БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөләге боронғо имән йыл ағасы исеменә дәғүә итә

Илдә 1 майҙан конкурс башланды. Унда 74 ағас тәҡдим ителгән. Улар араһында Петр Бөйөк имәне, Лев Толстой каштаны, Петр Паллас платаны күрһәтелгән. “Рәсәй йыл ағасы” конкурсында Өфөнән 234 йыллыҡ имән дә ҡатнаша. Ул 16-сы гимназия янында үҫә. 2017 йылда мәктәп уҡыусы ағастар йәшен тикшереүҙе ойоштора һәм ҡалалағы иң боронғо имәнде асыҡлай. Тауыш биреү 1 авгусҡа тиклем бара.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Торатау итәгендә алты тирмәле этнокомплекс асылды

Уны файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Тирмәләрҙән торған этно комплекста туристар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге июлдә асыла

Уның майҙаны 600 квадрат метр булыуы билдәле. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында барған күләмле төҙөлөш менән танышып, күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Турахан кәшәнәһе янында туристарҙы йәлеп итәсәк объектты асыу мәсьәләһе ҡаралды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тыуған яҡҡа ялға ҡайтҡан бер төркөм яугирҙарҙың ҡыҫҡа ваҡытлы ялы тамамланды

Бөгөн егеттәр «Өфө-арена» спорт һарайы эргәһенән Республика тарафынан бүленгән автобустарҙа алғы һыҙыҡҡа юлланды. Составтың төп өлөшө махсус хәрби операция биләмәһенә 2022 йылдың көҙөндә мобилизация буйынса эләккән. Ялға тәүге тапҡыр ҙа, икенсегә ҡайтҡандар ҙа бар.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкының ремонт ротаһы ялан шарттарында техниканы сафҡа индереү серҙәре менән бүлеште

Ялан шарттарында ла эшлектән сыҡҡан техниканы сафҡа индерергә мөмкинме? Мөмкин, ти «Башҡортостан» полкының ремонт ротаһы яугирҙары. Улар махсус инструментһыҙ ҙа хәрби машиналарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡороп алғы һыҙыҡҡа ебәрә ала. Ҡайһы саҡта ремонтлай алмаҫлыҡ автомобилдәрҙең дә тәгәрмәстәре әйләнә башлай. Ә бит уларҙың күптәре тыныс тормошта техника менән булышмаған да. Әммә еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыу, яуҙаштарының ғүмерен һаҡлап ҡалыу теләге ялан шарттарында ла мөғжизә эшләргә этәрә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында«Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы»акциялары үтә

Тирә-яҡты йәшелләндереүҙә Иглин районы халҡы ла әүҙем ҡатнашты. Үткән аҙнала Таутөмән урмансылығы биләмәһендә биш меңгә яҡын шыршы үҫентеһе ултыртылды. «Ҡояшлы»паркы иһә «Хәтер баҡсаһы», «Йәшел Башҡортостан» акциялары сиктәрендә сәскәләр һәм ағастарға күмелде. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍21
Ырымбур өлкәһендәге аварияла яҡташтарыбыҙ һәләк булған

Кисә киске сәғәт ете тирәһендә М5 Урал трассаһында Орск ҡалаһы янында ҙур йөк машинаһы һәм Nissan X-TraiI автомобиле бәрелешкән.

Сит ил машинаһында дүрт кеше һәләк булған - бер ир, ике ҡатын һәм бер сабый. 1988 йылғы ир һәм уның 2015 йылғы ҡыҙы ауыр хәлдә Медногорск ҡалаһы дауаханаһына оҙатылған. Аварияла һәләк булыусыларҙың барыһы ла Салауат ҡалаһынан.

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
😱4😢2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тәтешле районының Сәүкияз ауылы халҡы алмағас үҫентеләрен ултыртты

Экологик акция мәсет янындағы биләмәлә үтте. Сараны «Атайсал» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырғандар. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Борайҙың 2-се гимназияһында заманса ял зонаһы барлыҡҡа килде

Проектты уҡыусылар үҙаллы әҙерләгән һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн дәүләттән финанс ярҙам йәлеп иткән. Конкурс талаптарына ярашлы, һәр бер проектҡа ярты миллион һум аҡса алырға мөмкин. Йыл һайын республикала был маҡсатта 30 миллион һум субсидия бүленә. Былтыр ғына Башҡортостанда уҡыусыларҙың йөҙҙән ашыу башланғыстары тормошҡа ашырылған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йылайыр районы Юлдыбай ауылында волейбол буйынса турнир үтте

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының иҫтәлеген мәңгеләштереп. Йылайыр районы Юлдыбай ауылына волейбол буйынса турнир үтте. Быйылғы ярышта Урал аръяғы төбәктәренән 9 команда күсмә кубок өсөн көрәш алып барҙы. Теманың дауамы киләһе репортажда.
👍1
Башҡортостанда бала тыуғас 28 мең һум пособие бирелә

Рәсәй Социаль фонды төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл дүрт айҙа 6 меңдән ашыу эшләп йөрөгән әсәгә аҡса күсерелгән. Бының өсөн 167 миллион һум йүнәлтелгән. Пособие мотлаҡ социаль страховкалау тәртибе барышында тәғәйенләнә. Ғариза тултырып мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Ике һәм унан күберәк бала булғанда, пособие һәр береһе өсөн айырым бирелә.
Өфөлә ҡороған сағандар урынына ҙур йүкәләр ултыртыла

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Пушкин урамының бер өлөшөндә тротуар тәртипкә килтерелә, таш түшәлә. Юл буйындағы ҡарт сағандар ҡырҡыла һәм йүкә ағастары ултыртыла. Халыҡҡа йәшелләндереү сараһын аңлап ҡабул итергә саҡыралар. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында 5 меңдән ашыу ҙур үҫенте һәм 105 мең ҡыуаҡ ултыртылды. Сарала 40 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
👍2
БСТ | Яңылыҡтар
Ырымбур өлкәһендәге аварияла яҡташтарыбыҙ һәләк булған Кисә киске сәғәт ете тирәһендә М5 Урал трассаһында Орск ҡалаһы янында ҙур йөк машинаһы һәм Nissan X-TraiI автомобиле бәрелешкән. Сит ил машинаһында дүрт кеше һәләк булған - бер ир, ике ҡатын һәм бер…
Юл фажиғәһенә тарыған ике ғаилә гимнастика буйынса ярышҡа китеп барған

Салауат ҡалаһынан ике ғаилә Ырымбур өлкәһендә аварияға осрауы хаҡында яҙғайныҡ. Унда дүрт кешенең, шул иҫәптән бер баланың ғүмере өҙөлдө. Ҡорбандар араһында кредит ойошмаларының береһендә эшләгән 36 йәшлек хеҙмәткәр ҙә бар. Уның коллегалары социаль селтәрҙә туғандарының ҡайғыһын уртаҡлаша. Ике ғаилә лә гимнастика буйынса ярышҡа китеп барған. Юл фажиғәһендә 30 йәшлек ир, уның 30 йәшлек ҡатыны һәм 9 йәшлек ҡыҙҙары һәләк булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, киске сәғәт етеләр тирәһендә Орскиға ингән ерҙә, Медногорскиға боролор алдынан, фура менән Nissan X TraiI бәрелешкән. Иҫән ҡалған 36 йәшлек ир һәм уның 9 йәшлек ҡыҙы дауаханаға оҙатылған: ҡыҙыҡайҙы вертолет менән өлкә дауаханаһына килтергәндәр, уның атаһы реанимацияла ята.

Ике ғаиләлә лә берәр ул үҫеп килә. Фажиғә ваҡытында малайҙар машинала булмаған. Автоһәләкәт сәбәптәре асыҡлана.
👍2😢2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Борай районында йәшәүсе ветеран Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты

Борай районы Ҡуҙбай ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Заһит Әхтәриев Бөйөк Еңеү көнөн ҡаршыларға әҙерләнә. Ул рус-япон һуғышын үткән. 98 йәшен тултырырға әҙерләнгән яугир бөгөн дә әүҙем, теремек, күңел көрлөгөн юғалтмаған.
❤‍🔥2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» һәм Еңеү салюты булмай

Был турала бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендәге оператив кәңәшмәлә белдерелде. Әммә был байрам бөтөнләй билдәләнмәй тигәнде аңлатмай. Еңеү көнөндә байтаҡ иҫтәлекле саралар ҡаралған. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек, парктарҙы, ихаталарҙы төҙөкләндереү тураһында ла һүҙ барҙы. Шулай уҡ йөк контроле пункттарын 19 майға асыу бурысы ҡуйылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә

Һынған ағастар, зыян күргән машиналар, йығылған туҡталыштар. Бөгөн республикала ҡупҡан дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү дауам итә. Йәмғеһе баш ҡалала дауылға бәйле 90-ға яҡын мөрәжәғәт теркәлгән. Секундына 25 метрғаса еткән ел ваҡытында күләмле саралар ҙа кисектерелде. Ғәрәсәт тағы ҡабатланырмы? Яуап киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау юлланды

Өфөнөң Киров районы хакимиәте, халҡы һәм эшҡыуарҙары йыйған гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. 11 ҙур йөк машинаһына беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәре - автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, техника, медикаменттар, аҙыҡ-түлек һәм татлы ризыҡтар менән тейәлгән. Яугирҙарға мәктәп уҡыусыларынан шәхси посылкалар, хаттар ҙа тапшырыласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Дим районы мәктәптәре «Еңеү тәҙрәләре» акцияһына ҡушылды

Илебеҙҙең төп байрамы - Еңеү көнө яҡынлаша. Ошо уңайҙан 1 майҙан 9-на тиклем бөтә ил буйынса «Еңеү тәҙрәләре» Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы үтә. Уға Өфөнөң Дим районы мәктәптәре әүҙем ҡушылды. Акция тураһында ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районының Охлебинин ауылында «Һалдаттар ялда» байрамы үтте

Республикала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған байрам саралары дауам итә. Иглин районының Охлебинин ауылында үткән «Һалдаттар ялда» тип исемләнгән халыҡсан байрам хаҡында киләһе яҙмала.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Юлдаш plus» йәштәр үҙәген асыу тантанаһы бара

Сараға хөрмәтле ҡунаҡтар, коллегалар, юлдаштар йыйылған.

Беренсе йәштәр радиоһы үҙәге «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең радио базаһында эшләйәсәк. Был урын баш ҡала йәштәре өсөн аралашыу, белем алыу майҙанына әйләнер тип көтөлә. Үҙәктә уҡыуҙар, осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡарала.
👍21