Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «Хәтер баҡсаһы» акцияһы үтте
«Хәтер баҡсаһы» гөрләп үҫһен. Талҡаҫ күле буйында Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән берлектә, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре, студенттар, мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр ағас ултыртты. Акция һуңында күл буйы сүп‐сарҙан таҙартылды. Экологик өмә хаҡында киләһе яҙмала.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ыуылдырыҡ сәсеү осоронда балыҡ тотоусыларҙы асыҡлау буйынса рейд башланды
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары күл һәм быуаларҙы тикшерә. Рейдтар «Асылыкүл» тәбиғәт паркында ла үтте.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районында йәшәүсе 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Еңеү яҙын ҡаршыларға әҙерләнә
Курск дуғаһын үткән яугир. Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан 100 йәшен тултырған Әүхәҙи Миңлеғолов сираттағы Еңеү яҙын ҡаршыларға әҙерләнә. 1942 йылдың авгусында һуғышҡа саҡырылып, ул махсус хәрби әҙерлек үткән. Фронт һыҙығында немецтарҙы әсирлеккә алып, ҡаһарманлыҡ күрһәткән, Днепр йылғаһының икенсе ярына сыҡҡанда ҡаты яраланған ветеран менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө лимонарийында ысын йәй башланды
Хеҙмәткәрҙәр башҡорт сакураһы тип йөрөткән миндаль ҡыуаҡлығы, бугенвиллия һәм башҡа үҫемлектәр шау сәскәгә күмелгән. Өфө лимонарийында барлығы 700 төр үҫемлек менән танышып, ял көндәрен йәшеллектә үткәрергә мөмкин.

❤3
Хмелевский ҡалды, Коледов китте
Александр Хмелевский "Салауат Юлаев" менән килешеүен оҙайтты. Уның менән өс йылға контракт төҙөлдө. Уҙған миҙгелдә һөжүмсе юлаевсылар өсөн 67 уйын уҙғарҙы, 27 шайба индерҙе, 29 һөҙөмтәле пас бирҙе.
Павел Коледов менән контракт өҙөлдө. Һаҡсы Өфө командаһы өсөн 2018 йылдан уйнаны. Юлаевсылар менән 355 осрашыуҙа ҡатнашты, тип хәбәр итә клубтың матбуғат хеҙмәте.

👏5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Күсмә халыҡтар цивилизацияһы Евразия музейы төҙөлөшө буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Күсмә халыҡтар цивилизацияһы Евразия музейы төҙөлөшө буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Шишмә районындағы Турахан кәшәнәһе янында туристарҙы йәлеп итәсәк объектты асыу мәсьәләһе ҡаралды. Музейҙың визит-үҙәге быйыл 6 июлдә асылыр тип көтөлә. Бынан тыш, Радий Хәбиров биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү предприятиеһында, «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса яңыртылған биләмәлә булды, урындағы ауыл хужалығы колледжын төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылды.

Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды
Яугирҙарға гуманитар йөк туплауға тотош республика халҡы ҡушылған, предприятиелар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа үҙ өлөшөн индергән. Ылауҙа төҙөлөш материалдары ла, медицина препараттары ла, кейем-һалым да, аҙыҡ-түлек тә бар.
Яугирҙарға гуманитар йөк туплауға тотош республика халҡы ҡушылған, предприятиелар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа үҙ өлөшөн индергән. Ылауҙа төҙөлөш материалдары ла, медицина препараттары ла, кейем-һалым да, аҙыҡ-түлек тә бар.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың исемле хәрби подразделениелары республиканан сираттағы ярҙам алды
123-сө гуманитар ылау адресаттарына барып етте. Башҡортостандың исемле хәрби подразделениелары республиканан сираттағы ярҙам алды. Был юлы ла яугирҙарға башлыса техника, элемтә ҡорамалдары һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары тупланған. Улар хәрбиҙәрҙең дислокация урынына уҡ алып барып етеп тапшырылды.

❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бишбүләк районы «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнаша
Ошо төбәктә тыуып үҫеп әле илдең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән яҡташтар Кесе Ватанының тормошон яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә. Улар социаль объекттарҙы ремонтлай, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш алып бара, һәйкәлдәрҙе, обелисктарҙы яңырта, балалар, спорт майҙансыҡтары төҙөй, йәшелләндереү буйынса экологик ацияларҙа ҡатнаша. Йәғни, бишбүләктәр ҡайҙа ғына йәшәһә лә, ниндәй генә дәрәжәләргә өлгәшһә лә атайсалынан айырылмай. Иттихат ауылында төҙөлгөн иман йорто ла ошо бәйләнештең бер сағылышы.

87 йәшен туйларға әҙерләнеүенә ҡарамаҫтан, бүләһе өсөн үҙ ҡулдары менән ике ҡатлы йорт һала
Бәхетле ҡартлыҡта. 87 йәшен туйларға әҙерләнгән Фәнис Сруровтың тормошо күптәргә өлгө булырлыҡ. Оло йәшенә ҡарамаҫтан физик күнекмәләр яһай, һигеҙ телдә иркен аралаша, бүләһе өсөн үҙ ҡулдары менән ике ҡатлы йорт һала. Төҙөлөш урынында Фәнис Фазыл улы менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

❤4👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
1 май — Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән!
Күгебеҙ аяҙ, еребеҙ тыныс, донъялар имен булһын! Һәммәгеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйбеҙ!

❤7
Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса ҡабул итеү ҡағиҙәләре үҙгәрә
Яңы норма ил буйынса бөгөндән ғәмәлгә инә. Республика менән идара итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер бер йүнәлтмә менән бер генә ВУЗды һайларға мөмкин. Уҡыу йорто ярты йыл һайын студенттың нисек өлгәшеүе тураһында мәғлүмәт биреп бара. Диплом алып сыҡҡас студентты уҡытыуға заказ биргән ойошмала кәмендә 3 йыл эшләргә кәрәк була.

👍2
Һөжүмсе Джошуа Ливо Өфөлә ҡала
"Салауат Юлаев" Канада һөжүмсеһе менән контрактты оҙайтты. Килешеү бер йылға иҫәпләнгән. Джошуа Ливо уҙған миҙгелдә 47 уйында 19 шайба индерҙе, 28 һөҙөмтәле пас бирҙе. Шулай уҡ Александр Хмелевский менән контракт оҙайтылды. Һаҡсы Павел Коледов менән килешеү өҙөлдө. Ҡапҡа һаҡсыһы Илья Ежов карьераһын тамамланы.

Тәүлек эсендә "112 системаһы"на һыу баҫыу тураһында хәбәр килмәгән
Өфө ҡалаһы янында ҙур йылғалар кимәле бер аҙ кәмегән. Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарында Ағиҙелдә һыуҙың күтәрелеүе теркәлгән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Бөгөн Баймаҡ, Шишмә райондарында, Өфө ҡалаһында һыу баҫыуға бәйле 7 хәл даими контролгә алынған.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Өфө-хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһына сәскә һалды
Бөгөн - яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Байрам айҡанлы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре «Өфө-хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһына сәскә һалды. Яҙ һәм хеҙмәт байрамына арналған тантаналар икенсе йыл инде ошо стела янында башлана. Дуҫлыҡ Монументы аҫтында, Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан һәйкәл халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хеҙмәт батырлығын мәңгеләштерә.

Ҡырмыҫҡалы районынан Николай Астафьев 79-сы Еңеү яҙын ҡаршылырға әҙерләнә
97 йәшлек ветеран Һәүәләй ауылында йәшәй. Николай Дмитриевич Бөйөк Ватан ғына түгел, Рус-япон һуғышын да үткән. Оло йәштәге яугир хаҡында киләһе яҙмала.
97 йәшлек ветеран Һәүәләй ауылында йәшәй. Николай Дмитриевич Бөйөк Ватан ғына түгел, Рус-япон һуғышын да үткән. Оло йәштәге яугир хаҡында киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Милләттәр кросы» үтте
Иглиндәр тыныслыҡ, яҙ һәм хеҙмәт байрамын еңел атлетика буйынса ярышта ҡатнашып ҡаршыланы. «Милләттәр кросы» халыҡсан спорт сараһы хаҡында киләһе яҙмала.

Башҡорт ҡыҙы Forbes рейтингына ингән!
Опера йырсыһы Айгөл Әхмәтшина Forbes-тың «30 йәшкә тиклемге иң уңышлы 30 кеше» рейтингына ингән. Был исемлеккә 30 йәшкә тиклем Бөтә Рәсәй һәм донъя кимәлендә ҙур танылыу яулаған шәхестәр инндерелә.
Айгөл Әхмәтшина — Ҡырғыҙ-Миәкәлә тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған йырсы. Яҡташыбыҙ Decca Classic донъя кимәлендәге лейблының артистары иҫәбенә индерелде. Ул — һуңғы 30 йылда контракт төҙөгән беренсе меццо-сопрано.
Афарин!

👍9❤1
❤Йырсы Йәмил Баймырҙин кәләш алған!
Талантлы йырсы Йәмил Баймырҙин Ғаилә йылында кәләшле булған.
Хәйбулла районының Байғусҡар ауылында тыуып үҫкән Йәмил Баймырҙин (Ябай Малай) үҙенең сәхифәһендә кәләш алыуы хаҡында хәбәр иткән. "Яңы ғаилә. Баймырҙиндар ғаиләһе. Ғаилә йылы- 24" тигән хештег менән никах фотоһын һалған.
Йәш ғаиләгә оло мөхәббәт, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ!

👍6
Өфөлә юл фажиғәһендә иҫән ҡалған егетте дауахананан сығаралар
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан биш кеше һәләк булған юл фажиғәһендә иҫән ҡалғандарҙың хәле тураһында хәбәр иттеләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 19 апрелдә Өфө — Ырымбур юлының 1-се саҡрымында «ВАЗ-2115» автомобиле «КамАЗ» йөк машинаһы менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында водитель һәм уның пассажирҙары, 22 һәм 20 йәшлек егеттәр һәм 18 йәшлек ике ҡыҙ һәләк булған. 21 йәшлек егет менән ҡыҙ иҫән ҡалған. Уларҙың барыһы ла — Өфө районында йәшәгән, бер ҡыҙ — Өфөнән.
«Пациентты бөгөн сығаралар. Ҡыҙ ауыр хәлдә реанимацияла ята», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.

😢2