Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфө эргәһендә юл тығындары барлыҡҡа килеүҙә ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға ҡушты
Был турала төбәк етәксеһе бөгөн «Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте»ндә белдерҙе. Кисә Булгаков ауылы янында меңдәрсә автомобилдәр тығыны юлдағы ремонт эштәренә бәйле барлыҡҡа килгән. Юл хеҙмәткәрҙәре эште көндөҙгө 12-гә тиклем тамамларға тейеш булған, тик ямғыр арҡаһында ремонт кисектерелгән. Бынан һуң, юлда ремонт эштәре иртәнге сәғәт 11-ҙән 5-кә тиклем һәм киске 8-ҙән таңғы 7-гә тиклем башҡарыласаҡ. Подрядсы ойошмаға штраф һалынған. Радий Хәбиров республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, Өфө районы хакимиәте һәм Республика менән идара итеү үҙәгенең берҙәм эш итмәүҙәрен билдәләне һәм яуаплыларҙы язаға тарттырырға ҡушты.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башкортостанда техник һәм таҙа фосфор кислотаһы етештереү буйынса предприятие төҙөү күҙаллана
Инвестиция проекты бөгөн сираттағы инвестиция сәғәтендә Башҡортостан башлығына тәҡдим ителде. Эшҡыуарҙар яҡынса 20 гектар майҙанда фосфор кислотаһы етештереүҙе йәйелдерергә ниәтләй. Тәүге этапта инвестор проеткҡа бер миллиард 900 миллион һум аҡса йүнәлтергә ниәтләй.
Инвестиция проекты бөгөн сираттағы инвестиция сәғәтендә Башҡортостан башлығына тәҡдим ителде. Эшҡыуарҙар яҡынса 20 гектар майҙанда фосфор кислотаһы етештереүҙе йәйелдерергә ниәтләй. Тәүге этапта инвестор проеткҡа бер миллиард 900 миллион һум аҡса йүнәлтергә ниәтләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың мәктәп туҡланыуын ойоштороу илдә иң яҡшы тәжрибә тип танылды
Социаль ойошмаларҙы, атап әйткәндә, мәктәп һәм балалар баҡсаларында, дауаханаларҙа туҡландырыуҙы ойоштороу системаһын үҙгәртеп ҡороу яҡшы һөҙөмтә бирә. Социаль туҡланыуҙы күҙәтеү идаралығы эшләп килә, ата-әсәләр тарафынан ялыуҙар ҙа кәмегән.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Красноусол ауылындағы «Ғафури» кооперативында сыр етештереү бүлеге асылған
Башҡортостанда «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ» проекты сиктәрендә ауыл хужалығы кооперативтары дәүләт ярҙамы менән файҙалана ала. Красноусол ауылындағы «Ғафури» кооперативында грант аҡсаһына сыр етештереү бүлеге асылған, махсус цех ҡеүәтле ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Яңыртылған хужалыҡта 16 төрлө сыр һәм башҡа ризыҡтар етештерелә.

Хәйбулла районында «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсының икенсе этабы тамамланды
Хәйбулла районы предприятиелары, учреждениелары һәм ауыл биләмәләре араһында «Таланттар йондоҙлоғо» район конкурсының икенсе этабы тамамланды. Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты акционерҙар йәмғиәте призына 9 коллектив көс һынашты.

Хеҙмәттәшебеҙ Рәмзиә Кәримова «Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы» исеменә лайыҡ булды
Рәсәй президенты Владимир Путин биш яҡташыбыҙға маҡтаулы исемдәр биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Рәсми документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Хеҙмәттәшебеҙ, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында мәғлүмәт тапшырыуҙарының төп редакцияһының махсус хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова-Байбулатова илебеҙ журналистикаһын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы исеменә лайыҡ булды.
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

❤13👍4🙏3👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Айыҡ водитель» профилактик акцияһы йомғаҡтары барланды
Башҡортостанда «Айыҡ водитель» профилактик акцияһы йомғаҡтары барланды: май башында өс йөҙгә яҡын водителдең рулгә эскән килеш ултырыуы асыҡланған. Уларҙың 22-һе эскән килеш икенсе тапҡыр тотолған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоусыларҙың береһе хоҡуҡ һаҡсыларынан ҡасырға маташҡан.

❤1
Благовещен районынан ғаилә 52 бала тәрбиәләй
Благовещен районының Ошмянка ауылынан Минизаһиҙә һәм Владимир Шичиндар өс бала тәрбиәләп үҫтергән, приюттан 32 баланы тәрбиәгә алған һәм оло тормош юлына аяҡ баҫтырған. Уларҙың барыһы ла ата-әсәһенең өлгөһөндә үҙ ғаиләһен төҙөгән. Шулай уҡ бөгөн ирле-ҡатынлы 17 сабыйҙы үҙ ҡанаты аҫтына алған.
«Барыһы ла 2006 йылда башланды, ул саҡта беҙҙең өйгә бер малай килә башланы. Бер көндө: «Минең дә ошондай ғаиләлә йәшәгем килә! Мин һеҙҙә ҡалһам буламы?» - ти. Был бала хаҡында һораша башланыҡ, уның тағы бер һеңлеһе булған. Шул көндән бөтә ваҡытыбыҙҙы балалар бағышланыҡ. Приюттан башҡа малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы алып ҡайттыҡ», - тип әсә.
Ғаилә Ошмянка ауылында ҙур йорт төҙөгән, баҡса, хужалыҡ йәйелдергән. Малайҙарҙы ғаилә башлығы тәрбиәләй– улар бергәләп бесән, утын әҙерләй, ихатаны тәртиптә тота.
Минизаһиҙә Зәки ҡыҙы театр түңәрәге һәм ике бейеү коллективы ойошторған. Улар конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә сығыш яһай, спектаклдәр ҡуя, бейей.

👍8
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Башҡортостандың гражданлыҡ форумы» үтте
Республикала осҡон сәсеп торған кешеләр эшләй. Был турала Өфөлә үткән «Башҡортостандың гражданлыҡ форумы» барышында федераль эксперттар белдерҙе. Бөгөн баш ҡалалағы «Торатау» конгресс-холында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы, власть органдарын һәм йәмғиәтте берләштереүсе форум уҙғарылды. Сарала республика етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Биш йыл эсендә социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмалар республика бюджетынан миллиард һумға яҡын грант ярҙамы алды, тине Башҡортостан башлығы.

Баш ҡала мәктәптәре «Еңеү тәҙрәләре» акцияһына ҡушылды
Өфө халҡы урамға еңеү тәҙрәләре аша ҡарай. Баш ҡала мәктәптәре, ойошмалар «Еңеү тәҙрәләре» акцияһына ҡушылды. Был көндәрҙә тәҙрәләр Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусыларҙың фотолары менән биҙәлде. Быйыл «Үлемһеҙ полк» онлайн форматта үтеү уңайынан һәр кем ғаилә геройҙары портретын үҙ йорто тәҙрәһенә элә ала. Шулай уҡ акцияның рәсми сайтында ла акцияға ҡушылырға була.

Өфө ҡалаһы тәүге тапҡыр «Виссарион Белинский» теплоходын ҡабул итте
Өфө ҡалаһы тәүге тапҡыр «Виссарион Белинский» теплоходын ҡабул итте, ул Түбәнге Новгородтан рейс яһай һәм был миҙгелдә Башҡортостан йылғалары буйлап үткән иң ҙур һыу судноһы һанала. Дуҫлыҡ Монументы эргәһендәге причалға «Николай Некрасов», «Александр Бенуа» теплоходтары ла килде, дөйөм алғанда, биләмәлә дүрт йылға транспортын күрергә мөмкин. Тәүгеһе - «Александр Пушкин» исемен йөрөткәне кесе йома туҡталғайны. Круиз менән йөрөп баш ҡалаға экскурсияға килгән туристар һәм уларға әҙерләнгән бай мәҙәни программа тураһында сюжет.

Башҡортостанда медицина полистары менән мутлашыу осраҡтары бар
Шылтыратыусылар үҙҙәрен страховка фирмаһы вәкиле итеп таныта, ҡағыҙ полисты электрон документҡа алмаштырырға, йә ҡулланыу ваҡытын оҙайтырға тәҡдим итә. Артабан, телефонға мобиль ҡушымта урынлаштырырға күндерә. Был программа ярҙамында шәхси мәғлүмәттәрҙе асалар. Медицина полистарын ҡулланыу ваҡыты сикләнмәгән. Ҡағыҙ документтарҙы дәүләт хеҙмәттәре порталында бушлай алмаштырырға мөмкин. Был мотлаҡ түгел, бер ниндәй ҙә талап ҡуйылмаған.

Өфөләге боронғо имән йыл ағасы исеменә дәғүә итә
Илдә 1 майҙан конкурс башланды. Унда 74 ағас тәҡдим ителгән. Улар араһында Петр Бөйөк имәне, Лев Толстой каштаны, Петр Паллас платаны күрһәтелгән. “Рәсәй йыл ағасы” конкурсында Өфөнән 234 йыллыҡ имән дә ҡатнаша. Ул 16-сы гимназия янында үҫә. 2017 йылда мәктәп уҡыусы ағастар йәшен тикшереүҙе ойоштора һәм ҡалалағы иң боронғо имәнде асыҡлай. Тауыш биреү 1 авгусҡа тиклем бара.

Торатау итәгендә алты тирмәле этнокомплекс асылды
Уны файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Тирмәләрҙән торған этно комплекста туристар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
Уны файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Тирмәләрҙән торған этно комплекста туристар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге июлдә асыла
Уның майҙаны 600 квадрат метр булыуы билдәле. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында барған күләмле төҙөлөш менән танышып, күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Турахан кәшәнәһе янында туристарҙы йәлеп итәсәк объектты асыу мәсьәләһе ҡаралды.
Уның майҙаны 600 квадрат метр булыуы билдәле. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында барған күләмле төҙөлөш менән танышып, күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Турахан кәшәнәһе янында туристарҙы йәлеп итәсәк объектты асыу мәсьәләһе ҡаралды.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тыуған яҡҡа ялға ҡайтҡан бер төркөм яугирҙарҙың ҡыҫҡа ваҡытлы ялы тамамланды
Бөгөн егеттәр «Өфө-арена» спорт һарайы эргәһенән Республика тарафынан бүленгән автобустарҙа алғы һыҙыҡҡа юлланды. Составтың төп өлөшө махсус хәрби операция биләмәһенә 2022 йылдың көҙөндә мобилизация буйынса эләккән. Ялға тәүге тапҡыр ҙа, икенсегә ҡайтҡандар ҙа бар.
Бөгөн егеттәр «Өфө-арена» спорт һарайы эргәһенән Республика тарафынан бүленгән автобустарҙа алғы һыҙыҡҡа юлланды. Составтың төп өлөшө махсус хәрби операция биләмәһенә 2022 йылдың көҙөндә мобилизация буйынса эләккән. Ялға тәүге тапҡыр ҙа, икенсегә ҡайтҡандар ҙа бар.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкының ремонт ротаһы ялан шарттарында техниканы сафҡа индереү серҙәре менән бүлеште
Ялан шарттарында ла эшлектән сыҡҡан техниканы сафҡа индерергә мөмкинме? Мөмкин, ти «Башҡортостан» полкының ремонт ротаһы яугирҙары. Улар махсус инструментһыҙ ҙа хәрби машиналарҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡороп алғы һыҙыҡҡа ебәрә ала. Ҡайһы саҡта ремонтлай алмаҫлыҡ автомобилдәрҙең дә тәгәрмәстәре әйләнә башлай. Ә бит уларҙың күптәре тыныс тормошта техника менән булышмаған да. Әммә еңеүҙе тиҙерәк яҡынайтыу, яуҙаштарының ғүмерен һаҡлап ҡалыу теләге ялан шарттарында ла мөғжизә эшләргә этәрә.

Иглин районында«Йәшел Башҡортостан» һәм «Хәтер баҡсаһы»акциялары үтә
Тирә-яҡты йәшелләндереүҙә Иглин районы халҡы ла әүҙем ҡатнашты. Үткән аҙнала Таутөмән урмансылығы биләмәһендә биш меңгә яҡын шыршы үҫентеһе ултыртылды. «Ҡояшлы»паркы иһә «Хәтер баҡсаһы», «Йәшел Башҡортостан» акциялары сиктәрендә сәскәләр һәм ағастарға күмелде. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.

👍2❤1
Ырымбур өлкәһендәге аварияла яҡташтарыбыҙ һәләк булған
Кисә киске сәғәт ете тирәһендә М5 Урал трассаһында Орск ҡалаһы янында ҙур йөк машинаһы һәм Nissan X-TraiI автомобиле бәрелешкән.
Сит ил машинаһында дүрт кеше һәләк булған - бер ир, ике ҡатын һәм бер сабый. 1988 йылғы ир һәм уның 2015 йылғы ҡыҙы ауыр хәлдә Медногорск ҡалаһы дауаханаһына оҙатылған. Аварияла һәләк булыусыларҙың барыһы ла Салауат ҡалаһынан.
Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

😱4😢2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тәтешле районының Сәүкияз ауылы халҡы алмағас үҫентеләрен ултыртты
Экологик акция мәсет янындағы биләмәлә үтте. Сараны «Атайсал» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырғандар. Ентекләберәк киләһе яҙмала.