БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.96K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Радий Хәбиров Марат Латипов менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов менән осрашты. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, Башҡортостанда ташҡынға бәйле хәл тотороҡло. Төбәктәге ҙур йылғалар әкренләп күтәрелә, ә Эҫем, Инйәр һәм Әй кеүек тау йылғаларында һыу кимәле юғары күрһәткестәргә еткән. Дала йылғаларында һыу кәмей башлаған. Шул уҡ ваҡытта торлаҡ йорттар һәм баҡсасылыҡ ширҡәттәрен һыу баҫыу күҙәтелмәй. 27 апрелдән, йылы көндәр етеү менән, Марат Латипов төбәктә янғынға ҡаршы айырым режим индерергә тәҡдим итте.
3
Көйөргәҙе районында балыҡсылар һигеҙаяҡ тотҡан

Яңы Ҡалта ауылында быйыл ташҡын хәтәр булды, тип хәбәр итә «Юшатыр» район гәзите. Был ташыуҙы ҡалталар тиҙ генә онотмаҫ, балыҡ тотайыҡ тип сыҡһалар, балыҡтар менән бергә бына ошо йән эйәһен дә тотҡандар.

Һигеҙаяҡ. Русса әйтһәк, осьминог. Бындай януарҙы бында ғүмер иткән йөҙйәшәр бабайҙар ҙа күргәне юҡ, беҙгә фото ебәргән кешеләр ғәжәп итеп (уны ашарға яраймы, яраһа, нисек итеп әҙерләйҙәр һигеҙаяҡты, табаға һалып ҡуралармы, һурпалы аш итеп бешерәләрме) ултыралар: Ахырызаман етеүе ошолайыраҡ буламы икән?
😱21😁1
Forwarded from Telescopy
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
👍1
Бөгөн Ғафури районынан Ырымбур өлкәһенә сираттағы гуманитар ярҙам ебәрелде.

Тулыраҡ Рәзилә Ғиниәтуллина репортажында.🎥
👍31
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу дауам итә

Айырыуса ҡоро ер ғәскәрҙәре көстәре нығытыла. Контракт төҙөүселәргә дәүләт тарафынан айына 210 мең һумдан башлап лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ҡаралған, килешеү бер йылдан күберәк ваҡытҡа иҫәпләнһә - бер тапҡыр 195 мең һум түләнә. Исемле хәрби бүлексәләр - башҡорт батальондарына эләгеүселәргә республиканан өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Үҙ ирке менән алғы һыҙыҡҡа барырға теләүселәр 117 берҙәм телефон һандары буйынса шылтыратып, контракт төҙөү шарттарын белешә ала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт үҙәгендә Башҡортостан презентацияһы үтте

Башҡортостан - Мәскәү үҙәгендә. Бөгөн илдең баш ҡалаһында, Рәсәй сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт үҙәгендә Башҡортостан презентацияһы үтте. Экспозицияларҙа республикабыҙҙың тарихи, иҡтисади ҡеүәте, фәнни ҡаҙаныштары, милли-мәҙәни хазиналары сағылыш тапҡан. Сара халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында үткәрелә. Презентацияла Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 90-дан ашыу дәүләт илсеһе һәм вәкилдәре ҡатнашты.
2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🙈 «Әйҙә, сыҡ инде. Һин дамбаны кимерҙеңме

Ырымбур өлкәһендә, ниһайәт, һыу баҫыуға ғәйепле йән эйәһен тапҡандар. Орскиҙағы дамбаны бына нимә кимергән! Әйткәндәй, дамбаны төҙөгән Ырымбур белгесе лә ошондай фекерҙе белдергәйне.
😁7👍1
Башҡортостандың 44 районында яҙғы-баҫыу эштәре бара

Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, хужалыҡтар минераль ашлама индерә, ужым һәм күп йыллыҡ үләндәр баҫыуҙарын өҫтәмә туҡландыра, тырматыу эштәре алып барыла. Ошо көндәрҙә ҡайһы бер райондарҙа сәсеүгә төшөргә йыйыналар. Быйыл яҙ 2 миллион гектарҙа иртә культуралар сәселә.
👍1
Башҡортостан халҡы май байрамдары уңайынан өҫтәмә 8 көн ял итә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, киләһе аҙнала алты көн эшләйбеҙ. 27 апрелдә, шәмбе, эш көнө була, ул 29-нан күсерелде. Шуға Яҙ һәм Хеҙмәт байрамында 28, 29, 30 апрель һәм 1 май ял була. Еңеү көнөнә бәйле лә дүрт көн ял була: 9, 10, 11 һәм 12 майҙа ял итәбеҙ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан дамба йырылыуҙан зыян күргән Ырымбур өлкәһенә ярҙам күрһәтеүен дауам итә

«Красноусол» минераль һыу заводы ебәргән 30 тонна эсәр һыу тейешле урынға барып етте. Ваҡиға урынында БЮТ ижади төркөмө лә эшләй.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында махсус хәрби операция биләмәһенә «Урал» мотоциклын оҙатылды

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илшат Әхмәтовҡа туғандары яугирҙың «Урал» мотоциклын оҙатҡан. Транспорт сараһы хужаһына сираттағы гуманитар ылау менән юлланасаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә кардиологтар һәм кардиохирургтарҙың сираттағы ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте

Йөрәк сирен ваҡытында иҫкәртеү хәйерле. Бөгөн Өфөлә кардиологтар һәм кардиохирургтарҙың сираттағы ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Сарала тармаҡтың бөгөнгөһө һәм киләсәгенә бәйле һорауҙар күтәрелде. Шул иҫәптән, республика белгестәре һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлегенә байҡау яһап, көнүҙәк проблемалаларға туҡталды. Әлеге сарала илдең төрлө төбәктәренән әйҙәүсе ғалимдар ҙа ҡатнашырға теләк белдергән.
Башҡорт атын фәнни нигеҙҙә өйрәнеү ҡарала

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса ассоциация булдырыла. Ул “Башҡорт аты” фәнни-тикшеренеү институты менән берлектә тоҡомло аттар генофондын һаҡлап ҡалыу менән шөғөлләнә. Бөтә фәнни эштәрҙе ойоштороу өсөн ассоциацияның Күҙәтеү советы булдырыла. Уны Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова етәкләй.
Башҡортостанда янғын хәүефе миҙгеле башланды

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡар тиҙ иреү һәм урман биләмәләре янында ут сығыу хәүефе булыу сәбәпле ошондай ҡарар ҡабул ителгән. Май байрамдары алдынан төбәктә янғынға ҡаршы режим индерелә. Махсус тәртип ваҡытында урманда усаҡ яғыу, ҡороған үләнде яндырыу, һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө ташлау, шулай уҡ быяла ярсыҡтары ҡалдырыу тыйыла.
Яҡташ йырсыларыбыҙ яңы тыуған сабыйына исем ҡушҡан

Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары Әлиә һәм Ришат Төхвәтуллиндар улдарына исем ҡушҡан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сабый 10 апрелдә — Ураҙа байрамында тыуған.

Йырсы социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, ҡатыны менән кәңәшләшкәндән һуң улар Әлим исемен һайлаған.

— Әлим, Ғалим — ғәрәп теленән ингән ир-ат исеме. Тәржемә иткәндә «бар нәмәне белеүсе», «белемле», «ғалим» тигәнде аңлата, — тип һөйләгән Ришат Төхвәтуллин «Яр Саллы яңылыҡтары» баҫмаһына.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, блогерҙар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашты. Асыҡ һөйләшеү Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында үтте. Төбәк етәксеһе күләмле төҙөлөштө дауам итеү пландары менән уртаҡлашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Был аҙнала Башҡортостанға Белгородтан 498 бала килде

Оло хәстәрлек билдәһе. Был аҙнала Башҡортостанға Белгородтан 498 бала килде. Бындай ҡарарҙы өлкә губернаторы менән һөйләшкәндән һуң Радий Хәбиров ҡабул иткәйне. Мәктәп уҡыусылары ике төркөмгә бүленеп, Илеш һәм Әбйәлил райондарындағы һауыҡтырыу учреждениеларына урынлаштырылды. Улар өсөн бай мәғариф һәм күңел асыу программаһы ойошторолған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Өфө» аэропорты «Рәсәй ҡанаттары» милли авиация премияһы еңеүсеһе тип танылған

«Өфө» аэропортында барлыҡҡа килгән яңы япма пассажирҙар хеҙмәтләндереүҙе 20 процентҡа арттырыу мөмкинлеге биргән. Быға тиклем эске авиалиниялар сәғәтенә 1300 кешене үткәрә алһа, хәҙер иһә был күләм мең ярымға еткән. Япма барлыҡҡа килеү менән Башҡортостандың һауа ҡапҡаларының дәрәжәһе тағы ла күтәрелеп, уңайлыҡтар барлыҡҡа килде.
👍1
Республика халҡы яҙғы ташҡынға бәйле Ситуация үҙәгенә шылтырата ала

Белгестәр оло һыуға бәйле мөрәжәғәттәр ҡабул итә башланы. Ошо көндәрҙә ҙур йылғалар күтәрелеүе күҙәтелә. Яуаплы хеҙмәттәр юғары әҙерлек тәртибендә эшләй. Ситуация үҙәгенә 8-347-218-19-19 номеры йәки 122 һәм өҫтәмә 5 һанын йыйып шылтыратырға була. Операторҙар иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем яуап бирә.
💥 Өфө янында ҡурҡыныс авария: биш кеше һәләк булған

Бөгөн иртән Өфө-Ырымбур юлының 1-се саҡрымында «ВАЗ-2115» автомобиле «КамАЗ» йөк машинаһы менән бәрелешкән.

Урынға Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ЮХХДИ көстәре һәм ашығыс ярҙам машинаһы килгән. Юл фажиғәһендә өс егет һәм ике ҡыҙ һәләк булған. Тағы ла бер ҡыҙ һәм егет 22-се ҡала дауаханаһына оҙатылған. «КамАЗ» йөк машинаһы водителенә бер ни ҙә булмаған.

Ҡотҡарыусылар еңел машинаны ҡырҡып, һәләк булғандарҙы сығарған. Зыян күреүсе ҡыҙ ауыр хәлдә, егеттең хәле уртаса тотороҡло, уны операцияға оҙатҡандар.
😢1