Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы йәш ғалимдарҙы яңы вуз-ара кампуста эшләргә саҡырҙы
Радий Хәбиров «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы майҙансығында Өфөлә төҙөлгән Евразия ғилми-белем биреү үҙәге хаҡында һөйләне. Кампустың IQ-паркында 28 ғилми лаборатория урынлашасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға 25 заманса кампустан торған селтәр булдырырға ҡушты, уларҙың 17-һендә төҙөлөш бара. Был Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.

Сибайҙан мәктәп уҡыусыһының хыялы тормошҡа ашты
Ул Башҡортостан башлығы менән осрашыу хаҡында хыяллана. Үҫмерҙең теләге тураһында уның әсәһе социаль селтәрҙә яҙып сыға. Был мөрәжәғәт Радий Хәбировтың тура бәйләнеше ваҡытында яңғыраны.Уҡыусы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының улы. Уның шулай уҡ өлкән ағаһы ла Ватан һағында.
Республика етәксеһе бөгөн йәш армеецты һәм уның әсәһен үҙ бүлмәһендә ҡабул итте. Радий Хәбиров ҡунаҡтарға эш кабинетын күрһәтте, ҡыҫҡаса үҙенең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, ғаиләнең тормошо тураһында һорашып, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Өфөнөң 214-се балалар баҡсаһы программа ярҙамында биләмәләге юлды төҙөкләндерергә хыяллана
«Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы» финанстарҙы берләштереп төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә. Өфөнөң 214-се балалар баҡсаһы программа ярҙамында биләмәләге асфальт ҡатламын алмаштырырға хыяллана. Бының өсөн миллион 600 мең һум аҡса талап ителә. Финанслауға ата-әсәләр ҙә, бағыусылар ҙа ҡушылырға әҙер.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 27-се дөйөм белем мәктәбенә нигеҙ һалыныуға 85 йыл
Өфөнөң химия, физика, биология, математика фәндәрен тәрән өйрәтеүсе 27-се дөйөм белем мәктәбенә нигеҙ һалыныуға 85 йыл. Баш ҡаланың Совет районында урынлашҡан мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусылар яратҡан уҡытыусылары менән бергә балалар филармонияһында күркәм сараға йыйылды.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БСТ-ла АПТЫРАҒАН! 😶
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика башҡорт мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы 90 йыллығын билдәләне
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы уҡыу йорто төрлө йылдарҙа мәктәп, унан һуң техникум, мәҙәниәт-ағартыу училищеһы булараҡ халыҡҡа хеҙмәт иткән. Мәғариф учреждениеһын тамамлаған белгестәр бөгөн ил кимәлендә тармаҡ үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы уҡыу йорто төрлө йылдарҙа мәктәп, унан һуң техникум, мәҙәниәт-ағартыу училищеһы булараҡ халыҡҡа хеҙмәт иткән. Мәғариф учреждениеһын тамамлаған белгестәр бөгөн ил кимәлендә тармаҡ үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы ағинәйҙәре балаҫ һуғыусылар конкурсы ойошторҙо
Балаҫтарҙа - быуаттар тарихы. Баймаҡ районы ағинәйҙәре ошондай исем аҫтында балаҫ һуғыусылар конкурсы ойошторҙо. Бәйге һәр кемде тарих төпкөлөнә, ата-бабаларыбыҙ йәшәгән осорҙарға алып ҡайтты.
Балаҫтарҙа - быуаттар тарихы. Баймаҡ районы ағинәйҙәре ошондай исем аҫтында балаҫ һуғыусылар конкурсы ойошторҙо. Бәйге һәр кемде тарих төпкөлөнә, ата-бабаларыбыҙ йәшәгән осорҙарға алып ҡайтты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда реабилитация үтеүгә сертификаттар бүленә башлаясаҡ
1 ғинурҙан инвалидтарға һәм махсус хәрби операцияла зыян күргән яугирҙар өсөн реабилитация үтеүгә сертификаттар бүленә башлаясаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мөмкинлектәре сикләнгән граждандар менән осрашыуҙа хәбәр итте. 52 мең 500 һум тәшкил иткән сертификат ярҙамында граждандар йылына бер тапҡыр реабилитация үтеп һаулығын нығытасаҡ. Комплекслы ярҙам программаһы менән республикала йыл һайын 1715 инвалид файҙалана ала.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумының ултырышында киләһе йылдарға бюджет ҡаралды
Башҡортостандың киләһе йылдарға бюджеты, бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең өҫтәмә вәкәләттәре, бал ҡорттарын пестицидтарҙан һаҡлау. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумының бөгөнгө ултырышында ошондай көнүҙәк темаларға ҡараған закон проекттары ҡаралды.
Президиум ултырышында Парламенттың киләһе пленар ултырышына сығарылған закон проекттары тикшерелде. Ҡануни документтар араһынан тәү сиратта бюджет тураһындағы проектты атарға мөмкин.

Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан предприятиеларына льготалы кредиттар бирәсәк
Башҡортостандың ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларына Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы ҡыҫҡа мөҙҙәтле ташламалы кредитҡа 700 ғаризаны хуплаған. Уның дөйөм хаҡы 24 миллиард һумдан ашыу. Финанс ярҙам етештереү күләмен арттырыу, ҡеүәттәрҙе заман талаптарына яраҡлаштырыу өсөн файҙаланылған. Ташламалы кредит менән файҙаланыусы предприятиеларҙың береһе Өфө ҡала һөт заводы.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан Ҡырым республикаһына 100-гә яҡын егет хәрби хеҙмәткә юлланды
Уларҙы Өфөнөң тимер юл вокзалынан оҙатырға ата-әсәләре, туғандары һәм дуҫтары килде. Яҡташтарыбыҙ хәрби бурысын Һауа-десант, ҡоро ер, һәм диңгеҙ-һауа флоты ғәскәрҙәрендә үтәйәсәк. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу саралары махсус операция менән бер нисек тә бәйләнмәгән. Элекке кеүек үк, ул Рәсәй ҡануниәте менән билдәләнгән ваҡытта һәм планлы тәртиптә башҡарыла. Хәрби саҡырылыш буйынса алынғандар, һөнәре ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй биләмәһендәге подразделениеларҙа хеҙмәт итәсәк, ә хеҙмәт ваҡыты тулғандар йәшәгән урындарына ҡайтарыла.

Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларына Ҡаһарманлыҡ дәрестәре уҙғарылды
1941 йылдың 5 декабрендә Мәскәү эргәһендәге алышта Ҡыҙыл Армия фашистик көстәргә ҡаршы контрһөжүм башлай. Календарҙа Рәсәйҙең Хәрби дан көнө булараҡ билдәләнгән датаға арнап Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең Башҡортостан бүлексәһе мәктәп уҡыусыларына Ҡаһарманлыҡ дәрестәре уҙғарҙы.

Бүләккә - фотосессия!
Республика халыҡ ижады үҙәгенең Telegram-каналына https://t.iss.one/rcnt_rb яҙыл, бүләк уйнатыуҙа ҡатнаш һәм «Skandi 34» фотостудияһында яңы йыл фотосессияһына сертификат от. Фотограф – Регина Мөхитова.
Һөҙөмтәләр 15 декабрҙә буласаҡ! Ашығығыҙ!

❤3
Өфөнән хирург СВО-ла һәләк булған
Өфө хирургы Михаил Каменев яралы һалдаттарҙы ҡотҡарған мәлдә һәләк булған. Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыу ул эшләгән урында, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында үтәсәк.
Михаил Каменев йыл башында Красный Луч ҡалаһында эшләп ҡайта. Күптән түгел алғы һыҙыҡҡа медицина взводы командиры булып барырға ҡарар итә. 2 ноябрҙә яҡындарына бер аҙнаға бәйләнештән юғалыуы хаҡында хәбәр итә. «Уның алғы һыҙыҡҡа барғанын аңлағас, ни өсөн, был бит һинең яуаплылыҡта түгел, тип һораным. Бында һүҙ яуаплылыҡ хаҡында бармай, яралылар күп, уларҙы тылға сығарырға кәрәк», - тип яуапланы», - тип хәтерләй ҡатыны Анна.
Украина квадрокоптеры яралыларҙы эҙәрлекләгән мәлдә хирург яугирҙарҙы бер генә минутҡа ла ҡалдырмай. Яҡташтарыбыҙ урман эсенә инеп йәшенә. Тик пилотһыҙ осҡос һалдаттарҙы таба һәм шартлатҡыс ташлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хирургтың ғүмере өҙөлә.
Михаилу Каменевҡа ни бары 48 йәш була. Уның ҡатыны һәм ике балаһы ҡалған.

Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте
Йәнә алғы һыҙыҡҡа. «Өфө-Арена» комплексы алдында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. Майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны, тигеҙ сафҡа баҫҡан яҡташтарыбыҙ алдында Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығыш яһаны. Ир-егеттәрҙең күбеһе махсус хәрби операция башланыу менән Ватан һағына баҫҡан, мобилизацияға эләгеүселәр ҙә бар.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә туплау дауам итә
Хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункттарына 65 йәшкә тиклем ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Әлеге ваҡытта пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү ротаһында хеҙмәт итеү өсөн ир-егеттәр котракт төҙөй ала. Район һәм ҡала муниципалитеттарынан, предприятеларҙан контрактҡа ҡул ҡуйыусыларға өҫтәмә матди түләүҙәр ҡаралған. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктына көнөнә йөҙләп ир-егет мөрәжәғәт итә.
Хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункттарына 65 йәшкә тиклем ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Әлеге ваҡытта пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү ротаһында хеҙмәт итеү өсөн ир-егеттәр котракт төҙөй ала. Район һәм ҡала муниципалитеттарынан, предприятеларҙан контрактҡа ҡул ҡуйыусыларға өҫтәмә матди түләүҙәр ҡаралған. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктына көнөнә йөҙләп ир-егет мөрәжәғәт итә.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Федоровка районы Бала Сытырман ауылы халҡы яугирҙарға кәрәк-яраҡтар әҙерләгән
Федоровка районы Бала Сытырман мәктәбе коллективы ауыл халҡы менән берлектә махсус хәрби операция зонаһы яугирҙары өсөн блиндаж шәмдәре һәм маскировка селтәрҙәре әҙерләгән.
Изге эштә өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҙур теләк менән ҡатнашҡан. Мәктәп педагогтары һәм техник хеҙмәткәрҙәре үҙ иҫәбенә яҡташтарыбыҙ өсөн мотобур һатып алған. Башланғыс класс уҡыусылары һалдаттарға тиҙерәк Еңеү менән менән ҡайтыуҙарын теләп хаттар яҙған. Шәмдәр, селтәрҙәр , мотобур һәм фронтҡа хаттар гуманитар ярҙам йыйыу пунктына, артабан хәрби операция зонаһына оҙатылған. Ауылдаштар яугир яҡтарштарға ярҙам күрһәтеүҙе артабан да дауам итмәксе.

15 декабрҙә күренекле яҙыусы Рәшит Солтангәрәвтың тыуыуына 88 йыл тула
15 декабрҙә күренекле яҙыусы, публицист, журналист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәвтың тыуыуына 88 йыл тула. Ошо уңайҙан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала хәтер кисәһе уҙҙы. Унда яҙыусының ҡәләмдәштәре, ауылдаштары, ижадын хөрмәт иткән уҡыусылар йыйылды.
15 декабрҙә күренекле яҙыусы, публицист, журналист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәвтың тыуыуына 88 йыл тула. Ошо уңайҙан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала хәтер кисәһе уҙҙы. Унда яҙыусының ҡәләмдәштәре, ауылдаштары, ижадын хөрмәт иткән уҡыусылар йыйылды.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🥲«Машинаны бер ай элек кенә алғайным»
Бөгөн Өфөлә Салауат Юлаев проспектында һыу аҫтында ҡалған машиналарҙың береһе бер ай элек һатып алынған. Хужаһы әйтеүенсә, салон эсенә һыу тулған.
«Канализация торбаһы минең машинам янында шартлаған. Салонға һыу тулған, фонтан көслө булған. Машина яңы, бер ай элек кенә һатып алғайным», - ти «тимер ат» хужаһы.
Ашығыс хеҙмәттәр авария эҙемтәләрен 1,5 сәғәт ваҡытта бөтөргән. Прокуратура тикшереү үткәргән.

😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәй тимер юлдарының миллиардынсы пассажирын ҡотланы
Бәхетле билет. Бөгөн Рәсәй тимер юлдарының ҡала-яны поездарында миллиардынсы пассажир теркәлде. Ул Өфө фән һәм технологяилар университеты студенты Карина Йәнбарисова. Бәхетле пассажирҙы башҡала вокзалында Республика башлығы Радий Хәбиров, «Рәсәй тимер юлдары», «Башҡортостан ҡала-яны пассажирҙары» компанияһы етәкселәре тәбрикләне. Ошонда уҡ транспорт-логистика эшмәкәрлеген үҫтереүгә, йөк һәм пассажир ташыу күләмен арттырыуға арналған осрашыу үтте.