Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса район конкурсы үтте
Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса район конкурсы үтте. Кескәйҙәр сәсәнлектә ярышты. Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса район конкурсы үтте.

❤2
Алтын миҙал Башҡортостанға килә!
Башҡорт уҡыусыһы Вадим Харисов Ҡытайҙа уҙған халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында алтын миҙал яуланы.
22-нән 26 апрелгә тиклем Ҡытайҙың Шэньчжен ҡалаһында халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһы үткән. Унда Рәсәй йыйылма командаһы биш алтын һәм биш көмөш миҙал яулаған. Алтындарҙың береһен республика инженер лицей-интернатынан Вадим Харисов алған. Ул төрлө илдән йыйылған 26 уҡыусы араһында еңеүсе тип табылған.
Афарин!

👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Мэрҙар мәктәбе»ндә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне
Мэрҙар мәктәбе. Рәсәйҙә дәүләт идараһы буйынса яңы кадҙар программаһы тормошҡа ашырыла. Проектта ҡатнашыусылар бөгөн Өфөгә семинарға йыйылды. Уларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
«Мэрҙар мәктәбе» Рәсәй Президенты ҡарамағындағы халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының дәүләт идараһы юғары мәктәбе тарафынан тормошҡа ашырыла.

Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә 205 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам буласаҡ
Башҡортостанда быйыл 1 майҙан 1 сентябргә тиклем Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә 205 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам буласаҡ, ул бер тапҡыр ғына түләнә. Тейешле Указға төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. Ярҙам сараһы Башҡортостандың Хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырылған Рәсәй граждандарына ҡағыла, шулай уҡ түләүҙәргә Өфөләге хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса пунктында контракт төҙөгән сит ил вәкилдәре лә дәғүә итә.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл Башҡортостанда 750 етем баланы торлаҡ менән тәьмин итеү планлаштырыла
Ошо маҡсатта федераль һәм республика ҡаҙналарынан 2 млрд 600 миллион һум бүленә. Был турала бөгөн оператив кәңәшмә барышында билдәләнде. Ултырышта шулай уҡ балаларҙың йәйге ялы ойоштороу, район-ҡалаларҙы тәртипкә килтереү мәсьәләләре лә күтәрелде.
Ошо маҡсатта федераль һәм республика ҡаҙналарынан 2 млрд 600 миллион һум бүленә. Был турала бөгөн оператив кәңәшмә барышында билдәләнде. Ултырышта шулай уҡ балаларҙың йәйге ялы ойоштороу, район-ҡалаларҙы тәртипкә килтереү мәсьәләләре лә күтәрелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мөрсәлимдә карьер эшен тәртипкә килтерергә ҡушты
Урындағы юл емерелмәһен! Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Мөрсәлимдә карьер эшен тәртипкә килтерергә ҡушты. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусы эшмәкәрлеге арҡаһында ҡырсынташ сығарылған ауылдан район үҙәгенә тиклемге юл халыҡ өсөн ҡаршылыҡтар һыҙатына әйләнгән. Ауыр йөк ташыусы самосвалдар юлды шул тиклем емереп, үҙҙәре лә ҙур соҡорҙарға батып ултырырға мәжбүр.

✍1👏1🤯1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй янғын һағы көнө алдынан донъялағы иң хәүефле һөнәр эйәләре тәбрикләнде
Ҡотҡарыусыларға дәүләт һәм ведомство наградлары тапшырылды. Шулай уҡ яңы хеҙмәт юлын башлаусылар хәрби ант ҡабул итте.
Ҡотҡарыусыларға дәүләт һәм ведомство наградлары тапшырылды. Шулай уҡ яңы хеҙмәт юлын башлаусылар хәрби ант ҡабул итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 79-сы еңеү яҙын ҡаршы алырға әҙерләнә
Стәрлетамаҡ районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәшит Әһилиуллин 79-сы еңеү яҙын ҡаршы алырға әҙерләнә. Төбәктең почетлы гражданины Ғәбдрәшит Хәмит улы Талас ауылында йәшәй. Ветерандың тормош китабында - аслыҡ йылдары, Рус-япон һуғышы, 4 тиҫтәгә яҡын хеҙмәт стажы. Ә оҙон ғүмерлелек сере иһә киләһе яҙмала.

Өфөлә Чернобыль АЭС-да авария эҙемтәләрен бөтөрөүсе геройҙарҙы хөрмәтләнеләр
Чернобыль атом электростанцияһындағы фажиғәгә - 38 йыл. 1986 йылдың 26 апрелендә төнгө икенсе ярты тирәһендә станцияның 4-се энергоблогы шартлай. Ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында радиациянан 100 мең квадрат километрҙан ашыу биләмә, 7 миллиондан ашыу кеше зыян күрә. Тарихи дата уңайынан бөгөн авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәйкәл янында тантаналы митинг үтте. Ликвидаторҙар, уларҙың яҡындары, дәүләт эшмәкәрҙәре мемориалға сәскә һалды.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант!
Международный диктант по башкирскому языку: прямой эфир!
Уникальное мероприятие в этом году проводится во всем мире уже в десятый раз. Каждый из вас может присоединиться к диктанту и проверить свой уровень владения языком.
Традиционно тех, кто напишет диктант, будут оценивать по трем уровням: начальный уровень владения, свободный уровень владения и владение северо-западным диалектом башкирского языка.
Подключайтесь к нам и узнайте, насколько хорошо вы знаете башкирский язык.
Смотрите трансляцию по ссылке: https://vk.com/video-27097047_456279781

VK Видео
Международная образовательная акция «Международный диктант по башкирскому языку»
Watch Международная образовательная акция «Международный.. 2 hr. 24 s from 27 April 2024 online in HD for free in the VK catalog without signing up! Views: 45707. Likes: 207.
Башҡортостанда тынлыҡ законына үҙгәреш индерелде
Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа ҡанун проектына төҙәтмә беренсе уҡыуҙа ҡаралды. Уға ярашлы күп фатирлы торлаҡ биләмәһендә киске сәғәт 11-ҙән һуң шау-шыулы һәм тауышлы уйындар үткәреү тыйыла. Дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органдары рөхсәте менән үткәрелгән күмәк сараларға ғына ташлама яһала. Тынлыҡ законына ярашлы, эш көндәрендә киске сәғәт 11-ҙән иртәнге 7-гә тиклем шауларға ярамай. Ял һәм байрам көндәрендә сикләү иртәнге 9-ға тиклем оҙайтыла.

Радий Хәбиров башҡорт теленән диктантты «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында яҙҙы
Бөгөн «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһы башланды. Быйыл уның девизы: «Тел - халҡыбыҙҙың рухи байлығы». Йылдағыса яҙма эш онлайн һәм оффлайн форматта уҙҙы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башҡорт теленән диктантты «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында яҙҙы.
Бөгөн «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» акцияһы башланды. Быйыл уның девизы: «Тел - халҡыбыҙҙың рухи байлығы». Йылдағыса яҙма эш онлайн һәм оффлайн форматта уҙҙы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башҡорт теленән диктантты «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында яҙҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән
Ғафури районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәхим Садиҡов 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән. Оло йәштәге ветеран 18 йәшендә фронтҡа китеп Бөйөк Еңеүҙе Берлин эргәһендә ҡаршы алған. Легендар «Катюша» ҡорал системаһы менән ил тыныслығы өсөн дүрт йыл дауамында көрәшкән.

👍2
🥲Башҡортостандан яралы яугир бер нисә көн емереклектәр аҫтында ятып, иҫән ҡалған
Башҡортостан яугире дүрт көн буйына махсус хәрби операция барған участкаларҙың береһендә емереклектәр аҫтында ятҡан. Ул аңын юғалтҡан, ләкин иҫән ҡалған. «Ҡайтыр» позывнойлы яҡташыбыҙ тураһында «Башҡортостандың халыҡ фронты» телеграм-каналы хәбәр итә.
Билдәле булыуынса, яугир үҙ подразделениеһы составында алышта ҡатнашҡан. Отряд дошман уты аҫтына эләкһә лә, бурысын үтәгән. Әммә «Ҡайтыр» яраланғандан һуң иҫен юғалтып, емереклектәр аҫтында тороп ҡалған. Алыш тынғас, иптәштәре яу урынына килеп, уны ҡотҡарған. Уларҙың береһе Бишбүләктән «Колос» позывнойлы яугир булып сыҡҡан.
Хәҙер «Ҡайтыр» госпиталдә дауалана.

😢3🔥1
⚡Өфөлә аварияла ауыр йәрәхәт алған 21 йәшлек ҡыҙ күҙҙәрен асҡан
Баш ҡалала биш кеше һәләк булған аварияға бер аҙна үткәс, зыян күреүселәрҙең береһе, 21 йәшлек Регина күҙҙәрен асҡан. Тик табиптар уның хәле ауыр булыуын, бер нимәгә лә иғтибар итмәүен билдәләй.
👤Уның егетенең хәле яҡшырған, ул 22-се ҡала дауаханаһының нейрохирургия бүлегендә дауалана, ҡыҙ — нейрореанимацияла.
19 апрелдә «ВАЗ-2115» машинаһы водителе «КамАЗ» һыу һибеү машинаһына бәрелеп, биш йәш кеше һәләк булды.

«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2024» акцияһы үтте
Быйыл республикала Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктантҡа мең ярымдан ашыу майҙансыҡ әҙерләнгәйне. Унда башҡорт телен өс кимәлдә: башлап өйрәнеүселәр, иркен аралашыусылар, төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн диктант яҙыу мөмкинлеге булдырылды. Мәртәбәле сарала ҡатнашырға теләүселәр өсөн БСТ каналы тура трансляция ла ойошторҙо.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Атайсал» форумының йомғаҡлау тантанаһы үтте
Илһөйәрлек ҡоронда илдең һәм республиканың төрлө төбәктәренән делегаттар ҡатнашты, сара ҡунаҡтарын Башҡортостан башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә Өфөлә, «Патриот» паркы биләмәһендә мәсет төҙөтәсәген дә белдерҙе. 2021 йылда старт алған «Атайсал» программаһы 5 меңдән ашыу кешене берләштергән күләмле майҙансыҡ, уның сиктәрендә 25 меңдән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Башҡарылған эштәрҙең дөйөм суммаһы 1 миллиард 300 миллион һум тирәһе.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төбәктә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы старт алды
Экологик өмәләр, йәшелләндереү эштәре бөтә райондарҙа ла киң йәйелдерелгән. Ҡарағай, йүкә, тирәк - республика район-ҡалаларына меңдәрсә үҫенте ултыртыла.

👍3❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә махсус операцияла ҡатнашҡан һалдат ялға ҡайтҡан
Блогер, баҡсасы Әлфиә Ибраһимова алғы һыҙыҡтан туғанын ҡаршы алған. Был тулҡынландырғыс минуттарҙы ул видеоға төшөргән һәм социаль селтәргә урынлаштырған.
Егеттәр имен-һау ҡайтһын!

❤5👍1
❤️ СВО-ла ҡулын юғалтҡан Артур Ғәлиев өйләнде
Уҙған йылдың декабрендә Өфөнән СВО-ла ҡатнашыусы Артур Ғәлиев һөйгән ҡыҙына тәҡдим яһағайны, ә кисә, 27 апрелдә, йәштәр өйләнеште.
Яңы тыуған ғаиләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Ул Артур менән Виолеттаға ғаилә бәхете теләне.
Былтыр майҙа гранатометсы Артур Ғәлиев штурм төркөмөндә иң беренселәрҙән булып дошманға табан бара. Һөҙөмтәлә һалдаттар танк һөжүменә эләгә. Снаряд Артурҙың янында ғына шартлай һәм уның ҡулын яралай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар уның ҡулын һаҡлап ҡала алмай. Яугир бихисап наградалар менән бүләкләнә.