Өфөлә легендар мотоуҙышсы Ғабдрахман Ҡадыровҡа һәйкәл ҡуйырға тәҡдим ителде
Радий Хәбиров менән осрашыу барышында татар йәмәғәтселеге вәкилдәре ошондай башланғыс менән сығыш яһаны. Башҡортостан Башлығы уны хупланы. Ғабдрахман Ҡадыров боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса 6 тапҡыр донъя чемпионы. “Минең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ. Ғабдрахман Ҡадыров ҡаһарманлыҡ символы иҫәпләнә һәм ул һәйкәлгә лайыҡлы кеше. Уға бағышланған монумент көйәрмәндәр өсөн ҙур бүләк булыр ине”, - ти спортсының ҡатыны, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадырова. Өфөлә Ғабдрахман Ҡадыровҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Баш ҡалалағы урамдарҙың береһе легендар спортсының исемен йөрөтә.

👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау ебәрелде
Махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеү теләге ирекмәндәрҙе һәм төбәктең ярҙамсыл кешеләрен берләштерҙе. Ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәптәр тарафынан һалдаттарға ярҙам итеү ойошҡанлыҡ менән үтәлә.Был юлы гуманитар ярҙамға аҙыҡ-түлек һәм көндәлек кәрәкле тауарҙар, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, төҙөлөш материалдары, электр ҡорамалдары һәм йылы кейем-һалым тупланған.

👍2❤1
Владимир Путин: "Бөтә ил алғы һыҙыҡтағылар менән"
“Алғы һыҙыҡта булған яугирҙәр белә, улар менән бөтә ил”. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтендә шулай тип белдерҙе. “Беҙ иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә хәл итә, иң ауыр һынауҙарҙы ла үтә алабыҙ. Беҙ быны иҫбат иттек. Халыҡ-ара терроризмға ҡаршы тора алдыҡ. Илдең берҙәмлген һаҡлап ҡалыуға өлгәштек”, - тине Рәсәй етәксеһе. “Беҙҙең ил суверенитетын һәм именлеген яҡлай. Махсус хәрби операцияны халыҡтың күп өлөшө хупланы”, - тине Владимир Путин.
“Мөрәжәғәтнамә тәү сиратта киләсәккә ҡараш. Унда пландар ғына түгел, стратегик бурыстар, илдең ышаныслы үҫеше өсөн мөһим булған мәсьәләләр күтәрелә”, - тине Владимир Путин. Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәт сараһында Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, етәкселәр, табиптар, уҡытыусылар, артистар, эшҡыуарҙар һәм дин әһелдәре ҡатнаша.

❤1👍1
Владимир Путин: "Берҙәмлек - бөйөк һәм еңелмәҫ көс"
“Колониялар тоторға, бөтә донъяла милли низағтар булдырырға күнеккән Көнбайыш Рәсәйҙең үҫешен тотҡарларға ғына тырышмай. Уларға беҙҙең ил урынына юҡҡа сыға барған, уларға бәйле булған киңлек кәрәк”. Ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтендә шулай тип белдерҙе.
“Быуаттар дауамында нығынған берҙәмлегебеҙ – бөйөк һәм еңелмәҫ көс. Беҙҙең һалдаттар һәм офицерҙар, төрлө милләт һәм дин кешеләре быны эше менән иҫбат итте. Улар иңгә-иң ҡуйып Тыуған илебеҙ өсөн алыша. Беҙ азатлығыбыҙҙы, тыныс һәм лайыҡлы тормошта йәшәү хоҡуғын барыбыҙ ҙа бергә яҡлайбыҙ. Быуандар бәйләнешен һәм традицияларыбыҙҙы һаҡлайбыҙ һәм балаларыбыҙға тапшырасаҡбыҙ”, - тине ил етәксеһе. “Бөгөн суверенитетты нығытыу бөтә йүнәлештәр буйынса алып барыла. Фронтта яугирҙәребеҙ сыҙамлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтә”, тип белдерҙе Владимир Путин.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Айыҡ ауыл» республика конкурсында Кушнаренко районы данын Иҫке Ғүмәр ауылы яҡлаясаҡ
«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Иҫке Ғүмәрҙәр ауыл көнөн билдәләне. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤2
Владимир Путин белдереүҙәре:
- Ҙур һәм күп балалы ғаилә норма булырға тейеш
- Ғаиләнең төп тәғәйенләнеше - балалар тыуҙырыу һәм тәрбиәләү
- Киләһе алты йылды тыуымдың тотороҡло үҫешенә ирешергә тейешбеҙ
- "Ғаилә" тигән яңы милли проект башлайбыҙ. Төбәктәргә кәмендә 75 миллиард һум бүленә.
- Фәҡирлек мәсьәләһе киҫкен тора.
-Әсәлек капиталы программаһын кәмендә 2030 йылға тиклем оҙайтырға тәҡдим итәм
- Уртаса ғүмер оҙонлоғо 73 йәштән артты. 2030 йылға ул 78-ҙән артырға тейеш.
- Торлаҡ фонды системалы рәүештә яңыртылырға тейеш

6 йылда 75 аэропорт яңыртыла.
Бының өсөн 250 милиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Авиация паркы үҙебеҙҙә сығарылған самолеттар иҫәбенә яңыртыла.
Владимир Путин
Бының өсөн 250 милиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Авиация паркы үҙебеҙҙә сығарылған самолеттар иҫәбенә яңыртыла.
Владимир Путин
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны
2 сәғәт 6 минут 38 секунд. Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа бөгөнгө мөрәжәғәтнамәһе ваҡыты буйынса ғына түгел, йөкмәткеһе менән дә рекорд ҡуйҙы. Ул тотош 6 йылға иҫәпләнгән стратегик үҫеш программаһын үҙ эсенә ала. Мөрәжәғәтнамәләге пункттар төрлө өлкәләргә ҡағылһа ла, уның үҙәгендә халыҡтың мәнфәғәте тора. Әйткәндәй, Владимир Путин мөрәжәғәтнәмә менән 19-сы тапҡыр сығыш яһай. Төп темалар хаҡында киләһе сюжет.

👍2❤1🤡1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ватанды һаҡлау көнөндә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан тотҡондар өсөн концерт ойошторолдо
Ватанды һаҡлау көнөндә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан тотҡондар өсөн 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында йәмәғәтселәр ойошторған акция үтте. Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 35 йыллығы уңайынан концерт ойошторолдо.
Ватанды һаҡлау көнөндә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан тотҡондар өсөн 3-сө холоҡ төҙәтеү колонияһында йәмәғәтселәр ойошторған акция үтте. Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 35 йыллығы уңайынан концерт ойошторолдо.
❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Асылыкүл» тәбиғәт паркында экологик акция ойошторолдо
Мәке уй ҙа - балыҡты ҡотҡар. «Асылыкүл» тәбиғәт паркында һыу аҫты тереклеген боҙ аҫтында тонсоғоуҙан ҡотҡарыу буйынса экологик акция ойошторолдо. Ҡыш аҙағына һыу ятҡылыҡтарында кислород бөтә, балыҡтар ылымыҡ ҡалдыҡтарынан ағыулана. Һыу аҫты тереклегенә ярҙамға тәбиғәт инспекторҙары һәм ирекмәндәр килә.
Мәке уй ҙа - балыҡты ҡотҡар. «Асылыкүл» тәбиғәт паркында һыу аҫты тереклеген боҙ аҫтында тонсоғоуҙан ҡотҡарыу буйынса экологик акция ойошторолдо. Ҡыш аҙағына һыу ятҡылыҡтарында кислород бөтә, балыҡтар ылымыҡ ҡалдыҡтарынан ағыулана. Һыу аҫты тереклегенә ярҙамға тәбиғәт инспекторҙары һәм ирекмәндәр килә.
❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Бөйрәкәй» роман-эпопеяһы йәнләнде
Сәхнәлә - «Бөйрәкәй» роман-эпопеяһы йәнләнде. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың пенталогияһы нигеҙендә яңы спектакль ҡуйылды. Әлегә Өфө тамашасыһына сәхнә әҫәренең беренсе өлөшө тәҡдим ителде. Киләһе премьера март аҙағына билдәләнгән.

Пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары яҡлана
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай федераль законға үҙгәреш әҙерләне. Документҡа ярашлы, ойошмала ҡыҫҡартыу булған осраҡта, эш урыны мотлаҡ һаҡланырға тейеш хеҙмәткәрҙәр исемлегенә пенсия алды йәшендәгеләрҙе индерергә тәҡдим ителде. Бының өсөн Хеҙмәт кодексына төҙәтмә кәрәк. Законға үҙгәреш оло йәштәге хеҙмәткәрҙәр хоҡуҡтарын яҡларға мөмкинлек бирә. Ҡанун проекты Дәүләт Думаһында апрелдә ҡарала.

Аҙнағол халҡы айыҡ тормош һайлай
Бай тарихлы боронғо ауылдарҙың береһе Аҙнағол быйыл Күгәрсен районы исеменән республика кимәлендәге "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша. Бәләкәй ауылдарҙың яҙмышы һәр ҡайҙа ла бер төрлө. Уларҙы берләштергәне, әлбиттә, халыҡтың берҙәм, татыу булыуы. Аҙнағолдар ҙа ауылды һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ, тиҙәр. 63 өйлөк Аҙнағолда иман йорто, клуб эшләп килә, үҙҙәренең фермер хужалығы бар, юл һалынған, йорттар төҙөк. Был ауылда айыҡлыҡ күптән инде йәшәү рәүешенә ингән.

Башҡортостанда иң яҡшы тәрбиәселәр асыҡланды
Өфөлә “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” республика конкурсы финалы уҙҙы. Унда 90 белгес ҡатнашты. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә Өфөнөң 281-се балалар баҡсаһынан Гөлназ Ҡураева еңеү яуланы. “Туған тел тәрбиәсеһе” номинацияһында баш ҡаланың 18-се балалар баҡсаһынан Әлиә Ишдәүләтова иң яҡшыһы тип табылды.
Өфөлә “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” республика конкурсы финалы уҙҙы. Унда 90 белгес ҡатнашты. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә Өфөнөң 281-се балалар баҡсаһынан Гөлназ Ҡураева еңеү яуланы. “Туған тел тәрбиәсеһе” номинацияһында баш ҡаланың 18-се балалар баҡсаһынан Әлиә Ишдәүләтова иң яҡшыһы тип табылды.
❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров менән Игорь Комаров Башҡортостандың беренсе президенты һәйкәленә сәскә һалды
Бөгөн Өфөлә Волга буйы федераль округы советы ултырышы үтә. Ошо уңайҙан Башҡортостанға Рәсәй Президентының округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров килде.
Республика башлығы Радий Хәбиров менән Игорь Комаров Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың һәйкәленә сәскә һалды. Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренең тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан ҡуйылған скульптура республика парламенты һәм Хөкүмәт биналары эргәһендә урынлашҡан

Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы «Айыҡ ауыл - 2022» республика конкурсы еңеүсеһе
Сәләмәт йәшәү рәүешен яҡлаусылар, лайыҡлы тормош алып барған өлгөлө ғаиләләр республика конкурсында уңышҡа ирешеүгә тос өлөш индергән. Күптән түгел төбәктә Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзалары менән осрашыу үтте. Сара сиктәрендә ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан егет-ҡыҙҙар, өлгөлө ғаиләләр билдәләнде, уларға Рәхмәт хаттары тапшырылды. Төпкөлдә йәшәгән ауыл кешеләренең финанс грамоталылығын күтәреү маҡсатында ауыл китапханаһына махсус әҙәбиәт тапшырылды. Финанс грамотаһы буйынса күсмә китапхананы һәр ауылда ойоштороу күҙаллана.

Малайҙарға ҡыҙ исемдәрен ҡушыу тыйыла
Думала ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Уның авторҙары әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта ошондай осраҡтар йышая. Ҡыҙ балаға Михаил тигән исем биргәндәр. Башҡортостанда иһә малайҙарҙы Эльвира, Амелика, Тайла тип теркәү осраҡтары бар. Ғәмәлдәге закон буйынса ЗАГСтар ата-әсә теләгенә ҡаршы килә алмай. Яңы норма ҡабул ителһә балаға исем теркәгәндә уның енесе мотлаҡ иҫәпкә алынырға тейеш була.

👍6❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Халыҡ шағирына һәйкәл асылды
Бөгөн Үрге Тәтешлелә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа һәйкәл асылды. Сарала әҙиптең яҡындары, дуҫтары, яҡташтары - Иҫке Күрҙем ауылы халҡы ҡатнашты. Тантананы Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов асты. Сәләмләү һүҙе менән шағирҙың бер туған ҡустыһы Мәғдән Атнабаев сығыш яһаны.
Сара хаҡында тулыраҡ бөгөн 22:30 сәғәттә «Яңылыҡтар»ҙа.

Өфөлә Волга буйы федераль округы советы ултырышы үтте
Рәсәй президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров етәкселегендә ойошторолған эшлекле осрашыуҙа власть органдары һәм урындағы үҙидаралыҡтарға ышаныс кимәлен арттырыу мәсьәләһе ҡаралды. Субъекттарҙа халыҡ менән бәйләнеш ойоштороуҙың яңы формалар индерелә, инцидент менеджмент системаһы уңышлы эшләй. Шулай уҡ төбәк менән идара итеү үҙәктәре сафҡа индерелде, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ул 2021 йылдан алып халыҡты борсоған проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. Төбәктерҙең йәмғиәттең ышанысын яулауҙа уңышлы эш тәжрибәләре - киләһе яҙмала.