Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бер төркөм яугирҙар отпусктан һуң йәнә махсус хәрби операцияһы биләмәһенә юлланды
Яңы йылды хәрбиҙәр яҡындары һәм ғаиләләре менән ҡаршылаған. Байрам каникулын өйҙә уҙғарыу үҙе бер ғүмер , ти улар. Туғандарға ҡунаҡҡа йөрөү, туғандар менән осрашыу һәм байрам кәйефе. Уның ҡарауы, йыйылып киткән документ эштәрен теүәлләү тотҡарланған. Шуға ла отаусктың һуңғы көндәрен, рәсми вдеомстволар эш башлаған мәлдә көсөргәнешле осор булды, ти яугирҙар.

👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районынан Бәзиха Усманова махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләй
Ейәнсура районы Үтәғол ауылынан йөҙйәшәр Бәзиха Усманова махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләй. Оло тормош юлы үткән хеҙмәт ветераны

❤6👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлилдәр байрамдарҙы бәлә-ҡазаһыҙ үткәреү юлын тапҡан
Хәүефһеҙ каникул. Әбйәлилдәр байрамдарҙы бәлә-ҡазаһыҙ, имен үткәреү юлын тапҡан. Һуңғы йылдарҙа районда оҙайлы ялдар, байрамдар алдынан махсус эш планы раҫлана. Уға ярашлы штаб төҙөлә, ҡыҙыу телефон линияһы ойошторола, һәр ауыл хакимиәтендә эскән, проблемалы ғаиләләр яуаплы кешеләргә беркетелә, янғынды кисектереү маҡсатында йорттарҙа электр үткәргестәре, мейестәр яңыртыла. Биш йыл дауамында алып барылған эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе тураһында

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Легендар театр һәм кино актрисаһы Сәүиә Сираева 90 йәшен билдәләй
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваның ижады тотош ил кимәлендә билдәле. Мәҙәниәт өлкәһе үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән шәхес бөгөн дә илһамланып ижад итә. Күркәм юбилейы уңайынан Өфө «Нур» татар дәүләт театрында Сәүиә Сираеваның бенефисы үтә.

👍4
Башҡортостанда былтыр 17 меңдән ашыу берәҙәк эт һәм бесәй тотолған
Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа ошо турала белдерелде. Ауланған берәҙәк эттәр һәм бесәйҙәрҙең күбеһе стерилләштерелгән һәм иреккә сығарылған. Ҡайһы берҙәре яңы хужаларын тапҡан, уҫал һәм сирле хайуандарҙы йоҡоға талдырғандар. Ултырышта ҡануниәтте камиллаштырыуға бәйле тәҡдимдәр индерелгән һәм башҡа төбәктәр тәжрибәһен өйрәнергә ҡарар ителгән.

Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында сауҙа 3,1 процентҡа артҡан
Был турала Республика Хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә,ғинуар аҙағында Башҡортостандың рәсми делегацияһы Астанаға бара. Яңы эшлекле бәйләнештәр булдырыу маҡсаты ҡуйыла. Ҡаҙағстан Башҡортостандың иң мөһим сауҙа партнерҙарының береһе булып тора.

Рәсәйҙә Ғаилә йылына бәйле саралар планы иғлан ителде
Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмәһендә “Туғандар – яратҡандар” форумы барышында Ғаилә йылы рәсми асыла. Йыл дауамында күп балалы әсәләрҙе тәбрикләү, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ, Әсә һәм Атай көндәрен ҙурлап үткәреү, күп балалы ғаиләләр форумы һәм “Йыл ғаиләһе” конкурсын ойошторола. Быйыл 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән Демография һәм ғаилә сәйәсәте стратегияһы ҡабул ителә. Төбәктәр 1 февралгә тиклем шулай уҡ исемле йылға саралар планын раҫларға тейеш.

❤1👍1
Башҡортостанда бер йылда 2 мең 967 ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған
Бының өсөн 14 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, алынған техника уҙған йылдағынан күберәк. Республикала агросәнәғәт комплексында техника паркын яңыртыу программаһы ғәмәлгә ашырыла.
Бының өсөн 14 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, алынған техника уҙған йылдағынан күберәк. Республикала агросәнәғәт комплексында техника паркын яңыртыу программаһы ғәмәлгә ашырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге асыла
Был турала Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Медицина үҙәгендә 17 ғинуарҙан тәүге операциялар үткәрелә башлай. Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған кәңәшмәлә шулай уҡ пилотһыҙ аппараттарҙы етештереү, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, солоҡсолоҡто үҫтереү тураһында ла һүҙ барҙы.

Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашҡан «Башҡортостан» полкы яугирҙарына Шайморатов миҙалын тапшырҙы
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан «Башҡортостан» полкы яугирҙарына Шайморатов миҙалын тапшырҙы. «Башҡортостан» полкы ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы туплаған подразделениеларҙың береһе. Былтыр декабрҙә яугирҙар дошман һөжүмен өҙөп позицияларҙы нығытырға, алға ынтылырға булышлыҡ итә. Командование Башҡортостан егеттәренең ҡыйыулығын юғары баһалай. Беҙ үҙебеҙҙең батальондар, яугирҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем, тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда «Ярҙам поезы» акцияһы дауам итә
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн тәғәйенләнгән «Ярҙам поезы» акцияһы дауам итә. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы башланғысында ойошторолған сираттағы сара Нефтекамала үтте.
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн тәғәйенләнгән «Ярҙам поезы» акцияһы дауам итә. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы башланғысында ойошторолған сираттағы сара Нефтекамала үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мишкә ауылында зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе ябылған
Республикала район үҙәгендәге һәр йортҡа үҙәкләштерелгән газға тоташыу мөмкинлеге бар. Мишкә ауылында газ үткәреү программаһы ярҙамында халыҡты зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе ябылған. Программа сиктәрендә Башҡортостанда барлығы 38 мең шәхси йорт газға тоташтырылған. Был хаҡта республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. Радий Хәбиров шулай уҡ был күрһәткес буйынса Башҡортостан лидерҙар иҫәбендә булыуын билдәләне.

Өфөнөң Кузнецов Затонында йәшәүселәр республика программаһында ҡатнашырға теләк белдергән
Өфөнөң Кузнецов Затонында йәшәүселәр Геологтар урамын тәртипкә килтереү өсөн республика программаһында ҡатнашырға теләк белдергән. Ошо маҡсатта халыҡ йыйылышы үтте. Улар тауыш биреү буйынса инициатив төркөм рәйесе һәм ағзаларын һайлап, тәҡдим ителәсәк проект менән танышты.
Өфөнөң Кузнецов Затонында йәшәүселәр Геологтар урамын тәртипкә килтереү өсөн республика программаһында ҡатнашырға теләк белдергән. Ошо маҡсатта халыҡ йыйылышы үтте. Улар тауыш биреү буйынса инициатив төркөм рәйесе һәм ағзаларын һайлап, тәҡдим ителәсәк проект менән танышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районы Яңы Себенле ауылында һәр һыйыр тәүлегенә 30 литрҙан ашыу һөт бирә
Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылы малсылыҡ комплексында һәр һыйыр тәүлегенә 30 литрҙан ашыу һөт бирә. Голштин-фриз тоҡомло һыйырҙарҙан юғары сифатлы һөт һауып алыусылар менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

👍3❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә пенсионерҙар өсөн төрлө йүнәлештә ял үҙәге асылды
Йыр, бейеү, йога һәм шахмат. Өфөлә пенсионерҙар өсөн төрлө йүнәлештә ял үҙәге асылды. «Алтын ғүмер» тип исемләнгән проект баш ҡала хакимиәте гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Бөгөн үҙәктә тиҫтәләгән өлкән йәштәге гүзәл заттар яратҡан шөғөлөн тапҡан. Бынан тыш, төркөмдәгеләр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтә.

❤2
Башҡортостанда Владимир Путин өсөн ҡултамғалар йыйыу бара
Бөгөн илдең бөтә төбәктәре ғәмәлдәге дәүләт башлығының президент вазифаһына кандидат булыуына хуплау белдерә. Берҙәм имза туплау көнө “Берҙәм Рәсәй” партияһы майҙансыҡтарында ойошторола. Йәмәғәт хуплау үҙәгендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 7-гә тиклем Владимир Путин өсөн ҡултамға ҡалдырырға мөмкин. Республикала имзалар йыйыу өсөн 29 урын ойошторолған.

Башҡортостанда пилотһыҙ аппараттарҙың төбәк операторы эшләй башлай
Республикала пилотһыҙ авиация тармағы өсөн кадрҙар әҙерләнә. Быйылдан республиканың 20 мәктәбендә һәм урта уҡыу йорттарының береһендә махсус программалар асыла. Башҡортостан предприятиелары үткән йылда меңдән ашыу пилотһыҙ аппарат йыйған. Быйыл уны 4 тапҡырға арттырыу бурысы тора.

Башҡортостанда "Һөт кухняһы" эшләй
“25 миллионға яҡын порция һөт, 11 миллион ярым порция эремсек, 18 миллион самаһы порция йогурт. Мин “Һөт кухняһы” эше менән таныштырыуҙы дауам итәм, тип яҙа социаль селтәрҙә Республика башлығы Радий Хәбиров. “2019 йылдан эш башлағандан алып, һөт цехтары 15 мең тонна һөт эшкәрткән. Улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет ҡалаларында һәм Үрге Ҡыйғы ауылында урынлашҡан. Ошо сорҙа 70 мең самаһы кеше “һөт кухняһы” ризыҡтарын бушлай алды. Улар араһында ауырлы һәм бала имеҙгән, 3 йәшкә тиклемге балалы ҡатындар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр һәм опекалағы балалар бар. Уҙған йылдан исемлеккә махсус операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләре өҫтәлде. Әлеге көндә барлығы 132 һөт продукттарын таратыу пункты эшләй. “Һөт кухняһы” бренды республикала йәшәүселәр араһында ҙур һорау менән файҙаланыла. Һөҙөмтәләр яҡшы, эште артабан да дауам итәбеҙ”, тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.

Христиандар оло дини йолаһын билдәләргә йыйына
18 ғинуарҙан 19-ына ҡарай төндә теләгән һәр кем һыуға сума ала. Дини байрамға бәйле Өфөлә бер нисә урамда транспорт йөрөшө сикләнә. 18 ғинуар киске етенән 19 ғинуар иртәнге һигеҙгә тиклем Маяковский, Бехтерев, Киров, Амур һәм Крәҫтиән урамдарының бер өлөшө ябыла.