Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яҙғы баҫыу эштәренә быйыл үткән йылдағынан өс йөҙгә күберәк техника сығасаҡ
Парктың яңырыуы сәсеү эштәрен тиҙ арала башҡарып сығыу һәм майҙандарҙы арттырыу мөмкинлеге бирә. Ғәмәлдәге техника әле ҡыҙыу осорға әҙерлек үтә. Сәсеү һәм ер эшкәртеү машиналарының 95 проценты ремонтланған.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы районы Дуҫлыҡ ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды
Самбо, бокс, өҫтәл теннисы һәм башҡалар - урында йәшәүселәргә бер нисә спорт төрө менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылды. Ул ғына ла түгел, өҫтәп тағы ла бер майҙан булдырмаҡсылар.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Милли музейҙа Халыҡ -ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан асыҡ ишектәр көнө уҙҙы
Музейға килеүселәргә экскурсиялар уҙғарылды. Гүзәл заттар кисә генә асылған Башҡорт ҡатын-ҡыҙының ғүмере тип аталған күргәҙмәлә лә булды.
Байрам көнөндә милли музейҙың бар залдары ла асыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн инеү бушлай. Килеүселәр экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай алды.
Музейға килеүселәргә экскурсиялар уҙғарылды. Гүзәл заттар кисә генә асылған Башҡорт ҡатын-ҡыҙының ғүмере тип аталған күргәҙмәлә лә булды.
Байрам көнөндә милли музейҙың бар залдары ла асыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн инеү бушлай. Килеүселәр экспонаттарҙы ҡыҙыҡһынып ҡарай алды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө уңайынан теләктәр марафоны үтте
Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнөнә теләктәр марафоны. Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында гүзәл заттар төрлө дистанцияға йүгерҙе. 14 йәштән алып ҡыҙҙарҙы берләштергән байрамға йыйылыусылар 8 мартты сағыу һәм күңелле итеп үткәрҙе.
Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнөнә теләктәр марафоны. Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында гүзәл заттар төрлө дистанцияға йүгерҙе. 14 йәштән алып ҡыҙҙарҙы берләштергән байрамға йыйылыусылар 8 мартты сағыу һәм күңелле итеп үткәрҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күмертау ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар үҙ байрамдарында ла яугирҙарҙы хәстәрләй
Йәшел төҫтәге төрлө туҡыма киҫәктәре кемдеңдер ғүмерен ҡотҡара ала. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙ байрамдарында ла яугирҙарҙы хәстәрләй. Башҡортостан буйлап махсус хәрби операция яугирҙары өсөн маскировка селтәрҙәрен үреү дауам итә. Изге эшкә Күмертау ирекмәндәре лә ҡушылған. «Белая река» ирекмәнлек һәм остазлыҡ үҙәгенә йөрөүселәр маскировка селтәрҙәрен 2022 йылда уҡ үрә башлай. Ошо ваҡыт эсендә йөҙләгән селтәр махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған.

Теүәл фәндәр ҡатын-ҡыҙ бәхетенә ҡамасауламай
Өфө фән һәм технологиялар университеты аспиранттары мәғариф проектына ла, шәхси тормошҡа ла тигеҙ ваҡыт бүлә. Улар өсөн булдырылған шарттар билдәләнгән маҡсатҡа ышаныслы барырға мөмкинлек бирә.
Өфө фән һәм технологиялар университеты аспиранттары мәғариф проектына ла, шәхси тормошҡа ла тигеҙ ваҡыт бүлә. Улар өсөн булдырылған шарттар билдәләнгән маҡсатҡа ышаныслы барырға мөмкинлек бирә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында ҡатын-ҡыҙҙарға арналған байрам тантаналары ойошторолдо
Хәйбулла районында ҡатын-ҡыҙҙарға арналған байрам тантаналары һәр ауыл биләмәһендә һәм район үҙәгендә киң ҡолас менән ойошторолдо. Яугир әсәләрен, ҡатындарын данлаған күркәм саралар шәлкеме хаҡында киләһе яҙмала.

👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы ауылынан ун бер бала тәрбиәләп үҫтергән ғаилә дәүләт ярҙамын тойоп йәшәй
Былтыр ноябрҙә ил президенты Указына ярашлы Рауза Сафинаға Герой-әсә исеме бирелгән, орден менән бүләкләнеүҙең өҫтөнлөктәре күп. Улар тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Былтыр ноябрҙә ил президенты Указына ярашлы Рауза Сафинаға Герой-әсә исеме бирелгән, орден менән бүләкләнеүҙең өҫтөнлөктәре күп. Улар тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн донъяның тәүге космонавты Юрий Гагариндың тыуыуына - 90 йыл
Ошо уңайҙан Рәсәй космонавтика федерацияһының Башҡортостан бүлексәһе йыһангирҙы иҫкә алып, бюсына сәскә һалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Юрий Алексеевичтың һыны элекке Өфө дәүләт авиация техник университеты эргәһендә урынлашҡан.

❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе ғаилә оло йәштә булыуына ҡарамай, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәй
Хәкимовтарҙан оҙон ғүмер сере. Өфөлә йәшәүсе Фәниә менән Наил Хәкимовтар оло йәштә булыуына ҡарамай, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәй. Улар спорт менән шөғөлләнә, халыҡ ижады күргәҙәмәләрендә ҡатнаша. Наил Хәйрулла улына мартта 90 йәш тулһа, уның тормош иптәше Фәниә Миңлебай ҡыҙы быйыл 85 йәшен ҡаршылай.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтар хөрмәтенә иптәштәрсә осрашыу уҙҙы
Ысын егеттәр хоккей уйнай! Баймаҡ районы Түбә ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтар хөрмәтенә «Ҡараташ» менән «Атайсал» командалары араһында иптәштәрсә осрашыу уҙҙы.

👍3
Радий Хәбиров Рамаҙан айында махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн доға ҡылырға тәҡдим итте
Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика мосолмандарын изге Рамаҙан айы башланыуы менән ҡотланы.
- Кисә ҡояш байыу менән Рамаҙан айы башланды. Мин Башҡортостандың барлыҡ мосолмандарын ихлас ҡотлайым, беҙҙә улар бик күп. Ошо изге айҙа төрлө сикләүҙәр бар, әммә иң мөһиме - яҡты уйҙар һәм изге эштәр. Бар уйыбыҙ - ир-егеттәребеҙ хаҡында, хәҙер улар өсөн доға ҡылырбыҙ. Һәр ғаиләгә тыныслыҡ һәм именлек килһен, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Юлға йүгереп сыҡҡан ҡатынды бәрҙергән
Кисә Һамар - Өфө - Силәбе трассаһында «Вольво Трак» йөк автомобиленә идара иткән 54 йәшлек водитель йәйәүлене төкөгән. Видеояҙмала күренеүенсә, 35 йәшлек ҡатын үҙе юлға йүгереп сыҡҡан. Зыян күреүсе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.
Авария буйынса тикшереү бара.

😱3👍1🤯1
Рәсәйҙә 1 апрелдән социаль пенсия 7,5 процентҡа күтәрелә
Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, хаҡлы ялдағыларға йәшәү минимумы артыуына ҡарап йыл һайын индексация үткәрелә. Социаль пенсия хеҙмәт стажы тулмағандарға, шулай уҡ инвалидтар һәм ғаиләне ҡараған кешеһен юғалтҡандарға тәғәйенләнә. Бынан тыш, киләһе айҙан ветерандар һәм яраланған хәрбиҙәргә түләү 7,5 процентҡа арта. Бының өсөн бюджетта 37,5 миллиард һум һалынған.

Башҡортостандан Донбасҡа сираттағы 115-се гуманитарылау юлға сыҡты
Колонна 9 йөк машинаһынан тора, уларға 53 кубометр ағас материалдары, утын, һыу, медикаменттар һәм яугирҙарға посылкалар тейәлгән. Гуманитар ярҙам Рәсәйҙең яңы 4 субъектында урынлашҡан хәрби подразделениеларға тәғәйенләнгән. Йөк туплауҙа 8 муниципалитет, республика халҡы, ойошмалар һәм йәмәғәт берекмәләре әүҙем ҡатнашҡан. Башҡортостанда махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ярҙам даими рәүештә республика башлығының шәхси контролендә ойошторола.

👌2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Президентын һайлауға 22 тонна бюллетень сығарылған
Уларҙың бер өлөшө башҡорт телендә. Илдең иң ҙур сәйәси сараһына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды. Яуаплы кампанияға бөтә республика әүҙем әҙерләнә. Ошо көндәрҙә бюллетендәр һайлау участкаларына таратыласаҡ.

👌2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔞 Еңел машина ғаилә парын төкөгән
Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында еңел машина юғары тиҙлектә ирле-ҡатынлылар — 51 йәшлек Владимирҙы һәм 46 йәшлек Еленаны бәрҙергән. Уларҙы ашығыс ярҙам машинаһы алып киткән: икеһенең дә баш һөйәге йәрәхәтләнгән, ирҙең аяғы һынған, ҡатындың яурыны имгәнгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель иҫерек булған.

😱3
Башҡортостанда ялға ҡайтҡан яугир ғаилә ҡорған
Бәләбәй ЗАГС-ы бүлегендә «Бурый» позывнойлы махсус хәрби операция яугире һәм уның һөйгән ҡыҙы өйләнешкән. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев социаль селтәрҙә яҙған.
Яҡташыбыҙ – взвод командиры, кадр офицеры, Ҡазан хәрби танк училищеһын тамамлаған, ә ҡатыны сығышы менән Аксаков ауылынан.
«Тыйнаҡ, ябай егеттәр, тап шундай кешеләр илебеҙҙең яҙмышын билдәләй. Улар – ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө. Йәштәр үҙ тормошондағы ҡыуаныслы ваҡиғаны туғандары һәм яҡындары менән билдәләне. Тиҙҙән ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск тамамлана һәм яҡташыбыҙ йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана. Мөхәббәтегеҙҙе, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, ҡорған ғаиләгеҙ ныҡлы булһын!» - тип яҙған район етәксеһе.

Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Ростех» дәүләт корпорацияһы етәксеһе Сергей Чемезов менән осрашты
Көн тәртибендә - яҡтар араһында эшмәкәрлекте нығытыу һәм «Ростех» төркөмөнә ингән сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү. Фекер алышыу барышында республика предприятиеларының бер нисә перспективалы проекты тикшерелде. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, Стәрлетамаҡта станоктар эшләү кластерын үҫтереү планлаштырыла.