БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.96K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Был аҙнала Башҡортостанға Белгородтан 498 бала килде

Оло хәстәрлек билдәһе. Был аҙнала Башҡортостанға Белгородтан 498 бала килде. Бындай ҡарарҙы өлкә губернаторы менән һөйләшкәндән һуң Радий Хәбиров ҡабул иткәйне. Мәктәп уҡыусылары ике төркөмгә бүленеп, Илеш һәм Әбйәлил райондарындағы һауыҡтырыу учреждениеларына урынлаштырылды. Улар өсөн бай мәғариф һәм күңел асыу программаһы ойошторолған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө» аэропорты «Рәсәй ҡанаттары» милли авиация премияһы еңеүсеһе тип танылған

«Өфө» аэропортында барлыҡҡа килгән яңы япма пассажирҙар хеҙмәтләндереүҙе 20 процентҡа арттырыу мөмкинлеге биргән. Быға тиклем эске авиалиниялар сәғәтенә 1300 кешене үткәрә алһа, хәҙер иһә был күләм мең ярымға еткән. Япма барлыҡҡа килеү менән Башҡортостандың һауа ҡапҡаларының дәрәжәһе тағы ла күтәрелеп, уңайлыҡтар барлыҡҡа килде.
👍1
Республика халҡы яҙғы ташҡынға бәйле Ситуация үҙәгенә шылтырата ала

Белгестәр оло һыуға бәйле мөрәжәғәттәр ҡабул итә башланы. Ошо көндәрҙә ҙур йылғалар күтәрелеүе күҙәтелә. Яуаплы хеҙмәттәр юғары әҙерлек тәртибендә эшләй. Ситуация үҙәгенә 8-347-218-19-19 номеры йәки 122 һәм өҫтәмә 5 һанын йыйып шылтыратырға була. Операторҙар иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем яуап бирә.
💥 Өфө янында ҡурҡыныс авария: биш кеше һәләк булған

Бөгөн иртән Өфө-Ырымбур юлының 1-се саҡрымында «ВАЗ-2115» автомобиле «КамАЗ» йөк машинаһы менән бәрелешкән.

Урынға Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ЮХХДИ көстәре һәм ашығыс ярҙам машинаһы килгән. Юл фажиғәһендә өс егет һәм ике ҡыҙ һәләк булған. Тағы ла бер ҡыҙ һәм егет 22-се ҡала дауаханаһына оҙатылған. «КамАЗ» йөк машинаһы водителенә бер ни ҙә булмаған.

Ҡотҡарыусылар еңел машинаны ҡырҡып, һәләк булғандарҙы сығарған. Зыян күреүсе ҡыҙ ауыр хәлдә, егеттең хәле уртаса тотороҡло, уны операцияға оҙатҡандар.
😢1
Бөгөн Өфөлә йылытыу миҙгеле тамамлана

Был турала ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр. Тейешле ҡарарға ҡул ҡуйылған. 2023-2024 йылдарҙағы йылытыу миҙгеле 16 тәүлеккә ҡыҫҡа булды. Башҡа район һәм ҡалалар йылы биреүҙе туҡтатыу тураһында ҡарарҙы һауа шарттарын иҫәпкә алыу, үҙ аллы ҡабул итә, тие белдерҙе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.
1
Депутаттар ҡомарлы уйындарҙы сикләргә ниәтләй

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай спортҡа бәйле закон проектына төҙәтмә әҙерләгән. Ул букмекер конторалары һәм тотализаторҙар эшмәкәрлегенә ҡағыла. Ҡанун проекты буйынса спортсылар, тренерҙар, спорт судьялары, командалар етәкселәре һәм агенттар уйын һөҙөмтәһенә ставка ҡуя алмаясаҡ. Спорт федерациялары һәм лигалар ошондай осраҡтарҙы тикшереп законды боҙған өсөн яза бирергә тейеш. Ҡанун проектын киләһе аҙнала пленар ултырышта тулыһынса ҡабул итеү ҡарала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Милли кейем көнө айҡанлы Радий Хәбиров милли кейем тегеүсе оҫталар менән осрашты

Бөгөн - милли кейем көнө. Байрам айҡанлы Башҡортостан Милли музейында Радий Хәбиров милли кейем тегеүсе, тергеҙеүсе, биҙәүестәр яһаусы оҫталар менән осрашты.
Милли кейем көнө Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указы менән 2020 йылдан ике тапҡыр, апрелдә һәм сентябрҙә билдәләнә. Был ябай ғына байрам түгел, уның асылында кейем-биҙәүестәр аша милли-мәҙәни хазиналарыбыҙға һөйөү тәрбиәләү, тарихҡа, йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә, кәсептәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу ята.
1👍1🤮1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың 16 муниципалитетында яҙғы ташҡынға бәйле 30 осраҡ ҡотҡарыусылар күҙәтеүендә ҡала

Әле йөҙҙән ашыу йорт яны биләмәһе, 28 автомобиль юлы, 7 бәләкәй күпер һыу аҫтында. Ташҡын үтеп ингән торлаҡ һәм баҡса йорттары юҡ. Шулай ҙа уҙған тәүлектә Белорет, Өфөнөң Ленин, Киров райондары юлдарына, Шишмә районының ауыл хужалығы производство берекмәһе участкаларына һыу үтеп ингән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башкортостан ҡотҡарыусылары Ырымбурҙа ташҡындан зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеүен дауам итә

Бөгөн республика Ғәҙәттән тыш хәл министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡаланың «Станция буйы» биҫтәһендә эшләй. Йорттарҙы һыу 14 апрелдә баҫҡан. Ташҡын һыуҙары 2 метрға тиклем күтәрелгән. Йорт подвалдары, беренсе ҡаттағы фатирҙар зыян күргән. Башҡортостан ҡотҡарыусылары урамдарҙан һыуҙы һура, халыҡҡа ярҙам итә. Әле һыу бер аҙ кәмегән. Халыҡ яйлап йорттарына ҡайта башлаған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
20 апрелдә Өфөнөң йылға навигацияһы үҙ эшен башлай

Дүрт йылға кисеүен паромда үтергә мөмкин, шулай уҡ «Сипайлово - Йәшел морон» дөйөм ҡулланыштағы ҡала эсендәге һыу транспорты маршруты асыла. «ДОК-йөк-пассажир ташыу», «Князевская» йүнәлештәре буйынса һыу кимәле түбәнәйгәс кенә йөрөп буласаҡ. Судноларға килгәндә, бөгөн улар ҡышҡы ремонттан һуң тәүгә йылғаға сыҡты.
👍1
Радий Хәбиров Александр Лынникты орден менән бүләкләне

Бөгөн Республика Башлығы осоусы-инструктор, Рус география йәмғиәте ағзаһы Александр Лынник менән осрашты. Яҡташыбыҙ донъя рекордын ҡуйҙы. Ул парашютта Төньяҡ ҡотопҡа осоп төштө. Өс кешенән торған команда 10 мең метр бейеклектән, йәғни стратосферанан һикерҙе. Радий Хәбиров спортсыға генераль Шайморатов орденын тапшырҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә төбәк муниципаль берәмектәренең XIV съезы үтте

Башҡортостанда атҡаҙанған муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем булдырыла. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров төбәк муниципаль берәмектәренең XIV съезында хәбәр итте. Дәүләт наградаһы үҙидара системаһында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән, ҙур эш стажы булған хеҙмәткәрҙәргә тапшырыласаҡ. Ултырышта муниципалитет һәм ауыл биләмәләре етәкселере алдына өҫтөнлөклө маҡсаттар ҡуйылды. Махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү һәм төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда милли кейем көнөн билдәләнеләр

Бөгөн - милли кейем көнө. Милли кейем көнө Республика башлығы указы менән 2020 йылдан ике тапҡыр, апрелдә һәм сентябрҙә билдәләнә. Байрам айҡанлы бөгөн Радий Хәбиров Башҡортостан Милли музейында милли кейем тегеүсе, тергеҙеүсе, биҙәүестәр яһаусы оҫталар менән осрашты. Һүҙ милли мираҫыбыҙ булған кейем-биҙәүестәрҙе һаҡлау, киләһе быуынға тапшырыу юлдары тураһында барҙы. Оҫталарға дәүләт наградалары тапшырылды. Радий Хәбиров милли кейем тегеүгә ярҙам программаһы тураһында ла иғлан итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Александр Лынникты генерал Шайморатов ордены менән бүләкләне

Пилот-инструктор был наградаға хәүефле хеҙмәт бурысын үтәгәне һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәнге өсөн лайыҡ булды. Александр Лынник космонавт Михаил Корниенко һәм инженер Денис Ефремов менән бергә тарихта тәүге тапҡыр стратосферанан төньяҡ полюсҡа парашют менән һикерҙе. Ун мең метр бейеклектән һикереп ҡуйылған рекордтарын улар Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына 10 йыл тулыуға, Юрий Гагариндың 90 йыллығына һәм Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арнаны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы террорға ҡаршы төбәк комиссияһы һәм оператив штаб ултырышын уҙғарҙы

Кәңәшмәлә май байрамдарында хәүефһеҙлек, йәштәр араһында терроризм идеологияһы һәм неонацизмға ҡаршы көрәш мәсьәләләре өйрәнелде.
Ултырышта шулай уҡ республикала миграцияға бәйле хәл тикшерелде. Уның һөҙөмтәләре буйынса коплекслы профилактика саралары уҙғарыу, медиа ресурстарҙы күҙәтеүҙе көсәйтеү, мөһим предприятиеларҙа өҫтәмә инструктаждар уҙғарыу ҡарар ителде.
Республикала быйыл йәйге лагерҙарҙа 500 меңдән ашыу бала ял итә

Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов етәкселегендә кәңәшмә үтте. Унда йәйге ял мәлендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Республикала 1 мең 770 ҡала һәм мәктәп яны, хеҙмәт лагеры асыла. Янғын һәм эпидемиологик хәүефһеҙлек, тәбиғәттә һәм һыуҙа именлек сараларына, шулай уҡ балалар менән эшләгән белгестәргә лә етди иғтибар бирергә ҡушылды. Быйыл төбәктә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Белгород өлкәһенән балалар ял итәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Аҡъяр ауылында Рәмил Баҙамшиндың коцерты үтте

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Баҙамшиндан үҙенсәлекле проект. «Шиғри юлдар ағыла» концерт программаһы Аҡъяр ауылы район мәҙәниәт йортонда тамашасы хөкөмәнә сығарылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
«Улым»дың улы тыуған

Ошондай позывнойлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының тәүге сабыйы ауаз һалған. Күптән түгел яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, улын күргән.

– Мин атай булдым, улым тыуҙы! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала тыуыу йортонан ҡаршыларға өлгөрмәнем, иң мөһиме - хәҙер өйҙә, ғаиләм янында! – тигән ул.

«Улым» 2022 йылдың көҙөндә СВО зонаһына юлланыр алдынан өйләнә. Ҡатыны терәк-таяныс була. Күптән түгел йәш парҙың улы тыуған. Шул ваҡыт ғаилә башлығы планлы ялға ҡайтҡан. Хәҙер хәрби ялын улы менән бергә үткәрә.

Йәштәрҙе атай-әсәй булыуы менән ҡотлайбыҙ, сабыйҙың сәләмәт булып үҫеүен, ә ата-әсәһенә сабырлыҡ һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ!
👍9
БСТ | Яңылыҡтар
💥 Өфө янында ҡурҡыныс авария: биш кеше һәләк булған Бөгөн иртән Өфө-Ырымбур юлының 1-се саҡрымында «ВАЗ-2115» автомобиле «КамАЗ» йөк машинаһы менән бәрелешкән. Урынға Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ЮХХДИ көстәре…
«Егете аңһыҙ ҡыҙын ҡосаҡлап иланы»

Кисә иртән Өфө янында биш кешенең ғүмере өҙөлгән авария һәм уның сәбәптәре хаҡында яңы мәғлүмәттәр асыҡлана. Аварияла биш кеше һәләк булды, тағы ике егет һәм зыян күрҙе.

Алексей «ВАЗ-2115» машинаһының пассажиры булған, руль артында уның дуҫы Илфат ултырған. Дуҫтары һөйләүенсә, улар Алексейҙың апаһына ҡунаҡҡа барған. Егет әлеге ваҡытта 22-се дауаханала. Уның һөйгән ҡыҙы Регина реанимацияла ауыр хәлдә. Улар аварияла берҙән-бер иҫән ҡалыусылар.

Шаһиттар әйтеүенсә, был ҡот осҡос авария уларҙың күҙ алдында булған.

«Артҡы ултырғыста мәйет өйөмө, бөтөнөһө бер өйөмгә уҡмашып бөткән ине. Иҫән ҡалған ике кеше лә бик ауыр хәлдә. Ҡыҙ аңһыҙ, хәле ауыр, ә егете аңһыҙ ҡыҙҙы ҡосаҡлай-ҡосаҡлай шашынды, иланы», – тигән авария шаһиты Олеся.Ъ
😢2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бокс үҫеше үҙәге һәм Теннис академияһы төҙөлә

Яңы объектҡа бөгөн нигеҙ һалынды. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы президенты Умар Кремлев ҡатнашты.
Бокс үҫеше үҙәге һәм Теннис академияһын Өфөнөң тарихи үҙәгендә, Якутов паркында төҙөү ҡаралған. Спорт объекты 12 мең квадрат метр майҙанды биләйәсәк.
1