БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы Наратаҫты ауылында өлгөлө ғаилә йәшәй

Шаран районы Наратаҫты ауылында Люциә менән Аркадий Ласточкиндар ауылдаштарына һәр яҡлап өлгөлө ғаилә. Бынан 13 элек хужабикә ҡаты сирләп киткәс тә, улар ауырлыҡтарҙы бергә еңеп тулы тормош менән йәшәргә көс таба. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👏2
Башҡортостан күгендә һаҙағай

Стәрлебаш районында күктә ғәҙәти булмаған башҡышҡа шаһит булғандар. Әлеге ваҡытта социаль селтәрҙә төрлө райондарҙа төшөрөлгән фотоһүрәттәр тарала.

Ҡояш активлығы тәьҫиренең һөҙөмтәһе булып геомагнит дауылдар һәм төньяҡ балҡышы күренеше килеп сыға.Ъ
🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
😱Ишембай районында аварияла еңел машина пассажиры һәләк булған

Бөгөн көндөҙгө сәғәт берҙә Ишембай районының Йәнырыҫ ауылы янында ике автомобиль бәрелешкән. Көслө бәрелеүҙән һуң «Дэу Нексия» машинаһы янып киткән, «Фольксваген» юлдан ситкә осҡан.

Еңел машина водителе һәләк булған, водитель һәм уның ике пассажиры ауыр хәлдә Стәрлетамаҡҡа дауаханаға оҙатылған. Зыян күреүселәрҙең береһе сабый.
😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары республиканың юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Миҙал һәм ордендарҙы хәрбиҙәргә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы. Парламент етәксеһе шулай уҡ Донбас халҡына һәм хәрби подразделениеларға Башҡортостандан килгән гуманитар ярҙамды ла оҙатып барҙы, Красный Луч ҡалаһында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашты.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға субсидия йүнәлтеләсәк

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙамға 6 миллион һумдан ашыу субсидия йүнәлтеләсәк. Йәмғеһе республикала 3 тиҫтәнән ашыу ярҙам сараһы эшләп килә. Уларҙың бер нисәһе менән Бүздәк районында йәшәгән Рүзил Рөстәмов файҙаланған. Яугир махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса саҡырылып, йәрәхәт ала. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат районында 3 километрҙан ашыу проблемалы юл ремонтланды

Былтырҙан бирле Мөрсәлим ауылына илткән юлда автомобилдәр даими рәүештә соҡорҙарҙа батып ултырған. Урындағы карьерҙан таш ташыусы ҙур йөк машиналары юл ҡатламын емергән. Республика Башлығы Радий Хәбиров хәлде төҙәтергә ҡушты. Мәсьәләнең сиселеше киләһе яҙмала.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим районында «Башҡорт ихатаһы» программаһы буйынса тиҫтәнән ашыу биләмә төҙөкләндерелгән

Өфөнөң Дим районында «Башҡорт ихатаһы» программаһы буйынса тиҫтәнән ашыу биләмә төҙөкләндерелгән, быйыл тағы ла бер ихатаны яңыртыу планлаштырыла. Участкала ремонт эштәре башланған. Дөйөм алғанда, быйыл республика программаһы буйынса ихаталарҙы төҙөкләндереүгә миллиард һум бүленгән.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда халыҡ кәсептәрен үҫтереүгә ярҙам саралары арта

Әле төбәктә ҡул оҫталары тауарҙарын етештереүгә йыл һайын 10 миллион һум субсидия бүленә. Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса, Башҡортостанда халыҡ кәсептәре оҫталары өсөн маҡтаулы исем булдырылды, тармаҡ белгестәрен берләштергән форум ойоштороу күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында йәшәүсе 107 йәшен билдәләне

Өфө районының Нөрлө ауылында йәшәүсе Шаһиҙә Кәбироваға ошо көндәрҙә 107 йәш тулды. Тыл хеҙмәтсәне Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙе һатып алған йортонда йәшәй. Һуғыштан һуң бер үҙе ете балаһын аяҡҡа баҫтырған Шаһиҙә Нуриздан ҡыҙының 75 ейән-ейәнсәре һәм бүлә-бүләсәре бар.
3👍1
Ағиҙелдә иң ҙур маскировкалау селтәрен үргәндәр

Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаров яҙа. Селтәрҙең оҙонлоғо 79 метр – ул Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына бағышлана. Дөйөм майҙаны 237 квадрат метр тәшкил итә.

Ағиҙел ҡалаһы һәм Краснокама районы әүҙемселәре селтәрҙе Z хәрефе рәүешендә Еңеү көнөн билдәләгән көндә ҡала майҙанында үргән.
👍7
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда талпан ҡаҙалыу осраҡтары артыуы күҙәтелә

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтары хеҙмәтенең төбәк идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөнгә медицина ойошмаларына ике меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың яҡынса ҡырҡ проценты балалар. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса һәр бишенсе талпан зарарлы булған. Был бөжәктән нисек һаҡланырға? Ниндәй хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлергә тейеш. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы бүлеге етәксеһе Гөлфиә Сәләхетдинова менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина әңгәмәләште.
⚡️ Белгород ҡалаһында ауыр фажиғә...

Белгород ҡалаһында Украина хәрби көстәренең снаряд менән шартлатыуы һөҙөмтәһендә күп ҡатлы йорт подъезы емерелгән. Подъезд унынсы ҡаттан алып беренсе ҡатҡа тиклем ишелеп төшкән.

Тиҫтәләрсә кеше һәләк булған, ҡырҡлап кеше зыян күргән. Әлегә аныҡ мәғлүмәттәр юҡ. Тағы ла бер нисә кеше емерелектәр аҫтында ҡалырға мөмкин.

Украина армияһы AASM HAMMER француз авиабомбаһы менән һөжүм иткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, нацистар күп ҡатлы йорт янында урынлашҡан йылылыҡ электр станцияһын шартлатмаҡсы булған.
😢2👍1
Шойгу вазифаһын ҡалдырҙы

Сергей Шойгу 2012 йылдан алып Рәсәй Оборона министрлығын етәкләне. Президент Владимир Путин был вазифаға Рәсәй хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусовты тәҡдим итте.
👍3🤮2
Белгородта теракт һөҙөмтәһендә һәләк булыусылар һаны 15-кә етте

Хәбәр итеүебеҙсә, кисә Белгород ҡалаһындағы күп ҡатлы йортҡа Украина көстәре француз авиабомбаһы менән һөжүм итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәлә һәләк булыусылар һаны ун бишкә етте. Улар араһында балалар ҙа бар. Ҡотҡарыусылар 19 кешене емереклектәр аҫтынан сығарған.

Бөгөн фажиғә урынында ҡотҡарыу эштәре дауам итә.
👎1😢1
Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына етәксе итеп тәғәйенләнде

Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. БР Башлығы указы менән Ҡыйғы районы башлығы Зөһрә Гордиенко Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры итеп тәғәйенләнде.

Бынан алда Рөстәм Афзалов икенсе эшкә күсеү сәбәпле вазифаһын ҡалдырғайны.
👍5
Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итәйек!

Хөрмәтле дуҫтар, алғы һыҙыҡта еңеүҙе яҡынайтҡан егеттәребеҙгә ярҙам акцияһына ҡушылырға саҡырабыҙ.

Коллегабыҙ, радиожурналист Зөһрә Арсаева башланғысын хуплап, коллегабыҙ, БСТ телеканалы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин өсөн икенсе дронға аҡса йыябыҙ. Ул «Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә, былтыр үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китте.

«Бөгөн дрондар махсус операцияла бик ҙур әһәмиәткә эйә. Хәрбиҙәребеҙ уларҙы уңышлы ҡуллана. Шуға ла «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы өсөн тағы ла бер «ҡошсоҡ» һатып алыу маҡсатында аҡса йыйыу ойошторорға ҡарар иттем», - ти Зөһрә.

Ярҙам акцияһына ҡушылырға теләгәндәр +7-937-167-19-86 телефон номеры буйынса Зөһрә Фәнил ҡыҙының иҫәбенә аҡса күсерә ала. (Сбербанк).
🙏5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Учалыла ҡарлы иртә

Ҡыш республиканың күп райондарына әйләнеп ҡайтты. Баҡсасылар уңыш өсөн борсола. Ҡырау 13 мең гектар яҙғы культураларҙы һәләк иткән — башлыса был сөгөлдөр һәм көнбағыш.

Йәйҙе көтөргәме — яҡшы һорау. Әлегә йылы кейемдәрегеҙҙе төпкә тәңкләп һалмай тороғоҙ.
😱3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан егеттәре,
Ирәндек бөркөттәре,
Салауат тоҡомдары,
Күк бүре тамғалары», - тип йырлай Баймаҡ егете, 428-се полк яугире «Анджи».

Барығыҙ ҙа иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, ҡыйыу йөрәкле яҡташтарыбыҙ!
8👍1