Республика халҡы макулатураны әүҙем йыя
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “БумБатл” акцияһы барышында 128 тонна ҡағыҙ тапшырылған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә алдынғы 10 төбәк исемлегенә ингән. Экоакция ай дауамында барҙы. Унда 2,5 миллион кеше ҡатнашҡан һәм 100 мең тоннанан ашыу макулатура йыйылған.

👍2
Быйыл республикала 1 меңдән ашыу пилотһыҙ осҡос сығарылған
Улар махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелә. Башҡортостан Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев ошо турала хәбәр итте. Бөгөн беҙҙә радиоэлектроника технопаркы төҙөлә. 2025 йылда пилотһыҙ осҡостар ғилми-етештереү үҙәге һалына башлай.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда йыл башынан 2 миллион 600 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән
Уның 862 мең квадрат метры күп ҡатлы йорттарға, миллион ярым квадрат метрҙан ашыуы шәхси секторға тура килә. 2022 йыл менән сағыштырғанда, күрһәткес яҡынса 5,5 процентҡа күберәк. Был һандар бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә иғлан ителде.
Уның 862 мең квадрат метры күп ҡатлы йорттарға, миллион ярым квадрат метрҙан ашыуы шәхси секторға тура килә. 2022 йыл менән сағыштырғанда, күрһәткес яҡынса 5,5 процентҡа күберәк. Был һандар бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә иғлан ителде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарҙы бүләкләне
Эшләйбеҙ, туғандар! Башҡортостан полкы яугирҙары шулай тип белдерә. Уларҙың дөйөм фекерен, бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә, Әсән ҡушаматлы яугир-Радик Динәхмәтов еткерҙе. Бөгөн ялға ҡайтҡан һалдатҡа Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде.
Эшләйбеҙ, туғандар! Башҡортостан полкы яугирҙары шулай тип белдерә. Уларҙың дөйөм фекерен, бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә, Әсән ҡушаматлы яугир-Радик Динәхмәтов еткерҙе. Бөгөн ялға ҡайтҡан һалдатҡа Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡаты яраланған яугирҙар менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡаты яраланған яугирҙар менән осрашты. Республика етәксеһе Ватан һаҡсылары менән аралашып, уларҙың теләктәрен, борсоған һорауҙарын тыңланы. Башҡортостанда яугирҙар өсөн 37 ярҙам сараһы ойошторолған. Радий Хәбиров, яраланып аяҡ-ҡулдарын юғалтҡан, контузияланған яҡташтарыбыҙҙың һәр береһенә ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе.

👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика 101-се гуманитар ылау ебәрергә әҙерләнә
Уның составында Бүздәк районы халҡы йыйған ярҙам да оҙатыласаҡ. Төбәктә волонтерҙар штабы һәм яңыраҡ асылған «Бергә беҙ көс» патриотик клубы эшләй.

❤1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы киләһе йылдың башында файҙаланыуға тапшырыласаҡ
Өфөнөң Зинин ауылы эргәһендә юл үткәргес төҙөү буйынса эш 12-17 декабрҙә тамамланырға тейеш. Был турала бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ойошторолған брифингта хәбәр ителде. Ҡышҡы шарттарҙа бетон менән эшләү өсөн электр йылытыуы кәрәк, әгәр һауа торошо йылыраҡ булһа, объект тиҙерәк тапшырыласаҡ, һыуыҡтар процесты бер аҙ тотҡарлауы мөмкин. Әле подрядсылар яңы һәм булған подъезд юлдарын тоташтырыу буйынса эште тамамлай. Өфөнән Көнсығыш сығыу юлына килгәндә, күләмле объект киләһе йылдың ғинуар-февралендә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Эш темпының бер аҙ әкренәйеүе финанслау динамикаһына бәйле.

Өфөлә Нияз Мәжитов иҫтәлегенә өсөнсө «Мәжитов уҡыуҙары» башланды
Өфөлә башҡорт археологияһына нигеҙ һалыусы ғалим, тарих фәндәре докторы, академик, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нияз Абдулхаҡ улы иҫтәлегенә өсөнсө «Мәжитов уҡыуҙары» башланды. Ғилми конференция «Боронғо һәм урта быуаттарҙа үҙәк Евразияның күсмә донъяһы» тип атала. Халыҡ-ара кимәлдә уҙғарылған форумда тарих, археология, мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм өйрәнеү өлкәләрендә эшләгән йөҙҙән ашыу белгес, шул иҫәптән Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әзербайжан, Төркиә ғалимдары ҡатнаша. Пленар ултырышта ҡатнашыусыларҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров тәбрикләне.

Өфөлә «Байыҡ» республика телевизион конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Республиканың иң яҡшы бейеүселәре бер сәхнәлә. Өфөлә «Байыҡ» республика телевизион конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Йылдағыса гала-концерт яңы исемдәр асты. Йолаға ярашлы, быйыл да иң яҡшы хореографҡа 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.

🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың халыҡ артисы Диләрә Иҙрисова Өфөлә тәүге соло концертын бирҙе
«Опера Априори» фестиваленең «Только Гендель» программаһын тамашасы дәррәү алҡыштарға күмде. Рәсәйҙең ике опера һәм балет театры солисының тауышына бөтә донъя ғашиҡ. Музыка сәнғәтендә юғары уңыштарға өлгәшкән яҡташыбыҙ, Диләрә Иҙрисованың сығышын БЮТ ижади төркөм лә күҙәтте.
«Опера Априори» фестиваленең «Только Гендель» программаһын тамашасы дәррәү алҡыштарға күмде. Рәсәйҙең ике опера һәм балет театры солисының тауышына бөтә донъя ғашиҡ. Музыка сәнғәтендә юғары уңыштарға өлгәшкән яҡташыбыҙ, Диләрә Иҙрисованың сығышын БЮТ ижади төркөм лә күҙәтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә МХО-ла ҡатнашҡан Әбйәлил яугирҙарына арналған волейбол турниры үтте
Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Әбйәлил яугирҙарына арналған волейбол турниры үтте. Спорт ярышын яҡташтар берлеге һәм «Спартак» физкультура - спорт йәмғиәтенең төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторған. Чемпионатта Әбйәлил районынан сыҡҡан төрлө быуын кешеләре командаларға бүленеп үҙ көсөн һынап ҡараны.

Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында иҡтисади үҫеш мәсьәләләре өйрәнелә
Республика Башлығы Радий Хәбиров төп темалар менән таныштырҙы. Мәртәбәле сара барышында төбәктәрҙә иҡтисад өсөн яуаплы етәкселәрҙең беренсе координация кәңәшмәһе лә уҙа. Уны Рәсәй Иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников үткәрә. Радий Хәбиров халыҡ-ара бизнес аҙналығына етди әҙерләнеү бурысын ҡуйҙы.

Мәскәүҙә “Рәсәй” күргәҙмәһендә Башҡортостан транспорты аҙналығы башлана
Бөгөндән 25 ноябргә тиклем беҙҙең республика стендында
“аҡыллы” транспорт системалары күрһәтелә һәм юлда хәүефһеҙлек мәсьәләһе
күтәрелә. Күргәҙмәлә балалар һәм өлкәндәр өсөн төрлө интерактивтар, оҫтаханалар
ойошторола, бүләктәр таратыла.

Өфөлә Мәжитов уҡыуҙары башланды
Ул танылған тарихсы һәм остаз Нияз Мәжитовың 90 йыллығына арнап ойошторола. “Боронғо дәүерҙә һәм Урта быуаттарҙа Үҙәк Евразия күскенселәре донъяһы” тигән темаға халыҡ-ара фәнни конференция уҙғарыла. Форумда Төркиә, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан белгестәре ҡатнаша. “Быйылғы йыйын айырыуса үҙенсәлекле”, - ти Башҡортостан Күсемһеҙ мираҫ ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәк етәксеһе Данир Ғәйнуллин.

👍1
“Ватанды һаҡлаусылар” фондына 9 мең мөрәжәғәт ҡабул ителгән
Фондтың төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ошо турала белдерҙе. Ҡала һәм райондарға “Ярҙам поезы” сыға, белгестәр консультация бирә. “Ярҙам поезы” белгестәре 1 декабрҙә Бөрө ҡалаһында халыҡты ҡабул итә. Фонд филиалы Өфөнөң Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Ул көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Бәйләнеш телефоны: 8-347-268-01-02.

Өфө районында кадеттар өсөн слет ойошторолдо
100-ҙән ашыу үҫмер «Огонек» лагеры базаһында ике көн дауамында кинологтар һәм ҡотҡарыусылар хеҙмәте менән яҡындан танышты, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнде.

Республикала бөтә йорттарға йылы бирелгән
Башҡортостанда бөтә муниципалитеттар йылылыҡ миҙгелгә әҙерлек паспорттары алған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. Иҫкәрмә яһалған район һәм ҡалалар етешһеҙлектәрҙе бөтөргән һәм тейешле документ алған.

Баш ҡалала Халыҡ-ара географик диктант ойошторолдо
Халыҡ-ара географик диктант Рус география йәмғиәте тарафынан йәмғиәттең попечителдәр советы рәйесе, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме буйынса үткәрелә. Мәғрифәтселек сараһы быйыл туғыҙынсы тапҡыр ойошторолдо.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй турниры тамамланды
Өфөлә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры тамамланды. Быйылғы бәйгелә илдең төрлө төбәктәренән 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Һәр ваҡыттағыса лидерҙар үҙҙәренең оҫталығын раҫланы, әммә турнирҙа көтөлмәгән асыштар ҙа булды, шул иҫәптән ярыш дебютанттарынан.

Кушнаренко районында янғынға ҡаршы рейд үтте
Һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө, электр линияһындағы ҡыҫҡа ялғаныш, уларҙың иҫкереүе, хәүефһеҙелек ҡағиҙәләрен инҡар итеү. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре янғын хәүефһеҙлеге буйынса тикшереү үткәрҙе. Кушнаренко районы Шәрип ауыл биләмәһендә янғынға ҡаршы рейд һөҙөмтәһендә ут һүндереүселәр күп кенә етешһеҙлектәргә тап булды. Белгестәр тикшереү өсөн Шәрип ауылын юҡҡа ғына һайламаған, йыл башынан бында 6 кешенең ғүмере ут эсендә өҙөлгән.