БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.97K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөлә "Еңеү" кинотеатры ремонтлана

Ҡала хакимиәте капиталь төҙөкләндереү өсөн контракт тәҡдим итә. Бюджеттан 235 миллион һум бүлергә әҙерҙәр. Эштәр киләһе йылдың йәйендә тамамланырға тейеш. Электр, һыу, йылытыу системаларын ремонтларға, иҙән-стеналарҙы тәртипкә килтерергә кәрәк. "Еңеү" кинотеатры 1949 йылда төҙөлгән.
👍2
6-8-се кластарҙа йәмғиәтте өйрәнеү фәнен уҡытмаҫҡа тәҡдим итәләр

Мәғариф министрлығы шундай башланғыс менән сыҡты. Ведомствонан белдереүҙәренсә, 9-сы класта аҙнаһына бер генә дәрес ҡалдырырға кәрәк. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Тейешле ҡарар ҡабул ителһә яңы норма 2025 йылдың 1 сентябренән көсөнә инә. Бер үк ваҡытта мәктәптәрҙә тарих дәрестәрен арттырырға теләйҙәр. Йылына тағы 136 сәғәт өҫтәү мөмкинлеге ҡарала.
1👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йырлы сәләм

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Юлай» ҡушаматлы хәрби «Ай-һай, Салауат» йырын башҡара.

«БСТ | Яңылыҡ»тар телеграм-каналына яҙылығыҙ.
👍7🔥4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Калинин районында янғынға ҡаршы рейд үтте

Йыл башынан Өфөлә ике йөҙҙән ашыу янғын осрағы теркәлгән, уларҙың дүрттән бер өлөшө Калинин районында. Биләмәлә күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү маҡсатында даими рейдтар ойошторола. Сираттағы профилактик сара Максимовка ауылында үтте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Президентын һайлауға бер айҙан әҙерәк ваҡыт ҡалды

Әле Башҡортостанда сәйәси кампанияға ныҡлы әҙерлек бара. Һайлау участкалары тәртипкә килтерелә, комиссия ағзалары тауыш биреүгә саҡырыу ҡағыҙҙары тарата.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илеш районы Дөмәй ауылында мәсет сафҡа инде

Илеш районында мәсет тағы берәүгә артты. Был юлы Изге йомала төбәктең бай тарихлы Дөмәй ауылында сафҡа инде. Һанаулы ваҡыт эсендә файҙаланыуға тапшырылған иман йорто тураһында ентекләберәк видеояҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ғорурланабыҙ» республика патриотик фестивале уҙҙы

Ватанды һаҡлаусылар байрамы уңайынан Өфөлә «Ғорурланабыҙ» республика патриотик фестивале уҙҙы. Уны хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеүсе «Содействие» коммерцияға ҡарамаған ойошма үткәрҙе. Сәхнәнән һуғыш йылдары йырҙары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе Ҡолбулдиндар ғаиләһе ләлә сәсәкәләре үҫтереүгә тотонған

Йорт бүлмәһендә сәскә оранжереяһы. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе Ҡолбулдиндар ғаиләһе ләлә сәсәкәләре үҫтереүгә тотонған. Дала шарттарында тәүгеләрҙән булып сәскә бизнесына тотоноусылар хаҡында киләһе сюжет.
👍51
Бөгөн Башҡортостан флагы көнө

1992 йылда, Башҡортостан “Республика” тип рәсми аталғас, дәүләт символдары – рәсми атрибуттар ихтыяжы тыуа. Ошоға бәйле конкурс иғлан ителә. Флаг төшөрөү буйынса рәссамдар Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабинаның эше һайлап алына. Башҡортостанфлагы 3 төҫтән тора, йәшел – азатлыҡты, мәңгелекте, аҡ – тыныслыҡ һөйөүсәнлекте, республика халыҡтарының хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын, күк – асыҡлыҡты, уйҙар таҙалығын аңлата. Әләмдә түңәрәк уртаһында 7 тажлы ҡурай сәскәһе, ул башҡорт халҡына нигеҙ һалыусы 7 ырыуҙы символлаштыра.
👍1
Өфөләге "Китап" яңы урынға күсә

Нәшриәттең магазины әле Октябрь проспектында урынлашҡан. Март айында ул Ленин урамына күсерелә. Китаптар "Карауанһарай" туҡталышы янында һатыласаҡ. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итә. - Ҡалала йәшәүселәр һәм туристар өсөн күпкә уңайлы була, - ти ул. Халыҡҡа китаптарҙан тыш төрлө сувенирҙар тәҡдим ителә.
👍1
"Ағиҙел" хоккей командаһы даими беренселектә еңде

"Ағиҙел" - чемпион. Өфө командаһы ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының даими беренселегендә ваҡытынан алда еңеү яуланы. Икенсе урында килгән команда ҡалған бөтә уйындарҙа еңһә лә "Ағиҙел"де ҡыуып тота алмай. 2023-2024 йылдарҙағы миҙгелдә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының даими беренселеге еңеүсеһе Кубогы булдырылды. Был награда Башҡортостан командаһына 6 мартта плей-офф алдынан тапшырыла.
👍2
Водитель таныҡлығына имтихан тапшырыу еңелләшәсәк

1 апрелдән киләһе үҙгәрештәр ғәмәлгә индереләсәк:

🚦 Имтиханды ябайлаштырыу һәм рөхсәт ителгән хаталар һанын арттырыу.

🚦 Штраф балдары биштән алып етегә тиклем арттырыла.

🚦Ҡала буйлап йөрөгәндә ике бәләкәй хата ебәрергә мөмкин — мәҫәлән, боролғанда һуңлап сигнал биреү йә моторҙы яңылыш һүндереү.

🚦 Хәҙер имтиханды ҡабул итеүсе ЮХХДИ инспекторы алда түгел, ә артта ултырасаҡ.

🚦 Инспекторҙың имтиханға ҡыҫылырға хоҡуғы булмаясаҡ.

🚦 Имтиханда ҡулланылған автомобиль камера ғына түгел, өҫтәмә педалдәр сигнализаторы менән йыһазландырылырға тейеш. Ошоға бәйле, автомәктәп инструкторы үҙенең уҡыусыһына ярҙам итә алмаясаҡ.

🚦 Руль артында эскән килеш йөрөгән өсөн хөкөм ителгәндәр, әрме хеҙмәтенән ҡасып ҡалғандар водитель таныҡлығына имтихан тапшырыуҙан мәхрүм ителәсәк.
👍5🔥1
Тағы бер яугир һөйгәненә тәҡдим яһаған

Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов социаль селтәрҙә ялға ҡайтҡан «Томат» позывнойлы яугир менән осрашыуы хаҡында яҙған.

- Осрашыуға һалдат яңғыҙ түгел, ә отпуск ваҡытында кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған кәләше менән килгән.

Йәштәрҙе ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡотланым. Килеп тыуған хәлдәргә ҡарамаҫтан, йәштәрҙең ғаилә ҡорорға әҙер булыуы ҡыуандыра. Уларға бәхет һәм кейәүҙең тиҙерәк өйөнә ҡайтыуын теләйем.

Яугиргә тепловизор тапшырҙым, ул беҙҙең хәрбиҙәргә алғы һыҙыҡта бик кәрәкле. Унда, алғы һыҙыҡта, егеттәребеҙгә уңыш юлдаш булһын. Улар әсәләренә, ҡатындарына һәм кәләштәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! - тип яҙған Нуриман районы башлығы.
👍7
Ун йәшлек малай дәрескә килеп етмәгән

Бөгөн Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларының ата-әсәләре чаттарында борсоуло хәбәр таралды. Уҡырға тип сығып киткән 10 йәшлек бала гимназияға килеп етмәгән.

"Атай-әсәйҙәр, дуҫтар!
Беҙҙең гимназия уҡыусыһы уҡырға килеп етмәне. 226 маршрутҡа ултырып, "Центральный" туҡталышында төшмәй ҡалған. Ярҙамығыҙ кәрәк.
Муллағәләмов Асҡар Динар улы, 10 йәш, буйы 136. Капюшонһыҙ ҡара куртка, ҡара шапка, ҡара аяҡ кейеме кейгән. Рюкзагы ҡара төҫтә, аҡһыл-һары төҫтәре бар.
Оло ихтирам менән Булат Зинуров". - тип яҙылған унда.

Асҡарҙы күрһәгеҙ, +7 927 329‑16‑30 (әсәһе), +7 965 642-70-21 (уҡытыусыһы), шулай уҡ полицияға хәбәр итеүегеҙ һорала.
😱3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Дмитрий Губерниев башҡортса һөйләшә башлаған

Хеҙмәттәшебеҙ, «Тамыр» телеканалы мөхәррире Гөлгөнә Баһауетдинова билдәле алып барыусы Дмитрий Губерниев менән ҡыҙыҡлы видеояҙма төшөргән. Губерниев башҡорт теленә һөйөүен белдергән һәм тиҙ арала бер нисә һүҙҙе отоп та алған.
Бик шәп, бик хуп!
👍6
БСТ | Яңылыҡтар
Ун йәшлек малай дәрескә килеп етмәгән Бөгөн Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларының ата-әсәләре чаттарында борсоуло хәбәр таралды. Уҡырға тип сығып киткән 10 йәшлек бала гимназияға килеп етмәгән. "Атай-әсәйҙәр, дуҫтар! Беҙҙең гимназия…
Асҡар Муллағәләмов табылған!

Киң мәғлүмәт сараларында яҙыуҙарынса, юғалған бала автобуста йоҡлап киткән булған.

Малай ағаһы менән бергә мәктәпкә юлланған. Өлкәне кәрәкле туҡталышта автобустан төшкән, ә Асҡар был ваҡытта йоҡлап ултырып ҡалған. Малай үҙе менән телефон алмаған, шуға күрә артабан икенсе автобусҡа ултырған һәм ҡала буйлап йөрөгән.
👍5😱3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Илеш районының Илеш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Объект «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын модернизациялау» программаһы буйынса төҙөлгән. Бында халыҡты ҡабул итеү, процедуралар өсөн айырым кабинеттар булдырылған, шулай уҡ учреждение заманса медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был аҙнала 500 меңәр һум аҡса аласаҡ коммерция булмаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре билдәле буласаҡ

Төҙөкләндереүгә гранттар. Был аҙна аҙағында 500 меңәр һум аҡса аласаҡ коммерция булмаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре билдәле буласаҡ. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы яҙып сыҡты. Был төр ярҙам һуңғы СМАРТ-баҡсасы форумында раҫланғайны.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «Һин хәүефһеҙлектә» проекты тормошҡа ашырыла

Һин хәүефһеҙлектә. Республика етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәгендә ошондай яңы проект тормошҡа ашырыла. Ул тәрбиәгә бала алған ата-әсәләрҙе лә, яңы ғаилә ағзаларын да яҡлауҙы, ҡурсалауҙы, педагогик-психологик ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Былтыр ғына был проект буйынса ғаиләгә урынлаштырылған 3 тиҫтәнән ашыу балаға ярҙам күрһәтелгән. «Һин хәүефһеҙлектә» проекты быйыл Бөтә Рәсәй кимәлендә лә иң яҡшы эш тәжрибәләренең береһе тип танылған һәм «Бала саҡтың 10 йыллығы» сиктәрендә үткәрелгән конкурстың ярымфиналына сыҡҡан.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө студенты үпкә ауырыуҙарын таныу һәм асыҡлау программаһын уйлап сығарған

Ул компьютер томографияһы ярҙамында эшләнгән һүрәтте эшкәртеп, үпкәнең зарарланған урынын билдәләй. Проект аҡ халатлыларҙың эшен еңеләйтеү, пациентты ҡабул итеү ваҡытын ҡыҫҡартыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Әле программа авторы хеҙмәтен камиллаштырыу, уны дауаханаларҙа ҡулланышҡа индереү өҫтөндә эшләй. Идеяһын тормошҡа ашырыу өсөн Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты студент стартаптарына ярҙам итеү грант программаһында ҡатнашып, 1 миллион һум күләмендә ярҙам ала алған.
👍1