БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.96K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Асҡарға яңы телефон бүләк иткәндәр

Кисә Өфөлә 20-се башҡорт гимназияһында уҡыған 11 йәшлек Асҡар Муллағәлләмовтың юғалыуы күптәрҙе хафаға һалды. Мәғлүм булыуынса, иртәнге сәғәттәрҙә 226-сы маршрут автобусында мәктәпкә килергә сыҡҡан уҡыусы тейешле туҡталышта төшә алмаған һәм аҙашҡан. Малай икенсе автобустарға ултырып, ҡала буйлап йөрөүен дауам иткән. Уның хәрәкәтен «Алға» картаһы буйынса асыҡлағас, полиция хеҙмәткәрҙәре барып тапҡан.

«Аҡбуҙат» журналы коллективы малайҙың кеҫә телефоны булмауы хаҡында белеп ҡалғас, уға өр-яңы телефон бүләк иткән. Хәҙер Асҡар һәр саҡ бәйләнештә булыр, үҙенең ҡайҙа йөрөгәнен яҡындарына ваҡытында хәбәр итеп торор!
👍13
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ирекмәндәргә «Путин командаһы» премияһы тапшырылды

Әүҙем гражданлыҡ позицияһы булғандарға лайыҡлы награда. Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтырыбыҙға ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәргә «Путин командаһы» премияһы тапшырылды. Номинанттар араһында уҡыусылар, ҡотҡарыусылар, табиптар һәм башҡа һөнәрҙәр эйәләре бар.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» клубы плей-оффтың беренсе этабында Силәбенең «Трактор»ы менән осраша

Кисә континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты тамамланды. Һуңғы көндә юлаевсылар «Северсталь» клубын ҡабул итте. Турнир әһәмиәтенә эйә булмаһа ла, ике команда ла көсөргәнешле уйын күрһәтте. Осрашыуҙың яҙмышы һуңғы секундтарҙа хәл ителде. Глеб Кузьмин индергән шайба яҡташтарыбыҙға 4-3 иҫәбе менән еңеү килтерҙе. Әйтергә кәрәк, әлеге уйын Иван Дроздовтың бенефисы булды. Ул үҙ иҫәбенә хет-трик яҙҙы.
👍5😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «Башҡорт йорто» дәүләт программаһы барлыҡҡа киләсәк

Әле уның концепцияһы төҙөлә. Был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙеләр. Шәхси торлаҡтың күпләп төҙөлөүен иҫәпкә алып, бер төрлө проектҡа ярашлы йорттар һалыу һәм бер юлы инженер инфраструктураһын да хәстәрләү кәрәклеген Радий Хәбиров йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә билдәләгәйне.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров татар йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осрашты

Өфө дәүләт «Нур» татар тетарында ойошторолған һөйләшеүҙә йәмәғәт ойошмалары, уҡытыусылар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, дин әһелдәре ҡатнашты. Республика башлығы Башҡортостанда милли телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе һаҡлау буйынса күп йыллыҡ сәйәсәт үҙ һөҙөмтәһен бирә, тип билдәләне. Һәр баланың үҙ телендә белем алырға, тарихын өйрәнергә мөмкинлеге бар. Иң мөһиме, күп милләтле республика халҡы татыулыҡта һәм тыныслыҡта йәшәй. Бөгөн беҙ берләшеп, бер дошман менән көрәшәбеҙ, беҙҙең төп бурыс - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, тине Башҡортостан башлығы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Президенты һайлауын уҙғарыуға Башҡортостанда өс миллионға яҡын һайлау бюллетене әҙерләнәсәк

Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, Рәсәй Президенты һайлауын уҙғарыуға Башҡортостанда өс миллионға яҡын һайлау бюллетене әҙерләнәсәк. Ғәҙәттәгесә, рәсми документтар башҡорт һәм татар телдәрендә лә баҫтырыла. Һайлауға әҙерлек барышының иң ҡатмарлы һәм яуаплы этаптарының береһе тураһында сюжет.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алдағы 3 йылда Башҡортостанда мәктәптәрҙе ремонтлауға 5 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ

Республика һуңғы йылдарҙа төҙөлгән һәм ремонтланған мәктәптәр һәм балалар баҡсалары һаны буйынса илдә алдынғылар рәтендә. 2019-2023 йылдар статистикаһы Мәскәүҙә, Рәсәй халыҡ-ара күргәҙмә-форумы майҙансығында ла яңғыраны. Яңыртылған уҡыу йорттарының береһе Ауырғазы районында урынлашҡан. Балаларҙың белем алыу шарттары менән БЮТ ижади төркөмө ҡыҙыҡһынды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларын бүләкләү тантанаһы уҙҙы

Бөгөн коммерцияға ҡарамаған ойошмалар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөлә республикалағы был категория ойошмаларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар хәйриә эшмәкәрлегендә, спортта, йәштәр хәрәкәтендә, мәғарифта, мәҙәниәттә, сәнғәттә, социаль өлкәлә ҡатнаша. Ойошма хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәре аҙ тәьмин ителгәндәргә, балаларға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итә, мәҙәниәт ҡомартҡыларын тергеҙә, хайуандарҙы яҡлай, экологик һәм башҡа күп кенә башланғыстарҙа ҡатнаша.
👍2
Өфөлә ҡыйыҡтан төшкән боҙ арҡаһында ике кеше зыян күргән

Көндәр бер аҙ йылытыу менән сираттағы хәүеф арта – бина ҡыйыҡтарынан боҙ төшөү осраҡтары йышая. Уҙған көндәре баш ҡалала ошондай ике ваҡиға теркәлгән. Уларҙың берәүһе – Ибраһимов бульвары буйынса урынлашҡан йорт янында була. Балкон түбәһенән ишелгән ҡар 48 йәшлек ҡатын өҫтөнә төшә. Ул табип ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Икенсе осраҡта 7 йәшлек малай имгәнгән, был хәл Борисоглебский урамында теркәлә. Ҡотҡарыусылар бейек биналар янынан үткәндә һаҡ булырға кәңәш итә.
👍1
Рәсәйҙә яугирҙәргә яңы ярҙам сараһы күрһәтелә

Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хоҡуҡ һаҡлау органдары пенсионерҙарына өҫтәмә түләү була. Яугирҙәргә оҙаҡ хеҙмәт өсөн пенсия тулыһынса тапшырылып бара. Бының өсөн бюджетта 4 миллиард һум һалынған. Быға тиклем президент Владимир Путин хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам өсөн компенсация тәғәйенләргә ҡушты.
105 йәшлек юбиляр!

Бөгөн Саҡмағош районының Киндеркүл ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветераны Әминә Хәйбрахмановаға 105 йәш тулған.

Йөҙйәшәр инәйҙе юбилейы менән район хакимиәте башлығы Реканс Ямалеев ҡотлаған.

– Яңыраҡ ҡына бер быуатлыҡ юбилейына килгәйнем, биш йыл үтеп тә киткән. Ул беҙҙе көткән һәм ҡунаҡтар килеүенә бик шатланды. Һәр ҡайһыбыҙҙың һаулығы, тыныслыҡ һәм именлек өсөн доға ҡылды. Ошо йәшкә етеп тә зиһене асыҡ һәм хәтере яҡшы булыуы һоҡландыра, – тип яҙған социаль селтәрҙә район башлығы.
👍6
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иртәгә Владимир Путин федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Был дәүләт башлығының йыллыҡ асыҡ мөрәжәғәтендә илдәге хәлгә баһа бирелә, эске һәм тышҡы сәйәсәттең, социаль-иҡтисади үҫештең һәм милли именлекте тәьмин итеүҙең төп йүнәлештәре билдәләнә. Быйылғы мөрәжәғәтнамәлә алдағы алты йылға бурыстар иғлан ителәсәк, тине Владимир Путин стратегик башланғыстар агентлығы форумының пленар ултырышында.
👎2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө янында урынлашҡан районда йәшәүселәргә Өфө моторҙар эшләү берекмәһе вахталы эш тәҡдим итә

Проект «Башҡорт вахтаһы» тип атала. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм төбәктең алдынғы сәнәғәт предприятиеһы вәкилдәре Иглин районында йәшәүселәр менән осрашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларға предприятиела вахта ысулы менән эшкә урынлашыуҙың өҫтөнлөктәре хаҡында мәғлүмәт бирелде.
👍31
📦 Өфөнөң 9-сы дауаханаһы коллективы СВО-ға гуманитар ярҙам ебәргән

Посылкаларға медицина материалдары һәм дезинфекциялау саралары һалынған. Дауахананың бер нисә хеҙмәткәре вахта буйынса Донбасста эшләй. Был материалдар уларға кәрәклерәк, ти дауахана вәкилдәре.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашты

Унда биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре һәм урындағы үҙидара органдарының бурыстары тикшерелде. Семинарҙы асып, төбәк етәксеһе муниципалитеттарға 2023 йылда республиканың тотороҡло үҫешен тәьмин иткәндәре, шулай уҡ социаль-иҡтисади программаларҙы һәм проекттарҙы үтәгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика юлдарындағы видеокамералар ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын теркәй

Республика юлдарындағы видеокамералар беркетелмәгән хәүефһеҙлек ҡайышы һәм туҡталыш линияһын үтеү кеүек ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын теркәй. Был саралар юл-транспорт ваҡиғаларын кәметергә тейеш, тигән фекерҙә автоинспекторҙар. «Бәхет хаты» килеп төшмәһен өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөргә кәрәк? Тулыраҡ видеояҙмала.
👌2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала ҡотҡарыусылар «Көнсығыш сығыу юлында» күнекмәләр үткәрҙе

Өфөнөң «Көнсығыш сығыу юлы»нда бөгөн юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Ваҡиға эҙемтәләрен бөтөрөүгә баш ҡаланың барлыҡ хеҙмәттәре лә йәлеп ителде. Ғәҙәттән тыш хәл урынынан репортаж.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡала уҡыусылары «Учитель» ҡушаматлы яугирға гуманитар ярҙам әҙерләне

Өфө гимназияһы уҡытыусыһы ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланырға әҙерләнә. «Учитель» ҡушаматлы яугирға гуманитар ярҙам әҙерләү тураһында киләһе яҙмала.
👍3