БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.96K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров бөгөн «Пространстволы үҫеш стратегияһы» сессияһында ҡатнаша

Уны Мәскәүҙә Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин үткәрә. Республика башлығы социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар халыҡтың йәшәү сифатын һәм кимәлен күтәреү, иҡтисади үҫеш темптарын тиҙләтеү, технологик үҫеш, милли именлекте тәьмин итеү йәһәтенән 2025 йылға тиклем илдең үҫешен тикшерәсәк. Бөгөн ҡабул ителәсәк ҡарарҙар Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһында ла иҫәпкә алынасаҡ, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Хеҙмәт резервтары» хәйриә фонды сираттағы гуманитар ылау әҙерләй

Яугирҙар Ватанды һаҡлағанда, тылдағылар улар тураһында хәстәрлек күрә. «Хеҙмәт резервтары» хәйриә фонды Өфө районы ирекмәндәрен берләштереп, сираттағы гуманитар ылау әҙерләй. Чесноковка ауылында урынлашҡан штабҡа төрлө әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡтары, маскировка селтәрҙәре йыйыла.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башсельхозтехника» предприятиеһында аграрийҙар өсөн уҡыуҙар бара

Дәрестәр барышында яңы техника өлгөләре, уларҙы ҡулланыу, ремонтлау үҙенсәлектәре, өҫтөнлөктәре менән танышырға мөмкин. Предприятие биләмәһендә Рәсәйҙә етештерелгән заманса техника күргәҙмәһе лә ойошторолған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә экотакси барлыҡҡа килде

Руль артында - Валерия Кирәева,ҡала халҡынан сүп-сар йыйып уны ҡабул итеү пункттарына алып китә. Ҡаты ҡалдыҡтар тапшырып йыйылған аҡсаны баш ҡалалағы хосписҡа йүнәлтә. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн - Бөтә донъя социаль эш көнө

Һөнәри байрам йыл да марттың өсөнсө шишәмбеһендә билдәләнә. Республиканың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүселәр көсө менән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға, өлкән быуын вәкилдәренә оло хәстәрлек күрһәтелә. Мәрхәмәтле һөнәр эйәләре менән БЮТ ижади төркөмө осрашты
👍1
Башҡортостан автономияһына - 105 йыл

1919 йылдың 20 мартында Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡортостан хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Тарихсылар был ваҡиғаны Рәсәй тарихындағы иң мөһимдәр рәтенә ҡуя - тап төбәк менән үҙәктең килешеүе Федератив мөнәсәбәттәргә нигеҙ һала. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаев та документтың баһаһын ҙур тип иҫәпләй. Уға тиклемге үҙалылыҡ документаль раҫланмаған, ә 1919 йылдағыһың яңы власть таный һәм рәсми иғлан итә.
Башҡорт автономияһы Рәсәйҙә тәүгеһе һәм үҙ формаһы буйынса берҙән-бере. Мәскәү беҙҙең шарттарға риза булып, килешеү төҙөй, башҡа республикаларға автономия декрет, йәғни указ менән генә бирелә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа 60 йәш

Иң тәүгеләрҙән булып республика етәксеһен юбилейы менән М. Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальоны һалдаттары ҡотланы.
👍5
Башҡортостанда етем балаларға кеҫә аҡсаһы бирелә

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай закон проекты әҙерләгән. Уға ярашлы етемдәргә айына 1 мең һумға тиклем тапшырылып бара. Сумма ҙур булмаһа ла, бындай алым балаларҙы аҡса тотонорға өйрәтә, ти депутаттар. Социаль ярҙам өсөн бюджеттан яҡынса 5 миллион һум тотонола.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БСТ каналы Радий Хәбировтың тыуған көнөндә эксклюзив интервью күрһәтәсәк

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Юбилейы алдынан төбәк етәксеһе беҙҙең каналға эксклюзив интервью бирҙе. Коллегабыҙ Дмитрий Каретко ойошторған әңгәмәлә ул үҙ эшмәкәрлегендә бығаса билдәле булмаған факттар менән бүлешә.
Республика башлығы Радий Хәбиров менән ҙур интервьюны бөгөн киске сәғәт һигеҙҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡарағыҙ.
💩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы юбилей иртәһен «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында ҡаршы алды

Башҡортостан башлығы 60 йәшлек юбилей иртәһен Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында ҡаршы алды. Әлеге минуттарҙа Радий Хәбиров «Ирҙәрсә һөйләшеү» республика йәштәр илһөйәрлек форумында ҡатнаша. Сараға 250 уҡыусы саҡырылған, улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, кадеттар һәм юнармеецтар бар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Петропавловский ауылында башланғыс мәктәп менән балалар баҡсаһы асылды

Хәйбулла районы Петропавловский ауылында ремонт һәм төҙөлөш эштәренән һуң башланғыс мәктәп менән балалар баҡсаһы асылды. Ауыл халҡы, уҡытыусылар, балалар һәм төҙөүселәр ҡатнашлығында үткән тантаналы сара хаҡында киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ ҡалаһының төрлө хеҙмәт ойошма-предприятиелары араһында спартакиада старт алды

Сәләмәт ғаилә - көслө ғаилә. «Ғаилә йылы» уңайынан Баймаҡ ҡалаһының төрлө хеҙмәт ойошма-предприятиелары араһында спартакиада старт алды. “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында был юлы ҡала мәктәптәре хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләре ярышты, эстафета мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына тапшырылды.
1👍1
Башҡортостанда бысраҡ номерҙар өсөн штраф һалалар

Республика юлдарында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы махсус рейд башланы. Инспекторҙар тәү сиратта бысраҡ номерҙарға иғтибар итә. Шулай уҡ ялған, эҙләүҙә булған, йә иһә дәүләт теркәүенән алынған автомобилдәрҙе асыҡлай. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса баш автоинспектор Владимир Севастьянов машиналағы дәүләт номеры яҡшы уҡылырға тейеш тип иҫкәртә. Бысраҡ һәм саң баҫҡан номерҙар өсөн 500 һум штраф ҡаралған.
2
Республика халҡы Зыя Нуриевты иҫкә ала

Бөгөн совет осороноң дәүләт һәм партия эшмәкәре Зыя Нуриевтың тыуыуына 109 йыл тула. Зыя Нурый улы Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Үрге Ыласынтау ауылында тыуған. Ул төрлө йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының 1-се секретары, Советтар союзы әҙерләүҙәр министры, СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Иҡтисад фәндәре докторы, академик, Мазһар Иҫәнбаев фекеренсә, республикала Зыя Нуриев етәксе булған осорҙо төбәк өсөн иң уңышлы йылдар тип баһаларға мөмкин.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ғалимдары Әхмәт ибн Фаҙландың ҡулъяҙмаларының күсермәһен алып ҡайтты

Иранға фәнни экспедиция менән барған тарихсы-ғалимдар Әхмәт ибн Фаҙландың ҡулъяҙмаларының күсермәһен алып ҡайтты. Республика йәмәғәтселеге өсөн Х быуат ғәрәп сәйәхәтсеһенең эше оло әһәмиәткә эйә. Шуларҙың береһе башҡорттарҙы тарихта танытҡан тәүге документтарҙың береһе.
👍2
Өфө ҡыҙҙары ярым финалда икенсе уйында ла дәғүәсеһенән еңелде

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында плей-офф дауам итә. Ярым финалда “Ағиҙел” һәм “Динамо-Нева” командалары осраша. Икенсе уйын да Санкт-Петербург ҡыҙҙары файҙаһына булиттар серияһында 4-3 иҫәбенә тамамланды. Тәүге осрашыуҙа ла “Динамо-Нева” клубы көслөрәк булғайны. 23 мартта Санкт-Петербургта өсөнсө матч уҙа. Өс еңеү яулаған команда финалға сыға.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ағиҙел» Төбәк-ара полилингваль олимпиадаһы үтте

Дүртенсе тапҡыр ойошторолған ярышта 5-11 класс уҡыусылары көс һынашты. Улар «Беҙ - берҙәм һәм татыу ғаилә» темаһына бағышланған проекттар тәҡдим итте.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбленә һайлап алыу башланды

Тәүге тур бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Үҙ көсөн 30-ҙан ашыу сәхнә оҫтаһы һынап ҡараны. Улар араһында ҡурайсылар ҙа, думбырасылар ҙа, скрипкасылар ҙа бар. Сөнки ҡурайсылар ансамбле составында башҡа милли музыка ҡоралдары ла ҡаралған. Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле Республика башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ойошторолдо.
👍3🔥1
Депутаттар ҙур эттәрҙе морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн ҡатыраҡ яза тәҡдим итте

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай ошоға бәйле закон проектын ҡабул итергә ниәтләй. Ҙур эттәрҙе морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн 4 мең һумға тиклем штраф һалына. Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса 500 һум ҡарала ине. Март айындағы пленар ултырышҡа закон проектына төҙәтмә әҙерләнгән. Уҫал эт кешегә ташланған осраҡта, хайуан хужаһын енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡарала.
👍1
Өфөлә шағир һәм композитор Миҙхәт Әбделмәнов арабыҙҙан китте

Бөгөн шағир, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, композитор, республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миҙхәт Мәжит улы Әбделмәнов 82 йәшендә донъя ҡуйған.

Ул популяр башҡарыусылар өсөн тиҫтәләгән йырҙар ижад иткән, күбеһе хитҡа әүерелгән. Elvin Grey, Әлфиә Әмирханова, Рөстәм Асаев кеүек артистарҙың репертуарында уның шиғырҙарына йырҙар бар.

Миҙхәт Әбделмәнов менән хушлашыу иртәгә, 22 мартта, Башҡорт дәүләт филармонияһында иртәнге сәғәт 10-да була. Уны тыуған яғында - Благовар районының Яныш ауылында ерләйҙәр.
😢1