Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Федераль именлек хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән тәбрикләне
Именлек хеҙмәте булдырылыуға - 106 йыл. Һөнәри байрам уңайынан ведомство хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Террорға, сәйәси һәм дини экстремизмға, ришүәтселеккә, наркобизнес һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш алып барыусы һөнәр эйәләренә дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Федераль именлек хеҙмәте вәкилдәре йәмғиәттә тотороҡлоҡ, тәртип һаҡлап , ил тыныслығы өсөн ҙур өлөш индерә тип билдәләне, Радий Хәбиров

Өфө эргәһендәге Зинин үткәүеле 29 декабрҙә асылыр тип көтөлә
Бөгөн Өфө ҡала хакимиәтендә уҙған йыйылышта шулай тип билдәләнде. Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ултырышта йыл йомғаҡтары барланды, киләһе йылға бурыстар билдәләнде. Өфө ҡалаһының 450 йыллығына әҙерлек эштәре барланды.
Бөгөн Өфө ҡала хакимиәтендә уҙған йыйылышта шулай тип билдәләнде. Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ултырышта йыл йомғаҡтары барланды, киләһе йылға бурыстар билдәләнде. Өфө ҡалаһының 450 йыллығына әҙерлек эштәре барланды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовещен ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙа
«Күмәкләгән-яу ҡайтарған». Благовещен ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙа. Рәсәй яугирҙарына тылдан йөрәк йылыһы еткереүселәр хаҡында ентекләберәк видеояҙмала.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала быйыл йөрәктең яһалма һул ҡарынсаһын имплантациялау буйынса алты операция башҡарылған
Бөгөн тағы өс пациент бер ай реабилитация үткәндән һуң, өйҙәренә ҡайтарылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында үткән операцияла республика табиптары менән бергә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаһы белгестәре лә ҡатнашты.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Урал батыр» Пермь ҡалаһында үткән «Роботтар алышында» көс һынашты
Ике тәгәрмәсле тулы приводлы роботты Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары эшләгән.
Ике тәгәрмәсле тулы приводлы роботты Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары эшләгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Тамыр» телеканалы «Бишек» ойошмаһы менән берлектә Шайморатов кластары өсөн патриотик проект әҙерләй
Беренсе этап еңеүселәре билдәләнде лә инде. Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар араһында яңы проект - “Ат уйнатып!” хәрби-патриотик уйынға ғаризалар ҡабул итеү этабы ҡыҙыу бара. Йәш шайморатовсылар үҙҙәре хаҡында ҡыҙыҡлы видеояҙмалар төшөрә, анкеталар тултыра. Конкурста бөтәһе 69 команда ҡатнашырға теләк белдерһә, уларҙың 15 -е киләһе этапҡа үтә.

Киләһе йылдан Башҡортостанда “Ҡала тренеры” проекты ғәмәлгә ашырыла башлай
Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. “Абруйлы чемпионаттарҙа еңеү яулаған спортсылар һәм тренерҙарҙы дәртләндереү өсөн махсус дәүләт стипендияларын булдырҙыҡ. Әле уны 73 спортсы һәм тренер ала. “Ауыл тренеры” проекты барышында түләүҙең күләмен 600 меңдән миллион һумға тиклем арттырҙыҡ. Киләһе йылда “Ҡала тренеры” проектын башлайбыҙ”, — тине Радий Хәбиров. “Ҡала тренеры” программаһын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләһе Башҡортостан хөкүмәте ултырышында ҡаралды. Унда 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙа “Ауыл тренеры” проекты кеүек программа талап ителеүе билдәләнде. Был проект ҡалаларҙа эшләмәй, тренерҙарға ихтыяж бар.

Башҡортостанда ауыл ипотекаһын алыусылар артҡан
Быйыл 3 миллиард 47 миллион һумлыҡ ошондай торлаҡ килешеүҙәре төҙөлгән. Меңгә яҡын кеше 3 процентлыҡ ипотека алған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда сумма 45 процентҡа артҡан, тип белдерҙе вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Башҡортостан өс йыл рәттән был күрһәткес буйынса алдынғы төбәк. Ауыл биләмәләрен үҫтереү мөмкинлеге бар. Агросәнәғәт комплексында инвестициялар йәлеп итеүгә лә юл асыла, - тине ул.

Өфөлә сәкән һуғырға яратыусылар өсөн бушлай һырғалаҡ асылды
Майҙансыҡ “Өфө-Арена” эргәһендә урынлашҡан. Хоккей ҡумтаһы яһалма боҙ менән ҡапланған. Ул “Салауат Юлаев” хоккей клубының боҙ комбайны менән даими эшкәртелеп торасаҡ. Һырғалаҡ янында кейенеп-сисенеү өсөн йылы сатырҙар ҡуйылған. Майҙансыҡта теләгән һәр кем боҙҙа шыуа ала.

Башҡортостанда етемдәр торлаҡ сертификатын киңерәк ҡуллана ала
Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар 23 йәше тулғас социаль түләү менән файҙаланырға хоҡуҡлы. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай ҡабул иткән законға ярашлы, торлаҡ сертификатын ипотеканы ҡаплау йәки башҡа төбәктә йорт һатып алыуҙа ҡулланырға рөхсәт ителә. Закон проекты Республика Башлығына ебәрелгән.

Башҡортостанда киләһе йылдан “Башҡорт йорто” проекты тормошҡа ашырыла башлай
Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Программаға ярашлы, Республика көсө менән инфраструктура булдырыла һәм урындағы төҙөлөш материалдарын файҙаланып, бер типтағы йорттар сафҡа индереләсәк. Хөкүмәткә 1 апрелгә тиклем программаның концепцияһын һәм уны финанслауҙы әҙерләү бурысы ҡуйылды. Радий Хәбиров халыҡты борсоған көнүҙәк һорауҙарға төплө яуап бирҙе, ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов.

Өфөлә яңы йыл байрамдарында поликлиникалар эше тәртибе иғлан ителде
Медицина ойошмалары ял көндәрендә лә халыҡты ҡабул итә. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем поликлиникалар иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 5-кә тиклем асыҡ була. Табипты өйгә 16 сәғәткәсә саҡыртырға мөмкин. Травматология пункттары ғәҙәти тәртиптә эшләй. Яңы йыл каникулдары мәлендә медицина тикшеренеүе һәм диспансеризация ла үтергә була.

Республикала 221 меңгә яҡын кеше Бөтә Рәсәй экология диктантында ҡатнашҡан
Башҡортостан был күрһәткес буйынса Мәскәүҙән ҡала икенсе урында. Интеллектуаль акцияға илдә 5,2 миллион кеше йәлеп ителгән. Экология диктанты ноябрҙә өс аҙна дауам итте. Бының өсөн республикала 71 майҙансыҡ ойошторолдо, шулай уҡ һорауҙарға онлайн яуап бирергә була ине. Экология диктанты акцияһы 2019 йылдан ойошторолоп килә.

Радий Хәбиров Өфө хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе
Республика Башлығы йылдың ҡатмарлы булыуын, төрлө проблемалар хәл ителеүен билдәләне. Ҡаланың сәнәғәт үҫешен һәм инвестиция эшмәкәрлеген баһаланы. - Сәнәғәт компанияларының күбеһе Өфөлә урынлашҡан. Улар - нефть эшкәртеү, машина төҙөлөшө, оборона комплексы предприятиелары. Колледждарҙа бюджет урындарын күпкә арттырырға, яҡшы кадрҙар әҙерләргә планлаштырабыҙ. Ҡалала ҙур инфраструктура проекттары ғәмәлгә ашырыла. Көнсығыш юл 2024 йылдың мартында файҙаланыуға тапшырыла. Өфөгә көньяҡтан ингән урында ла төҙөлөш бара. Салауат Юлаев проспектын оҙонайтыу, Интернациональ урамда яңы күпер төҙөү буйынса проекттар әҙерләнә, - тине Радий Хәбиров.

😁1
Башҡортостанда быйыл 11 айҙа 126 меңдән ашыу ипотека килешеүе төҙөлгән
Республика буйынса Росреестр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был күрһәткес былтырғы осорға ҡарағанда 46 процентҡа артҡан. Ипотека килешеүе башлыса электрон тәртиптә төҙөлә. Халыҡ льготалы программа шарттары менән файҙаланып ҡалырға тырыша. Бынан тыш, республикала торлаҡ төҙөлөшө йылдам бара, тип аңлата эксперттар.

Башҡортостанда төрөк инвесторҙары ағас эшкәртеү менән шөғөлләнергә ниәтләй
Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, сит ил эшҡыуарҙары ҡайындан фанера – шпон сығарыу проектын тәҡдим иткән. Бының өсөн инвесторҙарға “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе күрһәтелгән. Башҡортостан һәм Төркиә араһында тауар әйләнеше быйыл 8 процентҡа артҡан һәм 68 миллиард долларға еткән. Үҙ-ара сауҙаның 90 проценты беҙҙең республиканан экспортҡа тура килә.

👎3
Башҡортостанда киләһе йылда электромобилдәр өсөн 70 зарядлау станцияһы төҙөлә
Был маҡсаттан федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Станцияла машиналар ярты сәғәт эсендә электр тогы йыя ала. Башҡортостанда быйыл 500 электромобиль теркәлгән. Әле электр тогы менән йөрөгән машиналар 55 станцияла көс туплай ала.

Рәсәй халҡы Ҡыш Бабайға 40 меңдән ашыу хат ебәргән
“Рәсәй Почтаһынан” белдереүҙәренсә, Яңы йыл алдынан мөрәжәғәттәр бер нисә тапҡыр артҡан. Былтыр Ҡыш Бабай 170 мең хәбәр алған. Кешеләр Яңы йыл тылсымсыһынан үҙенә һәм яҡындарына сәләмәтлек, илгә тыныслыҡ һәм именлек һорай. Матди байлыҡ, лайыҡлы эш, ғаилә бәхете, мөхәббәт һәм уңыш йыш яҙылған теләктәр исемлегендә.