БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.18K photos
8.13K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтен модернизациялау дауам итә

Программа сиктәрендә Өфө ашығыс ярҙам подстанцияһы хеҙмәткәрҙәренең эш кейемдәре яңыртылды. Баш ҡала буйынса тармаҡта эшләүсе 1370 кеешгә ҡышҡы һәм йәйге эш комплекты тапшырылды. Ғәҙәттән тыш хәл, юл шартарында эшләүселәргә яңы костюмдар шәхсән үлсәп тегелгән.
👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә педагогик оҫталыҡ бәйгеһе башланды

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты базаһында үткәрелгән конкурста баш ҡаланың төрлө мәктәптәренән 69 уҡытыусы ҡатнаша. Ҡала конкурсы 1977 йылдан бирле даими рәүештә ойошторола һәм уҡытыусы һөнәре абруйын үҫтереүҙе һәм тәжрибә уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Уның барышында уҡытыусылар бер нисә этапта көс һынашасаҡ. Улар алдында дәрес, балалар менән тәрбиәүи әңгәмә үткәреү бурысы тора. Финалға үтеүселәр иһә төрлө өлкә белгестәре, ғалимдар һәм балалар һорауҙарына яуап бирәсәк. Иң яҡшылары Башҡортостан данын ил кимәлендә яҡлар, тип көтөлә.
👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Уҡыусылар халыҡ фольклорын өйрәнә

Бөгөн бер төркөм студенттар Өфө районы Ҡыҙылъяр ауылына фольклор экспедицияһына сыҡты. Улар йыл һайын Раштыуа байрамынан уҙғарылған йолалар менән танышты.
👍1👎1
Быйыл Өфөлә беренсе тапҡыр Бал фестивале ойошторола

Уны августа уҙғарыу ҡарала. Сара “Башҡорт балы” брендын танытыу маҡсатын ҡуя. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ошо турала белдерҙе. “Халыҡ өсөн яҡшы йәрминкә була. Фестиваль барышында умартасылыҡты үҫтереү мәсьәләләрен дә ҡарарбыҙ”, - тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Республика бал етештереү буйынса алдынғылар исемлегендә. Былтыр йүнселдәр 6 мең тонна татлы ризыҡ әҙерләгән. Мишкә һәм Ғафури умартасылары 300 тонна бал алған. Сит илдәргә 100 тоннанан ашыу бал оҙатылған. Башҡортостанда солоҡсолоҡты үҫтереүгә иғтибар арта. 2023 йылда 70 умартасы солоҡ балы етештереүсе булараҡ теркәлгән.
👎1
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам туплана

Аҙыҡ-түлек, йылы кейем һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында ҡалдырырға була. Уның бүлексәләр һәр район һәм ҡалала булдырылған. Улар иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Шулай уҡ берҙәм логистика үҙәгендә лә яугирҙәр өсөн әйберҙәр ҡабул ителә. Ул Өфө районы Зубов ауылында урынлашҡан.
👎2
Республикала православ христиандар өсөн 96 һыу инеү урыны йыһазландырыла

Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан хәбәр итәләр. Һыуға сумыу йолаһын башҡарыу өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Йылыныу, кейем алмаштырыу, туҡланыу пункттары асыла. 19 ғинуарҙа һыу ятҡылыҡтарында ҡотҡарыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм полиция дежур итә. Өфөлә йәмәғәт транспорты төнгө 1-гә тиклем йөрөй. 7 мәкегә маршрут ойошторола.
👎3👍1
Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

Иң ҙур төҙөлөштәрҙең береһе - Өфөнөң Октябрь районындағы Көрәш һарайы. Бында эштәр планға ярашлы бара. Инорста ишкәкселәр өсөн комплекс төҙөлә. Уның тәүге өлөшө быйыл файҙаланыуға тапшырыла. Затонда Фехтование үҙәген октябрҙә асыу планлаштырыла. Шулай уҡ ҙур инфраструктура проекттары ғәмәлгә ашырыла. Пугачев урамында реконструкция бара. Эштәрҙе быйыл тамамлау көтөлә. Бынан тыш юбилей алдынан биләмәләр тәртипкә килтерелә, бина фасадтары, тротуарҙар, яҡтыртыу ҡорамалдары яңыртыла. - Төп объекттар буйынса эштәр планға ярашлы бара, - тине Радий Хәбиров.
🤡4🤮1💩1
Радий Хәбиров Салауат районынан әсә Ильнара Сафина тураһында яҙып сыҡты

Ул “Хеҙмәт итәм“ Бөтә Рәсәй конкурсы премияһына лайыҡ булды. Ильнара Сафина “Кеше яҙмышы- Ватан ғорурлығы” номинацияһында еңеүсе булды. Награданы “Кесе Ватан- Рәсәй көсө” форумы барышында Рәсәй президенты Владимир Путин тапшырҙы. Ильнара Сафина 2022 йылда ире үҙ ирке менән махсус хәрби операцияға юлланғас, ул биләгән вазифаны алды, Миәшәгәр ауыл хакимиәтен етәкләне.
👍1🤡1
Коммуналь инфраструктураға миллиардтар бүленә

Башҡортостанда коммуналь инфраструктураны яңыртыуға 13 миллиард һум тотонола. Аҡса 5 районда йылытыу системаһын яңыртыу, һыу торбаларын ремонтлауға тәғәйенләнә. Программаға ярашлы, 17 объектта 103 километр инженер селтәре алмаштырыла. - Әле ҡатмарлы һауа шарттары булһа ла, хәл тотороҡло. Республикала 17 мең километр - һыу, 4 мең километр йылытыу торбалары бар. Коммуналь инфраструктура 54 процентҡа иҫкергән, тип белдерҙе Премьер-министр Андрей Назаров.
👎3
Башҡортостан урман фондына бер йылда 64 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән

Был турала Федераль тәбиғәтте файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Светлана Радионова белдерҙе. Рөхсәтһеҙ урман киҫеү тураһында 96 енәйәт эше ҡаралған. Ғәйеплеләр урман фондына зыянды ҡапларға тейеш була, шулай уҡ Енәйәт кодексы буйынса яуапҡа тарттырыла.
Башҡортостанда халыҡ һәм бизнес өсөн берҙәм мәғлүмәт үҙәге булдырыла

Һәр кемдең шылтыратып дәүләт органдарынан консультация алыу мөмкинлеге була. Тейешле документҡа премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Яңы система "Берҙәм контакт-үҙәк" тип атала. Ул Ситуация, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү үҙәктәрен, бизнес проблемаларын хәл итеү сервисын берләштерә. Яңы системаны булдырыу менән Һанлы үҫеш министрлығы шөғөлләнә. Контакт-үҙәк киләһе йылдың февраль аҙағында эш башларға тейеш.
Мәләүездә газ тултырыу станцияһы төҙөлә

Бының өсөн 82 миллион һум тотонола. Проект Республика инвестиция сәнәғәтендә хупланды. Станция быйыл көҙ асылырға тейеш. Бында шулай уҡ бәләкәй сауҙа үҙәге булдырыла. Проект өҫтөнлөклө статус алды. Инвесторҙың сығымының бер өлөшө ҡаплана. - Автомобилдәрҙе арзан һәм экологик яҡтан таҙа газ яғыулығына күсереү өсөн бындай станциялары күберәк төҙөйбөҙ, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
🤡1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә «Луна» ҡушаматлы яугир менән брифинг үтте

Беҙҙең заман геройҙары. Бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәтендә «Луна» ҡушаматлы яугир менән брифинг үтте. «Луна» Ҡариҙел районы ҡыҙы, алғы һыҙыҡта ике йылға яҡын. Район үҙәк дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы станцияһында эшләгән медицина хеҙмәткәре махсус хәрби операцияға тәүҙә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы бригадаһы составында бара. Ә үткән йылдың яҙынан контракт буйынса «Башҡортостан» батальонының медицина ротаһында хеҙмәт итә.
Башҡортостандың 4 муниципалитеты 82 миллион һум ала

"Иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр" Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре өсөн шундай бүләкләү ҡаралған. Вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, был аҡса биләмәләрҙе тәртипкә килтереүгә һәм матди-техник базаны нығытыуға йүнәлтелә. Октябрьский, Учалы һәм Асҡын районы Ҡашҡа ауыл биләмәһе "Халыҡ менән һөҙөмтәле эшләү" номинацияһында еңде. Стәрлетамаҡ "Муниципаль финанс менән идара итеү" номинацияһында баһаланды.
Быйыл республикала 4 мең пилотһыҙ осҡос етештереү ҡарала

Шулай уҡ уларҙы ҡулланыу мөмкинлеге киңәйтелә. Аппараттар ярҙамында төпкөлдәге ауылдарға медицина кәрәк-яраҡтары илтергә була. Бынан тыш Башҡортостанда төбәк операторы ойошторола. Ул пилотһыҙ осҡостар ярҙамында хеҙмәтләндереү күрһәтеү өсөн яуап бирә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе иғтибарлы һәм уяу булырға саҡыра

Һепертмә буран, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе иғтибарлы һәм уяу булырға саҡыра. Насар һауа шарттарына бәйле, төрлө райондарҙа юлдар ябылды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡаланың ҡар иретеү пункты ике ай эсендә 40 мең кубометр ҡар эшкәрткән

Эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Баш ҡаланың Сәғит Агиш урамында төҙөлгән яңы ҡар иретеү пункты ике ай эсендә 40 мең кубометр ҡар эшкәрткән. Совет, Киров, Октябрь райондары урам-ихаталарын ваҡытында ҡарҙан бушатырға ярҙам иткән ҡулайлама мөмкинлектәре тураһында репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда туған телдәрҙе үҫтереү буйынса кәңәшмә үтте

Республикала мәктәп уҡыусыларының 78,5 проценты, йәғни 408 меңдән ашыу бала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һайлаған. Әлеге күрһәткес уҙған йылға ҡарағанда, 42 мең уҡыусыға күберәк. Был турала «Туған телдәр сәғәте»ндә Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдерҙе. Кәңәшмәне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районында белгестәр автоһәүәҫкәрҙәр менән осрашып, аңлатыу эштәре алып барҙы

Тимер юлында рейд. Бөгөн Ауырғазы районында белгестәр автоһәүәҫкәрҙәр менән осрашып, аңлатыу эштәре алып барҙы. Сара йыл башында теркәлгән бәхетһеҙ осраҡҡа бәйле ойошторолдо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы Ивановка ауылында Динис Бикбов иҫтәлегенә хәтер таҡтаһы асылды

Батырҙар онотолмай. Хәйбулла районы Ивановка ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Динис Бикбов иҫтәлегенә хәтер таҡтаһы асылды. Илһөйәрлек сараһында яугирҙың яҡындары, хәрби хәрәкәт ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Динис Бикбов былтыр июлдә махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән юлланған. Октябрҙә һауа-десант ротаһында хәрби бурысын үтәгәндә уның ғүмере өҙөлгән. Яҡташтары яугирҙы яуаплы, илһөйәр, тоғро шәхес тип иҫкә алды.