Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Нуғай ауылының үҙ поликлиникаһы барлыҡҡа килде
Быға тиклем ауыл халҡы табиптарға эләгеү өсөн Өфөгә йөрөргә мәжбүр ине. Булған фельдшер-акушерлыҡ пункты йүнәлтмәләр биреү, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары асыу менән генә шөғөлләнә ине. Хәҙер Нуғай халҡы урында уҡ ҡатмарлы медицина ярҙамы ла аласаҡ. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын асыуҙа Радий Хәбиров та ҡатнашты.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Алға» махсус иҡтисади зонаһын киңәйтеү планлаштырыла
«Алға» махсус иҡтисади зонаһын киңәйтеү, аграр тармаҡта аҙыҡ-түлек сәнәғәте продукцияһын арттырыу. Ошо һәм башҡа һорауҙар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ҡаралды. Ауыл хужалығы продукцияһын арттырыу өсөн 24 миллиард һумға иҫәпләнгән инвестициялар тиҫтәләгән предприятие ҡеүәтен арттырып, килем алырға булышлыҡ итәсәк. Башҡортостан биатлонсыларын тәбрикләү, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә әҙерлек һәм башҡа һорауҙар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» - Әбйәлил районында
Бөгөн асыҡ академия дәрестәрендә төрлө йәштәге һәм төрлө шөғөлдәре булған гүзәл зат вәкилдәре ҡатнашты. Көн дауамында улар өсөн бай йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгәйне. Башҡортостан башлығы грантары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған проект йәнә йөҙҙәрсә гүзәл заттарҙы берләштерҙе.

Өфөлә йәшәүсе Асия Кәримова 100 йәшлек юбилейын ҡаршылай
Тырыш хеҙмәте өсөн «СССР-ҙың совет сауҙаһы отличнигы» билдәһе, «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ булған Асия Мәүлиевна бөгөн ҡотлауҙар ҡабул итә. Юбиляр менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
Тырыш хеҙмәте өсөн «СССР-ҙың совет сауҙаһы отличнигы» билдәһе, «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ булған Асия Мәүлиевна бөгөн ҡотлауҙар ҡабул итә. Юбиляр менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театрында «Тағы ла мөхәббәт тураһында...» проекты тормошҡа ашырыла
«Тағы ла мөхәббәт тураһында...» Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театрында мәктәп уҡыусылары өсөн күләмле ижади проект тормошҡа ашырыла. Йәш артистар һәм балалар театр студияһы тәрбиәләнеүселәре сәхнәлә популяр йырҙар башҡара, гитарала уйнай һәм билдәле шағирҙарҙың әҫәрҙәрен уҡый.
«Тағы ла мөхәббәт тураһында...» Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театрында мәктәп уҡыусылары өсөн күләмле ижади проект тормошҡа ашырыла. Йәш артистар һәм балалар театр студияһы тәрбиәләнеүселәре сәхнәлә популяр йырҙар башҡара, гитарала уйнай һәм билдәле шағирҙарҙың әҫәрҙәрен уҡый.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күгәрсен районың Мораҡ ауылында спартакиада үтте
Күгәрсен районың Мораҡ ауылы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында муниципаль райондар һәм Урал аръяғы ҡала хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәренең традицион спартакиадаһы үтте. Ярыштар 32-се тапҡыр ойошторолдо. Көслөләр, етеҙҙәр байрамы хаҡында киләһе яҙмала.

Илдә "ауыл программалары" оҙайтыла
"Ауыл табибы", "Ауыл фельдшеры" һәм "Ауыл уҡытыусыһы" программалары 2030 йылға тиклем оҙайтыла. Ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған документ менән Кремль сайтында танышырға мөмкин. Уның үтәлеше өсөн премьер-министр Михаил Мишустин яуаплы була. Уҙған йылда Башҡортостанда "Ауыл табибы" программаһы буйынса 83 табипҡа миллион ярым, 62 белгескә миллион һум бирелде. Шулай уҡ фельдшер һәм шәфҡәт туташтарына аҡсалата ярҙам булды. "Ауыл уҡытыусыһы" программаһы буйынса республикала 150 педагог түләү алды.

Өфөлә танылған режиссер Азат Нәҙерғоловтың хәтер кисәһе уҙғарыла
Башҡортостандың халыҡ артисы былтыр 1 мартта вафат булды. Уға 60 йәш ине. Азат Нәҙерғолов хеҙмәт юлын актер булараҡ Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Оҙаҡ йылдар Милли йәштәр театрында художество етәксеһе вазифаһын башҡара. Ул төрлө театрҙарҙа спектаклдәр ҡуя, шулай уҡ ҙур сараларҙың режиссеры була. “Азат Әхмәҙулла улы үҙ эшенең ысын оҫтаһы ине. Тыуған ерен, хеҙмәтен, студенттарҙы яратты”, - ти Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Гөлсәсәк Саламатова.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән ҡотланы
«Башҡортостанда 130-ҙан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәммәһенең үҙ телендә һөйләшер, уны үҫтерер мөмкинлектәрен киңәйтеү - беҙҙең бурыс. Татыулыҡ һәм берҙәмлек - төп байлығыбыҙ. Уны һаҡлайыҡ. Халыҡ-ара туған тел көнө менән!» тип яҙып сыҡҡан. Ошонда уҡ туған телдең мөһимлеге тураһында ролик та беркетелгән.

👎3👍1👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко ауылында маскировка селтәрҙәре яһау буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо
Кушнаренко ауылының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында ҡоро душ, маскировка селтәрҙәре яһау буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Осрашыу төрлө һөнәр эйәләрен, хаҡлы ялдағыларҙы берләштәрҙе. Гүзәл заттар ялан шарттары өсөн тәғәйенләнгән гигиена сараһын әҙерләргә, септәр үрергә өйрәнде. Камуфляж ҡатламға алғы һыҙыҡта ихтыяж юғары, ул ҡоралланыуҙы, ҡеүәтле техниканы һәм инженер ҡоролмаларҙы йәшереү өсөн ҡулланыла.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта мәктәп уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир менән осрашты
Батырлыҡ дәресе. Баймаҡ ҡалаһының ДОСААФ-да, 4-се һәм 3-сө мәктәп уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир менән осрашты. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына 102 йәш тулды
Иглин районының Красный Восход ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйфә Насирова 102-се тыуған көнөн билдәләне.
Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы яҡындарының һөйөүе һәм хәстәрлеге менән солғап алынған: алты балаһы, ун дүрт ейән-ейәнсәре, ун һигеҙ бүлә-бүләсәре, тыуасары бар.
«Шул тиклем һөйкөмлө, шаярта, яңылыҡтар ҡарай, сәйәси ваҡиғалар хаҡында белеп тора. Уның менән аралашҡандан һуң яңы көс-дәрт менән эшләге һәм маҡсаттарға өлгәшәһе килә. Балаларына хәстәрлек, яҡшы тәрбиә өсөн ҙур рәхмәт. Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙына һәм уның балаларына ныҡлы һаулыҡ», - тип яҙҙы Гүзәл Насирова.

🙏2
"Башҡортостан" киностудияһы илдә алдынғылар рәтенә инә
Башҡорт киноһы прокатта үҙ урынын яулай. Радий Хәбиров бөгөн кино төшөрөүселәр менән осрашты. - Һәр муниципалитетта яҡшы кинозалдар булдырырға тырышабыҙ, был мәсьәлә әле хәл ителмәгән, тине Республика Башлығы. Быйыл ғына Башҡортостанда 4 районда кинозалдар асылған. 6 йылда 36 кинозал яңыртылған.

Еңеүсегә бүләккә - сифатлы билдек!
«Иң батыры минең атайым» фотоконкурсына фотоһүрәттәрҙе ҡабул итеүҙе дауам итәбеҙ. Конкурстың бағыусыһы - Әбйәлил районының Яңауыл ауылы егете Таһир Һибәтов. Ул күндән заманса билдектәр, сумкалар һәм янсыҡтар эшләй. Тап ошондай кәрәкле әйберҙәрҙең береһе еңеүсебеҙ ҡулына тапшырыласаҡ.
Атайҙар хаҡында ҡыҙыҡлы, фәһемле тарихтар һәм фотоһүрәттәр 27 февралгә тиклем БАШКОРТТАР-БСТ төркөмөндә ҡабул ителә.
«Тамъян» күн әйберҙәр оҫтаханаһы.

Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәтсәндәргә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы
Бөгөн Өфөлә, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәтсәндәргә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы, юғары һөнәри оҫталыҡ, көндәлек хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе.
Бөгөн Өфөлә, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәтсәндәргә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы, юғары һөнәри оҫталыҡ, көндәлек хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы кинозалдар һаны буйынса Башҡортостан илдә алдынғылар иҫәбендә
Быйыл улар республиканың тағы ла 4 районда барлыҡҡа килгән. 6 йыл эсендә генә төбәктә 36 кинозал яңыртылыуын Радий Хәбиров Башҡортостан кинематографистары менән осрашыуында белдерҙе. Һуңғы йылдарҙа Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы тәҡдим иткән картиналар ил кимәлендә танылыу яулай бара.

Башҡортостанда көн һайын уртаса 6,5 миллион һумдан ашыу суммаға 25 мутлашыу осрағы теркәлә
Йыл дауамында республикала йәшәүселәр мутлашыусылар арҡаһында 2 миллиард ярым һумдан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Был һандарҙы бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры Александр Прядко иғлан итте. Парламент алдында отчет телмәре менән Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле сығыш яһаны, Михаил Закомалдин йәмғәтәселекте борсоған төп проблемаларға туҡталды. Депутаттар 4 тиҫтәгә яҡын закон проектын да ҡараны. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Бүздәк районы Түреш ауылы халҡы хәрбирҙәргә сираттағы гуманитар ылау әҙерләй
Кәрәк-яраҡ яугирҙар һорауы буйынса туплана. Сираттағы партия яҡын көндәрҙә ебәреләсәк. Шулай уҡ гуманитр ылауға өҫтәп ауылдаштар исемле посылкалар һалыу маҡсатын да ҡуя. Түрештәрҙең маҡсаты бер - берҙәмлектә Еңеүҙе яҡынайтыу!
Кәрәк-яраҡ яугирҙар һорауы буйынса туплана. Сираттағы партия яҡын көндәрҙә ебәреләсәк. Шулай уҡ гуманитр ылауға өҫтәп ауылдаштар исемле посылкалар һалыу маҡсатын да ҡуя. Түрештәрҙең маҡсаты бер - берҙәмлектә Еңеүҙе яҡынайтыу!
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Технология буйынса олимпиадала уҡыусылар практик күнекмәләр үтәп үҙ проекттарын яҡланы
Өфөнөң 1-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында «Технология» фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы үтте. Ике көнгә иҫәпләнгән ярыш дүрт йүнәлеш буйынса ойошторола.