БСТ | Яңылыҡтар
2.39K subscribers
5.17K photos
8.08K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Астанала «Ҡаҙағстан - Башҡортостан» форумы старт алды

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Астанала «Ҡаҙағстан - Башҡортостан» форумы старт алды. Күләмле сарала Радий Хәбиров етәкселегендәге ҙур башҡорт делегацияһы эшләй. Сәнәғәт, нефть химияһы, машиналар төҙөлөшө, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтарҙа эшләгән компания етәкселәре эшҡыуарҙар яңы партнерҙар табып, мөһим килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.
🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәүефһеҙ ҡала ниндәй булырға тейеш

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһы белгестәре ошо турала баш вата. Бөгөн улар баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холына йыйылды. Сарала шулай уҡ гражданлыҡ оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, янғын хәүефһеҙлеген һәм һыу объекттарында именлекте тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлек һөҙөмтәләре барланды, киләсәккә бурыстар билдәләнде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Башҡорт вахтаһы» проекты старт алды

Вахтаға! Тик Себергә түгел, Башҡортостанға. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вахта юлы менән эшләүселәрҙе тыуған ерҙә ҡалдырыуға иҫәпләнгән «Башҡорт вахтаһы» проектына старт бирҙе. Бөгөн Бөрө ҡалаһында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе кадрҙар һайлап алыу буйынса халыҡ менән осрашыу уҙғарҙы.
😁2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин менән аралашҡан Әхмәровтар ғаиләһе бөгөн Башҡортостанға ҡайтты

«Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен «Өфө» аэропортында ҡаршы алдылар.
👍2
Былтыр район һәм ҡалаларҙа бизнесты үҫтереү өсөн 187 миллион һум тотонолған

Аҡса төбәк һәм муниципаль бюджеттан бүленгән. Башҡортостан Хөкүмәтендә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү саралары ҡаралды. 2023 йылда Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондары, Межгорье һәм Ағиҙел ҡалаларында бәләкәй һәм урта бизнес ойошмалары һаны артҡан. Быйыл эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһына төбәк ҡаҙнаһынан финанслауҙы арттырып 200 миллион һум йүнәлтеү ҡарала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың бронялы группаһы алғы һыҙыҡта пехота менән бер сафта

Егеттәрҙең ғүмере йыш ҡына хәрби машиналарҙың төҙөклөгөнә бәйле. Уны тәьмин итеүҙе хәрбиҙәрҙе оҙатып барыусы ремонт ротаһы күрһәтә. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍1
1 100-ҙән ашыу кеше адреслы социаль ярҙам программаһы ярҙамында эшҡыуар булған

Бының өсөн былтыр 383 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Программала ҡатнашҡандар матурлыҡ, йорт таҙартыу, фото төшөрөү, юридик һәм бухгалтер хеҙмәттәр күрһәтеү, шулай уҡ ремонт, төҙөлөш йүнәлештәрендә шәхси эш асҡан. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгән һәр кешегә 350 мең һумлыҡ адреслы социаль ярҙам күрһәтелә.
👍1
Радий Хәбиров студенттарҙы байрам менән ҡотланы

-Бөгөн Республика ВУЗдарында 100 меңдән ашыу студент белем ала. Һеҙ фәнни тикшеренеүҙәрҙә, инновация проекттары әҙерләүҙә, ирекмәндәр хәрәкәтендә, ижади конкурстарҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Тиҙҙән Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең ВУЗ-ара кампусы ишектәрен аса. Башҡортостандан өс юғары уҡыу йорто "Приоритет" федераль программаһында ҡатнаша. План һәм хыялдарығыҙ тормошҡа ашыр, Башҡортостан һәм Рәсәй үҫешенә ҙур өлөш индереүегеҙгә ышаныс белдерәм, - ти Радий Хәбиров.
🤮1
Рәсәй президентын һайлауҙа видеокүҙәтеү илдең бөтә төбәктәрендә ойошторола

Был турала Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Николай Булаев белдерҙе. Рәсәйҙә президент 6 йылға һайлана. Кандидаттар өсөн өс көн эсендә тауыш бирергә мөмкин. Һайлау 15, 16 һәм 17 мартта үтә.
👍3
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлек юлдарын барлай

"Ҡаҙағстан Башҡортостандың төп иҡтисади партнерҙарының береһе. Төбәктәр араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар”. Республика Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстанға эш сәфәре барышында шулай тип белдерҙе. Ике-өс йылда Ҡаҙағстан менән тауар әйләнешен миллиард долларға еткереү маҡсаты бар.
🤮3
Ҡаҙағстанда Башҡортостан ВУЗдарының береһе филиалы асылыуы көтөлә

Республика Башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. - Өфө дәүләт нефть-техник университеты, йә Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университеты була. Астана хәл итә, шунан һуң ҡарар ҡабул ителәсәк. Беҙҙең республика университеттарына Ҡаҙағстандан бер нисә йөҙ кеше белем ала, тине Радий Хәбиров. Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстанға рәсми сәфәр менән барҙы.
👍3💩3
Башҡортостанда быйыл урман янғындары менән көрәш планы билдәле булды

4 миллион гектар биләмә һауанан күҙәтелә. 1 миллион 600 мең гектарҙа ғәҙәти патрулдәр ойошторола. Шулай уҡ урман янғыны хәүефе ҙур булған урындарҙа видеокамералар урынлаштырылған. Улар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Быйыл 39 миллион һумға 7 техника алыу планлаштырыла.
"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашыусылар һаны артҡан

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле шундай 165 предприятие бар. Уларҙың өс меңдән ашыу хеҙмәткәре етештереүҙе яҡшыртыу буйынса уҡыу үткән. Милли проект Владимир Путин ҡушыуы буйынса ғәмәлгә ашырыла. Рәсәй хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырып барыу маҡсаты ҡуйылған.
👍2
Ирәмәл Рәсәйҙәге иң матур тауҙар исемлегенә индерелде

Туристик сервистарҙың береһе халыҡ фекерен белешкән. Унда 2 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Рейтингта беренсе һәм икенсе урындарға Кавказдағы Эльбрус һәм Ахун тауҙары ҡуйылған. Артабан Алтайҙағы Белуха, Кавказдағы Казбек һәм Фишт, Себерҙәге Саян тауҙары күрһәтелгән. Башҡортостанда Көньяҡ Уралдағы–Ирәмәл түбәһе 7-се урында килә. Әйткәндәй, яңы йыл каникулында “Ирәмәл” тәбиғәт паркында 1 мең 500-ҙән ашыу турист булған.
👍21
Башҡортостанда эҫе һыу иҫәпләгестәре тикшерелә

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, “БашРТС” компанияһы белгестәре йорттар буйлап йөрөй. Тикшереү ваҡытын ойошманың сайтына инеп ҡарарға була. Белгестәр эҫе һыу иҫәпләгес торошон баһалай һәм күрһәткестәрҙе яҙып ала. Бының өсөн аҡса алынмай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районы халҡы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында әүҙем ҡатнаша

Ейәнсура районы халҡы республикала быйыл да тәүгеләрҙән булып урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ҡушылды. Һуңғы ун йылда райондың төрлө ауыл биләмәләрендә был программа буйынса күп эштәр башҡарылған. Ауыл биләмәләрен төҙөкләндерелгән, төрлө төҙөлөш эштәре, халыҡ ихтыяждары өсөн ҡорамалдар һәм техник ҡулайламалар һатып алынған
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында булды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй студенттары көнөндә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында булды. Уҡыу йортонда республика етәксеһе уҡытыусылдар коллективы һәм студенттар менән аралашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй студенттары көнө билдәләнде

Бөгөн - Студенттар көнө. Илдә бер нисә быуат элек барлыҡҡа килгән байрам күләмле тамашалар, күңелле саралар менән билдәләнә. Республикала 100 меңдән ашыу студент иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһе өсөн бөгөн уҡытыусылары, уҡыу йорттары етәкселәре һәм республика башлығынан ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Баш ҡала юғары белем усаҡтары студенттары өсөн дә саралар ойошторолдо.
🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Пенсия алды йәшендәгеләр эштән ҡыҫҡартылырға тейеш түгел

Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары Рәсәйҙең хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индереү тураһындағы закон проектын ҡараны.Парламент ағзалары фекеренсә, ҡартлыҡ буйынса хаҡлы ялға сығыуға биш йыл ҡалһа, хеҙмәткәрҙе эштән бушатыу дөрөҫ түгел һәм быны хоҡуҡи йәһәттән нығытыу мөһим.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстанда урындағы предприятиелар эшмәкәрлеге менән танышты

Хеҙмәттәшлек нығый. Ҡаҙағстанға бизнес-миссия сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы урындағы сәнәғәт, ауыл хужалығы предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты. Берҙәм проекттар алып барыу, инвестициялар йәлеп итеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барылды. Уңышлы тәжрибәләрҙе Башҡортостанға күсереү бурысы ҡуйылған.