БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.95K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы террорға ҡаршы төбәк комиссияһы һәм оператив штаб ултырышын уҙғарҙы

Кәңәшмәлә май байрамдарында хәүефһеҙлек, йәштәр араһында терроризм идеологияһы һәм неонацизмға ҡаршы көрәш мәсьәләләре өйрәнелде.
Ултырышта шулай уҡ республикала миграцияға бәйле хәл тикшерелде. Уның һөҙөмтәләре буйынса коплекслы профилактика саралары уҙғарыу, медиа ресурстарҙы күҙәтеүҙе көсәйтеү, мөһим предприятиеларҙа өҫтәмә инструктаждар уҙғарыу ҡарар ителде.
Республикала быйыл йәйге лагерҙарҙа 500 меңдән ашыу бала ял итә

Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов етәкселегендә кәңәшмә үтте. Унда йәйге ял мәлендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Республикала 1 мең 770 ҡала һәм мәктәп яны, хеҙмәт лагеры асыла. Янғын һәм эпидемиологик хәүефһеҙлек, тәбиғәттә һәм һыуҙа именлек сараларына, шулай уҡ балалар менән эшләгән белгестәргә лә етди иғтибар бирергә ҡушылды. Быйыл төбәктә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Белгород өлкәһенән балалар ял итәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Аҡъяр ауылында Рәмил Баҙамшиндың коцерты үтте

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Баҙамшиндан үҙенсәлекле проект. «Шиғри юлдар ағыла» концерт программаһы Аҡъяр ауылы район мәҙәниәт йортонда тамашасы хөкөмәнә сығарылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
«Улым»дың улы тыуған

Ошондай позывнойлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының тәүге сабыйы ауаз һалған. Күптән түгел яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, улын күргән.

– Мин атай булдым, улым тыуҙы! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала тыуыу йортонан ҡаршыларға өлгөрмәнем, иң мөһиме - хәҙер өйҙә, ғаиләм янында! – тигән ул.

«Улым» 2022 йылдың көҙөндә СВО зонаһына юлланыр алдынан өйләнә. Ҡатыны терәк-таяныс була. Күптән түгел йәш парҙың улы тыуған. Шул ваҡыт ғаилә башлығы планлы ялға ҡайтҡан. Хәҙер хәрби ялын улы менән бергә үткәрә.

Йәштәрҙе атай-әсәй булыуы менән ҡотлайбыҙ, сабыйҙың сәләмәт булып үҫеүен, ә ата-әсәһенә сабырлыҡ һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ!
👍9
БСТ | Яңылыҡтар
💥 Өфө янында ҡурҡыныс авария: биш кеше һәләк булған Бөгөн иртән Өфө-Ырымбур юлының 1-се саҡрымында «ВАЗ-2115» автомобиле «КамАЗ» йөк машинаһы менән бәрелешкән. Урынға Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ЮХХДИ көстәре…
«Егете аңһыҙ ҡыҙын ҡосаҡлап иланы»

Кисә иртән Өфө янында биш кешенең ғүмере өҙөлгән авария һәм уның сәбәптәре хаҡында яңы мәғлүмәттәр асыҡлана. Аварияла биш кеше һәләк булды, тағы ике егет һәм зыян күрҙе.

Алексей «ВАЗ-2115» машинаһының пассажиры булған, руль артында уның дуҫы Илфат ултырған. Дуҫтары һөйләүенсә, улар Алексейҙың апаһына ҡунаҡҡа барған. Егет әлеге ваҡытта 22-се дауаханала. Уның һөйгән ҡыҙы Регина реанимацияла ауыр хәлдә. Улар аварияла берҙән-бер иҫән ҡалыусылар.

Шаһиттар әйтеүенсә, был ҡот осҡос авария уларҙың күҙ алдында булған.

«Артҡы ултырғыста мәйет өйөмө, бөтөнөһө бер өйөмгә уҡмашып бөткән ине. Иҫән ҡалған ике кеше лә бик ауыр хәлдә. Ҡыҙ аңһыҙ, хәле ауыр, ә егете аңһыҙ ҡыҙҙы ҡосаҡлай-ҡосаҡлай шашынды, иланы», – тигән авария шаһиты Олеся.Ъ
😢2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бокс үҫеше үҙәге һәм Теннис академияһы төҙөлә

Яңы объектҡа бөгөн нигеҙ һалынды. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы президенты Умар Кремлев ҡатнашты.
Бокс үҫеше үҙәге һәм Теннис академияһын Өфөнөң тарихи үҙәгендә, Якутов паркында төҙөү ҡаралған. Спорт объекты 12 мең квадрат метр майҙанды биләйәсәк.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 24 майҙа Федор Шаляпин исемендәге музыка музейы асыла

Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров объектты төҙөү барышы менән танышҡандан һуң белдерҙе.
Әлеге ваҡытта музейҙа һуңғы төҙөлөш эштәре бара. Проект буйынса дүрт зал 19-сы быуат аҙағында, Шаляпин Өфөгә килгән ваҡыттағы һымаҡ итеп эшләнә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хәбәрһеҙ юғалған үҫмерҙәрҙе эҙләү дауам итә

Бының өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Ка-32 вертолеты ла йәлеп ителә. Комитет рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, кисә Ағиҙел йылғаһы акваторияһын Затон күперенән Благовещен ҡалаһына тиклем урап үткәндәр. Бөгөн ҡотҡарыусылар катер ярҙамында йылға һәм яр буйҙарын тикшергән. Эҙләү саралары бер көнгә лә туҡтамай.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы буйынса республика район-ҡалалары йәшелләндерелә

Өфө урамдарына ғына 6 меңдән ашыу үҫенте ултыртыу ҡаралған. Баш ҡаланың 450 йыллыҡ тарихи юбилейына - 450 йүкә акцияһы, ландшафт биҙәү эштәре башланды ла инде.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә дөйөм ҡала шәмбе өмәһе үтте

Биләмәләр тәртипкә килтерелде, тирә-йүн сүп-сарҙан таҙартылды. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм ведомство ҡарамағында булған өс ойошма хеҙмәткәрҙәре Яҡутов исемендәге паркта эшләне.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика умартасылары ҡорттарға ревизия үткәрә

Был мәсьәләлә уларға алтынсы йыл рәттән Башҡортостан фәнни-етештереү ветеринар лабораторияһы белгестәре ярҙам итә.16 апрелдән мобиль лабратория республика райондарында эш башланы ла инде.Тәгәрмәс өҫтөндәге мобиль лабораторияның Бөрйән зонаһындағы эшмәкәрлеге хаҡында киләһе яҙмала.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә рус теленән Тоталь диктант үтте

Илдә йыл һайын ойошторолған акция күләмле байрамға әүерелеп өлгөрҙө. Быйыл 20-се тапҡыр уҙған саранан ғәҙәттәгесә, Өфө лә ситтә ҡалманы. Баш ҡалала акцияла ҡатнашыусылар өсөн 39 майҙан эшләне.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан дамба йырылыуҙан зыян күргән Ырымбур өлкәһенә ярҙам күрһәтеүен дауам итә

Ошо аҙнала ғына республика күрше төбәккә эсәр һыу тултырылған ике фура оҙатты. Бөтә гуманитар ярҙам да иң тәү сиратта Орск ҡалаһына ебәрелә. Айырыуса ныҡ зыян күреүселәр ҡаланың иҫке өлөшөндә йәшәй. Эсәр һыуға ихтыяж ҙур. Гуманитар ярҙам илдең төрлө нөктәләренән ҡабул ителә. Бынан тыш, республика ҡотҡарыусылары Ырымбур ҡалаһында ла зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белгородтан килгән балалар Илеш һәм Әбйәлил райондарындағы һауыҡтырыу учреждениеларына урынлаштырылды

Оло хәстәрлек билдәһе. Был аҙнала Башҡортостанға Белгородтан 498 бала килде. Бындай ҡарарҙы өлкә губернаторы менән һөйләшкәндән һуң Радий Хәбиров ҡабул иткәйне. Мәктәп уҡыусылары ике төркөмгә бүленеп, Илеш һәм Әбйәлил райондарындағы һауыҡтырыу учреждениеларына урынлаштырылды. Улар өсөн бай мәғариф һәм күңел асыу программаһы ойошторолған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан аграрийҙары өсөн яҙғы сәсеү эштәре башланды

Башҡортостан аграрийҙары өсөн ҡыҙыу осор - яҙғы сәсеү эштәре башланды. Ауыл хужалығы предприятиелары алдында ниндәй бурыстар ҡуйылған, сәсеү материалдары етерлекме? Киләһе уңышҡа ниндәй фараздар бар. Был һорауҙарға Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Искәндәр улы Сураҡов яуап бирҙе. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әңгәмәһе.
👍1
Forwarded from Telescopy
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
👍3
Forwarded from Telescopy
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында шартлатҡыс табылған – фейк хәбәр

Интернетта Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы янында шартлатҡыс йәшерелгән маркер табылыуы хаҡында мәғлүмәт таралды. Видеояҙма авторы һөйләүенсә, маркер Һаҡмар буйында табып алынған. Ҡулға алыу менән ул шартлаған һәм зыян күреүсенең бирсәткәһен үтә сыҡҡан.

Мәғлүм булыуынса, был шартлатҡыс түгел, ә сигнал биреү өсөн ракетница.
1😱1🤝1
🤱 Өфөлә ҡатын өсөнсөгә алты бармаҡлы сабый тапҡан

Өфөнән йәш әсәнең быға тиклемге ике сабыйы ла патология менән донъяға килгән. Перинаталь үҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын балаһы тыуғас та табиптарҙан уның бармаҡтарын һанауҙы үтенгән - был юлы ла сабыйҙың һәр аяғында алты бармаҡ булған.

Артыҡ тән ауырлығы арҡаһында УЗИ бөтәһен дә дөрөҫ күрһәтмәгән.

Әсә өлкән балаларын бер йәшлек сағында Санкт-Петербургҡа операцияға алып барған. Хәҙер улар һау-сәләмәт булып үҫешә.
😱3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда уҡыусылар башланғыстарын ҡеүәтләү конкурсына быйыл 374 заявка тапшырылған

Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 155-кә күберәк. Яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә төбәк башлығы бүлеште. Радий Хәбиров белдереүенсә, бәйгенең төп өлөшөнә республиканан 220 проект үткән. Был йәһәттән Әбйәлил, Ейәнсура, Туймазы райондары, Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ мәктәптәре әүҙемлек күрһәткән.
2👍2