БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.18K photos
8.2K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостан депутаттары тәбиғәткә килгән зыянды баһаларға ниәтләй

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа Экологик кодексҡа үҙгәреш әҙерләнә. Уға ярашлы дәүләт власы органдарына тирә-яҡты һаҡлау мөнәсәбәттәре өлкәһендә вәкәләттәр өҫтәлә. Сүплектәр һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары, элекке сәнәғәт ойошмалары майҙансыҡтарын иҫәпкә ҡуйыу бурысы тора. Бындай мәғлүмәт экологик зыян эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн планлы эш алып барырға мөмкинлек бирәсәк, тип белдерәләр парламенттан. Закон проекты был аҙнала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡарала.
Өфөлә Ҡыш бабай ихатаһы яңы урында була

Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Яңы йыл тылсымсыһы резиденцияһы Ленин исемендәге майҙанда урынлаша. Уны 24 декабрҙә рәсми асыу сараһы була. Ҡыш бабай халыҡты 9 ғинуарға тиклем ҡабул итә. Резиденция көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 8-гә тиклем асыҡ була. Былтыр Өфөлә Ағиҙел яры буйында урынлашҡан Ҡыш бабай ихатаһына 100 меңдән ашыу кеше килгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Росгвардия ветерандарына наградалар тапшырылды

Тантаналы ултырыш Федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығында үтте. «Росгвардия» ветерандарының Башҡортостан бүлексәһе уңышлы эшләгән йәмәғәт ойошмаларының береһе. Бында һөнәри бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан батырҙарҙың исемен мәңгеләштереү буйынса даими эш алып барыла.
Николай Басков башҡортса йырлай

Эстрада йондоҙо “Рәсәй” телеканалында “Ну-ка, все вместе!” музыкаль конкурсында ошо турала белдерҙе. Проектта Башҡортостандан йырсы Әлфиә Ниғмәтуллина сығыш яһаны. Николай Басков Өфөнөң 450 йыллығына арналған сарала бергәләп сығыш яһарға тәҡдим итте.
Былтыр Өфөлә Николай Басковҡа “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән исем тапшырылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров йырсыны Бөйөк Еңеү көнөнә арналған концерт барышында бүләкләне.
Зинин ауылы янындағы күпер декабрь уртаһында асыла

Өфөлә Зинин юл үткәргесен асыу көнө иғлан ителде. Өфө ҡала хакимиәтенең Төҙөлөш һәм юл ремонты идаралығынан белдереүҙәренсә, объект 12 декабрҙән 17-һенә тиклем файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. “Һауа торошо ла әһәмиәткә эйә”, - тине идаралыҡ етәксеһе Константин Паппе.
👍1
“Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан шыршыһы ҡуйылды

Урман ҡунағы милли ҡурсаҡтар, алтын сармат боландары, башҡорт милли уйын ҡоралдары, милли биҙәүестәр менән биҙәлгән. “Рәсәй шыршылары” проекты буйынса Мәскәүҙә 89 яңы йыл шыршыһы урынлаштырыла. Улар Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе биләмәһенең төп аллеяһында ҡуйыла. 3 декабрҙә форумда Башҡортостан көнө үтә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә үткән Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең унынсы форумына йомғаҡ яһалды

Федерация советында быйыл июндә Өфөлә үткән Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең унынсы форумына йомғаҡ яһалды. Кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ил парламентының юғары палатаһы рәйесе Валентина Матвиенко республиканың башҡарған эшен юғары баһаланы. Майҙансыҡтарҙа Рәсәй менән Белоруссия төбәктәре һәм компаниялары араһында рекордлы һанда килешеүҙәр төҙөлгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Фәләстанды ташлап китергә мәжбүр булған граждандарҙы ҡабул итергә әҙер

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Фәләстанды ташлап китергә мәжбүр булған граждандар өсөн ваҡытлыса урынлашыу пункттарын ойошторорға ҡушты. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков сил ил ҡасаҡтарын урынлаштырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Ултырышта 250-гә яҡын кешене Башҡортостанға ебәреү мөмкинлеге ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тыуған яғына ялға ҡайтҡан яугирҙар отпусктан һуң махсус хәрби операцияға юлланды

Мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙы алғы һыҙыҡҡа оҙатырға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, егеттәрҙең яҡындары, дуҫтары килде. Егеттәр махсус хәрби операция биләмәһендә бер йылдан ашыу, ошо ваҡыт эсендә улар икенсе тапҡыр ялға ҡайтҡан. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск мәлендә яугирҙар туғандары, дуҫтары янында булған, балалар, студенттар менән осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ватан һаҡсылары кубогы» төбәк-ара комплекслы физкультура сараһы башланды

Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары араһында «Ватан һаҡсылары кубогы» төбәк-ара комплекслы физкультура сараһы башланды. Турнир Рима Батталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә ике көн дауамында барасаҡ. Унда Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан тиҫтәләрсә ветеран ҡатнаша. Башҡортостан намыҫын 14 яугир яҡлаясаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында төҙөкләндереү эштәре тамамланды

Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында төҙөкләндерелгәндән һуң Ҡамайылға аша күпер транспорт хәрәкәтенә асылды. Объектта эш «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса башҡарылды.
👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Медицина өлкәһе заманса ҡоролмалар менән байытыла

Республикала пациенттар көнкүрешен еңелләштереү өсөн төрлө саралар күрелә. Әйтәйек, Ҡырмыҫҡалы районында «Беренсел звеноны модернизациялау» федераль проекты сиктәрендә фельдшер-акушерлыҡ пункттарына һәм үҙәк район дауаханаһына заманса ҡоролмалар ҡуйылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн - Бөтә донъя телевидение көнө

1996 йылдан билдәләнгән дата алыҫтан сигнал тапшырыу өлкәһендәге алдынғы технологияның барлыҡҡа килеүе менән бәйле түгел. Ә телевидениеның глобаль әһәмиәтен һәм уның мөмкинлектәрен һыҙыҡ өҫтөнә алыу.
Һөнәри байрамы айҡанлы «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында юбилярҙар һәм телевидение эшмәкәрлегенә тос өлөш индергән хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнде.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында төҙөлөш эштәре тамамланыу алдында

Реконструкциянан һуң уның 300 урынлыҡ ҙур һәм 135 урынлыҡ бәләкәй тамаша залы буласаҡ. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
Мәскәүҙә “Башҡорт иле” тигән беренсе Бөтә Рәсәй фестивале үткәрелә

Башҡорт мәҙәниәте байрамы 30 ноябрҙә була. Уны баш ҡалалағы “Аҡ тирмә” үҙәге ойоштора. Проект милли мәҙәниәтте һаҡлау, традицияларҙы һәм телде танытыу, кәсепселек һәм халыҡ ижадын үҫтереү маҡсатын ҡуя. Фестивалдә түңәрәк өҫтәл, оҫталыҡ дәрестәре, башҡорт балы күргәҙмәһе һәм концерт программаһы ҡаралған.
Республикала Бөрө–Таҙтүбә–Һатҡы юлын төҙөкләндереү тамамлана

Юлсылар Дыуан һәм Ҡариҙел районындағы юл өлөшөн яңырта. Ноябрҙә асфальт һалынған, юл ситенә таш түшәлгән. Объектта 100 берәмек техника һәм 300-гә яҡын хеҙмәткәр эшләй. Трасса “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса төҙөкләндерелә. Ремонтты йыл аҙағында теүәлләү көтөлә.
Башҡортостан Ҡытайға ауыл хужалығы тауарҙары һатыуҙы арттыра

Республика ауыл хужалығы министрлығы һәм Ҡытайҙың халыҡ-ара бизнес үҫеше үҙәге ошо турала килешеү төҙөргә ниәтләй. Документҡа Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡул ҡуйыу көтөлә. - Ҡытай ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш. Республика был дәүләт менән сауҙа итә. Тауар әйләнешен тағы арттырыу мөмкинлеге бар, - тине вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Халыҡ-ара бизнес аҙналығы бөгөн башлана.
Башҡортостан йорттарҙы ремонтлау буйынса алдынғы төбәктәр исемлегендә

Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин белдереүенсә, быйыл илдә 98 миллион ярым квадрат метр торлаҡ төҙөкләндерелгән. Алдынғы төбәктәр рәтендә Башҡортостан да аталды. Беҙҙең республикала 738 йорт ремонтланған.
Башҡортостан он экспортлауҙы арттырған

Быйыл республика предприятиелары сит илдәргә 6 мең 300 тонна тауар оҙатҡан. Башҡортостан онон Әрмәнстан, Грузия Ҡаҙағстан, Төркмәнстан һәм Үзбәкстан алған. Сит илдәргә сығарылған продукция фитосанитар тикшереү үткән, сифат талаптарына тулыһынса яуап бирә, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән.
Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан мәғариф өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығыта

Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында сит ил делегацияһы менән осрашыу булды. Өфө һәм Бишкәк ҡалаһы юғары уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөлдө. “Манас - Урал” кабинетын асыу тантанаһы үтте. “Киләһе йылда Башҡортостан уҡытыусыларын Ҡырғыҙстанға эшкә саҡырырға ниәтләйбеҙ”, - тип белдерҙе Иссык-күл дәүләт университеты ректоры Асҡарбәк Иманбаев.
”Манас - Урал” кабинеты ике туғандаш халыҡтың дуҫлығын сағылдыра”, - тип белдерҙе Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов.
Бөгөн Башҡортостан университеттарында 150-гә яҡын ҡырғыҙ студенты белем ала.
1