БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ағиҙел» Төбәк-ара полилингваль олимпиадаһы үтте

Дүртенсе тапҡыр ойошторолған ярышта 5-11 класс уҡыусылары көс һынашты. Улар «Беҙ - берҙәм һәм татыу ғаилә» темаһына бағышланған проекттар тәҡдим итте.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбленә һайлап алыу башланды

Тәүге тур бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Үҙ көсөн 30-ҙан ашыу сәхнә оҫтаһы һынап ҡараны. Улар араһында ҡурайсылар ҙа, думбырасылар ҙа, скрипкасылар ҙа бар. Сөнки ҡурайсылар ансамбле составында башҡа милли музыка ҡоралдары ла ҡаралған. Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле Республика башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ойошторолдо.
👍3🔥1
Депутаттар ҙур эттәрҙе морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн ҡатыраҡ яза тәҡдим итте

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай ошоға бәйле закон проектын ҡабул итергә ниәтләй. Ҙур эттәрҙе морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн 4 мең һумға тиклем штраф һалына. Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса 500 һум ҡарала ине. Март айындағы пленар ултырышҡа закон проектына төҙәтмә әҙерләнгән. Уҫал эт кешегә ташланған осраҡта, хайуан хужаһын енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡарала.
👍1
Өфөлә шағир һәм композитор Миҙхәт Әбделмәнов арабыҙҙан китте

Бөгөн шағир, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, композитор, республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миҙхәт Мәжит улы Әбделмәнов 82 йәшендә донъя ҡуйған.

Ул популяр башҡарыусылар өсөн тиҫтәләгән йырҙар ижад иткән, күбеһе хитҡа әүерелгән. Elvin Grey, Әлфиә Әмирханова, Рөстәм Асаев кеүек артистарҙың репертуарында уның шиғырҙарына йырҙар бар.

Миҙхәт Әбделмәнов менән хушлашыу иртәгә, 22 мартта, Башҡорт дәүләт филармонияһында иртәнге сәғәт 10-да була. Уны тыуған яғында - Благовар районының Яныш ауылында ерләйҙәр.
😢1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яңауылда махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугирҙарға таҡтаташ асылды

Яңауыл ҡалаһының «Дан» аллеяһында яҡташтарыбыҙ өлкән лейтенант Владислав Асхатов, рядовойҙар Илһам Хафизов, Илдар Миңлейәнов һәм Илсур Хәйҙәровтар хөрмәтенә дүрт яңы мемориаль таҡтаташ асылды. Улар дүртеһе лә махсус хәрби операция барышында һәләк булған. Тантаналы шарттарҙа Ватан именлеге өсөн башын һалған батырҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар.
🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы ҡалаһының «Бөркөт» ирекмәндәр ойошмаһы яугирҙарға сираттағы гуманитар ылау әҙерләй

Еңеүҙе бергәләп яҡынайтайыҡ! Туймазы ҡалаһында ойошторолған «Бөркөт» ирекмәндәр ойошмаһы яугирҙарға сираттағы гуманитар ылау әҙерләй. Ярҙам башлыса урындағы халыҡ көсө менән туплана.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районында быйыл тәүге зональ агроконференция уҙҙы

Сарала алдағы сәсеү кампанияһының тактикаһы һәм стратегияһы билдәләнде. Республикала 2 миллион 880 мең гектар сәсеүлек майҙанының 1 миллион 760 мең гектары иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларына бүленәсәк.Ҡалған майҙандар техник, мал аҙығы һәм картуф сәсеү өсөн тәғәйенләнә. 2024 йылғы ялан миҙгеле илдең күп кенә төбәктәрендә ҡатмарлы буласаҡ тип билдәләй эксперттар.
2
Рәшит Ниғмәтиҙең шиғырҙар йыйынтығы брайл шрифында нәшер ителде

Ул Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге Республика һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың тифләнәшриәт бүлегендә донъя күрҙе. Тиҙҙән күреү һәләтенән мәхрүм булғандар ҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры ижады менән таныша аласаҡ. Әле китап техник эшкәртеү үтә һәм артабан Белорет, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы һуҡырҙар өсөн китапхана филиалдарына таратыла.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы файҙаланыуға тапшырылды

Республиканың иң ҙур инфраструктура проектының ғәмәлгә ашырылыуы Рәсәй күләмендә тарихи ваҡиға. Ваҡытында Борис Ельцин нигеҙ һалған объект өс тиҫтә йыл ваҡыт үткәндән һуң ниһайәт, сафҡа инде. Төҙөлөш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектына ярашлы алып барылды. Белгестәр билдәләүенсә, күләмле объект М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырып, Өфө урамдарынан транзит ағымдарын кәметергә мөмкинлек бирер тик көтөлә. Көнсығыш сығыу юлынан тәүгеләрҙән булып беҙҙең ижади төркөм дә үтте.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров МХО-ла батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың яҡындарына дәүләт наградалары тапшырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың яҡындарына дәүләт наградалары тапшырҙы. Подполковник Андрей Мигуновтың батырлығы «Ҡыҙыл Йондоҙ», старшина Олег Маленков, рядовой Игорь Никитин , ефрейтор Дим Шәрипов «Ҡаһарманлыҡ « ордендары менән баһаланды. Яҡташтарыбыҙ махсус операция биләмәһендә үҙ ғүмерен аямай неонацстарға ҡаршы көрәштә һәләк булды
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә фундаменталь һәм клиник урология һәм онкология буйынса Халыҡ-ара конгресс башланды

Сараның тәүмаҡсаты - Рәсәй һәм сит илдәр урология берләшмәләре араһында эшлекле хеҙмәттәшлекте нығытыу. Халыҡ-ара кимәлдә билдәле белгестәр үҙҙәренең һуңғы тикшеренеүҙәре, практик эштәре менән таныштыра. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университетында башҡорт хирургтары күрһәтмә операциялар яһай. Яман сир менән көрәштә ҡулланылған алдынғы технологиялар хаҡында киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу дауам итә

3 ай эсендә Өфөнөң махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәгенә 1000-дән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Улар араһында социаль-көнкүреш мәсьәләләре, шулай уҡ медицина реабилитацияһы, эшкә урынлашыу, шифаханаларҙа дауаланыуға бәйле мәсьәләләр бар. Үҙәктә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу буйынса консультация алырға ла мөмкин. Ҡала райондары хакимиәте хеҙмәткәрҙәре талаптар һәм кәрәкле документтар тураһында аңлатасаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһының «Нәсихәт» мәсетендә көн дә ифтар мәжлестәре үтә

Ураҙа тотоу - изге ғәмәл. Мосолмандарҙың көтөп алған изге Рамаҙан айында Баймаҡ ҡалаһының “Нәсихәт” мәсетендә көн дә ифтар мәжлестәре үтә. Халыҡ күпләп тәрәуих намаҙына йыйыла. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө парашютсыһы донъя рекорды ҡуйырға ниәтләй

Александр Лынник-бард, яҙыусы һәм радио алып барыусы, 64 йәшендә бала саҡ хыялын тормошҡа ашыра. Әле ул Ерҙең Төньяҡ ярымшарына һикереүгә әҙерләнә. Һикереү Өфөнөң юбилейына, осоусы Валерий Чкаловтың тыуыуына 120 йыл тулыуға һәм Космонавтика көнөнә арнала.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Амур өлкәһендә ер аҫтында ҡалған шахтерҙарҙы ҡотҡарыу операцияһы дауам итә

Эш тәүлек әйләнәһенә бара, төндә ҡотҡарыусылар 214 кубометр ерҙе таҙартҡан. Әле белгестәр өсөнсө скважинаны бырауларға әҙерләнә. Бының өсөн урынға быраулау ҡоролмаһы килтерелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дүшәмбе «Пионер» алтын мәғдәне ятҡылығында 100 метрҙан ашыу тәрәнлектә тау массаһы емерелде. Шахтала 13 кеше, шул иҫәптән Сибайҙан һәм Учалынан 5 кеше булыуы билдәле. Улар менән бәйләнеш юҡ. Хәлде ер аҫты һыуҙары ағымы ҡатмарлаштыра. Ғәҙәттән тыш хәл урынына шахтерҙарҙың яҡындары барған. Улар менән психологтар эшләй, тейешле ярҙам күрһәтелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы халҡын махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам итеү маҡсаты берләштерә

Олоһо-кесеһе дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерергә ынтыла. Еңеүҙе яҡынайтыуға тылда тос өлөш индереүсе «Хәйбулла ирекмәндәре» хәрәкәте эшмәкәрлеге хаҡында киләһе яҙмала.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһына йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр билдәләнде

Рәсәй Президенты өсөн тауыш биреүселәр сайтта теркәлгән куар-билет буйынса ҡиммәтле бүләктәр, шифаханаларға юлламалар отто. Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа супер-приз - фатир һәм «Нива» автомобилдәре уйнатылды. Саҡмағош районында йәшәүсе фатир асҡыстары отто, машитналар Бөрө һәм Благовещен райондарында йәшәүселәргә тапшырыласаҡ.
Сибай яугирҙәре наградаланды

Бөгөн Өфөлә һөнәри байрамдары алдынан мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды.

«Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исеме менән Сибай концерт-театр берекмәһенең бер төркөм артистары наградаланды. Улар араһында махсус операцияла ҡатнашҡан халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Данир Хәмзин һәм музыкант Илһам Мөхәмәтшин бар.
👍7
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде

Һөнәри байрамдары алдынан бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде. Юғары дәүләт наградаларын Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә башҡорт телендә нәшер ителгән яҡут эпосының исем туйы үтте

«Нюргун батыр» олонхоһо Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары тарафынан тәржемә ителгән. Фән белгестәре мөрәжәғәт иткән төрки халыҡтары араһындағы сираттағы героик эпос һанала.