БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.17K photos
8.05K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә мәктәп уҡыусыларына дәрес ваҡытында кеҫә телефондарын ҡулланыу тыйылды

Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ошо туралағы закон ҡабул итте. Хәҙер йәш быуын гаджеттар менән ғүмергә йәки һаулыҡҡа хәүеф янаған ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарында ғына файҙалана ала. Закон авторҙары билдәләүенсә, яңы үҙгәреш уҡытыусының абруйын күтәреп, класта йәнле аралашыуға булышлыҡ итәсәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт программаһы буйынса шәхси йорттарға зәңгәр яғыулыҡ

Тиҫтә йылдар дауамында Яңауыл ҡалаһының «Аэропорт» микрорайонда йәшәүсе халыҡ йорттарға газ үткәреүҙе һорап район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Был хаҡта эш сәфәре барышында Башҡортостан етәксеһе менән осрашыуҙа ла һүҙ ҡуҙғатылған. Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә халыҡ ҡуйған социаль мәсьәләгә төплө яуап бирелде. Яңауылда газ селтәрҙәре төҙөлөшө һәм газ үткәреү дәүләт программаһы үтәлеше хаҡында репортаж.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат ҡалаһынан Кормщиковтар ғаиләһе «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләнде

Салауат ҡалаһынан Кормщиковтар ғаиләһен Владимир Путин «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләне. Дүрт бала үҫтергән Кормщиковтарҙың йортонда БЮТ ижади төркөмө булды.
Башҡортостанда быйыл 11 айҙа тимер юл аша 904 мең тонна йөк ташылған

Республика Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй тимер юлы” компанияһының Куйбышев бүлексәһе етәксеһе Вячеслав Дмитриев менән осрашты. Йөк терминалдарын үҙгәртеп ҡороу, һанлы сервистарҙы үҫтереү һәм яңы машруттар асыуға бәйле тимер юл аша йөк ташыу күрһәткестәре йылдан-йыл арта бара. Пассажирҙар ҙа ташыу ҙа күбәйә. 11 айҙа 4,9 миллион кеше поезда йөрөгән. Йыл аҙағына был һан 5 миллионға етер тип көтөлә. Өфө агломерацияһында “Ҡала электричкаһы” тигән проект тормошҡа ашырыла. Ҡала яны машруттары көн дауамында йөрөй. Бының өсөн яңы заманса электр поездар ебәрелгән.
Республикала “Бергәләп йөрөйөк” тип аталған социаль акция башланды

Уның барышында әүҙем кешеләр инвалид балалар менән бергә йөрөй ала. Акция район һәм ҡалаларҙа тормошҡа ашырыла. “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” үҙәге сараны ойоштороу өсөн кураторҙар йыя. Улар конкурс барышында һайлап алына. Заявкалар 10 декабргә тиклем ҡабул ителә.
Юлаевсылар тренеры Беренсе канал кубогында Беларусь йыйылма командаһын етәкләй

Хоккей турниры киләһе аҙнала Санкт-Петербургта үтә. Унда 4 команда ҡатнаша. Беларусь хоккейсылары менән Константин Кольцов эшләй. Ул уйынсы булараҡ “Салауат Юлаев” командаһы менән Рәсәй чемпионатында еңеү яуланы һәм Гагарин кубогына эйә булғайны. Константин Кольцов тренер булараҡ та уңышлы эшләй. 2021 йылда Беларусь йыйылма командаһы менән Словенияла үткән Дүрт милләт турнирында беренсе урын алды.
❄️Башҡортостанда температура рекорды теркәлгән

Балаҡатай районының Түбәнге Үтәш ауылында термометр бағанаһының -50 градусҡа тиклем төшөүе күҙәтелгән.

Фото: республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
😱1
Башҡортостанда тротуар ташын етештереү комплексы төҙөлә

Проект Республика "Инвестиция сәғәте"ндә ҡаралды. Уға ярашлы, комплекс Стәрлетамаҡта "Алға" махсус иҡтисади биләмәһендә урынлаша. Инвестор 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә әҙер. 100 эш урыны булдырыла. Тәүге продукцияны 2027 йылда сығарыу көтөлә. Радий Хәбиров белдереүенсә, Өфөнө матурлау өсөн күп материал кәрәк. Проект хупланды.
1
Беҙ мотлаҡ еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан "Маугли" ҡушаматлы һалдат шулай тип белдерҙе. Алғы һыҙыҡта уға Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың хатын тапшыралар. Республика сәнғәт эшмәкәрҙәре яҙған хаттарҙы яҡташтарыбыҙға “БСТ” телеканалы журналистары алып бара. “Ир-егеттәр өсөн тыуған яҡ сәләме үтә мөһим. Республикаға ҡайтҡас беҙгә көс-ҡеүәт өҫтәгән легендар артист менән мотлаҡ күрешергә ҡарар иттем”, - ти Маугли.
Башҡортостанда авария хәлендәге йорттарҙан күсереү буйынса программа үтәлде

Эштәр 
2019-2024 йылдарҙа башҡарылырға тейеш ине. 2017 йылдың 1 ғинуарына
тиклем йәшәү өсөн хәүефле тип танылған йорттарҙа йәшәүселәр күсерелде.
Программа үтәлеше Республика  Башлығы
контролендә  булды. 210 йортта йәшәгән 4
мең 800 граждан яңы торлаҡ алған. Алдағы йылдарға яңы программа әҙерләнә. Ул
2022 йылдың 1 ғинурына авария хәлендә тип танылған йорттарҙа йәшәүселәргә
тәғәйенләнә.
👍1
Башҡортостанда уртаса ғүмер оҙонлоғон 77 йәшкә еткереү көтөлә

2030 йылға тиклем шундай маҡсат ҡуйылған. Һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү программаһына ярашлы, Республикала дауаханаларҙың матди-техник базаһы нығытыла, санитар авиация үҫешә, балалар сәләмәтлегенә иғтибар арта.
Башҡортостанда "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Яңы мәктәп" проекты ғәмәлгә ашырыла

2030 йылға тиклем шундай маҡсат ҡуйылған. Һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү программаһына ярашлы, Республикала дауаханаларҙың матди-техник базаһы нығытыла, санитар авиация үҫешә, балалар сәләмәтлегенә иғтибар арта.
Белорет районында йыл әйләнәһе эшләүсе "Иҙел башы" туристик комплексы булдырыла

Ул Ирәмәл янында урынлаша. Кемпинг өсөн инвестор 48 миллион һум бүлә. Төҙөлөштөң тәүге өлөшөн киләһе йылда тамамлау көтөлә. - Ер биләмәһе алып матур кемпинг төҙөгөҙ, бында ла туристар киләсәк, - тине Радий Хәбиров. Проект өҫтөнлөклө статус алды.
"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" проекты буйынса тағы 1 километрҙан ашыу юл ремонтланды

Благовещен-Павловка трассаһында ремонт эшләнә. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был йүнәлештә туристар күпләп йөрөй. Быйыл трассаның 7 километрлыҡ өс өлөшө тәртипкә килтерелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ярҙам поезы» 9-сы районға юллана

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды тормошҡа ашырған акция Бәләбәйҙә үткәрелеп, бөгөн Саҡмағошта тормошҡа ашырыла. Сара сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың туғандары һәм хәрби бәрелеш ветерандары төрлө белгестәргә һорауҙар бирҙе. Консультация социаль, медицина, хоҡуҡ һәм башҡа өлкәләргә ҡағылды.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Джефф Монсон баш ҡалала урамда ҡалған һәм наркотиктарҙан зыян күреүселәргә приют асырға теләй

Кешеләргә ярҙам итергә ваҡыт. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Джефф Монсон баш ҡалала урамда ҡалған һәм наркотиктарҙан зыян күреүселәргә приют асырға теләй. Учреждение Черниковка биҫтәһендә урынлашыр тип күҙаллана. Унда ауыр тормош хәленә ҡалған граждандарға туҡланыу ойошторола, даими йәшәү урыны хәстәрләнә. Унда улар медицина тикшереүе үтәсәк, наркомания менән эскелектән дауаланасаҡ. 52 йәшлек Джефф Монсон бразилия джиу-джитсуһы буйынса донъя чемпионы . Ил халҡы спортсыны 2018 йылдан Рәсәй гражданины булараҡ белә.
👍1
Бөгөн Беловежск килешеүенә - 32 йыл

1991 йылдың 8 декабрендә Советтар Союзы тарҡатыла. Рәсәй яғынан Борис Ельцин, Украина президенты Леонид Кравчук һәм Белоруссия юғары советы рәйесе Станислав Шушкевич 1922 йылдағы Советтар Союзы тураһындағы килешеүҙе ғәмәлдән сығара. 25 декабрҙә тарҡалған илдең башлығы Михаил Горбачев отставкаға китә. Ошо ваҡиғаға тиклем, 1991 йылдың мартында СССР республикаларының күпселегендә референдумдар уҙа, халыҡ союзды һаҡлап ҡалыу өсөн тауыш бирә. Балтик буйы республикалары, Грузия, Молдавия һәм Әрмәнстан референдумда ҡатнашмай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет йылытыу ҡорамалдары заводы ҡул көсө һөҙөмтәлелеген 30 процентҡа күтәрергә өлгәшелгән

Яҡтыртыу ҡорамалдарын күсереп, иҙәнгә һыҙаттар төшөрөп кенә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға мөмкинме? Мөмкин, ти Белорет йылытыу ҡорамалдары заводы хеҙмәткәрҙәре. Преприятиела эш урындарында уңайлыҡтар булдырып ҡына ҡул көсө һөҙөмтәлелеген 30 процентҡа күтәрергә өлгәшелгән. Быларҙың барыһы ла «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты сиктәрендә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин 2024 йылда Президент һайлауында ҡатнашырға ҡарар иткән

Был турала ул бөгөн Кремлдең Георгий залында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға «Алтын йондоҙ» ордендарын тапшырғандан һуң белдергән. Һайлауҙа еңгән осраҡта был уның дәүләт башлығы вазифаһында 5-се мөҙҙәте буласаҡ. Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Президенты һайлауында тауыш биреүҙе 15,16 һәм 17 мартта уҙғарыу тураһында ҡарарҙы рәсми рәүештә раҫланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Атайсал - кесе Ватаным» зональ форумын Саҡмағош районы ҡабул итте

Муниципаль-ара йыйынға Өфө, Октябрьский ҡалалары, һәм муниципаль-ара район вәкилдәре йыйылды. Тыуған төйәккә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған «Атайсал» проекты Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Бөгөн инде ул халыҡты берләштергән киң эшмәкәрлеккә әйләнде.