БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.18K photos
8.18K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йылдың тәүге оператив кәңәшмәһе эшлекле маҡсаттарҙан башланды

Яңы поликлиникаларҙы ваҡытында файҙаланыуға тапшырырға, Өфөлә автобустар маршрутын арттырырға. Яңы йылдың тәүге оператив кәңәшмәһе эшлекле маҡсаттарҙан башланды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һорауҙарҙы иғтибарға алып, байрам осоронда башҡарылған эшкә йомғаҡ яһаны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күләмле реконструкциянан һуң Белореттағы 8-се мәктәп уҡыусыларҙы ҡабул итте

Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров белем усағы эшмәкәрлегенә старт биреп, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың декабрендә төбәк етәксеһе эш сәфәре барышында авария хәлендәге бинаны төҙөкләндерергә ҡушҡайны, объектта эш өс йылдан һуң башланып ниһайәт, тамамланды. Проект буйынса, төп корпусҡа төкәтмә төкәтелгән, был уҡыусылар һанын яҡынса ике тапҡырға арттырырға булышлыҡ иткән.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда контракт буйынса хеҙмәткә алыу дауам итә

Махсус пункттарға 65 йәшкә тиклем ирҙәр һәм 45 йәшкә тиклем ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт итә ала. Гүзәл заттар махсус хәрби операция биләмәһендә медицина белгесе, элемтәсе йәки ашнаҡсы булараҡ ярҙам күрһәтә. Хәрби көстәр төрөнә йүнәлткән саҡта, контракт төҙөүсенең теләге иҫәпкә алына. Төбәктә йыйылған исемле хәрби берәмектәргә эләгеү мөмкинлеге лә бар. Контракт төҙөүселәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн социаль льготалар ҡаралған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ағиҙел ҡалаһында МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Ағиҙел ҡалаһында махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының ғаилә ағзаларына һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Яугирҙарҙың тормош иптәштәре, әсә-өләсәләре картина аша хәүефле кисерештәр менән көрәшергә, көсөргәнешлекте кәметергә өйрәнде. Сара ҡаланың «Катюша» клубы башланғысында тормошҡа ашырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада еңеүселәре билдәләнде

Һынауҙа 9-сы, 10-сы, 11-се класс уҡыусылары, барлығы 700-гә яҡын бала ҡатнашҡан. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белемен Башҡортостан уҡыусыларынан тыш, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләре, Татарстан республикаһы уҡыуслары ла һынаны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балаҡатай районы Красный Пахарь ауылында йәшәүсе ата-бабалар кәсебенә тотонған

Ата-бабаларыбыҙ борондан йорт-ҡаралтыһын тәбиғәт материалдарын ҡулланып биҙәгән. Һәр ауылда ағас эшкәртеүсе, кәрзин үреүсе оҫталар булған. Балаҡатай районы Красный Пахарь ауылында ла Фәнил Ғәрәфетдинов хаҡлы ялға сығыу менән ата-бабалар кәсебенә тотонған.
1
Республикала “Ярҙам поезы” яугирҙәргә булышлыҡ итә

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды төбәк бүлексәһе акция ойоштора. Белгестәр район һәм ҡалаларға сығып махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ветерандар һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә. 12 ғинуарҙа халыҡты Нефтекама ҡалаһында ҡабул итәләр. “Ярҙам поезы” хәрәкәте менән социаль селтәрҙә “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды төбәк бүлексәһе төркөмөндә танышырға була.
Республикала былтыр милли проекттар үтәлешенә 24 миллиард һум тотонолған

Ошо суммаға 77 мәктәп ремонтланған, өс поликлиника һәм 98 модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлгән, 4 меңдән ашыу медицина ҡорамалы һәм йыһаз һатып алынған. Бынан тыш, Нефтекама, Учалы, Октябрьский ҡалалары һәм Дыуан районында медицина колледждары филиалдары асылды. Йәмәғәт биләмәләре, юлдар, мәҙәниәт ойошмалары тәртипкә килтерелде, авариялы торлаҡтан күсереү программаһы тормошҡа ашырылды.
Башҡортостанда ауыл хужалыҡтары һәм медицина ойошмаларына дәүләт ярҙамы була

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ғинуарҙа көсөнә ингән закондар менән таныштырҙылар. Үҫемлекселек һәм орлоҡсолоҡ өлкәһендә шөғөлләнгән хужалыҡтар финанс ярҙам юллай ала, акушерлыҡ йүнәлешендә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәткән ойошмалар һалым ташламалары менән файҙаланырға мөмкин. Рәсәйгә ҡушылған яңы төбәктәр – Луганск һәм Донец халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре халҡына ярҙам иткән Башҡортостандағы социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар шулай уҡ дәүләт ярҙамына өмөт итә ала. Ғинуарҙа төбәк ҡаҙнаһына бәйле закон көсөнә инде. Быйылғы бюджет сығымы 10 миллиард һумға күберәк була. 2025 һәм 2026 йылдарҙа иһә дефицит күҙәтелмәй.
Өфөлә шыршыларҙы утилләштереү акцияһы быйыл ғинуар аҙағында ойошторола

Һәр районда Яңы йыл ағастары өсөн контейнерҙар урынлаштырыла. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, уҙған йылда Өфө халҡы 1 мең 800 шыршы тапшырған. Ағас ҡайтанан эшкәртелеп, төрлө материалдар етештереүҙә ҡулланылған.
Республикала “Махсус беләҙек” тигән проект тормошҡа ашырыла

Хәтер юғалыуҙан яфаланған кешеләргә шәхесен асыҡларға мөмкинлек биргән аксессуар тапшырыла. “Беләҙектәр таратыла башланы”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгесе Искәндәр Нәсибуллин.
Быға тиклем махсус беләҙектәр Мәскәү һәм Һамар өлкәләрендә һынау үткән. Юғалған кешеләрҙе эҙләү ваҡыты ҡыҫҡарған. Беләҙекте зарядлау кәрәкмәй, ул беләккә ышаныслы тағыла, һыуҙа сыланмай.
Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан спорты аҙналығы башлана

"Рәсәй" күргәҙмәһендә беҙҙең республика стендында спорт ҡаҙаныштары менән танышырға мөмкин. Башҡортостан клубтары, командалары менән танышыу, спортсылар, чемпиондар менән осрашыу мөмкинлеге була. Дрондар уҙышы, компьютер спортына иғтибар бирелә. Тематик аҙналыҡ 14 ғинуарға тиклем дауам итә.
😁1
Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәргә өҫтәп 8 миллиард һумлыҡ ярҙам бүленә

Рәсәй хөкүмәтенең шундай ҡарары бар. Уға ярашлы, "Агростартап" программаһы буйынса минималь грант суммаһы миллион ярым һум була. Төбәктәр фермерҙарҙың сығымын ҡаплау өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе үҙ аллы билдәләй. - Ҡабул ителгән ҡарар үҙ эшен башлаусыларҙы арттырырға, халыҡты сифатлы ризыҡ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирергә тейеш, тине премьер-министр Михаил Мишустин.
"Иҙел башы" өҫтөнлөклө статус алды

Белорет районында йыл әйләнәһенә халыҡты ҡабул итеүсе туристик комплекс булдырыла. Проект өҫтөнлөклөләр рәтенә индерелде. Ял базаһы Ирәмәл янында төҙөлә. Бының өсөн 48 миллион һумдан ашыу аҡса тотонола. Объекттың тәүге өлөшөн быйыл файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
👍1
Башҡортостанда оҙайлы ялда “Сәләмәтлек поезы” 300-ҙән ашыу кешене ҡабул иткән

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының күсмә диагностика комплексы табиптары 4-6 ғинуарҙа Благовещен, Борай һәм Балтас райондары ауылдарында эшләне. Халыҡ белгестәргә күренде, ҡайһы берәүҙәр дауаланыу өсөн йүнәлтмә алған. Бынан тыш, табиптар Стәрлетамаҡта балалар дауаханаһында медицина тикшереүе үткәрҙе. Ҡышҡы оҙайлы ялдар ваҡытында ауылдарға “Сәләмәтлек поезы”н ебәреүҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районы Ҡотой ауылында ҡышҡы мини-футбол буйынса «Олотау турниры» үтте

Дүртенсегә ойошторолған ярышта Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәренән 16 команда сығыш яһаны. Йыл һайын ауыл биләмәһендә футбол буйынса йәйге һәм ҡышҡы уйындар уҙғарыла. Былтыр ул Рәсәй футбол союзының «Иң күләмле проект» премияһына лайыҡ булғайны.
Баҡсасыларға гранттар биреләсәк

Башҡортостанда иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәттәре 500 мең һумлыҡ гранттар ала. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 февралгә тиклем ғариза тапшырырға мөмкин. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 10 баҡсасылыҡ ширҡәте һайлап алына. Уларға гранттар бирелә.
Башҡортостан кәсепселәре Мәскәүҙә эштәре менән таныштыра ала

“Рәсәй” халыҡ-ара форум-күргәҙмәһе барышында халыҡ ижады көндәре уҙа. Беҙҙең республика стендында киләһе аҙнала милли башҡорт биҙәүестәре, күндән әйберҙәр яһау, кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу һәм башҡа ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Күргәҙмәлә башҡорт кейеме, мамыҡ һәм бәйләм шәлдәр тарихы менән танышырға, әйберҙәр һатып алырға була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың отпускылары менән хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә

Был хаҡта Рәсәй президенты Владимир Путин белдерҙе. Дәүләт башлығы эш сәфәре менән Чукотка автономиялы округында булып, йәмәғәтселек менән осрашты. Ил башлығы фекеренсә, яугирҙарҙың отпускыһы яраланғандан һуң да юғалмаҫҡа тейеш. Әгәр хәрбиҙәр отпускыһын ял итә алмаһа, уларҙың быны һуңыраҡ эшләргә мөмкинлеге булырға тейеш, тип билдәләне Владимир Путин.
💩2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әлшәй районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша

Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары йортонда ирекмәндәр көсө менән маскировка селтәрҙәре үрелә. Ҡул эшенә тиҫтәләп кеше, башлыса өлкән йәштәгеләр ҡушылған.
🤡1