Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте
Йәнә алғы һыҙыҡҡа. «Өфө-Арена» комплексы алдында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. Майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны, тигеҙ сафҡа баҫҡан яҡташтарыбыҙ алдында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығыш яһаны. Ир-егеттәрҙең күбеһе махсус хәрби операция башланыу менән Ватан һағына баҫҡан, мобилизацияға эләгеүселәр ҙә бар.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә туплау дауам итә
Хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункттарына 65 йәшкә тиклем ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Әлеге ваҡытта пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү ротаһында хеҙмәт итеү өсөн ир-егеттәр котракт төҙөй ала. Район һәм ҡала муниципалитеттарынан, предприятеларҙан контрактҡа ҡул ҡуйыусыларға өҫтәмә матди түләүҙәр ҡаралған. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктына көнөнә йөҙләп ир-егет мөрәжәғәт итә.

👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Федоровка районы Бала Сытырман ауылы халҡы яугирҙарға кәрәк-яраҡтар әҙерләгән
Федоровка районы Бала Сытырман мәктәбе коллективы ауыл халҡы менән берлектә махсус хәрби операция зонаһы яугирҙары өсөн блиндаж шәмдәре һәм маскировка селтәрҙәре әҙерләгән.
Изге эштә өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҙур теләк менән ҡатнашҡан. Мәктәп педагогтары һәм техник хеҙмәткәрҙәре үҙ иҫәбенә яҡташтарыбыҙ өсөн мотобур һатып алған. Башланғыс класс уҡыусылары һалдаттарға тиҙерәк Еңеү менән менән ҡайтыуҙарын теләп хаттар яҙған. Шәмдәр, селтәрҙәр , мотобур һәм фронтҡа хаттар гуманитар ярҙам йыйыу пунктына, артабан хәрби операция зонаһына оҙатылған. Ауылдаштар яугир яҡтарштарға ярҙам күрһәтеүҙе артабан да дауам итмәксе.

15 декабрҙә күренекле яҙыусы Рәшит Солтангәрәвтың тыуыуына 88 йыл тула
15 декабрҙә күренекле яҙыусы, публицист, журналист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәвтың тыуыуына 88 йыл тула. Ошо уңайҙан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала хәтер кисәһе уҙҙы. Унда яҙыусының ҡәләмдәштәре, ауылдаштары, ижадын хөрмәт иткән уҡыусылар йыйылды.
15 декабрҙә күренекле яҙыусы, публицист, журналист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәвтың тыуыуына 88 йыл тула. Ошо уңайҙан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала хәтер кисәһе уҙҙы. Унда яҙыусының ҡәләмдәштәре, ауылдаштары, ижадын хөрмәт иткән уҡыусылар йыйылды.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🥲«Машинаны бер ай элек кенә алғайным»
Бөгөн Өфөлә Салауат Юлаев проспектында һыу аҫтында ҡалған машиналарҙың береһе бер ай элек һатып алынған. Хужаһы әйтеүенсә, салон эсенә һыу тулған.
«Канализация торбаһы минең машинам янында шартлаған. Салонға һыу тулған, фонтан көслө булған. Машина яңы, бер ай элек кенә һатып алғайным», - ти «тимер ат» хужаһы.
Ашығыс хеҙмәттәр авария эҙемтәләрен 1,5 сәғәт ваҡытта бөтөргән. Прокуратура тикшереү үткәргән.

😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәй тимер юлдарының миллиардынсы пассажирын ҡотланы
Бәхетле билет. Бөгөн Рәсәй тимер юлдарының ҡала-яны поездарында миллиардынсы пассажир теркәлде. Ул Өфө фән һәм технологяилар университеты студенты Карина Йәнбарисова. Бәхетле пассажирҙы башҡала вокзалында Республика башлығы Радий Хәбиров, «Рәсәй тимер юлдары», «Башҡортостан ҡала-яны пассажирҙары» компанияһы етәкселәре тәбрикләне. Ошонда уҡ транспорт-логистика эшмәкәрлеген үҫтереүгә, йөк һәм пассажир ташыу күләмен арттырыуға арналған осрашыу үтте.

Радий Хәбиров «Газпром трансгаз Өфө» 70 йыллыҡ юбилейы менән тәбрикләне
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте 70 йыллыҡ юбилейы менән тәбрикләне. Иҫтәлекле дата уңайынан предприятиеның алдынғы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары һәм почет грамоталары тапшырылды. Республика етәксеһе, «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең социаль ярҙам һәм инвестициялар йүнәлешен билдәләне.

Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһе хаҡындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты
Төбәк башлығы экспозиция менән яҡындан танышып, был турала Беренсе каналдағы «Халыҡ фронты» программаһында һөйләне. «Күсмә халыҡтан алып пилотһыҙ аппараттарға тиклем» тип исемләнгән экспозиция аша халҡыбыҙ тарихының нисек үтеүе күрһәтелә. Башҡортостан хәҙер Рәсәйҙең үҫешкән терәк субъекты. Был иң яҡшы машиналар, хәрби двигателдәр, пилотһыҙ осоу аппараттары, - тип аңлатты Радий Хәбиров.

Махсус хәрби операция яугиры үҙенең кумиры Фидан Ғафаров менән күреште
Яу яланындағы адресат менән сәхнәләге адресант осрашты. Махсус хәрби операция яугиры үҙенең кумиры Фидан Ғафаров менән күреште. Быға легендар артисыбыҙ фронтҡа ебәргән хат сәбәпсе була. Фидан Ғафаров яҙған өсмөйөш ҡағыҙҙы «Маугли» ҡушаматлы яугирға беҙҙең коллегабыҙ Гүзәл Хәмитова «Һалдатҡа хат» проекты сиктәрендә тапшырған. Ул үҙ сиратында отпускаға ҡайтҡанда кумиры менән осрашып, күҙмә-күҙ аралашырға теләк белдергән.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар көтөлә
Ҡаҙанлыҡтар ҡатмарлы шарттарҙа эшләргә әҙерләнә, табиптар йылыраҡ кейенергә, алкоголдән тыйылырға кәңәш итә. Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар көтөлә. Һауа температураһы урыны менән 38 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал. Бындай һыуыҡтар оҙаҡ һаҡланырмы, мәктәпкә ҡасан бармаҫҡа мөмкин? Яуап видеояҙмала.

Бөгөн Өфөлә Бөрйән районы командаларының спартакиадаһы башланды
Волейбол буйынса тәүге ярыш Башҡорт дәүләт аграр университетының спорт залында үтте. Бөрйәндәр араһында спартакиада ойоштороу тәҡдимен яҡташтар берлеге күтәреп сыҡҡан. Был ойошманың икенсе күләмле проекты. Тәүгеһе Бөрйән уҡыусылары уйнаған «Урал батыр» эпосын башҡала сәхнәһендә күрһәтеү булһа, икенсеһе спартакиада. Ул 16 спорт төрөн үҙ эсенә ала. Командалар ауыл биләмәләре иҫәбе буйынса төҙөлгән.

❤1
Ҡайғылы хәбәр...
Республикаға ғына түгел, ил кимәлендә билдәле булған һәүәҫкәр рәссам Марат Ғафаров арабыҙҙан китте. Уның 3D форматындағы һүрәттәре бик күптәрҙә һоҡланыу тыуҙырған ине. Тыуған яҡ тарихына, тәбиғәтенә арналған картиналары ла бихисап ине уның. талант эйәһен яуыз сир аяманы.
Ул үҙенең илһөйәрлеге, тормошто, тәбиғәтте яратыуы менән айырылып тора ине. Нисәмә кешегә матурлыҡ бүләк итте?! Һанап бөткөһөҙ.
Мәрхүмдең ғаиләһенә һәм яҡындарына күркәм сабырлыҡтар теләйбеҙ. Йәне йәннәттә булһын, иманын юлдаш итһен.
Тыныс йоҡла, рәссам...

😢1
Ауыр саҡта хеҙмәттәшебеҙгә ярҙам итәйек!
Кисә Архангел районынан ҡот осҡос хәбәр килде. Билдәле оператор, БЮТ каналы хеҙмәткәре Эдуард Ғәйнанов юл фажиғәһенә эләккән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны һәләк булған. Өс сабый әсәйһеҙ ҡалды. Эдуард Адис улы дауаханала, табиптар операция эшләгән.
Ауыр минутта ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. 89191410960 телефон һандары буйынса аҡса ебәрергә мөмкин. Хәмитова Гүзәл Сулпан ҡыҙы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының баш мөхәррире.

Радий Хәбиров “Рәсәй” форум-күргәҙмәһенән тәьҫораттары менән уртаҡлашты
Республика Башлығы “Халыҡ фронты” тапшырыуында сығыш яһаны. 3 декабрҙә Мәскәүҙә күргәҙмә барышында Башҡортостан көнө ойошторолдо. Радий Хәбиров әйтеүенсә, “Күскенселәрҙән пилотһыҙ осҡостарға тиклем” тигән төшөнсә буйынса әҙерләнгән стенд халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. “Рәсәй” форум-күргәҙмәһе Мәскәүҙә ВДНХ-комплексында урынлашҡан. Унда бөтә 89 төбәк ҡаҙаныштары менән таныштыра. Экспозиция 12 апрелгә тиклем эшләй.

Радий Хәбиров “Газпром трансгаз Өфө” ойошмаһын 70 йыллығы менән ҡотланы
Башҡортостан Башлығы компания юбилейы уңайынан алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Компания инвестиция программаһында әүҙем ҡатнаша, социаль проекттар үтәлешенә яуаплы ҡарай. Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөн ойошма республиканың стратегик партнерҙарының береһе иҫәпләнә. Республикала газ үткәреү буйынса социаль программа уңышлы тормошҡа ашырыла. Мохтаждарға сертификаттар бирелә, йортҡа тиклем газ торбаһы бушлай һуҙыла. Халыҡтың 85 проценты “зәңгәр яғыулыҡ” менән ҡуллана.

Башҡортостанда юл хеҙмәттәре көсәйтелгән тәртиптә эшләй
Һауа торошона бәйле шундай ҡарар ҡабул ителгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, республика юлдарына 900-ҙән ашыу берәмек махсус техника сығарылған. Ошо көндәрҙә һауа температураһы -36 градусҡа тиклем түбәнәйә. Сатлама һыуыҡтар сәбәпле Өфөлә ваҡытлыса туҡталыу урындары йыһазландырылған.

Башҡортостан фәнни йәмәғәтселеге танылған тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровты иҫкә ала
Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында Әсфәндиәров уҡыуҙары башланды. Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция “17-се – 20-се быуат башында Рәсәй халыҡтары: империяға ҡушылыу тәжрибәһе” тигән темаға арнап ойошторола. “Башҡорт халҡы тарихы” үҙәгенең әүҙәүсе белгесе, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов әйтеүенсә, Әнүәр Әсфәндиәров башҡорт халҡы тарихын өйрәнеүҙә тәрән эҙ ҡалдырған шәхес. Әсфәндиәров уҡыуҙары барышында башҡорт старшинаһы һәм ғәскәр башлығы, абыҙ Кинйә Арыҫлановтың 300 йыллығына бағышланған түңәрәк өҫтәл дә уҙғарыла.

Башҡортостанда 3 меңдән ашыу ғаилә әсәлек капиталынан айлыҡ пособие ала
Социаль фонд буйынса төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, сабыйға 3 йәш тулғансы ғаиләләр айлыҡ түләү юллай ала. Ул балаға йәшәү минимумы йәғни 12 мең 271 һумға тиң. Киләһе йылдың февраленән Рәсәйҙә әсәлек капиталы 7,5 процентҡа арта. Икенсе бала өсөн түләү 833 мең 800 һумға етә.

Ил Президентын киләһе йылдың 17 мартында һайлайбыҙ
Федерация Советы һайлау көнөн билдәләне. Ҡарар бөгөн ҡабул ителде. Президент өсөн өс көнлөк тауыш биреү тураһында ла проект бар. Ул иртәгә Үҙәк һайлау комиссияһында ҡараласаҡ, тип белдерҙе комиссия рәйесе Элла Памфилова. Конституцияға ярашлы, Президент 6 йылға һайлана.

Башҡортостанда 585,5 миллиард һумға инвестиция йәлеп ителгән
Быйыл был күрһәткес 107 процентҡа еткән. Республика Хөкүмәте беренсе вице-премьеры – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, сәнәғәт, ауыл хужалығы, туризм һәм юл яны сервисы өлкәһендә проекттар әүҙем тормошҡа ашырыла. Импортҡа алмаш мәсьәләләре лә уңышлы хәл ителә. Әле дөйөм исемлектә 1,2 триллион һумға баһаланған 2 меңдән ашыу инвестиция проекты күрһәтелгән.