БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.18K photos
8.16K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда йыл башынан 4 мең 200-ҙән ашыу социаль контракт төҙөлгән

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡҡа 607 миллион һумлыҡ финанс ярҙам күрһәтелгән. Социаль контрактҡа ярашлы, аҡсаны үҙ ҡарамағыңа тотонорға ярамай. Уны эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү, ҡайтанан белем алыу, ярҙамсыл хужалыҡ булдырыу йәки башҡа йүнәлештәрҙә ҡулланырға кәрәк. Мәҫәлән, бизнес алып барыу өсөн 350 мең һум субсидия юлларға була.
🎖 «Унда минең улым»: Стәрлетамаҡ районынан уҙаман улы артынан махсус операцияға киткән

Стәрлетамаҡ районынан Николай исемле уҙаман быға тиклем эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән. Әммә көтмәгәндә килемле бизнесын ҡалдырған һәм үҙ теләге менән махсус операцияға киткән.

- 2022 йылдың сентябрендә кесе улымды алып киткәндәре бирле үҙемә урын таба алманым. Уны яу яланына оҙатыу бик ауыр булды. Урамдан үтергә лә уңайһыҙландым. Кешеләр, улы тегендә һуғыша, ә атаһы өйҙә ултыра, тиер кеүек ине. Үҙем дә ярҙамға барырға булдым. Унда минең улым, унда беҙҙең егеттәр - кемдәрҙең ғәзиз балалары. Ҡартатайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, хәбәрһеҙ юғалған. Ул саҡта атаһы артынан улы, әсәйемдең ағаһы, фронтҡа киткән. Бөтә яу юлын үтеп, тыуған яғына Еңеү менән ҡайтып төшкән. Беҙ еңеүселәрҙең вариҫтары. Шуға күрә мин үҙемдең ҡарарымда икеләнмәнем. Ғәҙәттәге тормошта ни эшләргә белмәнем. Үҙем генә йәшәйем, ҡатыным менән айрылышҡанбыҙ. Әммә ҡаты шарттарға яраҡлаша алырыма һәм һынауҙарҙы йырып сығырыма ышанысым ҙур ине, - ти яугир.
🙏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Наши на передовой.

Башкирский батальон им. М. Шаймуратова.

Привет от «Юлдаша»
😢1
Башҡортостанда яңы скверҙар һәм аллеялар барлыҡҡа килә

“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы быйыл 123 йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтерелде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, парк һәм скверҙарҙа яҡтыртҡыстар ҡуйыла, юлға асфальт түшәлә, йәйәүлеләр һуҡмаҡтары барлыҡҡа килә, арт-объекттар урынлаштырыла. Мәҫәлән, Күгәрсен районы үҙәге – Мораҡ ауылында элекке баҙар майҙанында ял итеү урыны булдырылды. Бында юлға таш түшәлгән, балалар майҙансығы йыһазландырылған, газон ултыртылған һәм скейт-парк урынлаштырылған.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында төҙөлөш эштәре тамамланып килә

Ремонттан һуң 300 урынлыҡ ҙур һәм 135 урынлыҡ бәләкәй тамаша залы була. Йәш тамашасылар тәүге спектаклдәрҙе Яңы йыл байрамдары алдынан ҡарай ала. “Труппа яңы бинаға күсеүҙе түҙемһеҙлек менән көтә”, - ти театр директоры Альберт Имаметдинов. Төҙөкләндерелгәндән һуң театр бинаһының дөйөм майҙаны ике тапҡырға арта. Бынан тыш, театр янындағы биләмә тәртипкә килтерелә. Бында асыҡ һауалағы музей була.
Өфөлә төп яңы йыл ҡаласыҡтарын биҙәү үҙенсәлектәре асыҡланды

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Конгресс-холл һәм Ҡала советы алдындағы майҙандарҙы байрамса биҙәү өсөн 41,5 миллион һум һалынған. Боҙ ҡаласыҡтары 22 декабргә әҙер булырға тейеш. Төп майҙандарҙа 32 метрлыҡ пиксель шыршылар ҡуйыла, Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу һындары, төрлө боҙ скульптуралары ҡорола, гирляндалар эленә. Ҡала советы алдындағы майҙанда Ҡыш Бабай ихатаһы ла урынлаштырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы дауам итә

Өфөлә ун алтынсы халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, форумда быйыл дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Тармаҡ белгестәре иҡтисадта, бизнеста киләсәккә йүнәлештәр билдәләй.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкы яугирҙарының бер төркөмө йәнә МХО биләмәһенә юлланды

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙарының бер төркөмө йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
Көс туплап, туғандары менән ваҡыт үткәргән яҡташтарыбыҙ Ватанды яҡларға әҙер. Хәрбиҙәре оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» спорт һарайы алдында үтте.
👍2👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Доставаловсыларға тиҙ ярҙам машинаһы оҙатты

Өфөнөң Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге Доставалов исемендәге батальон яугирҙарына тиҙ ярҙам машинаһы оҙатты.
Үҙәктә әлеге ваҡыттта 5 тиҫтәгә яҡын етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар йәшәй. Улар махсус хәрби операция башланғандан алып төрлө социаль проекттарҙа ҡатнаша, яугирҙарға хаттар яҙа, һүрәттәр төшөрә. Учреждениеға медицина техникаһы менән баш ҡалала йәшәүсе Александр Торосенко ярҙам иткән.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовар районы Иҫке Абзан ауылы халҡы дәүләт программаһында ҡатнаша

Благовар районы Иҫке Абзан ауылында йәшәүселәр урындағы зыяратты төҙөкләндермәксе. Биләмәне кәртәләү һәм ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереү маҡсатында ауыл халҡы «Урындағы башланғыстарға ярҙам» программаһына заявка тапшырған.
👍1
Юл яны сервисы менән шөғөлләнеүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтелә

Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында стратегик сессия барышында юлда хеҙмәтләндереү мәсьәләһе күтәрелде. Башҡортостан Хөкүмәте беренсе вице-премьеры – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, республикала тиҙ ҡорола торған модулле сервис үҙәктәрен төҙөү ҡарала. Әле республикала 1 мең 300-гә яҡын юл яны хеҙмәтләндереү объекты иҫәпләнә. Һуңғы өс йылда 40 процентҡа артҡан. Башҡортостанда Юл яны сервисын үҫтереү концепцияһы тормошҡа ашырыла.
🏠Бөгөндән Башҡортостанда хәләл ипотека алырға мөмкин

Рәсәйҙең ике төбәгендә - Башҡортостанда һәм Дағстанда ислам ипотекаһы булдырылды.

Шәриғәт ҡанундары буйынса фатирҙы төҙөлгән йә әле төҙөлөп ятҡан йорттан алырға мөмкин. Шәхси йорттар һәм таунхаустар һатып алыу рөхсәт ителмәй. Ипотекаға тәүге иғәнә 30 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш. Максималь мөҙҙәте - 20 йыл. Фатирҙың хаҡы 300 меңдән алып 100 миллион һумға тиклем тәшкил итергә мөмкин.
Башҡортостанда Сәнәғәт үҫеше концепцияһы ҡабул ителде

Комплекслы программа 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Сәнәғәт үҫеше буйынса өс төрлө фараз билдәләнә. Тәүгеһенә ярашлы, тышҡы иҡтисади шарттар насарая, санкциялар көсәйә. Был осраҡта йыллыҡ сәнәғәт үҫеше 3,6 проценттан ҙур булмай. Тағы бер фараз буйынса һәр йыл һайын 6,7 процентҡа тиклем алға китеш көтөлә. Иң яҡшы шарттар тыуғанда иһә тармаҡта үҫеш ике тапҡырға артырға тейеш.
Башҡортостандың 10 ауылында почта бүлексәләре яңыртылды

Был эш илдә Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса алып барыла. Ауырғазы, Бөрө, Борай, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы һәм Кушнаренко райондарында биналар ремонтланған. Быйыл республиканың 22 районында 35 ауыл почта бүлексәһен яңыртыу маҡсаты ҡуйылған.
😍Башҡортостанда 250 меңенсе сабый тыуған!

Ул — билдәле ғалимдар Бүләковтар ғаиләһендә донъяға килгән кескәй генә Нуриман, тип хәбәр итә республика башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

Тарих фәндәре кандидаттары Гөлсәсәк һәм Илнур Бүләковтарҙың улы Республика перинаталь үҙәгендә тыуған. Бөгөн әсә һәм сабый бала табыу йортонан сыҡҡан. Ейәнен ҡаршы алырға билдәле ғалимә, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова ла килгән. Максим Забелин матур ваҡиға менән ҡотлап, йәш әсәгә гөлләмәлә тапшырған.

Бүләковтар ғаиләһен ҡотлайбыҙ!💐
🙏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
😭Әсиргә эләкмәҫ өсөн үҙ-үҙен дошман менән бергә шартлатҡан

Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Артур Ғиләжев 2022 йылдың сентябрендә үҙ теләге менән махсус операцияға юллана. Октябрь айында уҡ Авдеевка йүнәлешендә ҡаты яралана. Яугир отпускыға ҡайтарыла, дауаланғандан һуң йәнә ашығып алғы һыҙыҡҡа китә. Әммә әсе яҙмыш үҙенекен итә, теүәл бер йыл үткәс, Артур Ғиләжев ошо уҡ йүнәлештә һәләк була.

Ошо ваҡытта яугирҙың әсәһе Әлфиә Ғиләжева социаль селтәрҙә ҡамауға ҡалған Рәсәй һалдатының видеояҙмаһы менән уртаҡлаша. «Азов»сылар* төшөргән видеояҙмала һалдат әсиргә эләкмәҫ өсөн үҙ-үҙен дошман менән бергә шартлата. Әсә видеояҙмала үҙенең улы төшөрөлгәнен уйлап та бирмәй. Артурҙың тауышына оҡшаған, ти ул.

🎖️Артур Ғиләжев ҡаһарманлығы өсөн һәләк булғандан һуң Батырлыҡ ордены менән наградаланған.

*Рәсәйҙә тыйылған ойошма.
😱3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика мәктәптәре ашханаларында урындағы аҙыҡ-түлек күләме 78 процент биләй

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә республика башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Шишмә йәшелсә-емеш питомнигында үҫтерелгән продукция менән Башҡортостандың 14 муниципалитетындағы белем усаҡтары һәм балалар баҡсалары файҙалана. Уларға питомникта үҫтерелгән еләк, алма һәм еләк компоты, ҡарабойҙай, картуф оҙатыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Әсә көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы

Бөгөн Башҡортостанда 11 ғаилә «Ата-әсәлек даны» һәм «Ата-әсәлек ҡаһарманлығы» миҙалдарына лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Унда республиканың барлыҡ тарафтарынан гүзәл заттар - күп бала тәрбиәләүсе әсәләр, опекун ғаиләләр, лайыҡлы улдар - Ватан һаҡсыларын үҫтергән гүзәл заттар саҡырылды.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә финанс партнерлыҡтың эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙәге урыны ҡаралды

Өфөлә ун алтынсы халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, форумда быйыл дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Тармаҡ белгестәре иҡтисадта, бизнеста киләсәккә йүнәлештәр билдәләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда иң яҡшы күп фатирлы йорт билдәләнә

Быйылғы конкурс тәртибенә үҙгәрештәр индерелгән. Номинациялар исемлеге 12-гә арттырылған. Еңеү яулаған йортта йәшәүселәргә аҡсалата бүләк тапшырыла. Субсидияны ихатаны төҙөкләндереү йәки йорт советы рәйесенә премия итеп тапшырырға мөмкин.