БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.97K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда “Салауат” сәскә ата

Өфө лимонарийында бөгөн ошондай атамалы лимон сорты менән таныштырҙылар. Ул сиргә һәм ҡоротҡостарға бирешмәй. Эре емештәр бирә. Селекционерҙар уны милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың исеме менән атаған. Хужалыҡ етәксеһе Фәриҙә Садыҡова әйтеүенсә, лимондың был сортын йылы япма аҫтында ла, асыҡ һауала ла үҫтерергә була. Лимондың “Салауат” сорты Рәсәй цитрус емештәре дәүләт реестрына индерелгән.
Башҡортостан хужалыҡтары тағы өс йылға берҙәм һалым түләүҙән бушатылды

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары закон ҡабул итте. Хеҙмәткәрҙәр һанын артыҡ ҡыҫҡартмаған хужалыҡтар льготалы шарттар менән файҙалана ала. Республикала берҙәм ауыл хужалығы һалымына ташлама 2021 йылдан 2023 йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә булды. Уның менән 500-ҙән ашыу ойошма файҙаланған һәм 165 миллион һум экономиялай алған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «Мәғарифты үҫтереү» федераль программаһы буйынса 140 белем усағы яңыртылған

Башҡортостан 2019-2023 йылдар йомғаҡтары буйынса республикала төҙөлгән һәм ремонтланған мәктәптәр һәм балалар баҡсалары һаны буйынса илдең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инде. Республикала «Мәғарифты үҫтереү» федераль программаһы буйынса 140 белем усағы яңыртылған. Ошо маҡсатта федераль ҡаҙнанан 7 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Айыҡ ауыл» республика конкурсында Күгәрсен районы данын Аҙнағол ауылы яҡлаясаҡ

Мәҙәни саралар, спорт уйындары, өмәләр ярҙамында айыҡ тормошҡа эйәреүселәр хаҡында киләһе яҙмала.
Күгәрсен районында 39 йәшлек ҡатын ялған брокерҙарға 3 миллион һум күсергән

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, ханымға үҙен ҙур инвестиция компанияһы вәкиле булараҡ таныштырған кеше шылтыратҡан һәм аҡса эшләргә тәҡдим иткән. Бының өсөн ҡатын кредит алған. Аҡса күсерелгәс брокер элемтәгә сыҡмаған. Полиция халыҡҡа таныш булмаған телефон номерҙарын алмаҫҡа һәм буш вәғәҙәләргә ышанмаҫҡа кәңәш итә.
Бейеүсе Илнар Хәтмуллин хаҡында фильм төшөрөләсәк

Был хаҡта «Башҡортостан» киностудияһы режиссерҙары Роман Пожидаев һәм Радик Килмәмәтов осрашыуҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе. Башҡортостан Башлығы киностудияның ижади пландарын хупланы.

«Беҙҙә бындай фильмдар күберәк булырға тейеш. СВО геройҙары хаҡында хужожестволы картиналар төшөрөгә ваҡыт. Республика, һис шикһеҙ, проекттарға ярҙам итергә әҙер. Документаль фильмдарҙы Республика көнөнә тамамлаһағыҙ, бик яҡшы булыр ине», — тине Радий Хәбиров.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашып, бөгөнгө осорҙа ғәҙәти ир-егеттәр байрамы айырым юғары мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне. Барлыҡ ил һаҡсыларының берләшеү символына әйләнде ул. Сара сиктәрендә ҡаһарман яҡташтарыбыҙға дәүләт наградалары тапшырылды, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған концерт программаһы күрһәтелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл республика мәктәптәрен төҙөкләндереү өсөн 1 миллиард 500 миллион һум күләмендә аҡса бүленә

2024 йылда республика мәктәптәрен төҙөкләндереү өсөн 1 миллиард 500 миллион һум күләмендә аҡса бүленә. Федераль ҡаҙна сығымдарына Башҡортостанда 31 белем усағына капиталь ремонт эшләү күҙалана. Президент программаһында ҡатнашыусы Рәсәй субьекттары араһында республика лидерҙар иҫәбендә. Был турала Федерация советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комтитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова видеоконференция ултырышында белдерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө лимонарийында «Салауат» сортлы лимондың презентацияһы үтте

Сара Өфө ҡалаһының 450 һәм милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың 270 йыллығына арнала. «Салауат» лимонының байрамына Салауат районы, хоккей клубы етәкселәре, ошо исемде йөрөткән ир-егеттәр саҡырылған.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 105 йыллығына арналған саралар дауам итә

Әҙәби-музыкаль осрашыуҙар бөгөн Өфөнөң урта махсус музыка колледжында ла үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы командаһы «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары»нда ҡатнашасаҡ

«Ылаҡ» уйынында көс һынашасаҡ команда 8 февралдән алып ярыштарға етди әҙерләнгән. Степной ауылында үткән ылаҡ төрки халыҡтары милли спорт төрө буйынса күнекмәләр хаҡында киләһе яҙмала.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса фестиваль үтте

Башҡорт дәүләт медицина университеты ойошторған спорт сараһында уҡытыусылар һәм студенттар ҡатнашты. Ғәмәлдәге һәм буласаҡ табиптар саңғы һәм сноуборд ярыштарында көс һынашты. Фестиваль ун йыл элек Сочиҙағы Олимпиадаға ирекмәндәр әҙерләү сараһы булараҡ барлыҡҡа килеп, бөгөн йолаға әүерелгән.
Владимир Путин Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменә ҡотлау ебәрҙе

. - Беҙ ата-бабаларҙың үлемһеҙ ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ. Бөгөн дә Рәсәй халҡы патриотик традицияларҙы үтәүселәргә, Тыуған илгә тоғро булыусыларға хөрмәт белдерә, тиелә ҡотлау хатында. Премьер-министр Михаил Мишустиндан да ҡотлау бар. - Был байрам Рәсәйҙең үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәгәне ҡәҙерләгәндәрҙе, бөтә ғүмерен Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә бағышлағандарҙы берләштерә, тиелә унда. Ватанды һаҡлаусылар көнө менән Президенттың Волга буйы округындағы вәкиле Игорь Комаровтан да ҡотлау алынды.
👎2
Радий Хәбиров яугирҙәрҙе иҫкә алыу сараларында ҡатнашты

Бөгөн Республика Башлығы Өфөлә Еңеү паркында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан тантанала ҡатнашты. Радий Хәбиров Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәленә сәскә һалды. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Өфөлә Еңеү паркы 1947 йылда асылған. Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн шулай уҡ Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Сарала Ҡораллы көстәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Радий Хәбиров майҙанда ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр менән әңгәмәләште. - Улар иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға тейеш. Беҙ уларҙы көтәбеҙ, - тине Республика Башлығы.
👎4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәш блогерҙар Ейәнсура районындағы балалар йортона ҡиммәтле бүләк яһаған!

Өфөнән блогерҙар Илгиз Баҙалов һәм Гүзәл Мырҙабаева Ҡазандан эшҡыуар Гүзәл Хөснөтдинованың марафонында ҡатнаша. Ярыш-марафон шарты буйынса блогерҙарға блог ярҙамында аҡса эшләп, балалар йорттарына бүләктәр өләгеү бурысы ҡуйылған.

Яҡташтарыбыҙ блог ярҙамында 190 мең һумдан ашыу аҡса эшләгән һәм Ейәнсура районының Яңы Николаевка ауылындағы мәктәп-интернатҡа ҡиммәтле техник ҡорамалдар бүләк иткән. Афарин!
👍4🔥21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ватан һаҡсылары көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашты

Төбәк етәксеһе Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә, Еңеү паркында Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәре эргәһендәге «Мәңгелек ут» мемориалына сәскә гөлләмәләре һалды. Радий Хәбиров күп милләтле республика халҡын, ир-егеттәрҙе, Ватан һаҡсыларын байрам менән тәбрикләне.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөр төркөм мобилизацияланғандар ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Тантаналы шарттарҙа йәнә алғы һыҙыҡҡа. Бөр төркөм мобилизацияланғандар ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә уларҙы байрамса оҙатып ҡалдылар. Яугирҙар менән хушлашырға яҡындары, хәрбиҙәр, республика етәкселеге лә килде.
👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев батальоны яугирҙары Башҡортостан халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы

Рәсәй гвардияһының Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальоны яугирҙары Башҡортостан халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы. Видеояҙмала яҡташтарыбыҙ
был көндө туғандарынан һәм яҡындарынан ситтә булыуын, масхус хәрби операция биләмәһендә Ватаныбыҙҙың имен киләсәге өсөн көрәшеүен билдәләгән. Шулай уҡ яугирҙар даими хәстәрлек өсөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт белдергән һәм Юғары баш командующий, Рәсәй президенты Владимир Путин менән менән ышаныслы еңеүгә табан барыуҙарын белдергән.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ватан һаҡсылары көнө уңайынан Иглин районында байрам саралары үҙҙы

Район үҙәгендә тантана обелискҡа сәскә һалыуҙан башланды. Митингта ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алды. Хәтер саралары Еңеү паркында ла ойошторолдо. Унда йыйылыусылар ҡанлы бәрелештәрҙә һәләк булған ир-егеттәрҙе бер минут тынлыҡ менән хәтерләне.
1👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Яңылыҡтар хеҙмәте акция иғлан итте

Бөгөн Башҡортостандан күп кенә ир-егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Нацизмға ҡаршы көрәштә пилотһыҙ осоу аппараттары киң ҡулланыла. Сөнки дрондар ярҙамында командирҙар бөтә мәғлүмәтте реаль ваҡыт режимында күрә, тиҙ һәм аныҡ ҡарарҙар ҡабул итә. Тап шуның өсөн дә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Яңылыҡтар хеҙмәте акция иғлан итте. Яугирҙар һорауы буйынса, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы өсөн DJI Mavic 3 квадрокоптеры һатып алынасаҡ. Яҡташтарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлауға һәм еңеүҙе яҡынайтыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн аҡсаны Һаҡлыҡ банкы картаһына ебәрергә мөмкин. 2202 2069 3314 9457 (Регина Салаватовна)
1