БСТ | Яңылыҡтар
2.39K subscribers
5.18K photos
8.1K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡала светофорҙары яһалма интеллект менән йыһазландырыла

Бөгөн Өфөлә аҡыллы транспорт системаһын индереүҙең икенсе этабы тамамланды. Заманса технологиялар ярҙамында хәҙер ҡаланың күп кенә урамдарында автомобиль хәрәкәте дистанцион көйләнә. Бының менән белгестәр тығындар барлыҡҡа килеү ихтималлығын кәметә һәм транспорт сараларының нигеҙһеҙ тотҡарланыуына юл ҡуймай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында Петр Фокиндың «Батырлыҡ өсөн» миҙалы туғандарына тапшырылды

79 йылдан һуң награда геройҙың тыуған яғына ҡайтарылды. Ейәнсура районы Яңы Петровское ауылында Белоруссия ерендә һәләк булған Петр Фокиндың «Батырлыҡ өсөн» миҙалын туғандарына тапшырыу тантанаһы үтте. Награданы Радий Хәбировҡа Беларусь республикаһы Премьер-министры Роман Головченко тапшырғайны. Башҡортостан башлығы йыл аҙағына тиклем ҡыҙылармеецтың тыуған яғында яуҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә һәйкәл асыласағын һәм миҙалдың фронтовиктың туғандарына биреләсәген белдергәйне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Теге өсәү» тапшырыуы «Радиомания» милли премияһы еңеүселәре исемлегендә

«Юлдаш» радиоһы федераль кимәлдә сираттағы уңышын яуланы. «Теге өсәү» тапшырыуы «Радиомания» милли премияһы еңеүселәре исемлегендә. Бәйге финалы Мәскәүҙә уҙҙы. Башҡортса алып барылған тапшырыу илдең төрлө ҡалаларынан ебәрелгән 287 проект араһында беренсе урынға лайыҡ булды. Бынан тыш, радионың «Ҡараш» тапшырыуы «Интервью» номинацияһында икенсе урынға сыҡты.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ете Егет» телепроекты еңеүсеһенә башҡорт тоҡомло ат бүләк ителде

БСТ телеканалында үткән реалити-шоуҙың еңеүсеһе тип быйыл Бөрйән районынан Юлдаш Моратшин табылды. Телепроектта ҡатнашырға теләк белдереп кастингка республиканың төрлө төбәктәренән йөҙҙән ашыу кеше ҡабул ителде. Ғәҙәттәгесә, улар араһынан әүҙем, һәләтле 7 егет һайлап алынды.
👍21
Өфөлә тиҙҙән шыршы баҙарҙары асыла

Сауҙа 15 декабрҙә башлана һәм ошо йыл аҙағына тиклем дауам итә. -Килешеүҙәр төҙөлгән, урындар билдәләнгән. Шулай уҡ ҙур сауҙа предприятиелары һәм йәрминкәләрҙә шыршы баҙарҙары эшләйәсәк, - тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Өфөлә яңы йыл ағастары 14 урында һатыласаҡ.
Башҡортостанда “Штраф” операцияһы башланды

Республика буйынса дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, профилактик сара 1 декабргә тиклем дауам итә. Операция барышында штрафын түләмәгән водителдәр асыҡлана. Бындай автомобиль хужаларына тейешле яза саралары күрелә. Штрафтар барлығы йәки юҡлығын дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡарарға була.
Башҡортостан халҡының йылытыу өсөн бурысы арта

Ул 3 миллиард һумдан ашҡан. “БашРТС” компанияһы йыл башынан судҡа 28 мең самаһы ғариза ебәргән. Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл йылытыу өсөн түләү элекке тәртип буйынса башҡарыла. Сумма йорттағы иҫәп приборҙары күрһәткестәренән сығып билдәләнә. Улар булмаған осраҡта, 8 ай дауамында норматив буйынса түләргә кәрәк.
Өфөлә "Ике аҡҡош" конкурсының финалы була

Ул мәшһүр йырсы Фәриҙә Ҡудашева һәм танылған музыкант Бәхти Ғайсиндың яҡты иҫтәлегенә арнала. Ижади бәйге еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ойошторола. Унда Башҡортостан, Татарстан, Үзбәкстан республикаларынан, Сочи, Нижневартовск, Тольятти, Төмән, Ульяновск һәм башҡа ҡалаларҙан йыйылған йыр-моң һөйөүселәр тәбрикләнә.Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсинға бағышланған Бөтә Рәсәй музыка конкурсының гала-концерты 1 декабрҙә уҙғарыла.
Киләһе йылда Башҡортостанда Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы үтә

“Халыҡ-ара саралар яңы бизнес-партнерҙар табыу, яңы технологиялар үҙләштереү мөмкинлеге бирә”. Республика Башлығы Радий Хәбиров “Комсомольская правда” радиоһына биргән эксклюзив интервьюһында шулай тип белдерҙе. “Форум Башҡортостанды танытыу, алға ынтылыш яһау ысулы ла”, - тине ул.
Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров халыҡ менән тура бәйләнеш уҙғара. Ул киске сәғәт 7-лә башлана. Тура элемтә барышын республиканың төп телеканалдары тура эфирҙа күрһәтә. "Юлдаш" радиоһында һәм социаль селтәрҙә трансляция була.
Ҡырмыҫҡалы батыры дүрт дәүләт наградаһына лайыҡ булған

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Таһир” ҡушаматлы яугир Ҡаһарманлыҡ ордены, “Георгий Жуков”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” һәм “Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Ҡырмыҫҡалы район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яугир 10 йыл элек Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған, махсус хәрби операция биләмәһендә алыштар башланғандан алып хеҙмәт итә. Өйҙә батырҙы ҡатыны һәм улы көтә.
Башҡортостандың ике ауылында янғын һүндереү депоһы төҙөлә

Республика Хөкүмәтендә ошо турала белдерелде. Яңы биналар Красноусол һәм Ишембай районы Һайран ауылдарында урынлаша. Красноусолда төҙөлөш тамамланыу алдында. Һайранда эштәр быйыл йәй башланған. Депо киләһе йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә әҙерлек барышы менән таныштырҙылар

Меңдән ашыу һорау һәм йөҙҙән ашыу видеомөрәжәғәт ҡабул ителгән. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнеш ойошторола. Уға әҙерлек нисек бара? Яуап видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә башҡорт халыҡ әкиәте яңы һүрәтләнештә донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә башҡорт халыҡ әкиәте яңы һүрәтләнештә донъя күрҙе. Бынан ары балалар әҙәби әҫәр уҡыу менән бергә, махсус һылтанма аша уйынға ла күсә ала. Яңы мультимедиалы китаптың исем туйы бөгөн Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында үтте.
Өфөнән Көнсығыш юл төҙөлөшө 80 процентҡа әҙер

Был турала социаль селтәрҙә Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов хәбәр итә. - Эштәрҙең төп өлөшөн киләһе йылдың беренсе кварталында тамамлау көтөлә. Транспорт йөрөшө асыла, юл, тоннель һәм юл айырсалары файҙаланыуға тапшырыла. Трассаның тирә-яғын тәртипкә килтереүҙе лә киләһе йылда башҡарып сығыу планы ҡуйылған, -тине министр.
Илдә мутлашыусылар әүҙемлешкән

Рәсәй банкынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл өсөнсө кварталда йәғни июль, август һәм сентябрҙә клиенттар иҫәбенә 11 миллионға яҡын киберһөжүм яһалған. Мутлашыусылар алдаҡ юл менән 3,6 миллиард һум үҙләштерә алған. Шул уҡ ваҡытта банктар 1,7 триллион һумлыҡ клиент аҡсаһын һаҡлап алып ҡалған. Өс айҙа 142 мең шикле телефон номеры ғәмәлдән сығарылған.
Өфөлә ВУЗ-ара кампустың тәүге өлөшө тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыла

Бөгөн был объектта премьер-министр Андрей Назаров булды. Инженер селтәрҙәре үткәрелгән, бина йылытыла. Көн һайын 3 смена менән 600-ҙән ашыу кеше эшләй. Кампустың тәүге өлөшө быйыл декабрҙә тапшырылырға тейеш. Икенсе өлөшөн киләһе йыл башында төҙөй башлау планлаштырыла.
👍1
Ағиҙел йылғаһы атамаһын самолет алды

"Азимут" авиакомпанияһы лайнерҙарының береһе Башҡортостандағы иң ҙур йылға хөрмәтенә "Белая" тип аталды. Республика транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был компанияла хәҙер инде 17 самолетҡа Рәсәй йылғалары исеме бирелгән. Пассажирҙар үҙебеҙҙә сығарылған "Сухой Суперджет" лайнерҙары менән оса.
Радий Хәбиров:"Халыҡтан килгән һорауҙарҙың барыһы ла контролгә алына"

"Тура бәйләнеш" халыҡ проблемаларын яҡындан аңлау өсөн кәрәк. Бөгөн Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. - Һорауҙарҙың ҡайһы берәүҙәрен ҡарап сыҡтым. Хәл итерлек мәсьәләләр. Кемгәлер утын, кемгәлер ихата, газ, юл үткәрергә . Ябай мәсьәләләр тиҙ арала хәл ителә, ҡатмарлыраҡтары контролгә алына, - тине Радий Хәбиров бөгөн "Тура бәйләнеш" барышында.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә туплау дауам итә

Хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункттарына 65 йәшкә тиклем ир-егеттәр һәм 45 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итә ала. Алғы һыҙыҡта ҡатын-ҡыҙҙар медицина хеҙмәткәре, элемтәсе, ашнаҡсы булараҡ ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, хәрби юл үтеү теләге булғанда Башҡортостанда формалашҡан исемле батальондарға ҡушылырға мөмкин
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәр 117 һандары буйынса шылтырата, военкоматтарға мөрәжәғәт итә ала.
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына яугирҙәргә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе

"Тылдағылар ҙа ҡаһарманлыҡ ҡыла. Был беҙҙең тыл армияһы. Бөгөн Башҡортостандың бөтә халҡына ярҙам өсөн рәхмәт әйтергә теләйем. Өлкәндәр, йәш ҡыҙҙар маскировка селтәрҙәре үрә. Бындай селтәр беҙҙең яугирҙәргә һәр ваҡыт кәрәк. Гуманитар йөк ташыу ҙа яҡшы ойошторолған. Красный Луч ҡалаһындағы келәт һаҡлана. Бөтә йөк теркәлгән. Беҙҙең бурыс йөктө алып барып еткереү, подразделение командирҙарына хәбәр итеү. Гуманитар йөк оҙатыу махсус операция тамамланғансы дауам итәсәк", -тине Радий Хәбиров бөгөн "Тура бәйләнеш" барышында.