарынан 10-дан ашыу проект хупланды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат районында генерал-лейтенант Артур Әхмәтхановты хөрмәтләп иҫкә алдылар

Артур Фәрүәз улы бюстына сәскә һалдылар. Биш йыл элек оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат булған генерал-лейтенантҡа тыуған ерендә хәтер саралары уҙҙы. Был хаҡта киләһе яҙмала.
4
Башҡортостандың балалар лагерҙарында 500 мең самаһы уҡыусы ял итә

Был турала Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр. Быйыл 1 мең 770 лагерь асыу планлаштырыла. Профилле учреждениеларҙа Луганск, Донецкиҙан һәм Белгород өлкәһенән килеүсе балалар өсөн дә йәйге сменалар ойошторола.
👍2