Башҡортостан он экспортлауҙы арттырған
Быйыл республика предприятиелары сит илдәргә 6 мең 300 тонна тауар оҙатҡан. Башҡортостан онон Әрмәнстан, Грузия Ҡаҙағстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстан алған. Сит илдәргә сығарылған продукция фитосанитар тикшереү үткән, сифат талаптарына тулыһынса яуап бирә, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән.

Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан мәғариф өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығыта
Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында сит ил делегацияһы менән осрашыу булды. Өфө һәм Бишкәк ҡалаһы юғары уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө. “Манас - Урал” кабинетын асыу тантанаһы үтте. “Киләһе йылда Башҡортостан уҡытыусыларын Ҡырғыҙстанға эшкә саҡырырға ниәтләйбеҙ”, - тип белдерҙе Иссык-күл дәүләт университеты ректоры Асҡарбәк Иманбаев.
”Манас - Урал” кабинеты ике туғандаш халыҡтың дуҫлығын сағылдыра”, - тип белдерҙе Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов.
Бөгөн Башҡортостан университеттарында 150-гә яҡын ҡырғыҙ студенты белем ала.

❤1
Башҡортостан Палестинанан мәжбүри күскенселәрҙе ҡабул итергә әҙер
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков кәңәшмә үткәрҙе. Унда Палестинанан күскенселәрҙе ҡабул итеү мәсьәләһе ҡаралды. Беҙҙең республикаға 250 кеше ебәреү мөмкинлеге өйрәнелә. Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтенә ваҡытлыса йәшәү урындары әҙерләргә ҡушты. Быға тиклем Башҡортостан Башлығы диндарҙарҙың Палестина халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү башланғысын хупланы. Бының өсөн берҙәм логистика үҙәге майҙансығы тәҡдим ителде. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин әйтеүенсә, республика халҡы ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға һәр ваҡыт ярҙам күрһәтә.

Рәсәйҙә киләһе йылда әсәлек капиталы икенсе бала өсөн 834 мең һумға етә
Башҡортостан буйынса Социаль фондтан хәбәр итеүҙәренсә, 1 февралдән түләү 7,5 процентҡа арта. Әсәлек капиталын балаға белем биреү, йәшәү шарттарын яҡшыртыу, әсә кешенең буласаҡ пенсияһы өсөн тотонорға була, шулай уҡ сабыйға өс йәш тулғансы ай һайын түләүҙәр алып барырға мөмкин.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы асылды
Бөгөн Өфөлә «Иртәгәнән һуң. Эшҡыуарлыҡ күҙлегенән» тип аталған халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы асылды. Ун алтынсы халыҡ-ара бизнес аҙналығы быйыл 4 меңдән ашыу кешене берләштерә. Сарала Рәсәй төбәктәренән һәм 21 илдән, шул иҫәптән Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия, Төркиә, Иран һәм башҡа илдәрҙән делегациялар ҡатнаша.

Башҡортостанда тағы 19 меңдән ашыу кеше таҙа эсәр һыу менән тәьмин ителде
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, Әлшәй районы үҙәге – Раевка ауылында һыу таҙартыу ҡоролмалары төҙөү тамамланды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, киләһе йылда Бөрө, Туймазы, Шишмә, Ҡыйғы, Кушнаренко райондары һәм Өфө ҡалаһында һыу системаларын яңыртыла. Һуңғы биш йылда 23 объекта төҙөкләндереү үткәрелгән. Милли проектҡа ярашлы, 2024 йылда республика халҡының 91 проценты таҙа эсәр һыу менән тәьмин ителергә тейеш.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан яугирҙары пехотаға ҡеүәтле ярҙам күрһәтә
Һөжүм иткәндә лә, һаҡлағанда ла бер тигеҙ дәһшәтле, улар махсус хәрби операция биләмәһендә төп ролдәрҙең береһен уйнай. Краснолиманск йүнәлешендә Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизионы менән «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының реактив артиллерия батареяһы пехотаға ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле ярҙам күрһәтә. Нацистарға ҡаршы көрәштә объектив контролде пилотһыҙ осоу аппараттары тәьмин итә.

Бәләбәйҙә «Про-форум» Халыҡ-ара конкурсының һайлап алыу этабы үтте
Бәләбәй медицина колледжында йәмғиәт мәсьәләләрен хәл итерҙәй социаль проекттар ҡаралды. Ҡалала бөгөн сәләмәт йәшәү рәүешенә йүнәлтелгән «ПРО-форум» Халыҡ-ара конкурстың һайлап алыу этабы үтте. Дүртенсе йыл рәттән ойошторолған сарала тиҫтәнән ашыу команда сығыш яһаны. Улар йәмғиәт хәүефһеҙлеге һәм сәләмәтлегенә бәйле төрлө тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Уларҙың иң яҡшыһы тип табылғандары республика, ил кимәлендә һынау тотасаҡ.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте яңы китаптар тәҡдим итә
Был юлы онлайн форматта. Нәшриәтселәр 3 башҡорт халыҡ әкиәте - «Моң сере», «Әбйәлил» һәм «Йомғаҡ»ты аудиокитап рәүешендә яҙҙырған. Халыҡ ижадын ике телдә тыңларға була. Башҡортса әҫәрҙәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Мурзина һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Зәйнетдин уҡыған. Руссаға тәржемә ителгән әкиәттәрҙе билдәле рус йырсылары тауышландырыуында тыңларға мөмкин.

Башҡортостандан беренсегә Литваға бал оҙатылды
Ауыл хужалығын күҙәтеү төбәк идаралығы 20,5 тонна татлы ризыҡты тикшереп экспортҡа рөхсәт бирҙе. Балдың сифаты шулай уҡ Германияла ыңғай баһаланды. Быға тиклем Польшаға бал оҙатылды. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, быйыл экспорт икеләтә артыуы күҙәтелә. 10 айҙа 450 мең тонна тауар ситкә ебәрелгән.

Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау тамамлана
Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, быйыл 276 йорттағы 758 подъезд тәртипкә килтерелә. Бының өсөн республика бюджетынан 646 миллион һум тотонолған, тағы 72 миллион һум район һәм ҡалалар ҡаҙнаһынан өҫтәлгән. “Фатир хужалары ремонт барышын етди күҙәтә һәм етешһеҙлектәр бөтөрөлмәйенсә актҡа ҡул ҡуйылмай, подрядсыға аҡса күсерелмәй”, - тип яҙа Радий Хәбиров. Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау 2019 йылдан башланды. Программа барышында 2 мең 247 йорттағы 7 мең 413 подъезд төҙөкләндерелде.

Халыҡ-ара бизнес аҙналығында инновацион проекттар тәҡдим ителә
Өфөлә мәртәбәле форум башланды. Быйыл сарала 15 илдән вәкилдәр ҡатнашыуы көтөлә. Форумда эшҡыуарҙар алдынғы проекттар менән таныша ала, тәжрибә уртаҡлаша. Рәсәй инновацион төбәктәр ассоциацияһы етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Митрошин әйтеүенсә, хәҙерге шарттарҙа төрлө илдәрҙән партнерҙар табып эшмәкәрлек алып барыу мөһим.

Өфөлә халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығының беренсе көнө үтте
Бөгөн Өфөлә «Иртәгәнән һуң. Эшҡыуарлыҡ күҙлегенән» тип исемләнгән халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы асылды. 1 декабргә тиклем дауам итәсәк ун алтынсы халыҡ-ара бизнес аҙналығы быйыл 4 меңдән ашыу кешене берләштерә. Сарала Рәсәй төбәктәренән һәм 21 илдән, шул иҫәптән Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия, Төркиә, Иран һәм башҡа илдәрҙән делегациялар ҡатнаша.

Радий Хәбиров «Ватанды һаҡлаусылар Кубогы»ның абруйлы ҡунаҡтары менән осрашты
Башҡортостан Рәсәйҙең паралимпия хәрәкәте лидерҙарының береһе. Был хаҡта Паралимпия комитеты президенты Павел Рожков Башҡортостан башлығы менән осрашыуҙа белдерҙе. Фекер алышыуҙа спорт ойошмаһының элекке етәксеһе Владимир Лукин да ҡатнашты. Яҡтар республикала адаптив физик культураның үҫешен тикшерҙе. Радий Хәбиров хәрби хеҙмәткәрҙәр махсус операциянан һуң реабилитация үтергә мәжбүр булған хәҙерге шарттарҙа был эштең айырыуса мөһимлеген билдәләне.

Өфөлә «Ватан һаҡсылары кубогы» тамамланды
Ике көн дауамында барған форум спорт турниры менән бергә, эшлекле осрашыуҙарҙы ла үҙ эсенә алды. Бөгөн дәүләт һәм йәмәғәт ағзаларының иғтибар үҙәгендә махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының ғаиләләре, улдарын юғалтҡан әсәләр сығыш яһаны.
Ике көн дауамында барған форум спорт турниры менән бергә, эшлекле осрашыуҙарҙы ла үҙ эсенә алды. Бөгөн дәүләт һәм йәмәғәт ағзаларының иғтибар үҙәгендә махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының ғаиләләре, улдарын юғалтҡан әсәләр сығыш яһаны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Оборона министрлығы яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәте видеояҙмаһы менән уртаҡлашты
Рәсәй Оборона министрлығы герой-фронтовик Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизионы хеҙмәте видеоһын социаль селтәргә һалған. Яугирҙар Украина хәрби көстәренең артиллерия батареяларын юҡ итеү буйынса утты туҡтатмай. Разведчиктар ебәргән бөтә маҡсаттар ҙа - идара итеү пункттары, хәрби припас, ҡорал һәм техника келәттәре шартлатыла. Разведка төркөмө дошман биләмәһен пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында тикшерә. Мөғин Нагаев исемендәге дивизион артиллеристары дошман позицияларын 122 миллиметрлыҡ снарядтар менән юҡ итә. Үҙәк хәрби округы разведчиктары һәм артиллеристары хеҙмәте ярҙамында дошман хәрби припастар һәм шәхси составты арттыра алмай.

Психологтар көнө айҡанлы баш ҡалала ғилми-ғәмәли конференция үтте
Бөгөн - психологтар көнө. Һөнәри байрам айҡанлы Өфөлә ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сара мәғариф системаһында заманса психологик хеҙмәттең проблемаларына һәм үҫеш мөмкинлектәренә арналды. Конференцияла Башҡортостанда берҙәм психологик хеҙмәт булдырыу мөкинлектәре ҡаралды.
Бөгөн - психологтар көнө. Һөнәри байрам айҡанлы Өфөлә ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сара мәғариф системаһында заманса психологик хеҙмәттең проблемаларына һәм үҫеш мөмкинлектәренә арналды. Конференцияла Башҡортостанда берҙәм психологик хеҙмәт булдырыу мөкинлектәре ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһы мәктәбе «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Рәсәй конкурсында еңеү яуланы
Өфөнөң Нуғай ауылындағы 147-се мәктәп «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Рәсәй конкурсында еңеүсе тип табылды. Миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҙур ҡалалар араһында ойошторолған ярышта Башҡортостан данын Нуғай, Нефтекама ҡалаһы һәм Ҡыҙыл Шишмә ауылы мәктәптәре яҡланы.