БСТ | Яңылыҡтар
2.39K subscribers
5.18K photos
8.1K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөнән Көнсығыш юл төҙөлөшө 80 процентҡа әҙер

Был турала социаль селтәрҙә Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов хәбәр итә. - Эштәрҙең төп өлөшөн киләһе йылдың беренсе кварталында тамамлау көтөлә. Транспорт йөрөшө асыла, юл, тоннель һәм юл айырсалары файҙаланыуға тапшырыла. Трассаның тирә-яғын тәртипкә килтереүҙе лә киләһе йылда башҡарып сығыу планы ҡуйылған, -тине министр.
Илдә мутлашыусылар әүҙемлешкән

Рәсәй банкынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл өсөнсө кварталда йәғни июль, август һәм сентябрҙә клиенттар иҫәбенә 11 миллионға яҡын киберһөжүм яһалған. Мутлашыусылар алдаҡ юл менән 3,6 миллиард һум үҙләштерә алған. Шул уҡ ваҡытта банктар 1,7 триллион һумлыҡ клиент аҡсаһын һаҡлап алып ҡалған. Өс айҙа 142 мең шикле телефон номеры ғәмәлдән сығарылған.
Өфөлә ВУЗ-ара кампустың тәүге өлөшө тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыла

Бөгөн был объектта премьер-министр Андрей Назаров булды. Инженер селтәрҙәре үткәрелгән, бина йылытыла. Көн һайын 3 смена менән 600-ҙән ашыу кеше эшләй. Кампустың тәүге өлөшө быйыл декабрҙә тапшырылырға тейеш. Икенсе өлөшөн киләһе йыл башында төҙөй башлау планлаштырыла.
👍1
Ағиҙел йылғаһы атамаһын самолет алды

"Азимут" авиакомпанияһы лайнерҙарының береһе Башҡортостандағы иң ҙур йылға хөрмәтенә "Белая" тип аталды. Республика транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был компанияла хәҙер инде 17 самолетҡа Рәсәй йылғалары исеме бирелгән. Пассажирҙар үҙебеҙҙә сығарылған "Сухой Суперджет" лайнерҙары менән оса.
Радий Хәбиров:"Халыҡтан килгән һорауҙарҙың барыһы ла контролгә алына"

"Тура бәйләнеш" халыҡ проблемаларын яҡындан аңлау өсөн кәрәк. Бөгөн Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. - Һорауҙарҙың ҡайһы берәүҙәрен ҡарап сыҡтым. Хәл итерлек мәсьәләләр. Кемгәлер утын, кемгәлер ихата, газ, юл үткәрергә . Ябай мәсьәләләр тиҙ арала хәл ителә, ҡатмарлыраҡтары контролгә алына, - тине Радий Хәбиров бөгөн "Тура бәйләнеш" барышында.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә туплау дауам итә

Хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункттарына 65 йәшкә тиклем ир-егеттәр һәм 45 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итә ала. Алғы һыҙыҡта ҡатын-ҡыҙҙар медицина хеҙмәткәре, элемтәсе, ашнаҡсы булараҡ ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, хәрби юл үтеү теләге булғанда Башҡортостанда формалашҡан исемле батальондарға ҡушылырға мөмкин
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәр 117 һандары буйынса шылтырата, военкоматтарға мөрәжәғәт итә ала.
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына яугирҙәргә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе

"Тылдағылар ҙа ҡаһарманлыҡ ҡыла. Был беҙҙең тыл армияһы. Бөгөн Башҡортостандың бөтә халҡына ярҙам өсөн рәхмәт әйтергә теләйем. Өлкәндәр, йәш ҡыҙҙар маскировка селтәрҙәре үрә. Бындай селтәр беҙҙең яугирҙәргә һәр ваҡыт кәрәк. Гуманитар йөк ташыу ҙа яҡшы ойошторолған. Красный Луч ҡалаһындағы келәт һаҡлана. Бөтә йөк теркәлгән. Беҙҙең бурыс йөктө алып барып еткереү, подразделение командирҙарына хәбәр итеү. Гуманитар йөк оҙатыу махсус операция тамамланғансы дауам итәсәк", -тине Радий Хәбиров бөгөн "Тура бәйләнеш" барышында.
Радий Хәбиров баҡса юлдарын төҙөкләндереүҙе дауам итергә ҡушты

Бөгөн "Тура бәйләнеш" барышында Иглин районында йәшәүсе Елена Калтаева юлдар төҙөлөшө буйынса һорау бирҙе. "Аҡса юлдарҙы тәртиптә тотоу, электр менән тәьмин итеү, сүп-сар сығарыу өсөн тотонола башланы. Баҡса - ул шөғөл урыны, шулай уҡ аҙыҡ--түлек әҙерләү. Баҡсасылар юл һорай. Киләһе йылда бюджетта сығымдар ҡаралған. Ҡаҙна ҙурайһа, тағы өҫтәрбеҙ. Әммә баҡса ширкәттәрендә һайланған етәксе, документтар теүәлләге, тәртип булырға тейеш", -тине Радий Хәбиров.
Туристик объекттарға илткән юлдарҙы ремонтлау программаһы булдырыла

-Күп туристик объекттарға яҡшы юлдар төҙөлә, - тине Радий Хәбиров бөгөн Тура бәйләнеш барышында. - Быйыл Ишембай районында Верхоторҙан Мәләүез районы Воскресенк ауылына тиклем юлды тәртипкә килтерә башланыҡ. Һыуһаҡлағысҡа туристарҙың бер өлөшө ошонан үтә. Туризм министрлығы туристик объекттарға юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса программа булдырырға тәҡдим итә. Салауат районында уникаль паркка илткән 4 километр юлда эш алып барыла. Киләһе йылда асабыҙ. Ишембай районында Ҡуҡрауыҡ шарлауығына ла юл төҙөлө. Шүлгәнташҡа ла юл юҡ ине. Хәҙер юл һалынды, интернет бар, газ үткәрәбеҙ, -тине Радий Хәбиров.
"Рәсәй - спорт державаһы" форумын киләһе йылдың көҙөндә уҙғарыу көтөлә

Радий Хәбиров "Тура бәйләнеш" барышында Башҡортостандың "Рәсәй - спорт державаһы" форумын 2024 йылдың октябрендә Өфөлә уҙғарыуҙы тәҡдим итеүе тураһында белдерҙе. "Аныҡ ҡарарҙы Рәсәй Президенты хакимиәте ҡабул итә. Ни өсөн октябрь? Август аҙағында Көрәш һарайын төҙөп бөтөргә планлаштырабыҙ. Форумды шунда уҙғарырға мөмкин. Был спорт һәм физкультура үҫешен анализлау, һөҙөмтәләрҙе барлау буйынса төп форум", - тине Радий Хәбиров.
Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәре форумын Өфөлә уҙғарыу ҙур әһәмиәткә эйә

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн "Тура бәйләнеш" барышында Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәктәре форумының Башҡортостанда уҙғарылыуы ҙур мәртәбә тип белдерҙе. Был йыйын киләһе йылда Өфөлә үтә. - Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып барған предприятиелар һөҙөмтәлерәк эшләй. Яңыртыу, хеҙмәт хаҡы түләү өсөн яңы мөмкинлектәр була. Бөгөн Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан менән авиабәйләнеш булдырылған. Беҙҙең күршеләр - мөһим сауҙа партнерҙары. Хеҙмәттәшлек яңы етештереү ҡеүәттәре асырға булышлыҡ итә, - тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров Өфө ҡаласығы һәм "Әр-Рәхим" мәсете буйынса фекерен әйтте

Республика Башлығы "Тура бәйләнеш" барышында Өфө ҡаласығы буйынса һорауға яуап бирҙе. Уның әйтеүенсә, халыҡта борсолоу тыуҙырырға кәрәкмәй, бөгөн православ ҡорам төҙөлөшө туҡтатылған. - Андрей Назаров менән был мәсьәлә буйынса кәңәшләштек. Мосолмандар талабы ла ғәҙел, тағы бер ҡорам төҙөгәнсе, мәсетте төҙөп бөтөргә. Был проект менән шәхсән шөғөлләнәсәкмен. Ныҡлап тикшерәбеҙ. Бер манара көмбәҙе килеп төштө инде. Ҡарар ҡабул ителде, финанслау сығанаҡтары билдәле. Быйыл, йә киләһе йыл яҙ манараларҙа эш башлана. Ә ҡорам буйынса әүҙем ҡаршы сыҡтылар, ҡолаҡ һалырға кәрәк. Унда депозитарий була, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Палестинанан ҡасаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер

Бөгөн Радий Хәбиров "Тура бәйләнеш" барышында Палестина халҡына ярҙам тураһында һорауға яуап бирҙе. - Беҙҙең төп байлыҡ - күп милләтле берҙәмлек. Беҙ һәр төрлө хәлгә әҙер булырға тейеш. Башҡортостанға мәғлүмәти яҡтан күпләп һөжүм итәләр. Милләт-ара татыулыҡты нығытырға кәрәк. Беҙ күпмелер кешене ҡабул итергә әҙер. Ундай мөмкинлек бар, -тине Радий Хәбиров. Палестина халҡына миллиард ярым һум ярҙам, 20 тонна йөк тупланған. Ылау ойошторолоуы көтөлә.
Юлай Ильясов доброволец булып махсус хәрби операцияға юллана

Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Был турала бөгөн "Тура бәйләнеш" барышында Радий Хәбиров белдерҙе. "Юлай Талха улы контракт төҙөнө. Ул еңел булмаған ҡарар ҡабул итте. Беҙҙең командала лайыҡлы кешеләр эшләй", - тине Радий Хәбиров.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа Башҡортостан халҡы менән аралашты

Радий Хәбировҡа 4 меңдән ашыу һорау килде һәм 216 видеомөрәжәғәт әҙерләнгәйне. Аралашыу өс сәғәт ярымдан ашыу барҙы. Тура бәйләнештә республика етәксеһе көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Махсус хәрби операция, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль объекттарҙы төҙөкләндереү һәм юлдарҙы тәртипкә килтереү төп темалар иҫәбендә булды. Эфирға эләкмәй ҡалған һорауҙар ҙа иғтибарға алынды. Улар хәл ителеү өсөн төрлө ведомстволарға ебәрелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш: халыҡты ниндәй мәсьәләләр борсой

Бөгөнгө тура бәйләнеш Радий Хәбиров өсөн бишенсеһе. Башҡортостан Башлығы 2018 йылдан алып халыҡтың һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирә.
Йылдан-йыл республика етәксеһенә мөрәжәғәт итеү мөмкинлектәре арта, тура линияны трансляциялау даирәһе киңәйә. Был юлы Радий Хәбировҡа һорауҙарҙы социаль селтәрҙәр, Башҡортостан башлығының рәсми сайтында бирергә мөмкин ине. Тура бәйләнеш республиканың барлыҡ теле һәм радиоканалдары, социаль селтәрҙәр аша трансляцияланды.
Ҡытай инвесторҙары Башҡортостанда фиброцемент материалдар етештереүҙе яйға һала

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, етештереү майҙансыҡтарын "Алға" биләмәһендә урынлаштырыу тәҡдим ителә. Бында төрлө ташлама ҡаралған. Ҡытай инвесторҙары менән тәүге осрашыу Башҡортостан делегацияһының был дәүләткә сәфәре барышында булды. Һөйләшеүҙәр Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында дауам итте. Ошо көндәрҙә Ҡытай эшҡыуарҙары етештереү өсөн тәҡдим ителгән биләмәне ҡараны.
Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй юристар форумы башлана

Ул илдә билдәләнгән Юристар көнө уңайынан ойошторола. Бөгөн “Шәхси хоҡуҡ тураһында диалог” тигән фәнни-ғәмәли конференция була. 1 декабрҙә Рәсәй Президенты янындағы гражданлыҡ закондарын камиллаштырыу Советының күсмә ултырышы үтә. Унда федераль закон проекттары хаҡында фекер алышыу ҡаралған. Форум барышында Павел Крашенинниковтың китабы менән таныштырыу була. Эшлекле йыйын программаһына Рәсәй юристар берләшмәһенең Башҡортостан бүлексәһе конференцияһы ла ингән. Сара аҙағында “Йыл юрисы” премияһы тапшырыла.
Рәсәй Ҡыш Бабайының тимер юл сәйәхәте дауам итә

Поезд 11 ноябрҙә Бөйөк Устюгтан ҡуҙғалып китте. Кисә ул Ханты-Мансы автономиялы округында – Нижневартовскийҙа булды. Иртәгә Омск ҡалаһына барып етә. Поезд 32 мең километрҙан ашыу юл үтә, Рәсәйҙең 80 ҡалаһында туҡталыш яһай. 19 декабрҙә Ҡыш Бабайҙы Өфөлә ҡаршылайҙар. Байрам ойоштороусылар 27 декабрҙә Мәскәү халҡын тәбрикләй. Яңы йылды Петрозаводск ҡалаһында ҡаршылай.
Шаҡша күпере көтөлгәндән тиҙерәк файҙаланыуға тапшырылыуы мөмкин

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, контракт буйынса эштәр 2025 йылдың апрелендә теүәлләнергә тейеш. Әлеге графикка ярашлы 2024 йылдың декабрендә төҙөп бөтөү мөмкинлеге бар. Шаҡша ауылы янында Өфө йылғаһы аша күпер милли проектҡа ярашлы төҙөкләндерелә. Ремонт быйыл июлдә башланды. Капиталь эштәр өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола.