БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда һыу буйҙарында мобиль ҡотҡарыу постары булдырыла

Улар тәүҙә бер нисә районда һынала. Радий Хәбиров белдереүенсә, батып үлеүселәрҙең күбеһе рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу ингән. Шуға тейешенсә йыһазландырылған пляждарҙы арттырыу бурысы ҡуйыла. Муниципалитеттар эшен баһалағанда һыуҙа һәм утта үлем менән көрәш һөҙөмтәлелеге лә иҫәпкә алына.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөлә «Валдай» халыҡ-ара дискуссия клубы IV Үҙәк Азия конференцияһын асыуҙа ҡатнашты

Сара - халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм заман талаптарын баһалау өсөн интеллектуаль майҙан. Өфө быйыл Рәсәй, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстандан эксперттарҙы ҡабул итә. Быйылғы конференцияның темаһы - «Рәсәй һәм Үҙәк Азия: үҙгәрешле донъяуи ысынбарлыҡта үҫеш һәм хәүефһеҙлек».
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданған граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнашҡан власть органдары, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә һәм төҙөүселәргә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илшат Ишморатов ҡулға алынған

Уны 2,9 миллион һум күләмендә ришүәт алыуҙа, республика автоюлдарын диагностикалау буйынса дәүләт килешеүҙәре төҙөргә ярҙамлашыуҙа һәм тамамланмаған эштәрҙе ҡабул итеүҙә ғәйепләйҙәр.
👍1😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус операцияла ҡатнашыусы башҡорт журналисы Артур Тапаҡовҡа бағышлана

Башҡортостан Журналистары союзы республика киң мәғлүмәт саралары араһында «Һаумы, яугир» видеоконкурсын иғлан итте. Конкурсҡа «Бельские просторы» әҙәби журналы хеҙмәткәрҙәре ҡушылды һәм алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән хеҙмәттәше, журналист Артур Тапаҡовҡа видеосәләм ебәрҙе.

«Һаумы, яугир» видеоконкурсының маҡсаты – махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға әхлаҡи ярҙам күрһәтеү, уларға терәк-таяныс булыу.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөлә үткән «Валдай» халыҡ-ара дискуссияһында ҡатнашты

Башҡортостандың Үҙәк Азия дәүләттәре менән сауҙа әйләнеше йыл аҙағына тиклем 25 процентҡа етергә тейеш. Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн Өфөлә «Валдай» халыҡ-ара дискуссия клубы конференцияһында белдерҙе. 20 йыл дауамында барған абруйлы форумды республика тәүге тапҡыр ҡабул итә, уның эшендә Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан һәм башҡа дәүләттәрҙән эксперттар ҡатнаша.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеүселәргә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Башҡортостан илдә алданған өлөшсөләр проблемаһын тәүгеләрҙән булып хәл итте. Был хаҡта төбәк етәксеһе бөгөн колонналар залында үткән тантанала белдерҙе. Бөгөн Өфөлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданған граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнашҡан власть органдары, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә һәм төҙөүселәргә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Патриот» паркында физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты

Радий Хәбиров Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. Күләмле объект төҙөлөшө былтыр апрелдә башланғайны. Республика башлығы 1400 квадрат метр майҙанда урынлашҡан яңы комплекста булып, йәштәргә физик күнекмәләр өсөн булдырылған шарттар менән танышты. Шулай уҡ бөгөн парк биләмәһендә «Мин - киләсәк педагогы» тип исемләнгән сара ла уҙҙы. Радий Хәбиров буласаҡ уҡытыусылар - юғары уҡыу йорттарының һуңғы курс студенттары менән осрашып, асыҡтан-асыҡ һөйләште.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БЮТ хәбәрселәре махсус хәрби операция биләмәһендәге саперҙарҙың эшен күрһәтте

Миналарҙан, шартламаған снарядтарҙан таҙартмай тороп Рәсәй ғәскәрҙәренә алға бырыу мөмкин түгел. Тәүҙә Украина ҡораллы көстәренән азат иткән ерҙәрҙе саперҙар үтеп сыға. Һуңынан яңы алынған ерҙәргә пехота, хәрби техника төпләнә. Ниндәй бурыстар ҡуйыла саперҙарға һәм биләмәләрҙе таҙартыуҙа ниндәй сюрпиздар көтөүе ихтимал? Башҡортостандан мобилизацияланған яугирҙар менән хәрби заданиеға БЮТ хәбәрсеһе сыҡты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаҡша күперендә ремонт яртыһына яҡынлаша

Шаҡша күперендә тығындарҙы йыл аҙағына тиклем түҙергә ҡала. Әле үткәүелдә ремонт яртыһына яҡынлаша. Ҡасандыр авария хәлендә тип танылған күпер заманса ысулдар менән нығытылып, тағы ла бер нисә тиҫтә йыл хеҙмәт итер, тип иҫәп тоталар. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса алып барылған ремонтҡа 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһе сиктәрендә туй фестивалендә Башҡортостандан өс пар өйләнеште

Тантанала илдең төрлө мөйөштәренән бөтәһе 150 ғашиҡ пар ҡатнашты. Туй фестивалендә йәш парҙар ВДНХ майҙаны буйлап үтеп урам сәхнәһе янында йыйылды. Уларҙың никахын рәсми рәүештә Мәскәү ЗАГС идаралығы хеҙмәткәрҙәре теркәне. Тантананы симфоник оркестр көйҙәре биҙәне.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районында йәшәүсе ғаилә сәскә бизнесы менән шөғөлләнә

Шаран районы Ерекле ауылында йәшәүсе Хәсәновтар 2014 йылдан бирле сәскә бизнесы менән шөғөлләнгән. Ике йыл элек йәшелсә-емеш үҫтереүгә тотонғандар. Ауыл йүнселдәренең көндәлек мәшәҡәттәре тураһында киләһе яҙмала.
1👌1
Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәте ағзаларын тәғәйенләү тураһында указдарға ҡул ҡуйҙы

Документтарға ярашлы, Денис Мантуров хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары була. Вице-премьерҙар итеп шулай уҡ Татьяна Голикова, Дмитрий Григоренко, Александр Новак, Алексей Оверчук, Дмитрий Патрушев, Виталий Савельев, Юрий Трутнев, Марат Хөснуллин, Дмитрий Чернышенко тәғәйенләнде. Күп министрҙар урындарын һаҡлап ҡалды. Яңы министрҙарҙан - Хабаровск крайының элекке губернаторы Михаил Дегтярев Спорт ведомствоһы өсөн яуаплы була. Курск өлкәһенең элекке башлығы Роман Старовойт - Транспорт, Калининград өлкәһенең элекке етәксеһе Антон Алиханов - Сәнәғәт һәм сауҙа, Кемерово өлкәһенең экс-губернаторы Сергей Цивилев Энергетика министрлыҡтарын етәкләне. Ауыл хужалығы министры вазифаһын Оксана Лут алды. Оборона министры итеп Андрей Белоусов тәғәйенләнде.
👍2👌1
Башҡортостанда "Һуңғы ҡыңғырау" байрамында хәмер һатылмай

Был турала Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итәләр. Республикала шундай закон бар. Талап дөйөм туҡланыу урындарына ҡағылмай. Һуңғы ҡыңғырыу" байрамы 24 майҙа була. Башҡортостанда шулай уҡ Яңы йыл каникулында, Йәштәр, Белем көндәрендә, һабантуйҙар ваҡытында хәмер һатыу сикләнгән.
👍2
"Салауат йыйыны" 16 июндә була

Салауат районында милли геройыбыҙҙың тыуыуына 270 йыл тулыу уңайынан тантаналар уҙғарыуға әҙерлек буйынса кәңәшмә үтте. Уны республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев уҙғарҙы. - "Салауат йыйыны" һабантуй урынында уҙғарыла. Ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршыларға тейешбеҙ. Шулай уҡ "Салауат ере" тарихи-мемориаль комплексы төҙөлөшө аҙағына яҡынлаша, тине Урал Килсенбаев. Быйыл 16 июндә шулай уҡ Ҡорбан байрамы билдәләнә.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бәхет — үҙеңдә!

17 һәм 18 майҙа Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы үтәсәк. Был форумда бөгөнгө заман шарттарында ҡатын-ҡыҙҙың роле һәм иң мөһим мәсьәлә – уны бәхетле итеү хаҡында һүҙ барасаҡ.

Яңы белем үҙләштереү, сағыу трендтар менән танышыу, ығы-зығылы көндәлек тормошҡа яңы һулыш биреү, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың билдәле ҡатын-ҡыҙҙары менән аралашыу — ошо һәм башҡа саралар асыҡ академия ҡатнашыусыларын көтә.

Форумдың рәсми сайтында теркәлергә онотмағыҙ: территорияженскогосчастья.рф
👍4
Өфөлә һыу инеү миҙгеленә әҙерлек башланды

Быйыл йәй республика баш ҡалаһында 10 рәсми пляж асыла. Уларҙың һәр береһендә ҡотҡарыусылар дежур итәсәк. Ҡомлоҡтар, һыу инеү урындарында санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш. Өфөлә һыу инеү миҙгеле 1 июндән башлана.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа Куйбышев тимер юлы көнө үтте

Сара сиктәрендә Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет күсмә ултырыш уҙғарҙы. Унда магистраль етәкселәре, республика хөкүмәте вәкилдәре, депутаттар һәм пассажир ташыусы компаниялар ҡатнашты.
Парламентарийҙар тәү сиратта Өфө тимер юл вокзалы, «Ҡарлуғас» электропоезы үҙенсәлектәре менән танышты. Һуңынан, Өфө-Шаҡша-Өфө маршруты буйынса йөрөүсе электричкала күсмә ултырыш үтте.
👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында «Ҡар һыуына барыу» байрамы ойошторолдо

Боронғо йола Ирәндек тауы итәгенән ағып сыҡҡан «Хәнифә» ҡоҙоғо буйында күрһәтелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары мини-лапта буйынса Рәсәй чемпиондары

Башҡортостан ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары Волга буйында үткән мини-лапта буйынса Рәсәй чемпионатынан еңеү менән ҡайтты. Әлеге осорҙа ҡатын-ҡыҙҙар командаһында быуындар алмашына. Командала Рәсәй чемпионатында еңеү яулаған ҡыҙҙарҙан тыш, яңылары бар. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың уңыштары тураһында киләһе яҙмала.
👍41