БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
Ырымбур өлкәһендәге аварияла яҡташтарыбыҙ һәләк булған Кисә киске сәғәт ете тирәһендә М5 Урал трассаһында Орск ҡалаһы янында ҙур йөк машинаһы һәм Nissan X-TraiI автомобиле бәрелешкән. Сит ил машинаһында дүрт кеше һәләк булған - бер ир, ике ҡатын һәм бер…
Юл фажиғәһенә тарыған ике ғаилә гимнастика буйынса ярышҡа китеп барған

Салауат ҡалаһынан ике ғаилә Ырымбур өлкәһендә аварияға осрауы хаҡында яҙғайныҡ. Унда дүрт кешенең, шул иҫәптән бер баланың ғүмере өҙөлдө. Ҡорбандар араһында кредит ойошмаларының береһендә эшләгән 36 йәшлек хеҙмәткәр ҙә бар. Уның коллегалары социаль селтәрҙә туғандарының ҡайғыһын уртаҡлаша. Ике ғаилә лә гимнастика буйынса ярышҡа китеп барған. Юл фажиғәһендә 30 йәшлек ир, уның 30 йәшлек ҡатыны һәм 9 йәшлек ҡыҙҙары һәләк булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, киске сәғәт етеләр тирәһендә Орскиға ингән ерҙә, Медногорскиға боролор алдынан, фура менән Nissan X TraiI бәрелешкән. Иҫән ҡалған 36 йәшлек ир һәм уның 9 йәшлек ҡыҙы дауаханаға оҙатылған: ҡыҙыҡайҙы вертолет менән өлкә дауаханаһына килтергәндәр, уның атаһы реанимацияла ята.

Ике ғаиләлә лә берәр ул үҫеп килә. Фажиғә ваҡытында малайҙар машинала булмаған. Автоһәләкәт сәбәптәре асыҡлана.
👍2😢2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Борай районында йәшәүсе ветеран Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты

Борай районы Ҡуҙбай ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Заһит Әхтәриев Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршыларға әҙерләнә. Ул рус-япон һуғышын үткән. 98 йәшен тултырырға әҙерләнгән яугир бөгөн дә әүҙем, теремек, күңел көрлөгөн юғалтмаған.
❤‍🔥2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» һәм Еңеү салюты булмай

Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендәге оператив кәңәшмәлә белдерелде. Әммә был байрам бөтөнләй билдәләнмәй тигәнде аңлатмай. Еңеү көнөндә байтаҡ иҫтәлекле саралар ҡаралған. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек, парктарҙы, ихаталарҙы төҙөкләндереү тураһында ла һүҙ барҙы. Шулай уҡ йөк контроле пункттарын 19 майға асыу бурысы ҡуйылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә

Һынған ағастар, зыян күргән машиналар, йығылған туҡталыштар. Бөгөн республикала ҡупҡан дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә. Йәмғеһе баш ҡалала дауылға бәйле 90-ға яҡын мөрәжәғәт теркәлгән. Секундына 25 метрғаса еткән ел ваҡытында күләмле саралар ҙа кисектерелде. Ғәрәсәт тағы ҡабатланырмы? Яуап киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау юлланды

Өфөнөң Киров районы хакимиәте, халҡы һәм эшҡыуарҙары йыйған гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. 11 ҙур йөк машинаһына беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәре - автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, техника, медикаменттар, аҙыҡ-түлек һәм татлы ризыҡтар менән тейәлгән. Яугирҙарға мәктәп уҡыусыларынан шәхси посылкалар, хаттар ҙа тапшырыласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим районы мәктәптәре «Еңеү тәҙрәләре» акцияһына ҡушылды

Илебеҙҙең төп байрамы - Еңеү көнө яҡынлаша. Ошо уңайҙан 1 майҙан 9-на тиклем бөтә ил буйынса «Еңеү тәҙрәләре» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы үтә. Уға Өфөнөң Дим районы мәктәптәре әүҙем ҡушылды. Акция тураһында ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районының Охлебинин ауылында «Һалдаттар ялда» байрамы үтте

Республикала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған байрам саралары дауам итә. Иглин районының Охлебинин ауылында үткән «Һалдаттар ялда» тип исемләнгән халыҡсан байрам хаҡында киләһе яҙмала.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Юлдаш plus» йәштәр үҙәген асыу тантанаһы бара

Сараға хөрмәтле ҡунаҡтар, коллегалар, юлдаштар йыйылған.

Беренсе йәштәр радиоһы үҙәге «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең радио базаһында эшләйәсәк. Был урын баш ҡала йәштәре өсөн аралашыу, белем алыу майҙанына әйләнер тип көтөлә. Үҙәктә уҡыуҙар, осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡарала.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Нацизмһыҙ донъя өсөн» халыҡ-ара йәштәр форумы асылды

Ул Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар Дуҫлығы йорто һәм Рәсәй тарих йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторолған. «Нацизмһыҙ донъя өсөн форумы» быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторола. эксперттар фекеренсә, әлеге заманда был тема бик актуаль.
Башҡортостанда транспорт министры Александр Клебановты ҡулға алғандар

Башҡортостанда хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебановты ҡулға алған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уға ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Александр Клебанов ведомство етәксеһе вазифаһына 2022 йылдың декабрендә тәғәйенләнгәйне.
😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин Рәсәй Президенты вәкәләтен башланы

Яңы мөҙҙөткә бағышланған инаугурация бөгөн ҙур Кремль һарайында үтте. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация ҡатнашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының танк батальоны яугирҙары МХО биләмәһендәге эштәре хаҡында һөйләне

Броня ныҡлы, ә танкистар тағы ла нығыраҡ тора. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны тәүлек әйләнәһенә тиерлек Украинаның неонацистар режимын ҡаҡшата. Экипаждар көнөнә ике-өс тапҡыр атыу позицияларына сыға. Һуңғы ваҡыттарҙа төндә дә сығып ҡаршы яҡ нығытмаларын ҡыйрата. Танкистар эше тураһында Луганск халыҡ республикаһынан репортаж.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары менән телекүпер ойошторолдо

Бәйләнешкә сыҡты. Хәрби хеҙмәткәрҙәр яҡындары менән аралашты. Был юлы телекүпер Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары менән ойошторолдо.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы ҡалаһында йәшәүсе ветеран Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты

98 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хатип Латип улы Ғирфанов Туймазы ҡалаһында йәшәй. Тиҙҙән 79-сы Еңеү яҙын ҡаршыларға әҙерләүсе яугир менән БЮТ ижади төркөмө осрашты
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Юлдаш plus» йәштәр үҙәге асылды

Бөгөн - Радио көнө. «Юлдаш PLUS» интернет-радиоһы коллективы һөнәри байрамын Йәштәр үҙәге асып ҡаршы алды. Ул «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1 адресы буйынса урынлашҡан. Үҙәк эргәләге юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн ижади үҫеш майҙансығы буласаҡ.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Борай ауылында химик-эшҡыуар шпагат етештереү буйынса бизнес асҡан

Был йүнәлештәге етештереү районда берҙән-бер һанала. Былтыр асылған цех донъя кимәленә сығып өлгөргән. Унда эшләнгән шпагат Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә лә һатыла.
1❤‍🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә психологик реабилитация программаһы буйынса уҡыуҙар үтә

Республика йәштәр психология үҙәге белгестәре «Махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан хәрбиҙәр, уларҙың ғаиләләренә психологик реабилитация» программаһы буйынса уҡыуҙар үтә. Был йүнәлеш буйынса хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү, заманса алымдар, психология-диагностика ҡорамалдарын ҡулланып эшләү мәсьәләләре брифинг сиктәрендә лә ҡаралды.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БСТ каналында Еңеү көнөнә арналған тура эфирҙы ҡарағыҙ!

Республиканың төп телеканалында 9 майҙа иртәнге сәғәт һигеҙҙә Бөйөк Еңеү байрамына арналған тура эфир була: рәсми саралар, махсус сығарылыштар, яңылыҡтар һәм республика ветерандарының хәтирәләре.

БСТ-ла Еңеү көнө тапшырыуҙарынан ситтә ҡалмағыҙ!
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән Ырымбур өлкәһенә гуманитар ярҙам ҡуҙғалды

Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетынан Ырымбур өлкәһенә гуманитар ярҙам ҡуҙғалды. Юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм студенттар һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә кәрәкле әйберҙәр туплаған. Йөк автомобиленә аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена һәм балалар өсөн кәрәкле әйберҙәр тейәлде.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районында айыу айыуҙы ашап киткән

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Бөрйән урмансылығы сигендә айыу һөйәктәрен тапҡан. Айыуҙы айыу ашап киткән, тип ышаныс менән әйтә улар.

«Айыуҙар араһында бындай күренеш осрай, ҡышҡы йоҡонан һуң улар ныҡ ас булырға мөмкин. Ҡайһы берҙә улар, башлыса, ата айыуҙар, ас йөрөгән саҡтарында йәшерәктәренә ташлана», — тип белдерҙеләр ҡурсаулыҡта.

Былтыр ҙа ҡурсаулыҡ биләмәһендә айыуҙар араһында каннибализм осрағы теркәлгән.
😱3