БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.94K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Дауаханалар ял көндәрендә эшләйәсәк

Яҡынлашып килгән байрам көндәрендә медицина учреждениеларының эш тәртибе билдәле булды. Травпункттар бөтә ҡала һәм райондарҙа тәүлек әйләнәһенә эшләй. Табипты өйгә көндөҙгө сәғәт 4-кә тиклем саҡыртырға була. Поликлиникалар иртәнге 8-ҙән сәғәт 5-кә тиклем ҡабул итә. Был көндәрҙә шулай уҡ диспансеризация үтергә мөмкин. Быйыл Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңайынан 28,29,30 апрель һәм 1 май ял була. Еңеү көнөндә, 9-ынан 12-еһенә тиклем ял ҡаралған.
👌2
Өфөлә 3 көн эсендә 9 фонтан урғыла башлай

25 апрелдә Профсоюздар йорто янындағы, Совет, Орджоникидзе майҙандарындағы ҡоролмалар, "Ете ҡыҙ", "Ҡурай", "Сәғәттәр" фонтандары асыла. Уларҙан һуң "Ҡашҡаҙан" һәм "Беренсе Май" парктарындағы ҡоролмаларға һыу бирелә. Өфөлә 21 фонтан бар.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
👏Башҡорт егете Рәсәй эстрадаһын яулай

Яҡташыбыҙ, танылған йырсы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов менән берлектә патриотик йыр яҙҙырған. Урал Рәшитов һүҙҙәре һәм көйө.

- Был - беҙҙең Ватаныбыҙға һөйөү һәм тоғролоҡ билдәһе, күңелебеҙҙәге илһөйәрлек осҡоно, - тип яҙған Элвин Грей.
Йыр һеҙгә оҡшанымы?
👍10
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында 30-ҙан ашыу мәсьәлә тикшерелде

Юл фондын яңы килем сығанаҡтары менән тулыландырыу, Экология кодексына үҙгәрештәр, төнгө сәғәттәрҙә граждандарҙың тыныс шарттарға хоҡуғын тәьмин итеү. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө пленар ултырышында 30-ҙан ашыу мәсьәлә тикшерелде. Парламент депутаттары ҡануни документтарҙы тикшереүҙән тыш, Контроль-иҫәп палатаһының, Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең 2023 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчет докладын тыңланы.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йырсы-шағир Ғилман Иҙрисовтың яҡты иҫтәлегенә концерт үтте

Йырҙарым һеҙгә ҡала. Өфөлә йырсы-шағир Ғилман Иҙрисовтың яҡты иҫтәлегенә концерт үтте. «Юлдаш» радиоһы ойошторған кисә Ғилман Иҙрисовтың яҡындарын, ижадташ дуҫтарын, шулай уҡ уның йырҙарын яратып тыңлаған тамашасыларҙы бергә йыйҙы.
3
😱Хәйбулла районында Һаҡмар йылғаһында бер йәшлек сабый батып үлгән

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында аяныслы ваҡиға булған. Бөгөн кискә ҡарай Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Йәнтеш ауылынан бер ҡатын шылтыратҡан. Ул Һаҡмар йылғаһы буйында уйнап йөрөгән бер йәшлек балаһы юғалыуы хаҡында хәбәр иткән.

Ҡотҡарыусылар сабыйҙы эҙләй башлаған. Бер аҙ ваҡыттан бала бер саҡрым алыҫлыҡта йылғала үле килеш табылған.

Оператив-тикшереү саралары башланған. Ҡот осҡос фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.
😢6👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы етәкселегендәге республика делегацияһы Дубайҙа халыҡ-ара бизнес форумда ҡатнаша

Уның барышында Радий Хәбиров Рәсәйҙең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Ғәҙәттән тыш илсеһе Тимур Зәбиров менән осрашты.
Ике яҡ араһындағы осрашыуҙа республиканың ғәрәп дәүләте менән хеҙмәттәшлеге хаҡында һүҙ барҙы. Башҡортостан ғәрәп илдәре менән хеҙмәттәшлеккә әҙер. Яҡын Көнсығыш менән Африка илдәре баҙарына сығыу өсөн тауар әйләнешен үҫтерергә, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «Сәләмәтлек поездары» йөрөй башланы

Республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса «Сәләмәтлек поездары» йөрөй башланы. Заманса күсмә мобиль комплекстар флюорограф, маммограф, диагностика үҙәктәре, стоматология кабинеттары менән йыһазландырылған. Халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙаланған тәжрибәне Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы башҡа төбәктәргә лә индерергә тәҡдим итә.
👍51
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Белгородтан 498 бала ял итә

Был ҡарарҙы өлкә губернаторы менән һөйләшкәндән һуң төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡабул иткәйне. Уҙған аҙнала мәктәп уҡыусылары ике төркөмгә бүленеп, Илеш һәм Әбйәлил райондарындағы һауыҡтырыу учреждениеларына урынлаштырылды. «Орленок» лагерында балалар өсөн булдырылған шарттар һәм төбәктәге мәғариф системаһы үҫеше менән Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев танышты.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Октябрь районы кадет кластары уҡыусылары ҡатнашлығында бал үтте

Өфө ҡыҫҡа ваҡытҡа Ренессанс заманына ҡайтты. Был нәфис фильм сценарийы түгел. Баш ҡалала Октябрь районы кадет кластары уҡыусылары ҡатнашлығында бал үтте. Йәш хәрбиҙәр тантанағы оҙаҡ әҙерләнгән.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ғафури районының яҡташтар осрашыуы үтте

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уҙған хәйриә концертында, яҡташтар ойошмаһының эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде.
4👍1
Өфөлә Еңеү көнө программаһы аныҡланды

9 майҙа Өфөлә яҡташыбыҙ Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл асыла. Ул Рейхстагка Еңеү Байрағын беркетә. Сәғәт 12-лә Октябрь проспектында парад була. Ленин майҙанында хәрби техника күргәҙмәһе ойошорола. Быйыл салют булмай. Фейерверк өсөн сығымдар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам өсөн тотонола. Шулай уҡ хәүефһеҙлек маҡсатында илдә "Үлемһеҙ полк" акцияһы уҙғарылмай.
👍21
Башҡортостанда 700-гә яҡын кеше талпан ҡаҙалып табиптарға мөрәжәғәт иткән

Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәтенең төбәк идаралығынан белдереүҙәренсә, ҡайһы бер бөжәктәрҙә энцефалит һәм боррелиоз вирустары табылған. Кешеләрҙең ҡурҡыныс сир йоҡтороу осраҡтары асыҡланмаған. Әле белгестәр парк, сквер һәм башҡа йәмәғәт биләмәләрен зарарлы бөжәктәрҙән эшкәртә. Бөгөнгә план 80 процентҡа теүәлләнгән. Биләмәләрҙе эшкәртеү 1 майға тамамланырға тейеш.
👍1
Рәсәйҙә 9 майҙа “Үлемһеҙ полк” хәрәкәте булмай

Бөйөк Еңеү көнөндә халыҡ именлеген тәьмин итеү маҡсатында хәтер акцияһын онлайн үткәрергә ҡарар ителгән, тип белдерәләр хәрәкәт штабынан. Өфөлә 9 майҙа Октябрь проспектында парад була. Унда хәрби техника һәм авиация йәлеп ителә. Еңеү көнө уңайынан кисен салют атмаҫҡа ҡарар ителгән. Бының өсөн ҡаралған аҡса махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙамға йүнәлтелә, тип белдерәләр баш ҡала хакимиәтенән.
👍9👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары оло һыуҙан зыян күргән Ырымбурҙарға ярҙам күрһәтә

Ойошма сираттағы гуманитар ылауҙы оҙатты. Республика район-ҡалаларынан 10 мең тонналыҡ әйбер йыйылған. Уларҙы тейәргә Өфөнөң 119-сы мәктәбе уҡыусылары ярҙам иткән.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәү нейрохирургтары республика табиптары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе

Баш ҡаланан килгән белгестәр бәләкәй инвазив ысул менән операция яһау техникаһына төшөндөрҙө. Оҫталыҡ дәрестәре сиктәрендә Республика балалар клиник дауаханаһының төрлө патология менән сирләүсе өс пациентына операция яһады.
2👍1
😥«Ғәфү ит мине, улғынам»

Хәйбулла районындағы фажиғә сәбәптәре асыҡланды. Билдәле булыуынса, 24 йәшлек әсә әхирәттәре менән Һаҡмар йылғаһы буйына ял итергә барған булған. Ул әхирәттәре менән һөйләшкән арала сабыйҙы күҙ уңынан ысҡындырған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала йылғаға яҡын барған һәм тайып ҡолаған. Әсә уны ҡотҡарырға маташҡан, тик инде һуң булған. Ваҡиға урынына килгән ҡотҡарыусылар баланың тынһыҙ кәүҙәһен түбәндәрәк йылғанан сығарған.

«Ғәфү ит мине, улғынам. Мин һине бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын, ауыр тупрағың еңел булһын, бәләкәсем», — тип яҙған социаль селтәрҙә әсә.
😢5👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Үҙәк хәрби округының инженер берләшмәһенә Жуков ордены тапшырылды

Федераль награданы хәрби байраҡҡа беркетеү тантанаһын Рәсәй Ҡораллы Көстәренең инженер ғәскәрҙәре етәксеһе генерал-лейтенант Юрий Ставицкий үткәрҙе. Сарала республика етәкселәре, Үҙәк хәрби округ вәкилдәре, хәрби частың шәхси составы, ветерандар һәм юнармеецтар ҡатнашты. Орден менән бергә командирға награданың таныҡлығы ла бирелде.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районынан 9 ҡатын «Ярҙам һәм мәрхәмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылынан 9 ҡатын «Ярҙам һәм мәрхәмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. «Фатима» башҡорт фольклор ансамбле ағзалары уға махсус хәрби операция яугирҙарына күп яҡлы булышлыҡ иткәне өсөн лайыҡ булды.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда урман янғындарын иҫкәртеү эштәре ойошторола

Хәүефле миҙгелгә әҙерлек. Башҡортостанда урман янғындарын иҫкәртеү эштәре ойошторола. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре хәүефле майҙандарҙа ер һөрөп, дымлы тупраҡтан һыҙаттар әҙерләй, тәүлек әйләнәһенә урмандарҙағы хәл-торош буйынса мониторинг алып бара. Апрелдә генә төбәктә Белорет һәм Әбйәлил райондарында урман янғындары теркәлгән.
👍2