Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә «Луна» ҡушаматлы яугир менән брифинг үтте
Беҙҙең заман геройҙары. Бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәтендә «Луна» ҡушаматлы яугир менән брифинг үтте. «Луна» Ҡариҙел районы ҡыҙы, алғы һыҙыҡта ике йылға яҡын. Район үҙәк дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы станцияһында эшләгән медицина хеҙмәткәре махсус хәрби операцияға тәүҙә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы бригадаһы составында бара. Ә үткән йылдың яҙынан контракт буйынса «Башҡортостан» батальонының медицина ротаһында хеҙмәт итә.

Башҡортостандың 4 муниципалитеты 82 миллион һум ала
"Иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр" Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре өсөн шундай бүләкләү ҡаралған. Вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, был аҡса биләмәләрҙе тәртипкә килтереүгә һәм матди-техник базаны нығытыуға йүнәлтелә. Октябрьский, Учалы һәм Асҡын районы Ҡашҡа ауыл биләмәһе "Халыҡ менән һөҙөмтәле эшләү" номинацияһында еңде. Стәрлетамаҡ "Муниципаль финанс менән идара итеү" номинацияһында баһаланды.

Быйыл республикала 4 мең пилотһыҙ осҡос етештереү ҡарала
Шулай уҡ уларҙы ҡулланыу мөмкинлеге киңәйтелә. Аппараттар ярҙамында төпкөлдәге ауылдарға медицина кәрәк-яраҡтары илтергә була. Бынан тыш Башҡортостанда төбәк операторы ойошторола. Ул пилотһыҙ осҡостар ярҙамында хеҙмәтләндереү күрһәтеү өсөн яуап бирә.
Шулай уҡ уларҙы ҡулланыу мөмкинлеге киңәйтелә. Аппараттар ярҙамында төпкөлдәге ауылдарға медицина кәрәк-яраҡтары илтергә була. Бынан тыш Башҡортостанда төбәк операторы ойошторола. Ул пилотһыҙ осҡостар ярҙамында хеҙмәтләндереү күрһәтеү өсөн яуап бирә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе иғтибарлы һәм уяу булырға саҡыра
Һепертмә буран, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе иғтибарлы һәм уяу булырға саҡыра. Насар һауа шарттарына бәйле, төрлө райондарҙа юлдар ябылды.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланың ҡар иретеү пункты ике ай эсендә 40 мең кубометр ҡар эшкәрткән
Эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Баш ҡаланың Сәғит Агиш урамында төҙөлгән яңы ҡар иретеү пункты ике ай эсендә 40 мең кубометр ҡар эшкәрткән. Совет, Киров, Октябрь райондары урам-ихаталарын ваҡытында ҡарҙан бушатырға ярҙам иткән ҡулайлама мөмкинлектәре тураһында репортаж.
Эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Баш ҡаланың Сәғит Агиш урамында төҙөлгән яңы ҡар иретеү пункты ике ай эсендә 40 мең кубометр ҡар эшкәрткән. Совет, Киров, Октябрь райондары урам-ихаталарын ваҡытында ҡарҙан бушатырға ярҙам иткән ҡулайлама мөмкинлектәре тураһында репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда туған телдәрҙе үҫтереү буйынса кәңәшмә үтте
Республикала мәктәп уҡыусыларының 78,5 проценты, йәғни 408 меңдән ашыу бала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һайлаған. Әлеге күрһәткес уҙған йылға ҡарағанда, 42 мең уҡыусыға күберәк. Был турала «Туған телдәр сәғәте»ндә Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдерҙе. Кәңәшмәне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.

Ауырғазы районында белгестәр автоһәүәҫкәрҙәр менән осрашып, аңлатыу эштәре алып барҙы
Тимер юлында рейд. Бөгөн Ауырғазы районында белгестәр автоһәүәҫкәрҙәр менән осрашып, аңлатыу эштәре алып барҙы. Сара йыл башында теркәлгән бәхетһеҙ осраҡҡа бәйле ойошторолдо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Тимер юлында рейд. Бөгөн Ауырғазы районында белгестәр автоһәүәҫкәрҙәр менән осрашып, аңлатыу эштәре алып барҙы. Сара йыл башында теркәлгән бәхетһеҙ осраҡҡа бәйле ойошторолдо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Ивановка ауылында Динис Бикбов иҫтәлегенә хәтер таҡтаһы асылды
Батырҙар онотолмай. Хәйбулла районы Ивановка ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Динис Бикбов иҫтәлегенә хәтер таҡтаһы асылды. Илһөйәрлек сараһында яугирҙың яҡындары, хәрби хәрәкәт ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Динис Бикбов былтыр июлдә махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән юлланған. Октябрҙә һауа-десант ротаһында хәрби бурысын үтәгәндә уның ғүмере өҙөлгән. Яҡташтары яугирҙы яуаплы, илһөйәр, тоғро шәхес тип иҫкә алды.

Башҡортостанда парковкалар өсөн түләүҙе иҫәпләү системаһы раҫланды
Документҡа Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, парковка өсөн сумма машинаны ҡалдырыу ваҡыты, йәмәғәт транспортына йөрөү тарифына бәйле була. Шулай уҡ транспорт сараһы иҫәпкә алына, мәҫәлән, мотоцикл хужалары аҙыраҡ түләйәсәк. - Парковканың төп маҡсаты - аҡса эшләү түгел, юл хәрәкәтен көйләү, инфраструктураны яҡшырыу, - тип яҙылған документта.

👎1
Республика парламентының быйылғы тәүге пленар ултырышы 25 ғинуарҙа була
Президиум ултырышында проекттар раҫланды. 25 ғинуарҙа Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең доклады тыңлана. Дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу тураһында законға төҙәтмәләр тәҡдим ителә. Шулай уҡ Ғаилә кодексына үҙгәрештәр әҙерләнгән. Улар ғаиләне тарҡатыу сәбәптәренә ҡағыла. Бынан тыш, енесен үҙгәрткән кешеләргә балаларҙы уллыҡҡа һәм ҡарауға алыуҙы тыйыу индерелә.

💩1
Быйыл Әсәлек капиталы индексациялана
Беренсе бала өсөн уның суммаһы 630 мең һум була. Икенсе бала тыуғас тағы 202 мең һум өҫтәлә. Ил президенты ҡушыуы буйынса 2022 йылдан алып Әсәлек капиталы инфляция кимәленә ҡарап индексациялана. Ғаиләләрҙең күбеһе сертификатты торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн тотона.

Башҡортостанда агросәнәғәт форумы уҙғарыла
Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бында алдынғы компаниялар, агрохолдингтар, ойошмалар, федераль һәм төбәк власы органдары вәкилдәре, эксперттар ҡатнаша. Форумда һөт һәм ит етештереү сәнәғәтен үҫтереү, урындағы брендтарҙы танытыу, сауҙаны арттырыу темаларына ҙур иғтибар бирелә. Аграр тармаҡ вәкилдәре йыйыны март аҙағында Өфөлә үтә, уның барышында "Агрокомплекс" күргәҙмәһе ойошторола.

Башҡортостанда радиоэлектрон технопарк булдырыла
Төҙөлөш быйыл башлана. Проект өсөн 1 миллиард 200 миллион һум инвестиция һалына, тип белдерәләр Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығынан. Киләһе йылда иһә пилотһыҙ осоу аппараттары фәнни-етештереү үҙәгенә нигеҙ һалына. Башҡортостанда шулай уҡ авиацияның яңы тармағы өсөн кадрҙар әҙерләнә.

Башҡортостанда ҡышҡы әүҙем ялды үҙ итеүселәр арта
Быйыл республика тәбиғәт парктарында 2 мең 173 турист булған. Был уҙған йылдың ошо осорондағынан күберәк. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ "Ирәмәл"гә күпләп килгән. Шулай уҡ "Мораҙым тарлауығы" һәм "Ҡандракүл"дә ял итеүселәр байтаҡ теркәлгән.

Республикала хәрбиҙәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә
Башҡортостанда махсус хәрби операция башынан 25 меңдән ашыу хәрби һәм уларҙың ғаилә ағзалары медицина ярҙамы алған. Был турала хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә белдерелде. - Иң мөһим бурыстарҙың береһе - сифатлы медицина реабилитацияһы һәм психологик ярҙам ойоштороу. Беҙҙә махсуслашҡан дауалау учреждениелары бар, -тине Премьер-министр Андрей Назаров. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығына махсус хәрби операцияла яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә психологик ярҙам күрһәтеү сифатын яҡшыртырға ҡушылды.

🤡2
Башҡортостанда өс китапханаға республиканың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре исемдәре бирелә
Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Бишбүләк районы Уҫаҡ-Кисеү ауыл китапханаһы башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре Таһир Ахунйәнов исемен ала. Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауыл китапханаһы халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтә. Өфөләге 17-се балалар китапханаһына башҡорт әҙәбиәте белгесе Морат Рәхимғолов исеме бирелә.

Христиандар оло дини йолаһын билдәләй
18 ғинуарҙан 19-ына ҡарай төндә теләгән һәр кем һыуға сума ала. Дини байрамға бәйле Өфөлә бер нисә урамда транспорт йөрөшө сикләнә. 18 ғинуар киске етенән 19 ғинуар иртәнге һигеҙгә тиклем Маяковский, Бехтерев, Киров, Амур һәм Крәҫтиән урамдарының бер өлөшө ябыла.

🤔1
Фаил Алсыновты* ни өсөн хөкөм иттеләр?
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2024-01-18/fail-alsynovty-ni-s-n-h-k-m-ittel-r-3608143
* – включен в перечень террористов и экстремистов по данным Росфинмониторинга.

🤔3🤡2🌚2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының хәрби часы яугирҙары махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының хәрби часы яугирҙары тыуған яҡта ял иткәндән һуң, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яҡташтарыбыҙҙы оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Юлға сығыр алдынан хәрбиҙәрҙең береһе яуҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Башҡортостан башлығы Указына ярашлы Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Яугирҙар өйҙәренә ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң, ике аҙналыҡ ялға ҡайтҡан булған. Улар әйтеүенсә, тыуған ер һауаһын һулап, яҡындары менән аралашыу еңеүгә көс-дәрт өҫтәгән.

Башҡортостанда быйыл өҫтәмә 13 газ заправкалау станцияһы төҙөү бурысы ҡуйылған
Республикала машиналарҙы газға ташлама менән күсерергә мөмкин. Сығымдарҙың бер өлөшөн дәүләт һәм «Газпром» ойошмаһы ҡаплай. Ғөмүмән, Башҡортостанда быйыл өҫтәмә 13 газ заправкалау станцияһы төҙөү бурысы ҡуйылған. Әле республикала ошондай 51 станция иҫәпләнә, улар һаны буйынса республика илдә икенсе урында.

👍1