БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
7.99K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Былтыр Өфө заводтарының береһе үҙ продукцияһын донъяның 8 иленә оҙатҡан

Быраулау ҡоролмалары етештереүсе предприятие баҙарҙа 19 йыл эшләй. Былтыр ойошма дәүләт ярҙамында яңы станоктар һатып алыу мөмкинлеге менән файҙаланып, етештереүҙе арттырыуға ирешкән. Заманса ҡорамалдар ярҙамында завод Көнсығыш Азия илдәренә тауарҙар ебәрә башлаған.
3
Яугир һөйгәненә тәҡдим яһаған

Октябрьскийҙан махсус операция яугире ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында һөйгән ҡыҙына кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған. Ҡыҙ үҙенең ризалығын белдергән. Йәштәр ғинуар аҙағында өйләнешкән.

«Пушистик» позывнойлы һалдат махсус операцияға ағаһы артынан фронтҡа киткән. Быға тиклем ул радиация, химик һәм биологик һаҡлау ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ул

«Һөйгәнемде хәрби рух менән оҙатам. Иҫән-һау һәм еңеү менән ҡайтһын!» - ти яҡташыбыҙҙың хәләл ефете.
👍4🙏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында эфир ваҡытын бүлеү буйынса йәрәбә уҙғарҙылды

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында ҡайһы кандидаттың ҡасан телевидение һәм радиола сығыш яһауы асыҡланды. Рәсәй Президенты вазифаһына дәғүә итеүселәр араһында һайлау алды материалдарының эфирҙа сығыу ваҡыты, көнөн билдәләү буйынса йәрәбә уҙғарҙылар. Төбәк телерадиоканалдарында бушлай сығыш яһау мөмкинлеген кандидаттар теркәлгән партия һәм ышаныслы вәкилдәре һайланы. Эфир ваҡытын төбәктең 8 радио һәм телекомпанияһы тәҡдим итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы лабораторияһы төҙөкләндереүҙән һуң үҙ эшен яңынан тергеҙә

Теүәл анализдар өсөн. Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы лабораторияһы төҙөкләндереүҙән һуң үҙ эшен яңынан тергеҙә. Бер нисә ай эсендә медицина учреждениеһында яңы ҡорамалдар ҡуйылған һәм хеҙмәт шарттары яҡшыртылған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Демография» милли проекты сиктәрендә Өфөлә геронтология үҙәгенең яңы бинаһы төҙөлә

50 урынға иҫәпләнгән социаль объект оло йәштәгеләр һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле ҡарттар өсөн тәғәйенләнгән. Барлыҡ уңайлыҡтары булған яңы корпус быйыл файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 450 йыллығына баш ҡалала махсус кофе тәҡдим ителде

Уфачино - юбилей ҡәһеүәһе. Өфөнөң 450 йыллығына баш ҡалала махсус кофе тәҡдим ителде. Өфө лимонарийында үҫкән ҡәһеүә бөртөктәренән етештерелгән үҙенсәлекле эсемлек ҡурай еләге һәм сәк-сәк менән биҙәп эшләнә. Проект етәксеһе, Уфачино ҡәһеүәһе капучино кеүек билдәле продукт буласаҡ тип өмөтләнә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙа йәшәүсе аттарҙы өйрәтеүсе гүзәл зат вәкиле донъя кимәлендә иң яҡшыһы тип танылған

Татьяна Носова тояҡлы хайуандарҙы күнекмәләргә ун йыллап өйрәтә. Әле уның тәрбиәһендә 3 бейә бар. Конкурсҡа ул сығышының видеоһын ебәргән. Онлайн бәйгене донъяның иң оҫта хайуан өйрәтеүселәре баһалаған.
👍10
Бөгөндән Башҡортостанда табипҡа телефон аша яҙылғанда СНИЛС кәрәк була

Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шылтыратыуҙы ҡабул иткән робот страховка номерын һорай. Был шәхесте аныҡлау өсөн кәрәк. 122 өҫтәмә 2 һандарына шылтыратып өйгә табип саҡыртырға, ҡабул итеүгә алдан яҙылырға, вакцина алыу көнөн һайларға мөмкин.
👍3
Баймаҡ районында ҙур мәҙәни үҙәк төҙөлә

Урғаҙа ауылындағы бинаның майҙаны 3 мең квадрат метрҙан ашыу була. Бында тамашасы залы, күргәҙмә биләмәһе, уйын бүлмәһе, китапхана, оҫтахана урынлаша. Шулай уҡ балалар сәнғәт мәктәбен асыу планлаштырыла, тип хәбәр итә социал селтәрҙә вице-премьер Алан Марзаев. Мәҙәни үҙәк 68 процентҡа әҙер.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙә Радий Хәбиров менән Максим Решетников осрашты

Мәскәүҙә Рәсәй иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың эшсе осрашыуы барышында «Алға» айырым иҡтисади биләмәһен киңәйтеү, тимер юл төҙөлөшө һәм Рәсәй -Ҡаҙағстан халыҡ-ара форумына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде. Республика делегацияһының Минскиға рәсми сәфәре һөҙөмтәләре буйынса төбәк биләмәләрендә төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында килешелгән. Башҡорт-белорус индустрия паркы булдырыу тураһында ҡара ҡабул ителгән.
👍3
Федераль программа буйынса парк һәм скверҙар 1 майҙан төҙөкләндерелә башлай

“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы буйынса быйыл республикала 123 йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтереү ҡарала. Бөтә проекттарҙы халыҡ былтыр онлайн тауыш биреү барышында һайланы. Мәҫәлән, Өфөлә Урмансылар паркы яңыртыла. Киләһе йылда төҙөкләндереләсәк объекттарҙы халыҡ мартта президент өсөн тауыш биреү көндәрендә һайлай.
👍5
Башҡортостанда быйыл сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса өс комплекс төҙөлә

Республика Хөкүмәтендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнеше өлкәһендә үҙгәртеп ҡороуҙарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Былтыр инвесторҙар менән 10 миллиард һумға 3 концессион килешеү төҙөлгән. Баймаҡ, Бәләбәй һәм Ҡыйғы райондарында сүп-сарҙы айырып йыйыу комплекстары барлыҡҡа килә.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Бабай» ялға ҡайтҡан!

Силәбе өлкәһенең Әшир ауылынан «Бабай» позывнойлы һалдат үҙенә һөжүм иткән өс дошман дронын шартлатыуы хаҡында яҙғайныҡ. Был үҙенсәлекле видеояҙма бөтә донъяға таралды һәм күптәр һоҡланыуын белдерҙе. Яңыраҡ һалдат Силәбегә ҡайтҡан һәм яҡындарын ҡыуандырған.

Әлеге осраҡ башҡорт яугирҙәренең батырлығын һәм ҡыйыулығын асыҡ күрһәтә. Афарин, яҡташтар!
👍12
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда дәүләт-ара сәнәғәт кластеры барлыҡҡа килеүе ихтимал

Был хаҡта Радий Хәбиров Мәскәүҙә Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының йомғаҡлау коллегияһынде белдерҙе. Кәңәшмә милли ҡаҙаныштар форумы сиктәрендә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмәһе майҙансығында үтте.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Президентын һайлауға бер ай ваҡыт ҡалды

Әле Башҡортостанда сәйәси кампанияға ныҡлы әҙерлек бара. Рәсәй Президентын һайлау 15-се марттан 17-нә тиклем үтә. Республикала бөтәһе 3 мең 308 һайлау комиссияһы ойошторолған, участкаларҙа 10 меңдән ашыу күҙәтеүсе эшләйәсәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ағиҙел күперендә аркалар һүтелә башлай

Бының өсөн төҙөүселәр өҫтәмә терәүҙәр ҡорған. Бынан тыш ҡеүәтле крандар ултыртыу өсөн майҙансыҡтар ҙа эшләнә. Улар хатта, һыуҙа ла урынлашасаҡ. Техника арканы һүткәндә ҡолап китмәһен өсөн күтәреп тора.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика ҡан тапшырыу станцияһында бөгөн «Изгелек ҡыл» акцияһы үтте

Ҡан һәм уның компоненттарын тапшырырға донорҙар яңғыҙы ғына түгел, парҙары менән килде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Ҡарағайҙар « экологик турбазаһы асылды

Ул Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан. Мегаполистан алыҫ түгел урында ғаилә менән ял итеү, туризмды үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында ентекләберәк видеояҙмала.
👍71
Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға бөгөн 35 йыл

Хәрби кампанияла республиканан 10 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Уларҙың 343-ө һәләк була, алтыһы хәбәрһеҙ юғала. Иҫтәлекле датаға арнап республикала төрлө саралар үтә. Афған һуғышы ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Өфөлә "Хәсрәтле әсә" мемориалына сәскә һала. Баш ҡаланың белем усаҡтарында, йәштәр һәм үҫмерҙәр клубтарында батырлыҡ темаһына дәрестәр уҙа, локаль һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар, тематик күргәҙмәләр ойошторола, фильмдар күрһәтелә.
👍4
Өфөлә бер ҡатын сихырҙан ҡотолоу өсөн 850 мең һум аҡса түләгән

47 йәшлек ҡатын мутлашыусынан алданған. Ул социаль селтәрҙә күрәҙәсене менән танышҡан. Мутлашыусы ҡатынды сихырланыуы тураһында ышандырған, аҡсаһын "таҙартып" сирҙе бөтөрөргә вәғәҙәләгән. Ҡатын аҡсаһын әйтелгән иҫәпкә күсергән, ярты йыл буйы "таҙартылғанын" көткән. Ошонан һуң ғына алданыуын аңлаған.
👍2🐳2