БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.18K photos
8.17K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда инвесторҙарға субсидия бирелә

Республика Зөкүмәтенең ошо турала күрһәтмәһе бар. Уға ярашлы, 2024 йылда инвестиция эшмәкәрлеге алып барыусыларға өҫтәп 400 мең һум йүнәлтелә. Республика адреслы инвестиция программаһына төҙәтмәләр индерелә. 2021 йылда инфраструктура объекттарын төҙөүселәргә субсидия биреү ябайлашты. 500 миллион һум инвестиция йүнәлтеүселәргә сығымдарҙың бер өлөшө ҡаплана. Федераль трассаларҙа объекттар өсөн - 50 миллион һәм республика юлдарында 20 миллион һумлыҡ инвестиция өсөн дә субсидия алырға мөмкин. Инвестиция йәлеп итеү, инвесторҙар өсөн шарттарҙы яҡшыртыу темаһы был көндәрҙә Өфөлә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығына ҡарала.
👍2
Башҡортостан Ҡытайға ауыл хужалығы продукцияһын экспортлауҙы арттыра

Уҙған йылда 11 мең тонна йөк оҙатылһа, быйыл ғинуар-сентябрь айҙарында 70 мең тоннаға еткән. Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре Ҡытайҙың Халыҡ-ара сауҙа үҫеше үҙәге делегацияһы менән осрашты. - Ҡытай менән мөнәсәбәттәр яҡшы. Конкуренция ҙур. Был баҙарға сифатлы продукция менән үтеп инәбеҙ, - тине вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов . Халыҡ-ара бизнес аҙналығы дауам итә. Өфөгә илдең бөтә төбәктәренән һәм 21 илдән делегациялар килде.
👍3
Башҡортостан торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Төбәктәр үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны вице-премьер Марат Хөснуллин уҙғарҙы. Ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Башҡортостан етәкселегенә проекттарҙың ваҡытында ғәмәлгә ашырылыуы өсөн рәхмәт белдерҙе. - Башҡортостанда бөтә күрһәткестәр һәйбәт. Торлаҡ төҙөлөшөндә һөҙөмтәләр үтә яҡшы, - тине Марат Хөснуллин.
👍2
Радий Хәбиров Башҡортостан киләсәге тураһында фекерен әйтте

Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныу арта бара. Республика Башлығы Радий Хәбиров Халыҡ-ара бизнес аҙналығының пленар ултырышында шулай тип белдерҙе. -Бөгөн беҙ алдағы биш йылға план ҡорабыҙ, иҡтисадта, социаль өлкәлә, башҡа тармаҡтарҙа маҡсаттар ҡуябыҙ. Беҙҙең һәр беребеҙ йыш осраҡта киләсәктең ниндәй буласағын билдәләйбеҙ. Кешеләр, ғаиләләр именлеген, йәшәү уңайлығын тәьмин итеү етәкселек эшенең төп йүнәлештәре - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы Ҡаҙағстан һәм Беларусь делегацияларын айырым сәләмләне. Был илдәр төбәктәре менән тығыҙ бәйләнештәр урынлаштырылған. Ҡытай - ҙур иҡтисади партнер булып тора.
👍1
😢Ҡайғылы хәбәр

Бөгөн күренекле ортопед-травматолог, юғары категориялы табип Таһир Миңлебай улы Резбаев арабыҙҙан китте. Был турала Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров хәбәр итә.

— Таһир Миңлебай улы беҙҙең өсөн һәр ваҡыт үҙ һөнәренә сикһеҙ тоғролоҡ өлгөһө буласаҡ. Уның яҡты иҫтәлеге беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Хушлашыу бөгөн Яңы Отрадовка ауылы, Космонавтов урамы, 9-сы йорт адресы буйынса үтәсәк. Мәрхүм иртәгә Ғафури районының Баҡраҡ ауылында ерләнәсәк, — тип яҙа Илшат Яппаров.
😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың өсөнсө ултырышы үтте

Парламентарийҙар Дәүләт думаһы тарафынан тикшереүгә тәҡдим ителгән закон проекттары өҫтөндә эшләне. Көн тәртибендә алдағы йылдарҙа республика бюджетын планлаштырыу, килемдәрҙе һәм сығымдарҙы геосәйәсәт мәсьәләһенән сығып билдәләү, граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү һорауҙары иғтибар үҙәгендә булды.
Башҡорт тоҡомло аттар алғы һыҙыҡта

Журналист һәм блогер Ильяс Батыргәрәев хәбәр итеүенсә, тағы ла ике ат хәрби постҡа баҫа. Быға тиклем Әбйәлил һәм Буян ҡушаматлы малдар техника үтә алмаған урындарға йөк ташыу өсөн ҡулланыла башлағайны. Аттар махсус хәрби операция биләмәһенә “Башҡорт” ҡушаматлы полк командиры үтенесе буйынса килтерелә. “Яугир аттар – Черныш һәм Малыш хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәй ала”, - ти Ильяс Батыргәрәев.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районы халҡы яугирҙарға маскировка селтәрҙәре әҙерләй

Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға маскировка селтәрҙәре үреү буйынса ирекмәндәр төркөмө булдырылған. Гүзәл заттар мәҙәниәт йорто фойеһына йыйылып эшләй. Әлегә иҫәп буйынса йөҙөнсө септә үрелә. Раушания Рамаҙанованың изге башланғысын күрше ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә күтәреп алған, төбәктә ирекмәндәр хәрәкәте көсәйә генә. Маскировка селтәренә алғы һыҙыҡта ихтыяж юғары, был турала хәрбиҙәрҙең яҡындары ла билдәләй. Япмалар танкты һәм башҡа техниканы хәрби һөжүмдән йәшерергә ярҙам итә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика ФАП-тарында кәрәкле дарыуҙар һатыу тергеҙелә

Республика ФАП-тарында тергеҙелгән дарыу һатыу халыҡҡа кәрәкле препараттарҙы ауыл ерлегендә һатып алыу мөмкинлеген бирә. Быйыл Благовар районы Иҫке Абзан ауылында ла ошондай мөмкинлек булдырылған. Ауылдағы ФАП «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә 2020 йылда төҙөлгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Миңлеғәле Нәҙерғоловтың 70 йәшенә арналған ижади осрашыу үтте

Әҙәбиәт ғилемен өйрәнеүгә бағышланған ғүмер. Мәжит Ғафури мемориал йорт-музейында филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғоловтың 70 йәшенә арналған ижади осрашыу үтте. Сарала халҡыбыҙҙың рухи мираҫын өйрәнеүсе ғалимдың тормош һәм ижад юлы барланды.
3
Бөрйәндә яугир әсәләрен ҙурланылар

Райондың Байназар ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең яҡындары ҡатнашлығында сара үтте. Ул 26 ноябрҙә билдәләнгән Әсә көнөнә арналды. “Улдарыбыҙ алғы һыҙыҡта. Улар ил именлеген һаҡлай. Һалдаттарыбыҙ иҫән-имен ҡайтһын өсөн доға ҡылабыҙ”, - ти яугирҙәрҙең әсәләре Әлиә Ғазина һәм Гөлсирә Науразбаева.
Республикала яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам ҡаралған. “Бөрйәндә лә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Хоҡуҡтарын аңлатабыҙ, хәстәрлек күрһәтәбеҙ”, - ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева.
Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы 80 процентҡа әҙер

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына буйынса күпер, эстакада һәм юл айырсаһында асфальт түшәлде. Объектта төҙөлөш һәм ҡороу эштәре тәүлек әйләнәһе бара. Көнсығыш сығыу юлы буйлап автомобиль хәрәкәте киләһе йылдың беренсе кварталында башланырға тейеш. Проектҡа ярашлы, бында тоннель төҙөлдө, күпер һалынды, М-5 “Урал” федераль трассаһына сыҡҡан тиҙ йөрөшлө автомобиль юлы барлыҡҡа килде.
Рәсәйҙә киләһе йыл Ғаилә йылы исеме аҫтында уҙа

Президент Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Ғаиләне яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен танытыу, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау маҡсатынан шундай ҡарар ҡабул ителгән. Хөкүмәткә йыл аҙағына тиклем исемле йылға бәйле ойоштороу комитетын булдырырға ҡушылған. Рәйес вазифаһына вице-премьер Татьяна Голикова тәғәйенләнгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә ун алтынсы халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы дуам итә

Күләмле форумда быйыл 4 мең тирәһе кеше ҡатнаша, ике тиҫтәнән ашыу ил вәкилдәре эшҡыуарлыҡта уртаҡлыҡтарҙы барлай. Радий Хәбиров форумдың пленар ултырышында ҡатнашты. «Иртәгәнән һуң халыҡ-ара йәмәғәтселек күҙлегенән» тип аталған йыйылышта оҙайлы осорҙа сит ил партнерҙары менән үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәре тикшерелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ҡаҙнасылыҡ етәксеһе урынбаҫары Эли Исаев менән осрашты

Башҡортостанда республика бюджетын үтәүҙә финанс дисциплина юғары кимәлдә. Муниципаль берәмектәрҙең эшмәкәрлек һөҙөмтәлелегенә иғтибар бүлеү мөһим. Был турала федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе урынбаҫары Эли Исаев белдерҙе. Ул Башҡортостанға эш сәфәре менән килде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың өсөнсө ултырышы үтте

Парламентарийҙар Дәүләт думаһы тарафынан тикшереүгә тәҡдим ителгән закон проекттары өҫтөндә эшләне. Көн тәртибендә алдағы йылдарҙа республика бюджетын планлаштырыу, килемдәрҙе һәм сығымдарҙы геосәйәсәт мәсьәләһенән сығып билдәләү, граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү һорауҙары иғтибар үҙәгендә булды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә эш урынында йәрәхәтләнеүсе граждандарға автомобиль асҡыстары тапшырылды

Республиканың төрлө район-ҡалаларынан 11 кеше бар уңайлыҡтары менән йыһазландырылған машиналы булды. Быйыл мөмкинлене сикләнгән 50 кешенең машинаһы яңыртылған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ирекле батальондар төҙөү буйынса үҙәк штабына - 9 ай

Тыуған илгә һөйөү, хөрмәт һәм хәрби бурысҡа тоғролоҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ошондай сифаттар берләштерә.
Быйыл февралдә Башҡортостанда ирекле батальондар төҙөү буйынса үҙәк штаб ойошторолдо. Тәүге булып Даян Мурзин исемендәге батальонға ир-егеттәр ҡабул ителә башланды. Һуңғараҡ башҡа исемле батальондарҙы ла ойошторорға команда килде. 9 ай эсендә штаб коллективы бер нисә мең кешене йыйып, оборона министрлығына һәм Росгвардияға оҙата.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Зубов ауылы «Белем» мәғариф үҙәге хеҙмәткәрҙәре яугирҙарға «Нива» оҙатырға әҙерләнә

Өфө районы яугирҙарҙы ҡеүәтләй. Зубов ауылы «Белем» мәғариф үҙәге хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция биләмәһенә «Нива» машинаһын оҙатырға әҙерләнә. Техниканы учреждение директоры интернет киңлектәрендә табып, һатып алған. Ирекмәндәр машинаны ремонтлап, буятҡан. Ошо көндәрҙә уға махсус наклейкалар ҙа йәбештерелгән. Машина декабрҙә Өфө районынан гуманитар конвой сафында Украиналағы хәрби бәрелештәр биләмәһенә оҙатыласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында үткәрелгән төҙөкләндереү эштәре тикшерелде

Балалар баҡсаһына сират кәмене. Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында үткәрелгән төҙөкләндереү эштәре һөҙөмтәһе менән танышты. Тикшереү Волга буйы федераль округында Рәсәй президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡушыуы буйынса үткәрелде. Мәктәпкәсә белем биреү системаһын модернизациялау дәүләт программаһы Өфөнөң 144-се балалар баҡсаһында дүрт, 324-се балалар баҡсаһында ике төркөм асыу мөмкинлеге бирҙе.