БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.18K photos
8.12K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөр төркөм яугирҙар отпусктан һуң кире хәрби подразделениеларға юлланды

Башҡортостандан мобилизацияланған егеттәр икенсегә ял итә. Ҡағиҙә буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ярты йыл һайын отпуск алырға хоҡуҡлы. Был юлы ла яугирҙар ике аҙнаны мөмкин тиклем файҙалы уҙғарырға тырышҡан. Донбасҡа уларҙы оҙатырға яҡындары, туғандары килгән. Йортто, ғаиләне ҡалдырып китергә нисек кенә ауыр булмаһын, кирегә теләк менән китәбеҙ, ти яугирҙар.
👎1
Башҡортостанда быйыл 4 мең 200-ҙән ашыу социаль контракт төҙөлгән

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡҡа 607 миллион һумлыҡ финанс ярҙам күрһәтелгән. Социаль контрактҡа ярашлы, аҡсаны үҙ ҡарамағыңа тотонорға ярамай. Уны эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү, ҡайтанан белем алыу, ярҙамсыл хужалыҡ булдырыу йәки башҡа йүнәлештәрҙә ҡулланырға кәрәк. Мәҫәлән, бизнес алып барыу өсөн 350 мең һум субсидия юлларға була.
Республикала һалҡын тейҙереп сирләгән мәктәп уҡыусылары һаны 60 процентҡа артҡан

7-14 йәшлек үҫмерҙәр күп ауырый башлаған, тип хәбәр итәләр Республика буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығынан. Белгестәр мәктәптәр һәм балалар баҡсаларына сығып санитар-гигиена талаптары үтәлешен тикшерә. Табиптар билдәләүенсә, декабрь-февралдә грипп менән сирлеләр артыуы көтөлә. Организмда иммунитет булһын өсөн вакцина яһатыу мөһим, шулай уҡ һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк.
Башҡортостан пенсионерҙары Ҡырымда ял итәсәк

Республика Башлығы Радий Хәбиров Ҡырым етәксеһе Сергей Аксенов менән осрашты. "Башҡортостан оҙон ғүмерлеге. Туризм" проектына ярашлы Ҡырымға сәфәрҙәр ойоштороу мөмкинлеге ҡаралды. Радий Хәбиров киләһе йылда ошо эште башларға тәҡдим итте. Сергей Аксенов башланғысҡа хуплау белдерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ Евпаторияла балалар шифаханаһын төҙөү мөмкинлеге ҡаралды. Был объект Башҡортостанға 2017 йылда тапшырылды. Тәүҙә бында капиталь ремонт уҙғарыу планлаштырылды. Әммә тикшереүҙән һуң ҡайһы бер корпустарҙың авария хәлендә булыуы асыҡланды. Яңы проект әҙерләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Быйыл инженер селтәрҙәре әҙерләнде, төҙөлөштө киләһе йылда башлау көтөлә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ҡаһарман яҡташтарыбыҙ менән осрашты

Үҙебеҙҙең аҫыл ир-егеттәр менән ғорурланам. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр Донбасста булып, Ватан алдындағы бурысын үтәгән ҡаһарман яҡташтарыбыҙ менән осрашты. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, республика ил һаҡсылары - хәрбиҙәр өсөн ныҡлы терәк, Еңеүгә тиклем барлыҡ тейешле ярҙам күрһәтеләсәк. Башҡортостан етәкселегенең махсус хәрби операция биләмәһенә ойошторолған эш сәфәренән киләһе репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Красный Луч ҡалаһының социаль объекттарында булды

Донбассҡа эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Красный Луч ҡалаһының социаль объекттарында ла булды. Төбәк етәксеһе берҙәм логистика үҙәге эше менән танышты. Майҙансыҡҡа республиканан гуманитар йөк менән машиналар даими килә, артабан улар адресаттарға - Башҡортостан хәрбиҙәре, урындағы халыҡҡа таратыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров менән үтәсәк тура бәйләнешкә һорауҙар килеүен дауам итә

Меңдән ашыу һорау һәм йөҙҙән ашыу видеомөрәжәғәт ҡабул ителгән. Иртәгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән үтәсәк тура бәйләнешкә һорауҙар килеүен дауам итә.
Уны социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһендәге яҙмалар аҫтында ҡалдырырға, шулай уҡ Башҡортостан Башлығының рәсми сайтына яҙырға мөмкин. Бынан тыш, видео яҙҙырып мөрәжәғәт итергә була. Видеояҙмалар 28 ноябрь киске 7-гә тиклем ҡабул ителә. Башҡа һорауҙар тура эфир барышында ла ҡарала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала аутоиммун ауырыуҙар менән сирләүселәр артҡан

Бер йыл эсендә дауаханаларҙа теркәлгән пациенттар һаны 18 мең сирленән 23 меңгә тиклем еткән. Күңелһеҙ статистикаға инфекция ауырыуҙары, күңел көсөргәнеше, нәҫел сирҙәре сәбәпсе. Өфөлә ревматик ауырыуҙар миҫалында пациенттарға медицина ярҙамын күрһәтеүгә бәйле ултырыш үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡала светофорҙары яһалма интеллект менән йыһазландырыла

Бөгөн Өфөлә аҡыллы транспорт системаһын индереүҙең икенсе этабы тамамланды. Заманса технологиялар ярҙамында хәҙер ҡаланың күп кенә урамдарында автомобиль хәрәкәте дистанцион көйләнә. Бының менән белгестәр тығындар барлыҡҡа килеү ихтималлығын кәметә һәм транспорт сараларының нигеҙһеҙ тотҡарланыуына юл ҡуймай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында Петр Фокиндың «Батырлыҡ өсөн» миҙалы туғандарына тапшырылды

79 йылдан һуң награда геройҙың тыуған яғына ҡайтарылды. Ейәнсура районы Яңы Петровское ауылында Белоруссия ерендә һәләк булған Петр Фокиндың «Батырлыҡ өсөн» миҙалын туғандарына тапшырыу тантанаһы үтте. Награданы Радий Хәбировҡа Беларусь республикаһы Премьер-министры Роман Головченко тапшырғайны. Башҡортостан башлығы йыл аҙағына тиклем ҡыҙылармеецтың тыуған яғында яуҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә һәйкәл асыласағын һәм миҙалдың фронтовиктың туғандарына биреләсәген белдергәйне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Теге өсәү» тапшырыуы «Радиомания» милли премияһы еңеүселәре исемлегендә

«Юлдаш» радиоһы федераль кимәлдә сираттағы уңышын яуланы. «Теге өсәү» тапшырыуы «Радиомания» милли премияһы еңеүселәре исемлегендә. Бәйге финалы Мәскәүҙә уҙҙы. Башҡортса алып барылған тапшырыу илдең төрлө ҡалаларынан ебәрелгән 287 проект араһында беренсе урынға лайыҡ булды. Бынан тыш, радионың «Ҡараш» тапшырыуы «Интервью» номинацияһында икенсе урынға сыҡты.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ете Егет» телепроекты еңеүсеһенә башҡорт тоҡомло ат бүләк ителде

БСТ телеканалында үткән реалити-шоуҙың еңеүсеһе тип быйыл Бөрйән районынан Юлдаш Моратшин табылды. Телепроектта ҡатнашырға теләк белдереп кастингка республиканың төрлө төбәктәренән йөҙҙән ашыу кеше ҡабул ителде. Ғәҙәттәгесә, улар араһынан әүҙем, һәләтле 7 егет һайлап алынды.
👍21
Өфөлә тиҙҙән шыршы баҙарҙары асыла

Сауҙа 15 декабрҙә башлана һәм ошо йыл аҙағына тиклем дауам итә. -Килешеүҙәр төҙөлгән, урындар билдәләнгән. Шулай уҡ ҙур сауҙа предприятиелары һәм йәрминкәләрҙә шыршы баҙарҙары эшләйәсәк, - тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Өфөлә яңы йыл ағастары 14 урында һатыласаҡ.
Башҡортостанда “Штраф” операцияһы башланды

Республика буйынса дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, профилактик сара 1 декабргә тиклем дауам итә. Операция барышында штрафын түләмәгән водителдәр асыҡлана. Бындай автомобиль хужаларына тейешле яза саралары күрелә. Штрафтар барлығы йәки юҡлығын дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡарарға була.
Башҡортостан халҡының йылытыу өсөн бурысы арта

Ул 3 миллиард һумдан ашҡан. “БашРТС” компанияһы йыл башынан судҡа 28 мең самаһы ғариза ебәргән. Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл йылытыу өсөн түләү элекке тәртип буйынса башҡарыла. Сумма йорттағы иҫәп приборҙары күрһәткестәренән сығып билдәләнә. Улар булмаған осраҡта, 8 ай дауамында норматив буйынса түләргә кәрәк.
Өфөлә "Ике аҡҡош" конкурсының финалы була

Ул мәшһүр йырсы Фәриҙә Ҡудашева һәм танылған музыкант Бәхти Ғайсиндың яҡты иҫтәлегенә арнала. Ижади бәйге еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ойошторола. Унда Башҡортостан, Татарстан, Үзбәкстан республикаларынан, Сочи, Нижневартовск, Тольятти, Төмән, Ульяновск һәм башҡа ҡалаларҙан йыйылған йыр-моң һөйөүселәр тәбрикләнә.Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсинға бағышланған Бөтә Рәсәй музыка конкурсының гала-концерты 1 декабрҙә уҙғарыла.
Киләһе йылда Башҡортостанда Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы үтә

“Халыҡ-ара саралар яңы бизнес-партнерҙар табыу, яңы технологиялар үҙләштереү мөмкинлеге бирә”. Республика Башлығы Радий Хәбиров “Комсомольская правда” радиоһына биргән эксклюзив интервьюһында шулай тип белдерҙе. “Форум Башҡортостанды танытыу, алға ынтылыш яһау ысулы ла”, - тине ул.
Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров халыҡ менән тура бәйләнеш уҙғара. Ул киске сәғәт 7-лә башлана. Тура элемтә барышын республиканың төп телеканалдары тура эфирҙа күрһәтә. "Юлдаш" радиоһында һәм социаль селтәрҙә трансляция була.
Ҡырмыҫҡалы батыры дүрт дәүләт наградаһына лайыҡ булған

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Таһир” ҡушаматлы яугир Ҡаһарманлыҡ ордены, “Георгий Жуков”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” һәм “Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Ҡырмыҫҡалы район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яугир 10 йыл элек Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған, махсус хәрби операция биләмәһендә алыштар башланғандан алып хеҙмәт итә. Өйҙә батырҙы ҡатыны һәм улы көтә.
Башҡортостандың ике ауылында янғын һүндереү депоһы төҙөлә

Республика Хөкүмәтендә ошо турала белдерелде. Яңы биналар Красноусол һәм Ишембай районы Һайран ауылдарында урынлаша. Красноусолда төҙөлөш тамамланыу алдында. Һайранда эштәр быйыл йәй башланған. Депо киләһе йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә әҙерлек барышы менән таныштырҙылар

Меңдән ашыу һорау һәм йөҙҙән ашыу видеомөрәжәғәт ҡабул ителгән. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнеш ойошторола. Уға әҙерлек нисек бара? Яуап видеояҙмала.