БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.18K photos
8.18K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Күмертау студенттары пилотһыҙ осоу аппараттарын йыя

Инновация проекттары өсөн бер миллион һум. Өфө фән һәм технологиялар университетының Күмертау филиалы студенттары пилотһыҙ осоу аппараттарын йыя. Улар электр тапшырыу линияларын, газ һәм нефть торбаларын тикшереү кеүек төрлө маҡсатта ҡулланыласаҡ.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балаҡатай районы Билән урта мәктәбендә 38 йылдан ашыу һөнәренә тоғро уҡытыусы эшләй

Уҡытыу эшендә 38 йылдан ашыу. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, тәжрибәле остаз Рәмилә Абдулхаҡ ҡыҙы Ғәйнетдинова Балаҡатай районы Билән урта мәктәбендә эшләй. Һәр баланың яҙмышында, һөнәр һайлағанда дөрөҫ йүнәлеш, кәңәш биргән оло йөрәкле шәхестең тормош юлы һәм педагогик тәжрибәһе тураһында ентекләберәк видеояҙмала.
👍249
Берҙәм дәүләт имтихандарын уҙғарыу ваҡыты билдәле булды

Мәғариф өлкәһен күҙәтеү хеҙмәте документты хупланы. Уға ярашлы, 2024 йылда дәүләт аттестацияһын ваҡытынан алда 22 марттан 22 апрелгә тиклем үтергә мөмкин. Төп этап 23 майҙа башлана. Өҫтәмә көндәр сентябрҙә билдәләнә.
Хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өйҙәрендә бушлай социаль хеҙмәтләндерелә

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай законға үҙгәреш индерҙе. Хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына йортто таҙартыу, кер йыйыу, ашарға бешереү йәки хат ебәреү буйынса ярҙам итәләр. Ҡанун проекты махсус хәрби операцияла ҡатнашып яраланған яугирҙәргә булышлыҡ итеү маҡсатынан әҙерләнгән.
Башҡортостанда Төркиә инвесторҙары ағас эшкәртеү менән шөғөлләнергә ниәтләй

Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, сит ил эшҡыуарҙары ҡайындан фанера – шпон сығарыу проектын тәҡдим иткән. Бының өсөн инвесторҙарға “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе күрһәтелгән. Башҡортостан һәм Төркиә араһында тауар әйләнеше быйыл 8 процентҡа артҡан һәм 68 миллиард долларға еткән. Үҙ-ара сауҙаның 90 проценты беҙҙең республиканан экспортҡа тура килә.
👍3👎2🤪1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң Башҡортостан яугирҙары махсус хәрби операция зонаһына оҙатылды

Хәрбиҙәр Яңы йылды өйҙә, ғаиләләре һәм яҡындары янында ҡаршылаған. Улар әйтеүенсә, байрам ысын мәғәнәһендә яҡты һәм күңелле үткән. Көс туплап, туғандары менән ваҡыт үткәргән яҡташтарыбыҙ Ватанды яҡларға әҙер. Хәрбиҙәре оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» спорт һарайы алдында үтте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәмәғәтселеге Рауил Шаммасты һуңғы юлға оҙатты

93 йәшендә Рауил Шаммас вафат булды. Башҡортостандың халыҡ шағиры менән хушлашыу бөгөн Зәки вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙҙы. Әҙипте һуңғы юлға оҙатырға хеҙмәттәштәре, дуҫтары һәм яҡындары килгәйне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Миловка ауылы «Гармония» мәктәбендә уҡыуҙан тыш ваҡытта балалар виртуаль ысынбарлыҡ курстары үтә

Миловка ауылында асылған мәктәптә балалар төп дәрестәрҙән тыш тележурналистика, робототехника, аш-һыу оҫталығын үҙләштерә ала. «Гармония» тип аталған мәғариф учреждениеһы 600 балаға иҫәпләнгән. Уҡыуҙан тыш ваҡытта балалар виртуаль ысынбарлыҡ курстары үтә, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы класында яңы һөнәрҙәргә өйрәнә ала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда төҙөләсәк Евразия күсмә халыҡтары музейы өсөн кәрәкле материалдар туплана

Мәскәү оҫтаханаларының береһендә Алтын урҙа осоро яугирының хәрби кейемдәре эшләнде. Хәрбиҙең һуғыш ҡорамалдары һәм кейемдәре Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ обьекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу ғилми-етештереү үҙәгенә тапшырылды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында йәшәүсе Сәлиховтар ғаиләһе «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына лайыҡ булды

Фәриҙә менән Илдус Сәлиховтар 8 бала тәрбиәләй, быға тиклем 5 баланы үҫтереп үҙаллы тормошҡа оҙатҡан.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыш бабай Өфөләге резиденцияһында ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүен дауам итә

Былтыр мөғжизәләр йорто Ағиҙел буйында ҡоролһа, быйыл ул Ленин майҙанында эшләй. Бөйөк Устюг ҡунағы баш ҡалала ҡасанға тиклем туҡталғаны хаҡында киләһе яҙмала.
3💩1
Республика менән идара итеү үҙәге 2023 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны

Халыҡтан 240 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Юлдар торошо, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, йәмәғәт транспорт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса һорауҙар күп булған. Иң күп мөрәжәғәттәр Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалалары һәм Иглин районы халҡынан ҡабул ителгән.
Башҡортостанда шәкәр диабеты менән көрәш программаһы раҫланды

Уға ярашлы, сирҙе иҫкәртеү буйынса саралар күрелә, тейешле медицина белгестәре әҙерләнә. 15 дауалау учреждениеһында эндокринология үҙәктәре булдырыла. Быйыл республикала шәкәр диабеты менән ауырыусы балаларҙы контроль приборҙары менән тәьмин итеү өсөн аҡса бүленә.
❤‍🔥1👍1
70 меңдән ашыу ғаилә социаль ярҙам юллаған

Республикала 2023 йылда 600 меңгә яҡын кеше коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса субсидия менән файҙаланған. Башҡортостан статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 70 меңдән ашыу ғаилә социаль ярҙам юллаған. Бының өсөн бюджеттан 1,2 миллиард һум бүленгән. Һәр ғаиләгә яҡынса 1 мең 870 һум субсидия тура килә. Мохтаждарға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн аҡсалата субсидия, йәки социаль ярҙам тапшырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан спортсылары Владимир Путин өсөн

Бөгөн «Zа самбо» федераль партия проекты вәкилдәре ғәмәлдәге Рәсәй Президентының кандидатураһын хуплап ҡултамғалар ҡуйҙы. Ҡултамға йыйыу Башҡортостанда өс тиҫтәгә яҡын пунктта ойошторолған. Ул 25 ғинуарға тиклем бара.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеү рейдтарын дауам итә

Баш ҡаланың Киров районы буйынса ғына Яңы йыл байрамдарынан алып 100-ҙән ашыу рейд ойошторолған. Именлекте тәьмин итеүсе белгестәр балыҡ тотоусылар, рөхсәт ителмәгән урындарҙа тау шыуыусылар һәм башҡалар менән иҫкәртеү эше алып бара.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңауыл районы Яңы Уртауыл ауылы үҫмерҙәре кәрәкле һөнәр үҙләштерә

Хәлим Әмиров исемендәге мәктәптә улар технология фәне уҡытыусыһынан ағас эшкәртергә, йорт йыһаздары, сувенирҙар эшләргә өйрәнә. Тулыраҡ видеояҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңылыҡтар хеҙмәткәрҙәре үткән йылға йомғаҡ яһаны

Яңы йылдың тәүге аҙнаһы аҙағына яҡынлаша, уңыштар барланған, алға маҡсаттар билдәләнгән. Әйтергә кәрәк, уҙған йыл коллегаларыбыҙ өсөн уңышлы булды. Көн дә донъя, ил, республика кимәлендәге яңылыҡтар менән таныштырып барыусы хеҙмәттәштәребеҙҙең тормошонда йыл бәхетле мәлдәре менән уйылды. Редакцияның былтырғы уңыштары тураһында видеояҙмала.
Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереүгә 293 миллион һум йүнәлтелә

Быйыл федераль һәм республика ҡаҙнаһынан ошондай сумма бүлеү ҡарала. Был һан 2023 йылғы менән сағыштырғанда 59 миллионға күберәк. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, аҡсаның бер өлөшө грант булараҡ бирелә, эшҡыуарҙарға техника һәм йыһаздар алған аҡсаны кире ҡайтырыуға тотонола. Уҙған йылда ауыл хужалығы кооперативтары 3 миллиард һум килем алған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында йорттарҙы Яңы йыл байрамына биҙәү буйынса конкурс ойошторолдо

Еңеүсегә мунса бураһы. Әбйәлил районы Амангилде ауыл биләмәһендә йорттарҙы Яңы йыл байрамына биҙәү буйынса конкурс ойошторолдо. Ижади бәйгегә бар ауылдар ҙа әүҙем ҡушылды, урындағы халыҡ боҙҙан, ҡарҙан төрлө һындар, әкиәт ҡаласыҡтары эшләп берҙәмлеген күрһәтте. Баһалама комиссияһы биҙәлештәрҙең креатив булыуына, боҙ ҡаласыҡтарының үҙенсәлегенә иғтибарын йүнәлтте. Мөғжизәле тылсым иленән беҙҙең киләһе репортаж.
👍1👎1